Джеймс Крюс

ТИМ ТАЛЕР, ЙӘКИ ҺАТЫЛҒАН КӨЛӨҮ

«Әҙәби хазина» серияһын

ИНЕШ • ѲФѲ • 2019

© Ғиззәтуллина Г.М., башҡортсаға тәржемә, 2019

© Салиева Л.И., hүрәттәр, 2019

© «Инеш» нәшриәте, биҙәлеш, 2019

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына нәшер ителде.

«Һынлы сәнғәт мираҫы» художестволы ижадты үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды.


____________________

Ҡәҙерле китап уҡыусылар, кескәйҙәр һәм өлкәндәр!

Был китапта көлөү һәм аҡса тураһында һөйләнелә.

Көлөү ул бөтә донъя кешеләрен берләштерә. Мәскәү һәм Нью-Йорк метроһында ла Париж метроһындағы һымаҡ көләләр. Тапҡыр һүҙгә Токиола ла, Ҡаһирәлә лә, Прагала ла Мадридтағы, Копенгагендағы һәм Стокгольмдағы һымаҡ уҡ рәхәтләнеп йылмаясаҡтар. Бәхет, тыныслыҡ, кешелеклелек һымаҡ ысын байлыҡҡа аҡсаның бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Ә бына көлөүҙеке бар, һәм ниндәйерәк бит әле!

Әгәр ҙә кемдер, ошо китаптағы кеүек, үҙенең көлөүен аҡсаға алмаштыра ҡалһа, был бик ҙур ҡайғы булыр ине. Был бит ысын байлыҡты ялғанға алмаштырыу тигән һүҙ. Тимәк, ул бәхетте һәм беҙгә көлөү бүләк иткән азатлыҡты аҡса өсөн әрәм иткән.

Ҡәҙерле уҡыусылар, яҡты донъяла бөтә нәмә лә аҡсаға һатыла, тип иҫәпләгән кешеләрҙән рәхәтләнеп көлөгөҙ, шул саҡта уларҙың ҡоралдары тутығыр ҙа, бер нәмәгә лә ярамаҫ!

Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы туплағыҙ, сабырлығығыҙҙы йыйығыҙ һәм бер малайҙың — ә уны Тим Талер тип йөрөткәндәр — көлөүҙең, хатта ябай ғына йылмайыуҙың да ни тиклем ғәзиз икәнен аңлағанға тиклем ниндәй ауыр, ҡатмарлы һәм әрнеткес юл үткәне тураһында белерһегеҙ.

Джеймс Крюс.

Был турала миңә илле йәштәрҙәге бер кеше һөйләне. Беҙ уның менән Лейпциг ҡалаһында типографияла танышҡайныҡ. Ул да, минең кеүек үк, үҙенең китабын баҫтырыу мәшәҡәте менән йөрөп ята ине. Әгәр яңылышмаһам, уның китабында ҡурсаҡ театры тураһында һүҙ бара ине, шикелле. Был кешегә мин хайран ҡалдым: йәше байтаҡ булһа ла, ул ун йәшлек малай һымаҡ шул тиклем ихлас итеп көлә, ихтыярһыҙҙан үҙең дә уға ҡушылмай булдыра алмайһың.

Был кешенең кемлеге тураһында мин фараз итә генә алам. Ошо тарихты һөйләүсе лә, был хәлдәрҙең ҡасаныраҡ булғаны ла минең өсөн йомаҡ булып ҡалды. Хәйер, ҡайһы бер билдәләргә ҡарағанда, төп ваҡиғалар 1930 йылдарҙа булғанға оҡшай.

Тағы ла бер нәмәне иҫкә алғым килә: мин был тарихты эш араһында кәрәкһеҙ гранкаларҙың — икенсе сортлы ҡағыҙҙың оҙон-оҙон биттәренең — икенсе яғына яҙҙым. Шуға күрә китап бүлектәргә түгел, ә «бит»тәргә бүленгән, ләкин был биттәр, әлеге лә баяғы, шул бүлектәр инде.

Тағы ла бер иҫкәрмә. Был китапта көлөү тураһында яҙылһа ла, уҡыусыға көлөү бик йыш эләкмәйәсәк. Әммә ҡараңғылыҡты йырып барған һайын, ни тиклем генә аҙашып йөрөргә тура килмәһен, ул яҡтылыҡҡа яҡыныраҡ һәм яҡыныраҡ була барасаҡ.


Беренсе китап

ЮҒАЛҒАН КӨЛӨҮ

 

Йә, ҡулға-ҡул һуғышайыҡ, король!

Тик һин ышан,

Көлөү шуны аңлата: әҙәм балаһы йыртҡыс түгел.

Уға тәбиғәттең биргән бүләге шундай мул —

Ҡыҙыҡ булғанда рәхәтләнеп көлә ала ул!

 

Ҡурсаҡ театрындағы: «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» — тигән комедияның инеш өлөшөнән.

 

Беренсе бит. ТЫҠРЫҠ МАЛАЙЫ

Киң урамлы ҙур ҡалаларҙа әле лә һушың китерлек тар тыҡрыҡтар бар. Улар шул тиклем тар, тәҙрәңдән һонолоп, ҡаршы яҡта йәшәгән күршеңдең ҡулын ҡыҫырға була. Мажара эҙләп, донъя гиҙгән ҡалын кеҫәле сит ил туристары яңылыш ҡына бындай урындарға килеп юлыҡһа: «Ниндәй һоҡланғыс!» — тип хайран ҡала. Ә затлы ханымдар: «Ҡайһылай хозурлыҡ! Ниндәй романтика!» — тип иҫ-аҡылын юғалта. Тик был хозурлыҡ менән романтика — тәү ҡарашҡа ғына, сөнки бындай тыҡрыҡтарҙа, ғәҙәттә, аҡсаһы үтә наҡыҫ кешеләр йәшәй. Ә ҙур, бай ҡалала аҡсаһы аҙ булған кеше йыш ҡына һытыҡ сырайлы һәм көнсөл булып китә. Ғиллә бында кешеләрҙә генә түгел, ә тыҡрыҡтарҙың үҙендә.

Кескәй Тим бындай тыҡрыҡта өс йәшенән алып йәшәй башланы. Уның түңәрәк йөҙлө күңелсәк әсәһе ул ваҡытта вафат булғайны инде. Ә атаһына төҙөлөштә төрлө эшкә ялланырға тура килде, сөнки ул йылдарҙа эш табыу еңелдән түгел ине. Шулай итеп, улар, аталы-уллы, тәҙрәләре ҡала баҡсаһына ҡарап торған фатирҙан таш түшәлгән тар тыҡрыҡҡа күсеп килде. Бында һәр ваҡыт борос, тмин һәм әнис еҫе борҡолоп тора: тыҡрыҡта ҡалалағы төрлө аш тәмләткестәр тарта торған берҙән-бер тирмән урынлашҡайны. Оҙаҡламай Тимдың сысҡанға оҡшап торған арыҡ ҡына үгәй әсәһе барлыҡҡа килде, өҫтәүенә, ул самаһыҙ иркә, холоҡһоҙ һәм тотош аҡбурға буялған һымаҡ ап-аҡ битле улын эйәрткәйне.

Тимға әле өс кенә йәш булһа ла, ул ирәбе һәм ярайһы ғына үҙаллы малай ине. Бер кемдән дә ярҙам һорап тормайынса, ултырғыстарҙан океан карабы, диван мендәрҙәренән автомашина яһап ала ла, уларҙы хәтәр оҫта йөрөтә. Уның ихлас итеп сыңғырҙатып көлөп ебәрә торған холҡо бар ине. Иҫән сағында әсәһе, ултырғыстарында, мендәрҙәрендә һыу йәки юл буйлап алыҫ сәйәхәткә сығып киткән Тимдың: «Ту-ту-ту! Туҡта! Аме-е-рика!» — тип күңелле итеп ҡысҡырғанына, күҙенән йәше сыҡҡансы көлә торғайны. Ә аҙаҡтан шулай уҡ уйнағаны өсөн ниңә үгәй әсәйҙән тик туҡмаҡ ҡына эләккәнен Тим бер нисек тә аңлай алмай йонсоно.

Хәҙер үҙенең туғаны булып һаналған Эрвинды ла ул йүнләп төшөнмәй ине. Был малай үҙенең туғанлығын бик сәйер күрһәтә: йә яғырға әҙерләп ҡуйылған тап-топто Тим яғына ырғыта башлай, йә, абайламаҫтан килеп, ҡором, яҙыу ҡараһы һөртөп ҡаса, йә слива ҡайнатмаһын һылап китә. Ә инде был ҡыланышы өсөн ниңә Эрвин түгел, ә үҙе әрләнгәнен аңларға Тимдың бөтөнләй башы етерлек түгел. Яңы фатирҙа туҡтауһыҙ булып торған ошондай аңлайышһыҙ мажаралар арҡаһында, Тим көлөү тигән нәмәне бөтөнләй тиерлек онотто. Бары тик атаһы өйҙә булған саҡтарҙа ғына, унда-һанда, уның сыңғырҙап торған матур, ихлас көлөүе ишетелгеләп ҡала торғайны.

Тик Тимдың атаһы өйҙә үтә һирәк була ине шул. Ул эшләп йөрөгән төҙөлөш ҡаланың икенсе осонда урынлашҡайны, шуға күрә бик күп ваҡыты юлға китеп тик тора ине. Атаһының икенсе тапҡыр өйләнеүе лә шул арҡала булды: балаһын көндәр буйына өйҙә бер яңғыҙын ҡалдыра алмай ине бит инде ул. Бары тик йәкшәмбе көндәрендә генә уларға икәүҙән-икәү ҡалырға форсат тыуа. Был көндө ул Тимды етәкләп алыр ҙа үгәй әсәйгә:

— Беҙ аҙыраҡ йөрөп киләбеҙ, — тиер ине.

Ә ысынында улар Тим менән ипподромға баралар. Унда атаһы берәй атҡа аҡса ҡуя: күп түгел инде, аҙна буйы ҡатынынан йәшереп алып ҡала алған ваҡ-төйәк. Тик уның бер хыялы бар ине: берәй көндө иҫ киткес уңыр ҙа, күп итеп аҡса отор, шунан ғаиләһен тар тыҡрыҡтан яҡты фатирға күсерер. Ләкин үҙе һымаҡ бик күптәр кеүек, ул да бушҡа ғына өмөтләнә: ҙур отош һис кенә лә тәтемәй. Ул һәр ваҡыт тиерлек отола, ә отҡан осраҡта аҡсағынаһы бер көрөшкә һыра, трамвай билеты ла, Тимға бер-ике ус имгес кәнфит алырға етһә, бик шәп әле.

Ә Тимға ат сабышының ҡыҙығы юҡ. Аттар менән һыбайлылар шул тиклем алыҫта, улар хәтәр тиҙ елдерә, етмәһә, алдында гел генә кеше, стена һымаҡ бөтә нәмәне ҡаплайҙар, хатта атаһының елкәһендә ултырып та малай бер нимә лә тип әйтерлек күрмәй ҡала.

Әммә аттар менән һыбайлыларға иҫе китеп бармаһа ла, ат сабышының ни икәнен Тим бик тиҙ төшөндө. Ҡулына төрлө төҫтәге имгес кәнфитле төргәк тотоп, атаһы менән трамвайҙа ҡайтып бара икән, тимәк, улар отҡан. Ә атаһы уны елкәһенә ҡунаҡлатып, өйгә йәйәү ыңғайлаһа — улар отолған.

Тик отҡандармы, отолғандармы — Тимға барыбер. Атаһының елкәһендә уға трамвайҙа барған һымаҡ уҡ, юҡ, хатта күңеллерәк тә. Ә иң рәхәте — бөгөн йәкшәмбе, улар икәүһе генә, Эрвин менән үгәй әсәй иһә алыҫта-алыҫта, әйтерһең дә, улар донъяла бөтөнләй юҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙнала йәкшәмбенән башҡа тағы ла алты көн бар. Был көндәрҙә Тим яуыз үгәй әсәйҙәр тураһындағы йәлләүес әкиәттәрҙәге балалар һымаҡ йәшәй. Хатта ауырыраҡ та: әкиәт әкиәт бит инде, ул беренсе биттә башлана ла, әйтәйек, ун икенсе биттә тамамлана. Ә Тимдың ғазабы көн һайын, йылдың йылына, бөткөһөҙ оҙон йылдар буйы дауам итә, — быға нисек сыҙамаҡ кәрәк?!

Тим ҡарышырға, әрепләшергә, үҙ һүҙен бирмәҫкә шул тиклем күнегеп китте. Әгәр ҙә йәкшәмбеләр булмаһа, ул, моғайын, тиҫкәрелеге арҡаһында ғына ла, сигенән сыҡҡан бер тупаҫ әҙәмгә әйләнер ине. Әммә, бәхеткә күрә, донъяла йәкшәмбеләр бар, шуға күрә ул ҡәҙимге бер малай булып ҡала алды. Хатта уның көлөүе лә элеккесә яңғырай ине: ул, гүйә, ҡайҙандыр тәрәндән күтәрелә лә, ҡыңғырау һымаҡ бәхетле сыңғырҙап китә. Хәйер, уның көлөүе көндән-көн һирәгерәк ишетелә барҙы. Тим йомоҡ һәм эре, хәтәр эре булып китте. Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем ыжып, йәнен ашап торған үгәй әсәйҙең бәйләнеүҙәренән ул бары шул рәүешле генә ҡотола ала ине.

Мәктәпкә барғанына Тим ныҡ ҡыуанды. Хәҙер ул иртән иртүк сығып китә лә, төшкә тиклем үҙенең тыҡрығынан алыҫта, ярты километрҙа түгел, гүйә тауҙар, урмандар артында була. Тәүге уҡыу йылында ул тағы йыш көлә башланы, ҡайһы ваҡыт уҡытыусы, уға ҡарап, үҙенең нимә тип иҫкәрмә яһарға йыйынғанын да онотоп китә торғайны. Инде Тим үҙе лә үгәй әсәй менән татыу йәшәргә тырышты. Картуфлы ауыр сумканы бер үҙе һөйрәп алып ҡайтҡан өсөн бер йылы һүҙ ишетеүе була, үҙен шул тиклем бәхетле тоя. Бындай мәлдә унан тыңлаусаныраҡ, илгәҙәгерәк бала юҡ: иртәнән кискә тиклем бер туҡтамай ярҙам итеп йүгерергә әҙер. Тик тағы әрләнһә, йәнә эсенә йомола, һөмһөрө ҡойола, янына яҡынлап булмаҫлыҡ эре булып китә.

Үгәй әсә менән туҡтауһыҙ талаш-тартыш уның мәктәптәге уңыштарына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Һабаҡташтарының күбеһенә ҡарағанда отҡорораҡ булһа ла, уларҙан насарыраҡ баһалар ала торғайны. Башындағы күңелһеҙ уйҙары арҡаһында, уҡытыусы дәресте аңлатҡанда иғтибарын туплай алмай йонсой ине. Шунан өйгә эштәр ҙә артҡа һөйрәне.

Өйҙә дәрес әҙерләү Тим өсөн торғаны бер аҙапҡа әйләнә. Яҙа торған грифель таҡтаһын тотоп, аш бүлмәһендәге өҫтәл артына ултырыуы була, үгәй әсә килеп сыға ла уны балалар бүлмәһенә — Эрвин менән йоҡлаған урындарына — ҡыуып ебәрә. Ә балалар бүлмәһе — тулыһынса Эрвиндың батшалығы. Ҡустыһы Тимды бер секундҡа ла тыныслыҡта ҡалдырмай: йә үҙе менән уйнауҙы талап итә лә, баш тартҡанға асыулана башлай, йә өҫтәлгә конструкторын теҙеп ҡуя — дәфтәр һалырға ла урын ҡалмай. Бер мәл сыҙамлығы шартлаған Тим Эрвиндың ҡулын тешләне. Тешләне лә күрмәгәнен күрҙе. Бәпәйенең ҡулындағы ҡан үгәй әсәйҙе бөтөнләй сығырынан сығарҙы, ул Тимға әйтмәгән һүҙҙе ҡалдырманы, енәйәтсе, юлбаҫар, ҡан эскес, тағы әллә нәмәләр тип аҡырынды ғына. Киске аш ваҡытында атаһы Тимға бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәне, хатта күтәрелеп тә ҡараманы. Ошо көндән алып, Тим Эрвин менән көрәшеүҙән туҡтаны. Дәресен аталарының йоҡо бүлмәһенә йәшенеп әҙерләй башланы. Ләкин тегеһе бында ла ҡамасауланы, әсәһенә барып ошаҡланы. Ә үгәй әсәйҙең: «Атай менән әсәйҙең йоҡо бүлмәһенә балаларға инеү тыйыла!» — тигән ҡәтғи ҡағиҙәһе бар ине.

Инде Тимға дәресен Эрвин янында әҙерләүҙән башҡа сара ҡалманы. Әгәр тегеһе бүлмәләге берҙән-бер өҫтәлде тотош биләп алһа, Тим карауатҡа ултыра ла, дәфтәрен тумбочка өҫтөнә һалып яҙа. Ләкин өҫтәл артында ултырамы, тумбочка янында бөксәйгәнме, мәсьәлә сисер өсөн тулыһынса иғтибарын тупларға бер ниндәй ҙә форсаты юҡ. Бары шаршамбы көндәрендә, Эрвин мәктәпкә төштән һуң барған ваҡытта, Тим дәресен үҙе теләгәнсә эшләй ала. Ә бит ул уҡытыусыһының үҙенән гел ҡәнәғәт булыуын теләй, шул тиклем теләй торғайны. Ғөмүмән, ул, ҡулынан килһә, бөтә донъя менән дуҫ һәм татыу йәшәр ине.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә киреһенсә булды шул. Уның өйгә эштәре уҡытыусыға кластан класҡа күскән һайын нығыраҡ оҡшамай. «Шундай зирәк бала, — тиер ине уҡытыусыһы, — тик ата ялҡау, өҫтәүенә, иғтибарһыҙ». Тимға көн һайын дәрес әҙерләргә тотонор алдынан урын өсөн көрәшергә тура килгәнен ул ҡайҙан белһен инде? Малай уға был турала бер тапҡыр ҙа әйтмәне. Балаларса бер ҡатлылығы менән уҡытыусы барыһын да үҙе белеп тора, тип уйлай ине. Шулай итеп, Тимға үтә моңһоу һығымтаны иҫбатларға мәктәп тә ярҙам итте: тормош тигәнең аңлайышһыҙ, ә өлкәндәрҙең барыһы ла — уның атаһынан башҡалары — ғәҙел түгел.

Әммә был берҙән-бер ғәҙел кеше лә уны ташлап китте. Тим беренсе тапҡыр мәктәпкә барғандан һуң дүрт йыл үткәс — был йылдарҙа ул ҡыйынлыҡ менән булһа ла, кластан класҡа күсеп бара ине әле, — атаһы төҙөлөштә вафат булды. Уның өҫтөнә ныҡ бейектән таҡта килеп төшкән, тинеләр. Был Тим өсөн башҡа һыймаҫлыҡ фажиғә ине.

Тәүҙә уның быға һис кенә лә ышанғыһы килмәне. Бары тик атаһын ерләгән көндө илауҙан шешенеп бөткән үгәй әсәй туфлиҙарын таҙартмаған өсөн сикәһенә һуғып ебәргәс кенә, малайҙың башына ап-асыҡ булып барып етте: ул был донъяла япа-яңғыҙ. Ә ул көндө нәҡ йәкшәмбе ине.

Шунда Тим беренсе мәртәбә илап ебәрҙе. Ул атаһын, үҙен, был донъяның ни тиклем ғәҙелһеҙ ҡоролошон уйлап иланы ла иланы һәм үкһеү аша үгәй әсәйҙең тәү тапҡыр: «Ғәфү ит мине, Тим», — тигәнен ишетте.

Зыяраттағы ваҡыт уның өсөн ҡурҡыныс һаташыу һымаҡ тойолдо. Һаташыуҙан тиҙерәк уянырға, уны йәһәтерәк оноторға тырышаһың, ә күңелдә ауыр, әрнеткес тойғо ҡала. Тим үҙенең әйләнәһендә баҫып торған, нимәлер һөйләгән, йырлаған, доға уҡыған кешеләрҙең барыһын да күрә алмай ине. Үгәй әсәйҙең иламһырап һөйләнгәне, берәйһе «ихлас күңелдән тәрән ҡайғы уртаҡлашыу» өсөн яҡынайыу менән, һамаҡлап һыҡтарға керешеүе йәненә тейҙе. Малай үҙенең ҡайғыһы менән япа-яңғыҙ ине һәм уны бер кем менән дә уртаҡлашырға теләмәне. Кешеләр таралыша башлау менән, ул шунда уҡ ҡасып китте.

Тим бер ниндәй маҡсатһыҙ, үҙенең ҡайҙа барғанын да абайламайынса, урамдарҙы ҡыҙырҙы һәм бер мәл ҡала баҡсаһы янына барып сыҡты. Ҡасандыр, бөтөнләй бәләкәй генә саҡта, үҙе рәхәтләнеп көлгән, «Ту-ту-ту!», — тип ҡысҡырған фатирҙың тәҙрәләре тәңгәленән үтеп барғанда булмышын биләп алған әрнеүҙән ни ҡылырға ла белмәне.

Бына уларҙың элекке бүлмәһенең тәҙрәһенән ҡулына ҡупшы ҡурсаҡ тотҡан ят ҡыҙыҡай үрелеп ҡараны ла, Тимдың үҙенең яғына төбәлеп торғанын абайлап, телен күрһәтте. Малай шәп-шәп атлап ары китте.

«Әгәр ҙә аҡсам күп булһа, — тип уйланы ул урам гиҙгәндә, — ҙур фатир алыр инем, унда үҙемдең айырым бүлмәм булыр ине, көн һайын Эрвинға ваҡ-төйәк алыр өсөн күпме һораһа, шул тиклем аҡса бирер инем. Ә әсәй үҙенә нимә теләһә, шуны һатып ала алыр ине».

Әммә былар барыһы ла хыял ғына шул, ә Тим был хаҡта яҡшы белә. Әле ул, үҙе лә абайламайынса, ипподром яғына атлай ине. Бер нисә көн элек кенә, атаһы иҫән-аман ваҡытта, икәүләшеп бәхетле йәкшәмбеләрен үткәргән урынға…

Икенсе бит. ШАҠМАҠ КЕЙЕМДӘГЕ ӘФӘНДЕ

Тим ипподромға барып еткәндә беренсе сабыш бөтөп бара ине. Бына тамашасылар ҡысҡырыша, һыҙғыра һәм ярһып, дәртләнеп: «Ел!» тигән исемде йышыраҡ, дәртлерәк ҡабатлай башланы.

Тим саҡ-саҡ тын алып тора ине: беренсенән, ул йүгереп килде, ә, икенсенән, ҡапыл уға ошо ҡысҡырышҡан, ҡул сапҡан кешеләр диңгеҙендә, ҡайһылыр тирәлә атаһы торалыр кеүек тойолоп китте. Көтмәгәндә ул үҙен бында атай йортондағы һымаҡ хис итте. Ул ошонда һәр ваҡыт атаһы менән икәүҙән-икәү генә ҡала торғайны. Үгәй әсәйһеҙ, Эрвинһыҙ. Атаһы менән үткәргән барлыҡ йәкшәмбеләрҙә ул ошо ғәм халыҡ араһында, шау-шыу, ҡысҡырыш ҡамалышында тора ине. Тимдың күңеленә ҡапыл ғына ғәжәп тыныс булып китте, хатта саҡ ҡына кәйефе лә күтәрелгәндәй булды. Ә дәртле геүләгән халыҡ бер тауыштан тиерлек: «Ел!» тип һөрәнләгәс, Тим хатта үҙенең ихлас, сыңғырҙап торған көлөүе ихтыярына бирелгәнен абайламай ҙа ҡалды. Ул атаһының бер ваҡыт: «Ел» әле үтә йәш, Тим. Тик күрерһең, килер бер көн, уның тураһында бөтәһе лә һөйләй башлаясаҡ», — тип әйткәнен иҫенә төшөрҙө.

Бына бөгөн барыһының да ауыҙында тик «Ел» генә. Тик атаһы ғына быны ишетмәй. Тим үҙенең ни өсөн көлөп ебәргәнен үҙе лә аңламаны. Хәйер, был хаҡта уйламаны ла. Ул әле үҙең һәм ҡылыҡтарың хаҡында үтә уйлап бармай торған бәхетле йәштә ине.

Тимдың көлгәнен ишетеп, уға әллә ни алыҫ түгел урында торған бер кеше ҡапыл боролдо ла, оҙонса эйәген һыйпаштырып, уйсан ғына тикшереп ҡарап торҙо. Шунан, ҡапыл бер ҡарарға килгәндәй, туп-тура Тимға табан йүнәлде. Әммә уға яҡынлашҡас, эргәһенән генә тиҙ-тиҙ атлап үтеп китте, шул арала уның аяғына баҫып өлгөрҙө.

— Ғәфү ит, балаҡай, — тине ул уҙып барышлай, — абайламаным!

— Ярай, — тип йылмайҙы Тим, — ботинкам барыбер бысраҡ.

Шулай тип әйткәндә, ул аяғына күҙ һалды ла, үлән араһында ялтырап ятҡан биш марка[1] аҡсаны күреп ҡалды. Теге кеше шәп-шәп атлап ары китеп бара; эргә-тирәлә башҡа берәү ҙә юҡ. Тим, ашығып, аҡсаға баҫты, ялт итеп тирә-яғына ҡаранды, шунан, бауын бәйләгән кеше булып эйелде лә, аҡсаны йәһәт кенә алып, кеҫәһенә тыҡты. Шунан, мөмкин тиклем яйыраҡ атларға тырышып, сығыу яғына ыңғайланы. Ҡапыл шаҡмаҡ кейемле, оҙон буйлы, арыҡ ҡына бер әфәнде уны туҡтатты ла:

— Йә, Тим, берәй атҡа ҡуйырға теләмәйһеңме? — тип өндәште.

Малай, ҡаушап, был таныш булмаған кешегә һораулы ҡараш ташланы. Ул уның бер нисә минут элек кенә аяғына баҫып киткән әфәнде икәнен таныманы. Был кешенең ауыҙы нәҙек кенә бер һыҙыҡ кеүек, йоҡа ғына танауы ҡармаҡҡа оҡшап тора, ул танауҙың аҫтында — бәләкәс кенә ҡара мыйыҡ ишараты. Маңлайына ныҡ батырып кейгән шаҡмаҡ кепкаһы аҫтынан аҡһыл-күк төҫтәге сәнскәк күҙҙәре мызлай.

Был кеше көтмәгәндә генә өндәшкәс, Тим тамағы кибеп киткәнен тойҙо.

— Мин… Минең аҡсам юҡ… — тип мығырҙаны ул, тотлоға биреп.

— Юҡ, бар. Биш марка — тине был кеше. Шунан, һүҙ араһында ғына әйткәндәй, өҫтәп ҡуйҙы: — Мин һинең аҡса тапҡаныңды күреп ҡалдым. Әгәр ҙә берәй атҡа ҡуйырға уйлаһаң, бынау квитанцияны ал. Мин уны тултырҙым инде. Отолмаҫһың!

Тим уны бер ҡыҙарып, бер ағарып тыңланы, шунан яйлап тыныслана төштө, йөҙө ғәҙәттәге ҡуңыр төҫөнә инде. Ҡарасманлығы менән ул әсәһенә оҡшағайны.

— Балаларға ат сабышында аҡсаға уйнарға рөхсәт ителмәй, шикелле, ул, — тине Тим, ниһайәт. Үҙе йәнә тотлоҡто. Әммә таныш булмаған әфәнде:

— Был ипподром — ул ҡағиҙәгә сат йәбешеп ятмаған ипподромдарҙың береһе. Рәсми рәүештә рөхсәт ителмәһә лә, быға бармаҡ аша ҡарайҙар. Йә, минең тәҡдим тураһында ни уйлайһың, Тим?

— Мин һеҙҙе бөтөнләй белмәйем, — тип яуапланы Тим шым ғына. Ул был әфәнденең үҙенә исемләп өндәшкәнен әле генә абайлап ҡалды.

— Уның ҡарауы, мин һинең турала байтаҡ нәмә беләм, — тине әфәнде. — Мин бит һинең атайың менән таныш инем.

Бына шул эште хәл итте лә инде. Дөрөҫ, атаһының был фырт кейенгән сәйер әфәнде менән аралашыуы Тим өсөн ғәжәберәк ине; ләкин тегеһе Тимдың исемен белә икән, тимәк, нисектер улар таныш булған, күрәһең.

Баҙнатын йыя алмайынса бер аҙ тапанғандан һуң, Тим тултырылған квитанцияны алды ла, кеҫәһенән аҡсаһын сығарып, кассаға йүнәлде. Тап шул мәлдә радионан икенсе сабыштың башланыуы хаҡында иғлан иттеләр.

Таныш булмаған әфәнде:

— Әйҙә, тиҙерәк, кассаны япмаҫ элек өлгөрөп ҡал! Бына күреп торорһоң, мин һиңә бәхет килтерәсәкмен! — тип ҡысҡырҙы.

Тим кассир ҡатынға аҡса менән квитанцияны һоноп талон алды ла, артына боролоп, күҙҙәре менән шаҡмаҡ кейемде эҙләне. Әммә тегеһе юҡҡа сыҡҡайны инде.

Бына икенсе сабыш тамамланды. Тим ҡуйған ат, үҙенең артынан сапҡан атты кәүҙәһенең өс оҙонлоғона уҙып, финишҡа беренсе булып килде.

Тим кассанан үҙенең отошон алды: шул тиклем ҡағыҙ аҡсаны уның үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ ине. Малай яңынан бер ҡыҙарып, бер ағарып, тик был юлы инде ҡыуаныстан һәм ғорурлыҡтан — касса янында тора, үҙе бәхеттән балҡыған күҙҙәре менән барыһына ла отҡан аҡсаларын күрһәтә.

Шатлыҡ менән ҡайғы һәр саҡ йәнәш йәшәй шул. Тимды ҡапыл бөгөн ерләгән атаһы тураһындағы хәсрәтле уйҙар солғап алды: уның бит бер ваҡытта ла шул тиклем күп аҡса отҡаны булманы! Әсе күҙ йәштәре атылып сыҡты ла, үҙҙәренән-үҙҙәре битенән йылға булып аға башланы. Тим бөтә кешенең күҙ алдында илап ебәрҙе.

— Эй, егет, башына шул сама бәхет ауып төшкән кешегә балауыҙ һығып тороу килешмәй инде. — Уның ҡолаҡ төбөндә генә тамаҡ төбөнән сыҡҡан ҡарлыҡҡан тауыш яңғыраны.

Тим йәш аралаш таушалған кейемле, сөрөш йөҙлө бер кешене күрҙе. Уның һул яғында торған ерән сәсле һонтор әҙәм, Тимға өҫтән аҫҡа ҡарап, бик иғтибарлап тикшереп тора. Уң яғынан баҫҡаны — килешле кейенгән ялтас башлы тәбәнәк кенә әфәнде иһә — Тимға, уның хәлен аңлағандай, йәлләп ҡарай.

Былар өсөһө бергә йөрөй ине, ахыры, бөтәһе бер тауыштан Тимдың улар менән лимонад эскеһе, отошон бергәләп байрам иткеһе килмәйме, тип һораны.

Тим бындай ихласлыҡҡа хайран ҡалды, һис юғында үҙенең өлөшөнә төшкән бәхеттән дә кәмерәк аптыраманы. Уйлап та тормай, ризалығын белдереп, баш ҡаҡты ла, тағы ла бер тапҡыр үкһеп:

— Минең анау баҡсалағы өҫтәл артында ултырғым килә, — тине.

Уның атаһы менән нисәмә тапҡырҙар шунда ултырғаны, тәмле итеп лимонад эскәне бар ине!

— Бик һәйбәт, балаҡай, баҡсала икән баҡсала. — Былар тағы ла өсөһө бер тауыштан уның әйткәнен йөпләне.

Бер минуттан бергәләшеп, ҙур каштан ағасы күләгәһендәге өҫтәл артында ултыралар ине инде.

Тимға бәхет килтергән шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде башҡа күренмәне, тиҙҙән малай уның хаҡында бөтөнләй онотто. Яңы таныштары үҙҙәренә һыра, ә малайға лимонад алып, төрлө фокустар менән был тантананың сәбәпсеһенең күңелен күрергә тотондо. Ерән һонтор, һыралы стаканды танауына ҡуйҙы ла, бер тамсыһын да түкмәйенсә, байтаҡ шул хәлдә тотоп хайран итте. Таушалған кейемле, сөрөш йөҙлөһө кәрт колодаһынан гел генә Тим уйлап-нитеп тормайынса әйткән кәртте тартып сығарып аптыратты. Ә тәбәнәк буйлы ялтас баш Тимдың аҡсалары менән төрлө фокустар күрһәтте. Уларҙы ҡулъяулыҡҡа төрә, йомарлай, шунан йәйеп һала… ҡулъяулыҡ буш булып сыға.

Ялтас баш хихылдап көлә лә:

— Ә хәҙер, малайҡай, ҡулыңды курткаңдың һул яҡ кеҫәһенә тыҡ әле! — тип күҙ ҡыҫа.

Тим кеҫәһенә ҡулын тыҡһа, бөтә аҡсалары ла шунда ята. Эйе, ғәжәп бер йәкшәмбе булып сыҡты был! Өс сәғәт элек кенә икһеҙ-сикһеҙ хәсрәткә батҡан Тим ҡала буйлап ҡаңғырып йөрөй ине. Ә хәҙер ул тора-тора ла көлөп ебәрә, етмәһә, шул тиклем күңелле итеп көлә, хатта бер нисә тапҡыр лимонадҡа сәсәй яҙҙы. Яңы дуҫтары уға хәтәр оҡшап ҡалды. Үҙенә ысын дуҫтар табыуына ул шул тиклем ғорурлыҡ кисерҙе. Ә ниндәй һирәк осрай торған һөнәрҙәр бит әле! «Таушалған» — аҡса һуғыусы, ерән — янсыҡ эштәре буйынса оҫта, ә ялтас баш ниндәйҙер касса кенәгәләре буйынса белгес булып сыҡты. Һуңғыһын Тим бик үк аңлап та етмәне.

Хисаплашырға ваҡыт еткәс, күңеле булған Тим, йомартлыҡ күрһәтеп, кельнерға[2] бөтәһе өсөн дә үҙе түләмәксе булғайны, тегеләр, өсөһө бер юлы йылмайышып, ҡаршы төштө. Тәбәнәк буйлы ялтас баш әфәнде барыһы өсөн дә, хатта Тим эскән лимонадҡа ла, үҙе түләне. Яңы дуҫтары менән хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда, малайҙың кеҫәһендә отоп алған аҡсалары шул көйө ята ине.

Тим трамвайға һикереп менергә генә тора ине, көтмәгәндә шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде менән йөҙмә-йөҙ осрашты. Тегеһе уратып-суратып тормайынса, шунда уҡ:

— Эх, Тим, Тим! Эй алйот малайһың да инде! Хәҙер һинең бер тинең дә ҡалманы бит! — тип белдерҙе.

— Яңылышаһығыҙ, әфәнде, — тип көлөп ебәрҙе Тим. — Бына минең отошом!

Ул кеҫәһенән бер ус ҡағыҙ аҡса килтереп сығарҙы ла уны шаҡмаҡ кейемгә күрһәтте. Шунан өндәшмәй тора биргәс:

— Улар һеҙҙеке, — тип өҫтәне.

— Ҡулыңда тотоп торған аҡсалар — бары тик төҫлө ҡағыҙ ғына, — тине әфәнде мыҫҡыллы йылмайып. — Уларҙың хаҡы — һуҡыр бер тин!

— Мин уларҙы кассала алдым! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Тим. — Ып-ысын!

— Кассанан алған аҡсаң ысын ине, дуҫҡайым. Ә һинең менән баҡсала ултырған теге өс бәндә, һис шикһеҙ, уларҙы ялған аҡсаға алмаштырған. Мин уларҙы бик яҡшы беләм. Йәл, улар менән ултырғаныңды һуңлап ҡына күреп ҡалдым. Мин янығыҙға киләйем генә тигәйнем, улар әллә ҡайҙа юҡ булды. Улар бит алдаҡсының алдаҡсылары!

— Яңылышаһығыҙ, әфәнде! Уларҙың береһе — янсыҡ оҫтаһы…

— Шулай, аҡсалы янсыҡтар урлай!

— Янсыҡ урлай? — тип ҡабатлап һораны Тим ҡаушап. — Улай икән, аҡса һуғыусы нимә эшләй?

— Ялған аҡсалар һуға.

— Ә өсөнсөһө, касса кенәгәләре буйынса белгесе?..

— Ул бында ялған талондар һата. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, сабыш мәлендә кешеләрҙе төп башына ултырта!

Юҡ, Тимдың быға бер нисек тә ышанғыһы килмәне. Шул саҡ шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде үҙенең янсығынан ҡағыҙ аҡса алды ла Тимдың аҡсаһы менән сағыштырып күрһәтте. Ысынлап та, Тимдың ҡулындағы аҡсаларҙың береһе лә ысын түгел ине. Хәсрәткә батҡан малай башын сайҡаны. Шунан ҡағыҙҙарҙы ергә бырғаны ла, шашынып, уларҙы тапарға кереште. Эргәнән үтеп барған бер ҡарт тәүҙә Тимға, шунан аҡсаларға, шунан шаҡмаҡ кейемдәге әфәндегә аптырап ҡараны ла, шайтандың үҙен күргән һымаҡ, йүгерә-йүгерә ҡасып китә һалды. Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде өндәшмәй тора бирҙе лә, кеҫәһенән биш маркалыҡ аҡса сығарып, аптырашҡа ҡалған Тимға һуҙҙы, унан киләһе йәкшәмбе килергә ҡушып, ашыға-ашыға китеп барҙы.

«Ҡыҙыҡ, — тип уйланы Тим, — ә ни өсөн сабышта ул үҙе уйнамай икән?»

Әммә һорауын шунда уҡ онотто. Әфәнде биргән биш марканы кеҫәһенә һалды ла өйөнә — үҙ тыҡрығына — йәйәү ҡайтып китте. Ялған аҡсалар ерҙә ятып ҡалды.

Сәйер, әлбиттә, әммә, ниңәлер, үгәй әсәй зыяраттан ҡасып киткәне һәм артыҡ ныҡ һуңлап ҡайтҡаны өсөн Тимға ҡул күтәрмәне, бары тик киске ашһыҙ ҡалдырҙы ла, башҡа ваҡыттағы һымаҡ әрләп тә тормайынса, йоҡларға ятырға бойорҙо. Уның ҡарауы, Эрвинға бөгөн һуңыраҡ ятырға, ҡунаҡтар менән оҙағыраҡ ултырырға рөхсәт ителде. Ҡунаҡтар иһә, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, Тимды асыулы ҡараш менән оҙатып ҡалды.

Был сәйер йәкшәмбе артынан оҙон, ҡайғылы аҙна һуҙылды. Тим, ғәҙәттәгесә, өйҙә туҡмаҡ алды, һүгелде; мәктәптә лә башҡа ваҡыттағынан йышыраҡ әрләнде, киҫәтеүҙәр алды. Аҙна буйы ул киләһе йәкшәмбелә ипподромға барырғамы, юҡмы тип баш ватты. Теге аҡсаны йәшереп ҡуйғайны. Эрвин табып ҡуймаһын тип, күрше йорттоң стенаһындағы бер еккә тыҡты. Был өй янынан үткән һайын, ихтыярһыҙҙан, ауыҙы йырылыр булды: бәлки, ат сабышында тағы ла берәй тапҡыр ота алырмын тигән уй уға йәшерен шатлыҡ биреп, күңелен йылытып тора ине.

Өсөнсө бит. ОТОУ МЕНӘН ОТОЛОУ

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәкшәмбе етте. Тим үҙенең төштән һуң ат сабышына барасағын иртәнсәк үк белә ине инде. Ҡунаҡ бүлмәһендәге боронғо сәғәт өс тапҡыр һуғыу менән, ул шым ғына ишектән сыҡты ла, күрше өй стенаһындағы ектән аҡсаһын соҡоп алып, йән-фарман ипподромға елдерҙе.

Йүгереп килгән ыңғайға ишек төбөндә торған берәүгә барып төртөлдө. Был кеше шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде булып сыҡты.

— Һоп-па! — тип ҡысҡырып ҡуйҙы әфәнде. — Ә һин, күреүемсә, саҡ көтөп алғанһың!

— Уй, ғәфү итегеҙ, зинһар! — тип мығырҙаны Тим, саҡ-саҡ тын алып.

— Ярай, балаҡай! Ә мин бында һине көтөп тора инем. Бына, квитанцияны ал. Теге биш марканы юғалтманыңмы?

Тим, юҡ тигәнде белдереп, башын сайҡаны ла, кеҫәһенән аҡса сығарҙы.

— Афарин! Улай булғас, кассаға йүгер. Әгәр ҙә отһаң, мине ошонда, ингән ерҙә, көтөп тор. Һинең менән бер нәмә тураһында һөйләшкем килә.

— Ярар!

Тим аҡсаһын шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде исемен квитанцияға яҙып ҡуйған атҡа ҡуйҙы, ә сабыш тамамланғандан һуң, үткән йәкшәмбеләге кеүек үк, әллә күпме аҡса отҡан булып сыҡты.

Был юлы ул, отошон бер кемгә лә күрһәтмәҫкә тырышып, касса эргәһенән тиҙ генә китергә ашыҡты. Аҡсаларҙы курткаһының эске кеҫәһенә тыға һалды ла, сырайына вайымһыҙ ҡиәфәт сығарып, ҡоймалағы ярыҡ аша тайҙы. Тимдың шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде менән осрашҡыһы килмәне, сөнки уның янында үҙенә әллә нисек ҡыйын булып киткәнен тоя ине. Шунан тағы, был әфәнде аҡсаны ла, квитанцияны ла үҙе бүләк итте бит. Тимәк, Тим уға бурыслы түгел.

Ипподромдың арғы яғында ҡойманан сығыу менән киң болон башлана. Унда бер нисә мөһабәт имән ағасы үҫә. Малай шуларҙың береһе аҫтына үләнгә барып ятты ла, байлығын нимә эшләтергә тип, уйлай башланы. Әгәр ҙә был аҡсалар уға үгәй әсәһе, Эрвин, уҡытыусыһы, һабаҡташтары — бөтәһе-бөтәһе менән дә дуҫлашырға ярҙам итһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Ә атаһының ҡәберенә ул мәрмәр таҡтаташ ҡуйыр һәм унда алтын хәрефтәр менән «Улың Тимдан. Ул һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡ» тигән һүҙҙәр яҙылған булыр. Әгәр ҙә аҡса ҡалһа, үҙенә ҡалас кибете хужабикәһенең улыныҡы һымаҡ гудоклы, һауа тултырылған шиналы самокат һатып алыр.

Шулай хыялланып ята торғас, Тим, үҙе лә һиҙмәҫтән, йоҡлап китте. Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде иһә малайҙың иҫенә лә инеп сыҡманы. Әгәр ҙә уны әле күргән булһа, бик ныҡ аптырар ине: ул сәйер кеше үткән йәкшәмбе Тимды лимонад менән һыйлаған өс ҡараҡ эргәһендә һөйләшеп тора ине.

Әммә, бәхеткә, дөрөҫөрәге, бәхетһеҙлеккә күрә, Тим быны күрмәне. Ул йоҡлай ине.

Малайҙы ҡырыҫ тауыш — шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденең тауышы — уятты. Ул имән аҫтында, Тимдың эргәһендә тора ине. Малайға тишерҙәй итеп текләгән килеш, тупаҫ ҡына:

— Йә, нимә, йоҡоң туйҙымы? — тип һораны.

Әле ныҡлап уянып та етмәгән Тим башын сайҡаны, урынынан ҡалҡа биреп, ҡулы менән курткаһының эске кеҫәһен ҡапшаны. Кеҫәһе буш һымаҡ күренгәс, йәһәт кенә ҡулын тыҡты ла бары ошо мәлдә генә тулыһынса уянып китте. Кеҫәһе, ысынлап та, буп-буш — аҡсалары юҡҡа сыҡҡайны.

Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде, бер күҙен ҡыҫа биреп, мыҫҡыллы йылмайҙы.

— Ә аҡ-аҡ-салар һеҙҙәме? — тип мығырҙаны Тим тотлоға-тотлоға.

— Их һин, йоҡосо! Аҡсаң үткән йәкшәмбе бергәләшеп табын ҡорған өс ҡараҡтың береһендә. Ул һине юллап килгәндер, моғайын. Яҙмышың шулайҙыр инде: мин һәр саҡ үтә һуң киләм! Ул мине күреү менән үк һыпыртты. Бына шул рәүешле мин һине таптым да инде.

— Ҡайһы яҡҡа йүгерҙе? Полиция саҡырырға кәрәк!

— Полиция тигәндәрен үтә ихтирам итеп бөтмәйем мин… — шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде танауын сирҙы. — Минең уйымса, уларға йүнле тәрбиә эләкмәгән. Ә бур күптән табанын ялтыратты инде. Хәҙер һин, туғанҡай, тор ҙа, өйөңә ҡайт. Киләһе йәкшәмбе тағы килерһең!

— Мин, моғайын, башҡа килмәм инде, — тине Тим. — Гел генә уңып булмай. Атайым миңә шулай тип әйтә торғайны.

— Бәхет менән бәлә һәр ваҡыт өс тапҡыр килә. Шундай әйтемде ишеткәнең бармы? Һин бит үҙеңә нимәлер һатып алырға теләгәйнең, шулай түгелме ни?

Тим баш ҡаҡты.

— Бына бит. Әгәр ҙә киләһе йәкшәмбе килеп, минең менән бер килешеү төҙөшһәң, шуларҙың барыһы ла буласаҡ.

Әфәнде сәғәтенә күҙ һалды ла, ҡапыл ҡабалана башланы.

— Киләһе йәкшәмбегә тиклем! — тине ул. Шунан шәп-шәп атлап китеп барҙы.

Тим яй ғына аҙымдар менән үҙҙәренең тыҡрығы яғына йүнәлде; башында туҙҙырылған ҡорт күсе һымаҡ буталсыҡ уйҙары ҡайнашты.

Үгәй әсәй, һәр ваҡыттағыса, уға бер нисә тапҡыр һуҡҡыслап алды. Эрвин, ғәҙәттәгесә, үсәп кинәнде.

Тағы бөткөһөҙ оҙон аҙна башланды.

Әммә был аҙнала Тим төшөнкөлөккә бирелмәне. Шаҡмаҡ кейемдәге әфәндегә күңеле бик үк ятып бөтмәһә лә, уның менән килешеү төҙөшөргә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килде. «Килешеү, — тип уйланы Тим, — ул етди, законлы нәмә, ерҙән тапҡан аҡсаға отоп алған байлыҡ түгел инде. Унда ҡатнашҡан һәр кем нимәһендер бирә, үҙе лә алмашҡа ниҙер ала. Килешеүҙә һәр кем үҙ отошо менән ҡала». Бишенсе класс малайының бындай нәмәләр тураһында фекер йөрөтөүе, бәлки, сәйер тойолалыр. Ләкин тар тыҡрыҡтарҙа көн иткән өлкәндәргә — теләйме ул, теләмәйме — һәр бер тинде һанарға тура килә, ә быны күреп үҫкән балалар аҡсаға иртә йәштән үк үтә етди ҡарай башлай.

Гел генә киләһе йәкшәмбе тураһында уйлап йөрөгәнгә күрә, Тим был аҙнала булған бөтә күңелһеҙ хәлдәрҙе һәм көйөнөстәрҙе еңелерәк кисерҙе. Ҡайһы берҙә уның башына: «Бәлки, улыма күҙ-ҡолаҡ бул, ауыр хәлгә ҡалһа, ярҙам ит, тип шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденән атайым үҙе һорағандыр», — тигән уй килә. Унан йөрөй бирә лә: «Бындай эш өсөн атайым берәй һөйкөмлөрәк кешене һайлар ине», — тип тағы икеләнә башлай.

Нисек кенә булмаһын, Тим был әфәнде менән килешеү төҙөшөргә тулыһынса әҙер ине; улай ғына ла түгел, был килешеү гелән уның күңелен йылытып торҙо. Ул яңынан балаларса ихлас, яңғырауыҡлы итеп көлә башланы. Ә көлгән сағында ул бөтә кешегә лә оҡшай ине. Шуға күрә көтмәгәндә дуҫтары күбәйеп китте — элеккегә ҡарағанда әллә күпмегә артығыраҡ.

Ҡыҙыҡ инде, элек ул дуҫлашыр өсөн нимә генә эшләмәй, нисек кенә тырышып ҡарамай ине! Берәйһенә ярҙам кәрәкһә, йүгереп бара, һәр йомошҡа ихлас тотона… Хәҙер һәр кем үҙе үк уның менән дуҫлашырға ашҡынып тора. Ә бит Тим бының өсөн бармаҡ та ҡыбырҙатмай, ул бары тик көлә генә. Хатта уны элек әрләнгән ҡылыҡтары өсөн дә еңел генә ғәфү итәләр. Бына, мәҫәлән, бер көндө арифметика дәресендә уйланып киткән дә, ипподромға йүгереп килгәндә абайламаҫтан шаҡмаҡ кейемдәге әфәндене төкөп йыға яҙғаны келт итеп иҫенә төштө. Шунда ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Ҡурҡышынан усы менән ауыҙын ҡаплай һалғайны, уҡытыусы асыуланырға уйламаны ла. Тимдың көлөүе шул тиклем сағыу, арбағыс ине. Уға ҡушылып, бөтә класс, улар менән бергә уҡытыусы үҙе лә геү килеп, шарҡылдап көлә башланы. Рәхәтләнеп көлөп туйғас, уҡытыусы бармағын өҫкә күтәрҙе лә: «Кешегә хас сифаттарҙан минең иң юғары баһалағаным — көлөү, Тим. Әммә дәрестә түгел!..» — тине.

Шул ваҡыттан алып Тимды «көләкәс» тип йөрөтә башланылар, ә балаларҙың күбеһе тәнәфестә уның менән генә уйнарға теләне. Тимдың көлөүе хатта үгәй әсәй менән Эрвинға ла йоғонтоһоҙ ҡалманы — ҡайһы ваҡыт улар ҙа көлөп ала торған булып китте.

Ҡыҫҡаһы, Тим менән нимәлер булды, ә бының сәбәпсеһе шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде ине. Малай үҙе быны аңламаны. Тар тыҡрыҡтағы ауыр тормошонан алған әсе тәжрибәһе ни тиклем ҙур булмаһын, һаман да бер ҡатлы, ихлас бала булып ҡалғайны. Ул бөтәһенә лә үҙенең көлөүе оҡшағанын абайламаны ла. Ә бит һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә атаһының вафатынан һуң, хазинаһын йәшергән ҡарун һымаҡ, үҙенең көлөүен бөтәһенән дә йәшереп ҡуйғайны, көлөү тураһында бөтөнләй онотҡайны. Шуға күрә әлеге күркәм үҙгәрештәрҙе көлөүенең тылсымы менән бәйләү башына ла килмәне. Ипподромдағы мажараларым арҡаһында аҡыллыраҡ булып киттем, кешеләр менән татыу йәшәргә өйрәндем, тип уйланы. Ҡайһылай ҡыҙғаныс, әгәр ҙә көлөүенең ни тиклем ҡәҙерле икәнен шул ваҡытта белгән булһа, артабан шул ҡәҙәрле бәлә-ҡазаларға тарымаҫ та ине, бәлки.

Бер көндө Тим, мәктәптән ҡайтып килешләй, шаҡмаҡ кейемдәге әфәндегә осраны. Тап шунан бер минут алда ғына ул йоҡлап ятҡан бесәйҙең ҡолағы тирәләй өйөрөлгән иңкеште күҙәтә ине. Иңкеш, кескәй самолет һымаҡ, ултырырға урын һайлап, жыуылдап оса. Был шул тиклем мәҙәк күренде, Тим ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Тик ипподромдағы әфәндене абайлап ҡалыу менән, күтәренке кәйефе һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Башын эйеп, әҙәпле генә:

— Хәйерле көн! — тип һаулыҡ ҡушты.

Әммә тегеһе Тимды күрмәмешкә һалышты. Эргәһенән үтеп барышлай:

— Урамда беҙ таныш түгел! — тип мығырланы ла, күтәрелеп тә ҡарамайынса, ары атланы.

«Килешеү төҙөшөр өсөн шулай кәрәктер, моғайын», — тип уйланы Тим. Шунан тағы көлөп ебәрҙе, сөнки бесәй уянып китте лә, тертләп, иңкеш ултырған ҡолағын мәрәкә дерелдәтте. «Кескәй самолет», асыулы жыуылдап, һауаға күтәрелде, ә Тим һыҙғыра-һыҙғыра үҙҙәренең тыҡрығына боролдо.

Дүртенсе бит. ҺАТЫЛҒАН КӨЛӨҮ

Был йәкшәмбе Тим өйҙән тиҙерәк шылырға ла, ипподромға иртәрәк барып етергә теләгәйне. Әммә өсөнсө яртыла үгәй әсәйҙең ҡарашы осраҡлы ғына стенала эленеп торған календарға төштө. Шул саҡ ул бөгөн туйының фәләнсә йыллығы икәнен иҫенә төшөрҙө — тап ошо көндө ул Тимдың атаһына тормошҡа сыҡҡайны. Тәүҙә бер аҙ илап алды (хәҙер балауыҙ һығыу уның ғәҙәтенә әйләнеп киткәйне), шунан әллә күпме эш барлығы асыҡланды: ҡәбергә сәскә илтергә, ҡалас кибетенә тортҡа барып килергә, ҡул тирмәнендә ҡәһүә тартырға, күрше ҡатынды сәйгә саҡырырға, ҡупшы итеп кейенергә, ә уның өсөн башта күлдәкте үтекләргә кәрәк ине. Тимға бөтә аяҡ кейемдәрен таҙартырға бойоролдо, Эрвинға сәскә һатып алыу йөкмәтелде.

Тим атаһының ҡәберенә сәскәне үҙе алып барырға теләгәйне. Ул осраҡта, йәһәтерәк йөрөһә, сабыш башланыуға ипподромға ла өлгөрөр ине. Әммә үгәй әсәй берәй нәмәгә көйәләнһә (ә хәҙер ул көйөнөргә генә тора), үҙенә ҡаршы әйткәнде ене һөймәй, тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китә, ҡысҡырып илай-илай карауатҡа барып йығыла. Шуға күрә, иртәме-һуңмы, барыбер ул әйткәнсә эшләргә тура килә. Быны яҡшы белгән Тим ҡаршылашып маташманы, тыңлаусан ғына ҡалас кибетенә йүнәлде. Үгәй әсәй:

— Артҡы ишеген шаҡы! Өс тапҡыр! Бик мөһим эш тип әйт! — тип ҡысҡырып ҡалды.

Кибеттең хужабикәһе Тимды һытыҡ сырай менән ҡаршыланы, әммә малайҙың быға иҫе китмәне.

(«Әйҙә һөйләнә бирһен… Ҡара уны, буш ҡул менән ҡайтма!.. Ҡарт албаҫты һорағаныңды бирмәйенсә, урыныңдан да ҡуҙғалаһы булма!..» Үгәй әсәй шулай тип өйрәтеп ебәргәйне бит).

Тим ҡушылған йомошто түкмәй-сәсмәй ипле генә еткерҙе. («Алты киҫәк сәтләүек торты!.. Яңы ғына бешкәненән киҫеп бирһен!»).

Тик фрау Бебер — ҡалас кибетенең хужабикәһен шулай тип йөрөтәләр ине — малайға ҡәтғи тауыш менән:

— Башта элеккеләре өсөн түләгеҙ, шунан ғына яңынан бурысҡа яҙа башлайым, — тине. — Ҡайтҡас, шулай тип әйт. Аҡсаһы булмаған кеше торт ашамай ҙа тора ала. Егерме алты маркалыҡ тәм-том алғанһығыҙ! Ҡыҙыҡ, кемегеҙ һеҙҙең шул тиклем ашай?! Һыу сығарғыс директорына ла шул хәтлем алмайҙар! Ә бит уларҙың ғаиләләрендә тәм-томдоң рәтен беләләр — кемгә-кемгә, был миңә бик яҡшы билдәле! — тип теҙеп китте.

Тим аптырауҙан телһеҙ ҡалды. Дөрөҫ, һирәк-һаяҡ уға ла үгәй әсәйҙән крәндил йәки ҡалас киҫәге эләккәне бар. Тик егерме алты маркалыҡ тәм-том ҡайҙа китә ул?! Һуң, быға бит тауҙай ризыҡ алырға була! Бәлештнәр, пирожный, печенье, бәрәместәр! Күрше ҡатын менән ҡәһүә эскәндә үгәй әсәй быларҙы Тим менән Эрвиндан йәшереп кенә ашап бөтә микән?

Был ике әхирәттең малайҙар мәктәптә сағында аш бүлмәһендә тел сарлап ултырырға яратҡанын ул белә ине. Әллә Эрвин шым ғына бәлеш алып йөрөй микән, юғиһә?

— Ҡустым һеҙҙән бурысҡа бәлеш алып ашаймы әллә? — тип һораны Тим.

— Ҡайһы ваҡыт ул да ингеләй, — тип мығырҙаны фрау Бебер. — Тик йышыраҡ әсәйең иртәнге сәйгә ала. Әй, ул һиңә үгәй шикелле бит әле… Әллә был турала һин бер нәмә лә белмәйһеңме?

— Юҡ, нишләп, беләмсе, — тип әйтергә ашыҡты Тим, — беләм, әлбиттә!

Асылда ул белмәй ине. Ләкин был яңылыҡҡа уның йәне лә көймәне, асыуы ла килмәне. Тик уға үгәй әсәйҙең Эрвин менән икеһенән йәшереп кенә тәм-том ашағаны, ә бурыстың артҡандан-арта барғаны өсөн яманһыу булып китте.

— Бына шулай, — тине фрау Бебер, һөйләшеүҙең тамамланғанын белдереп, — ә хәҙер ҡайт та мин әйткәнде еткер. Аңланыңмы?

Тик Тим урынынан ҡуҙғалманы.

— Бөгөн, — тине ул, — атайымдың әсәйемә, йәғни үгәй әсәйгә, өйләнгән көнө. — Шул саҡ оҙаҡламай ипподромда шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде менән килешеү төҙөйәсәге иҫенә килеп төштө лә, ашығып:

— Шунан тағы, фрау Бебер, бөгөн кис мин һеҙгә бурысты түләйем. Сәтләүек торты өсөн дә түләйем. Валлаһи-биллаһи бына! — тип әйтеп һалды.

— Бөгөн кис?

Фрау Бебер бер минут самаһы икеләнеп торҙо, ләкин Тимдың тауышында уны ышандырырҙай ныҡлыҡ бар ине. Шуға күрә ни өсөндөр малай бөгөн кискеһен бурыстарын тулыһынса түләр һымаҡ тойолдо. Йәки, исмаһам, бер өлөшөн. Шулай ҙа:

— Ә аҡсаны ҡайҙан алаһың? — тип һорауҙы кәрәк тапты.

Тим сәхнәләге юлбаҫар һымаҡ ҡурҡыныс ҡиәфәт сығарҙы ла, ҡалын тауыш менән:

— Урлайым, фрау Бебер! Һыу һурҙырғыс директорын талайым! — тип яуапланы.

Ул юлбаҫарҙы шул тиклем килештереп һынландырҙы, фрау Бебер ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә, күңеле йомшарып, алты киҫәк торт ҡырҡып бирҙе, етенсеһен бушлай өҫтәп ҡуйҙы.

Үгәй әсәй Тимды түҙемһеҙлек менән ишек төбөндә көтөп тора ине. Үҙе һаман нимәгәлер көйәләнгән һымаҡ. Тим уның янына килеп етмәҫ борон уҡ бер туҡтамай бытылдарға кереште:

— Үҙемә барырға кәрәк булған! Сәтләүек торты алып ҡайттыңмы? Ә бурыс тураһында берәй нәмә әйттеме? Ниңә өндәшмәйһең?

Тим фрау Бебер менән һөйләшеүҙе уға еткергәнсе, үҙенең телен тешләп өҙөүҙе артығыраҡ күрер ине. Етмәһә, ат сабышына ашыға, ә үгәй әсә менән аңлашып тороу өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ.

— Ул миңә бер киҫәкте бушлай бирҙе… — тине малай. — Инде уйнарға сыҡһам буламы, әс..?

Уның әле бер тапҡыр ҙа ауыҙ тултырып «әсәй» тип әйтә алғаны юҡ ине.

Үгәй әсәй шунда уҡ сығырға рөхсәт итте, хатта юлға бер киҫәк торт та тотторҙо.

— Беҙҙең хәбәрҙе тыңлап ултырыуҙың һиңә ни ҡыҙығы! Бар, рәхәтләнеп уйнап ҡайт! Тик, ҡара уны, артыҡ оҙаҡлама! Алтынан да һуңға ҡалма!

Тим, юл ыңғайында торт ашай-ашай, аяҡтары ергә теймәйенсә, ипподромға сапты. Барышлай тротуарға — өс, ә ял көнө кейә торған күк салбарына бер генә тамсы крем төштө-төшөүен.

Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде ҡапҡа төбөндә тора ине инде. Сабыш күптән башланған булһа ла, ул бер ниндәй сабырһыҙлыҡ күрһәтмәй, тыныс ҡына көтә. Бөгөн ул башҡа көндәргә ҡарағанда, мөләйемерәк күренде, Тимды баҡсалағы өҫтәл артында үҙе менән бергә лимонад эсергә, сәтләүек торты ашарға саҡырҙы. «Күрәһең, бөгөн шундай йәкшәмбелер, — тигән ҡарарға килде Тим, — аҙым атлаған һайын, торт киҫәге».

Ул арала шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде етди ҡиәфәт менән шундай ҡыҙыҡ нәмәләр һөйләй башланы, Тим сыҙай алмай, тәгәрәп ятып, рәхәтләнеп көлдө лә көлдө.

«Ә шулай ҙа ул яғымлы кеше, — тип уйланы үҙе. — Хәҙер мин атайымдың уның менән ни өсөн дуҫ булғанын аңлайым».

Әфәнде иһә мөләйем ҡарашлы ҡуңыр күҙҙәре менән яратып ҡарай. Әгәр ҙә Тим саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһа, үткән йәкшәмбелә генә был әфәнденең күҙҙәре балыҡтыҡы һымаҡ һалҡын, аҡһыл-күк төҫтә булғанын иҫенә төшөрөр ине. Тик Тимға күҙәтеүсәнлек бик хас түгел ине шул. Тормош әле уны бик аҙ нәмәгә генә өйрәтеп өлгөргәйне.

Бына, ниһайәт, шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде килешеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.

— Ҡәҙерле Тим, — тип башланы ул, — мин һиңә күпме теләйһең, шул тиклем аҡса тәҡдим итергә теләйем. Әлбиттә, уларҙы өйөп өҫтәлгә һала, һанап ҡулыңа тоттора алмаҫ инем. Әммә мин һиңә һәр бер бәхәстә отоу һәләте бүләк итә алам! Теләһә ниндәй бәхәстә!.. Аңлайһыңмы?

Тим бойоҡ ҡына баш ҡаҡты, әммә ул ғәйәт ҙур иғтибар менән тыңлай ине.

— Әлбиттә, был бушҡа түгел, — тине әфәнде һынсыл ҡарап. — Бөтә нәмәнең дә үҙ хаҡы була.

Тим, ризамын, тигәнде белдереп, тағы баш ҡаҡты. Шунан өҙөк-өҙөк тауыш менән һораны:

— Ә бының өсөн һеҙ нимә теләйһегеҙ?

Әфәнде Тимға уйсан ғына текләп, бер аҙ өндәшмәй торҙо.

— Һине минең нимә теләүем ҡыҙыҡһындырамы? — ул һүҙҙәрҙе һағыҙ һымаҡ һуҙып торҙо, шунан ҡапыл тиҙ-тиҙ һөйләргә кереште. Уны хәҙер аңлау түгел, ишетергә лә саҡ өлгөрөп була ине:

— Мин бының өсөн һинең көлөүеңде теләйем!

Артыҡ тиҙ һөйләгәнен үҙе лә һиҙҙе, ахыры, шуға күрә ҡабатланы:

— Мин бының өсөн һинең көлөүеңде теләйем!

— Шул ғынамы? — тип һораны Тим көлөп.

Әммә ҡуңыр күҙҙәр уға шундай бойоҡ, сәйер итеп ҡараны, малайҙың көлөүе ҡапыл өҙөлдө — сыңғырҙап торған бәхетле бөгөлөнә етмәй ҡалды.

— Йә, нисек? — тип һораны шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде. — Ризаһыңмы?

Тимдың ҡарашы абайламаҫтан сәтләүекле торт киҫәге ятҡан тәрилкәгә төштө. Фрау Бебер менән үгәй әсәйҙең бурысы тураһында, аҡсаһы күп булһа, һатып алырға теләгән төрлө әйберҙәр хаҡында уйланы ла:

— Әгәр ҙә был ғәҙел килешеү икән, мин ризамын, — тип яуапланы.

— Улай булғас, балаҡай, беҙгә килешеү ҡағыҙына ҡул ҡуйырға ғына ҡала!

Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде пинжәгенең эске кеҫәһенән ниндәйҙер ҡағыҙ килтереп сығарҙы ла уны өҫтәлгә, Тим алдына, йәйеп һалды.

— Ошоно иғтибар менән уҡып сыҡ әле! — тип тәҡдим итте ул.

Тим уҡый башланы :

«1. Был контракт … йылдың… көнөндә бер яҡтан Ч. Натйаш әфәнде менән, икенсе яҡтан Тим Талер әфәнде менән төҙөлөп, ике яҡ тарафынан ике данала ҡул ҡуйыла.»

— Ә «ике яҡ тарафынан» тигәне нисек була? — тип һораны Тим.

— Килешеүҙә ҡатнашыусылар шулай тип атала.

— Ә-ә-ә!

Тим уҡыуын дауам итте:

«2.  Тим Талер әфәнде үҙенең көлөүен тулыһынса Ч. Натйаш әфәнденең ҡарамағына тапшыра.»

Тим «Тим Талер әфәнде» тигән һүҙҙәрҙе икенсе тапҡыр уҡыған сағында, үҙен бөтөнләй тиерлек өлкән итеп тойҙо. Бары шул һүҙҙәр өсөн генә лә ул контрактҡа ҡул ҡуйырға әҙер ине. Ошо ҡыҫҡа ғына икенсе пункттың үҙенең тормошон тулыһынса үҙгәртәсәге башына ла инеп сыҡманы. Шунан ул артабан уҡыны:

«3. Көлөүе өсөн түләү рәүешендә Ч. Натйаш әфәнде Тим Талер әфәнденең барлыҡ бәхәстәрҙә лә еңеүен тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Был пунктҡа бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ.»

Тимдың йөрәге дарҫлап тибә башланы. Артабан:

«4. Ике яҡ та был килешеү тураһында бер кемгә лә ләм-мим өндәшмәҫкә йөкләмә ала.», — тип яҙылғайны.

Тим баш ҡаҡты.

«5. Әгәр ҙә берәй яҡ өсөнсө кешегә был контракт хаҡында ниҙер әйтһә һәм 4-се пунктта килешелгән сер һаҡлау тураһындағы шартты боҙһа, икенсе яҡ:

а) көлөү йәки

б) бәхәстә еңеү хоҡуғын бөтөнләйгә үҙендә һаҡлап ҡала, шул уҡ ваҡытта, шартты боҙған яҡ:

а) көлөү йәки

б) бәхәстә еңеү хоҡуғын тулыһынса юғалта.»

— Быныһын мин төшөнмәнем, — тине Тим, маңлайын йыйырып.

Ч. Натйаш әфәнде — ниһайәт, беҙ уның исемен белдек! — сабыр ғына аңлата башланы:

— Был ошолай була, Тим: әгәр ҙә һин сер һаҡлау шартын боҙһаң һәм берәйһенә был контракт тураһында һөйләһәң, бәхәстә еңеү һәләтен юғалтаһың, әммә үҙеңдең көлөүеңде кире ҡайтарып ала алмайһың. Әгәр ҙә инде мин берәйһенә һөйләп ысҡындырһам, һин ҡабат үҙеңдең көлөүеңде кире ҡайтарып алаһың, шул уҡ ваҡытта һәр бәхәстә еңеү һәләтең дә үҙеңдә ҡала.

— Аңлашылды, — тине Тим. — Өндәшмәйһең икән — бай булаһың, әммә бер ваҡытта ла көлмәйһең. Ә әйтеп ысҡындырһаң — ҡабаттан ярлы булаһың, тик барыбер көлмәйһең.

— Дөп-дөрөҫ, Тим! Йә, артабан уҡы.

«6. Әгәр ҙә Тим Талер әфәнде берәй бәхәстә еңелә ҡалһа, Ч. Натйаш әфәнде Талер әфәндегә уның көлөүен кире ҡайтарып бирергә бурыслы. Әммә ул саҡта Тим Талер әфәнде артабан бәхәстәрҙә еңеү һәләтен юғалта.»

Натйаш әфәнде:

— Эш бына нимәлә … — тип аңлатырға теләгәйне, бөтәһен дә төшөнөп өлгөргән Тим:

— Мин беләм! — тип белдерҙе. — Әгәр ҙә берәй ваҡыт бәхәстә отолһам, үҙемдең көлөүемде кире ҡайтарып алам, тик бүтәнсә бәхәстә отмайым.

Ул ашыға-ашыға контракттың һуңғы өлөшөнә күсте:

«7. Был килешеү ике яҡ та ике данаға ҡул ҡуйған ваҡыттан алып көсөнә инә.

…йыл…көн.»

Һул яҡта Натйаш әфәнденең ҡултамғаһы тора ине инде. Тим контрактты етди һәм ғәҙел тип тапты. Ул кеҫәһенән һыныҡ ҡәләм остоғон сығарҙы ла уң яҡҡа имзаһын ҡуйырға йыйынғайны, Натйаш әфәнде уның ҡулын ситкә этә һалды.

— Ҡултамғаны яҙыу ҡараһы менән ҡуйырға кәрәк, — тип, Тимға төҫөнә ҡарағанда саф алтындан яһалған авторучка һуҙҙы.

Ҡапшап ҡарауға авторучка нисектер йылымыс, әйтерһең дә йылы һыу тултырылған һымаҡ тойолдо. Ләкин Тим быға бөтөнләй иғтибар итмәне. Ул әле бер генә нәмә — үҙенең киләсәк байлығы — тураһында уйлай ине, шуға күрә бер ниндәй икеләнеүһеҙ ике данаға ла ҡул ҡуйҙы. Ҡыҙыл ҡара менән.

Ҡулын ҡуйып та бөттө, Натйаш әфәнде:

— Ҙур рәхмәт! — тип иҫ киткес мөләйем итеп йылмайып та ебәрҙе.

— Рәхим итегеҙ, — тип яуап ҡайтарҙы Тим. Ул да йылмайырға теләгәйне, әммә, киреһенсә, сырайы йәмрәйеп, һытылып китте. Ирендәре шул тиклем ныҡ ҡымтылғайны, уларҙы бер нисек тә айырып ала алманы, ауыҙы нәп-нәҙек еп кеүек булып ҡалды.

Натйаш әфәнде контракттың бер данаһын һаҡ ҡына алды ла, бөхтәләп дүрткә бөкләне һәм пинжәгенең эске кеҫәһенә тығып ҡуйҙы. Икенсеһен Тимға һуҙҙы:

— Яҡшылап йәшер! Әгәр контракт һинең ғәйебең арҡаһында берәйһенең күҙенә салынһа, серҙе һаҡлау хаҡындағы шартты һин боҙған булып сығаһың. Ул саҡта инде терһәгеңде тешләрҙәй булырһың да, һуң булыр! — тине.

Тим баш ҡаҡты, ул да үҙенең данаһын дүрткә бөкләне, шунан фуражкаһының эслеге аҫтына тығып ҡуйҙы — уныһы бер яҡтан саҡ ҡына тырпайып килеп сыҡты. Бынан һуң шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде өҫтәлгә уның алдына биш маркалыҡ ике аҡса һалды ла:

— Бына һинең байлығыңдың нигеҙе, — тип күңелле көлөп ебәрҙе Тимдың көлөүе менән. Шунан ул ҡапыл ҡабалана башланы — кельнерҙы саҡырып, ашаған-эскән өсөн түләне лә, һикереп торғас:

— Йә, уңыш теләйем! — тип мығырҙап китеп тә барҙы.

Берәй атҡа ҡуйып өлгөрөр өсөн Тимға ла йәһәтләй һалырға тура килде, һуңғы сабыш башланырға тора ине. Малай кассаға барып квитанция алды ла, оҙаҡ уйлап тормайынса, «Мауриция» тип яҙҙы. Әгәр ҙә фуражкаһының эслегендә ятҡан контракт ысын булһа, был ат барыбер беренсе киләсәк.

«Мауриция» беренсе булып килде.

Был юлы теп-теүәл ун марка ҡуйған кассанан Тим әллә күпме аҡса алды, улар араһында егермешәр, иллешәр, хатта йөҙәр маркалыҡ ҡағыҙ аҡсалар бар ине. Бер кемгә лә күрһәтмәҫкә тырышып, отошон курткаһының кеҫәһенә йәшерҙе лә, ипподромдан тиҙ генә сығып китә һалды.

Бишенсе бит. ҺОРАУ АЛЫУ

Ипподром ҡапҡаһынан сығыу менән, Тим алан-йолан ҡаранды ла, ипләп кенә кеҫәһен ҡапшаны: отҡан аҡсалар ундамы әле? Ҡағыҙ аҡсаларҙың ҡыштырҙағанын ишеткәс, йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ул — Тим Талер — хәҙер бай кеше! Ниһайәт, атаһының ҡәберенә мәрмәр таҡтаташ һалырға, фрау Беберға бөтә бурыстарҙы түләргә, үгәй әсәй менән Эрвинға берәй бүләк һатып алырға ҡулынан килә. Ә бик теләһә инде, хатта үҙенә самокат та алыр. Гудоклы һәм шиналыһын.

Бәхетенә иркенләп ләззәтләнер өсөн Тим өйгә йәйәү ҡайтырға булды. Юл ыңғайында үгәй әсәйгә берәй бүләк алғыһы килгәйне лә, йәкшәмбе көндө бөтә магазиндар ҙа ял итә икән. Тим кеҫәһендәге аҡсаларҙы ныҡ итеп услап тотоп барҙы.

Ипподромдан байтаҡ алыҫлашҡайны инде, урамда үҙҙәренең кластарынан өс малайҙы осратты ла гәпләшергә туҡталды. Малайҙарҙың береһе көтмәгәндә:

— Кеҫәңдә нимә ул, Тим? Тәлмәрйенме әллә? — тип һораны.

— Паровоз! — тип яуапланы Тим һәм көлөп ебәрергә теләне. Тик ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре еп һымаҡ булып ҡымтылды ла ҡуйҙы.

Хәйер, иптәштәре быны абайламаны. Улар Тимдың яуабына шарҡылдашып көлдөләр. Ә береһе:

— Ҡайҙа күрһәт әле, ниндәй паровоз ул унда?! — тип ҡысҡырҙы.

— Бәлки, уға ултырып Гонолулуға юлланырбыҙ? — тип тәҡдим итте икенсеһе. Тим кеҫәһендәге аҡсаларын ҡулы менән нығыраҡ ҡыҫты.

— Миңә ҡайта һалырға кәрәк. Хуш булып тороғоҙ! — тип әйтергә ашыҡты.

Тик малайҙарҙан еңел генә ҡотолоп буламы ни?! Улар Тимдың саҡ ҡына алғараҡ киткәнен көтөп торҙолар ҙа, шыпырт ҡына артынан ҡыуып еттеләр. Береһе ҡапыл ғына терһәгенән эләктереп алды ла кеҫәһендәге ҡулын тартып сығарҙы.

Шул саҡ уларҙы шаҡ ҡатырған хәл булды: урам буйлап ҡағыҙ аҡсалар һибелде — егермешәр, иллешәр, хатта йөҙәр марка!

Әгәр ҙә малайҙар Тимдың тар тыҡрыҡта йәшәгәнен белмәһә, был, бәлки, шул тиклем ғәжәп тә булмаҫ ине.

— Ҡайҙан шул тиклем аҡса алдың? — тип аптырап һораны уларҙың береһе.

— Һыу һурҙырғыс директорын таланым! — тип яуапланы Тим, асыуынан шартлай яҙып торһа ла, көлөргә маташып. Әммә йылмайыу урынына ауыҙы шундай һөмһөҙ булып салшайҙы, быны күргән малайҙарҙың ҡото осто.

Күрәһең, улар Тим дөрөҫөн әйтте, тип уйлағандыр, ҡапыл боролдолар ҙа йән-фарман ҡаса башланылар. Тимдың ҡолағына уларҙың алыҫтан:

— Тим Талер аҡса урлаған! Тим Талер — ҡараҡ! — тип ҡысҡырған тауыштары салынды.

Малай аҡсаларын бойоҡ ҡына йыйып алды ла кеҫәһенә тыҡты. Шунан ҡала аша ағып ятҡан бәләкәй йылға ярындағы эскәмйәгә барып ултырҙы, һыу ситендә мәш килгән бер оя өйрәк бәпкәләрен күҙәтә башланы.

Бәләкәс кенә өйрәк бәпкәләре, алпан-толпан килеп, оҙон үләндә ауа-түнә йөрөп ятҡан була. Уларҙың мәҙәк ҡыланыштарына Тим әле кисә генә лә рәхәтләнеп көлгән булыр ине. Тик бөгөн хатта һөйкөмлө бәләкәстәр ҙә мәрәкә күренмәне. Бынан уға тағы ла яманһыуыраҡ булып китте. Ул бәпкәләргә бер ниндәй тойғоһоҙ, буш стенаға ҡараған кеүек текләп ултырыуын белде. Тим тап ошо мәлдә үҙенең бөтөнләй икенсе малайға әүерелгәнен аңланы.

Эңер төшә башлағас ул ҡайтыу яғына ыңғайланы. Тыҡрыҡҡа боролоу менән, йорттарының ишеге төбөндә үгәй әсәһе торғанын абайланы, уны күрше ҡатындар уратып алған. Ҡыҙып-ҡыҙып нимә тураһындалыр һөйләшәләр ине, Тимды күреү менән өрккән тауыҡтар һымаҡ, һәр береһе үҙ өйөнә инеп юғалды. Ләкин иғтибар итһәң, фатир ишектәренең саҡ ҡына ябылмай ҡалғанын, ә Тим үтеп барған тәңгәлдә тәҙрә ҡорғандарының һелкенгәнен абайларға мөмкин булыр ине.

Үгәй әсәй иһә һаман ярым асыҡ ишек төбөндә тора. Ҡиәфәте шундай уҫал, әйтерһең, бына-бына донъя емереләсәк. Аҡбур һымаҡ ағарған йөҙөндә осло танауы янаулы тырпайған. Тим килеп етеү менән, ул тәүҙә малайҙың уң, шунан һул сикәһенә сабып ебәрҙе лә, бер нимә лә өндәшмәйенсә, яғаһынан аймап өйгә һөйрәкләне.

— Ҡайҙа аҡса? — тип сыйылданы ул арттарынан ишек ябылыу менән.

— Аҡса? — тип ҡабатлап һораны бер нимә лә аңламаған Тим.

Үгәй әсәй уға шундай итеп ҡундырҙы, хатта малайҙың күҙенән ут сәсрәне, башы геүләп китте.

— Бир аҡсаларҙы, ҡәбәхәт! Енәйәтсе! Атла аш бүлмәһенә!..

Ул малайҙы өҫтөрәкләп икенсе бүлмәгә алып сыҡты. Һаман да эштең нимәлә икәнен төшөнә алмаған Тим кеҫәһендәге аҡсаларҙы өҫтәлгә сығарып һалды.

— Йә Хоҙа, бында бит йөҙәрлектәр! — тип үкереп ебәрҙе үгәй әсәй. Үҙе алдында Тим түгел, ә ике башлы быҙау торған һымаҡ күҙҙәрен таҫырайтып текләгән дә киткән.

Бәхеткә күрә, ошо минутта фатир ишеге асылды ла унан бышлығып төшкән фрау Бебер килеп инде. Уның артынан Эрвин күренде. Ҡустыһы асылған ауыҙын ябырға ла онотоп, керпек тә ҡаҡмайынса, өҫтәлдәге аҡсаларға төбәлде.

— Һыу һурҙырғыс директорын бер кем дә таламаған! — тип ҡысҡырҙы фрау Бебер, саҡ-саҡ тын алып. — Уларҙың бер тине лә юғалмаған!

Шунда ғына ниндәй хәлдәр булып ятҡаны Тимдың башына барып етте. Бына ни өсөн үгәй әсәй уны шулай ҡаршылаған икән! Ул бит фрау Беберға шаяртып һыу һурҙырғыс директорын таларға вәғәҙә биргәйне. Класташ малайҙарға ла шулай тине. Ә улар Тимдың кеҫәһендәге аҡсаны күреп, хәбәр таратырға, ошаҡлашырға ла өлгөргәндәр. Ә-ә-ә, эш бына нисек булған икән дә баһаң!..

Тим бөтәһен дә аңлатып бирергә теләгәйне, үгәй әсәй тағы ла нығыраҡ туҙынып китте, уға ауыҙ асырға ла ирек бирмәне. Бер туҡтамай:

— Әһә, һыу һурҙырғыс директорынан түгелме? Тимәк, башҡа урындан! Әйт, был тиклем аҡсаны ҡайҙан урланың? Дөрөҫөн әйт! Полиция килгәнгә тиклем әйтеп ҡал. Инде бөтә тыҡрыҡ белә! Алдамай ғына һөйлә, ишетәһеңме! — тип ныҡыны.

Тим дөрөҫөн әйтте:

— Мин бер кемдән дә бер нәмә лә алманым.

Был юлы үгәй әсәй бөтөнләй ҡотороп китте, ул малайҙы аяуһыҙ туҡмарға кереште. Әгәр ҙә ошо урында фрау Бебер килеп ҡыҫылмаһа, бының аҙағы нисек булып бөтөр ине икән, билдәһеҙ. Ҡалас кибете хужабикәһе, үгәй әсәйҙе туҡтатып, Тимдан:

— Бөгөн һин миңә тәм-том өсөн бурысығыҙҙы кискә тулыһынса түләйем тип әйткәйнең, шул ысын бит? — тип һораны.

— Тәм-том өсөн бурыс? Бында бурыстың ни ҡыҫылышы бар? — тип сыйылданы асыуынан шартларҙай булып ҡыҙарынған-бүртенгән үгәй әсәй. Фрау Бебер ялыныслы тауыш менән:

— Үтенәм һеҙҙән, фрау Талер, зинһар өсөн миңә малай менән һөйләшергә рөхсәт итегеҙ, — тип бүлдергәс, Эрвиндың ҡулына таянып, үкерә-үкерә ултырғысҡа барып ултырҙы. Ә ул арала һорау алыу дауам итте:

— Дөрөҫөн әйт, Тим! Бөгөн кискә аҡсаңдың күп буласағын һин ҡайҙан белдең?

Тим бер генә минутҡа телен тешләне. Уйҙары өрккән турғай тубы һымаҡ өйөрөлдө. «Нисек тә Натйаш әфәнде тураһында әйтеп ысҡындырмаҫҡа! Килешеү тураһында ла! — тип тылҡыны ул үҙ-үҙенә. — Юғиһә, килешеүҙең көсө юғаласаҡ!»

Ниһайәт, Тим, тотлоға биреп, һүҙ башланы:

— Мин… бер тапҡыр… әллә ҡасан уҡ инде… тапҡайным… биш… ун … марка аҡса тапҡайным. Бөгөн ипподромға барып, берәй атҡа ҡуйып ҡарайым, тип уйлағайным. — Шунан тыныслана төштө һәм инде ышаныслы дауам итте. — Бәлки, бер аҙ аҡса ота алырмын, тип өмөтләнгәйнем… Шунан мин «Мауриция»ға ҡуйҙым да ысынлап та оттом. Бары шул ғына!

Ул ҡулы менән өҫтәлдә туҙрап ятҡан аҡсаларға ишараланы. Саҡ ҡына уйланып торғандан һуң, кеҫәһенән ипподромда алған талонды килтереп сығарҙы ла уны ла аҡса янына һалды. Фрау Бебер талонды яҡшылабыраҡ ҡарарға теләгәйне, үгәй әсәй уны ҡарсыға һымаҡ эләктереп алды ла, өс минут самаһы тегеләй-былай әйләндереп, тикшереп ултырҙы. Аш бүлмәһендә бер кем бер ауыҙ һүҙ өндәшмәне. Тим ҡатып ҡалған һымаҡ туп-тура тора. Эрвин, ни эшләргә белмәй, уға күҙ ҡырыйы менән ҡарап-ҡарап ала. Ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырып, стенаға һөйәлгән фрау Бебер йылмая.

Ниһайәт, үгәй әсәй талонды өҫтәлгә ырғытты, ауыр ҡуҙғалып, ултырғысынан торҙо.

— Ат сабышындағы отош — йүнле аҡса түгел, харам, — тине ул нәсихәт уҡыған тауыш менән. — Ул намыҫлы хеҙмәт менән табылмаған!

Шунан аш бүлмәһенән сығып китте.

Был бәләкәс кенә ҡағыҙ фрау Бебер ҡулына күсте. Ул талонды иғтибар менән ҡарап сыҡты ла:

— Даланың бар икән, Тим! — тип башын сайҡаны.

Бүлмәнән үгәй әсәнең ҡысҡырғаны ишетелде. Ул Эрвинды саҡыра ине. Ҡустыһы, Тимға бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, тыңлаусан ҡиәфәт менән бүлмәнән сығып китте. Көлөүен һатҡан малай үҙен барыһы тарафынан да ситкә тибелгән итеп тойҙо. Күҙ йәшен тыйырға тырышып, ул фрау Беберҙан:

— Ат сабышында отоу ғәҙел түгелме ни? — тип һораны.

Тегеһе ҡапыл ғына яуап бирә алмай торҙо. Саҡ ҡына уйлағандан һуң:

— Бер мәл мал салыусыларҙың хужаһы ла отҡайны. Лотереяла. Ул шул аҡсаға йорт һатып алды. Ә уларҙың ғаиләһен һис тә насар кешеләр тип әйтеп булмай, — тип һөйләнгән ыңғайға өҫтәлдәге өйөмдән утыҙ марка һанап алды ла, алъяпҡыс кеҫәһенән бер марка сығарып, кире һалды:

— Тәм-том өсөн түләнде, Тим. Танауыңды төшөрмә!

Шулай тип әйткәндән һуң, фрау Бебер ҡәнәғәт йөҙ менән сығып китте, бер аҙҙан артынан тышҡы ишектең шапылдап ябылғаны ишетелде.

Тим аш бүлмәһендә япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Рәнйеш, күңел төшөнкөлөгө, әсенешле болоҡһоу тойғоһо булмышын тотош биләп алғайны. Саҡ ҡына уйланып торғандан һуң, ул аҡсаларҙы өҫтәлдән алып кеҫәһенә тыҡты.

Ул өйҙән китергә ҡарар итте. Бөтөнләйгә. Алыҫҡа-алыҫҡа.

Ишекте асып сығам ғына тигәндә, үгәй әсәйҙең тауышы ишетелде:

— Хәҙер үк йоҡларға ят! — Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң өҫтәп ҡуйҙы: — Аҡсаны шкафҡа һал!

Тим елдең икенсе яҡҡа иҫә башлағанын аңланы. Ул аҡсаны аш бүлмәһендәге шкафҡа алып барып һалды ла, асыҡҡан, талсыҡҡан, борсолған килеш, урынына барып ятты. Эрвиндың урыны буш ине, ул бөгөн әсәһенең бүлмәһендә йоҡланы.

Тим шул тиклем хәлдән тайған, өҙгөләнгән ине — нимәлер уйлап өлгөргәнсе үк, упҡынға төшөп киткән һымаҡ, тәрән йоҡоға убылды.

Алтынсы бит. БӘЛӘКӘС МИЛЛИОНЕР

Икенсе көндө фрау Беберҙың ҡалас кибетендә сауҙа ифрат әүҙем барҙы. Магазин тулы кеше — һәр кемдең Тимдың отошо тураһында үҙ ҡолағы менән ишеткеһе килә. Ә фрау Бебер был ваҡиғаны йөҙ ҡабат һөйләһә лә ялыҡмаҫ ине. Хәйер, ул һүҙ ыңғайында үҙенең тауарҙарын маҡтап алырға ла онотманы:

— …Шунан малай миңә һыу һурҙырғыс директорын таларға йыйынғанын әйтте. Йәшерен-батырыны юҡ, директор үҙе лә, уның ғаилә ағзалары ла беҙҙең ҡаластар, бәрәместәр, торттар тиһәң үлеп китә инде! Шунан ни, малайҙың кеҫәһендәге меңәрләгән марка тураһында ишеткәс, ҡойолдом да төштөм, йөрәгем ярыла тип торам! Ҡәҙерлегә генә кейә торған күлдәгемде кейҙем дә тот та директорҙың өйөнә йүгер. Йәкшәмбе ине бит: миңә барыбер өҫтөнә крем менән «Тыуған көнөңдә бәхет теләйем!» тип яҙылған тортты алып барырға кәрәк ине. Алдан заказ биргәйнеләр. Ә иремдең ундай яҙыуҙарҙы һәләк матур эшләй торған һәләте бар. Шунан ни, елдереп барып индем, ә унда талау тураһында ишеткәндәре лә юҡ! «Ҡәҙерле фрау Бебер, — тине миңә директор әфәнде, — мин һеҙҙең аҡыллы ҡатын икәнегеҙҙе яҡшы беләм, ҡаластарығыҙ ҙа ашап туйғыһыҙ, ләкин был хәбәрҙә ниндәйҙер хата бар. Беҙҙең, ти, бер нәмәбеҙҙе лә урлағандары юҡ».

Һәм башҡалар, һәм башҡалар…

Тим бик күренекле кеше булып китте. Күршеләр араһында ла, мәктәптә лә, хатта өйҙә лә абруйы күтәрелде. Пальтоһына төлкө яғаһы эләктереп алған үгәй әсәй уның менән һағыраҡ мөғәмәлә итә башланы. Эрвин да ат сабышы тураһында әленән-әле төрлө һорауҙар биреп ала. Күршеләр әллә шаяртып, әллә көнләшеүҙән уны «бәләкәй миллионер» тип атаны, ә инде мәктәп ишеге алдында уға тыныс ҡына йөрөргә бөтөнләй форсат ҡалманы.

Әйтәһе лә түгел, был дөйөм иғтибар Тимды ныҡ шатландырҙы. Уны барып ошаҡлай һалған һабаҡташтарын да ул күптән ғәфү иткәйне, үгәй әсәйҙең туҡмағанын да онотто. Уның хәҙер бөтәһе менән бергә шаярғыһы, көлгөһө килде. Тик тап ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына нәмә хәҙер уның өсөн ғазапҡа әйләнде. Ихлас итеп йылмайырға теләүе була, ауыҙы һөмһөҙ итеп салшая, йөҙө ытырғыныс йәмрәйә һәм быны бер нимә лә эшләтеп булмай. Тора-бара ул хатта маташмай ҙа башланы, ә инде һуңынаныраҡ эстән генә йылмайыуҙан да туҡтаны. Кеше ҡурҡытмаҫ өсөн гел етди ҡиәфәттә йөрөргә өйрәнде. Ә малай кеше өсөн ошонан да яманыраҡ нәмә булыуы мөмкинме һуң?

Күршеләре уның тураһында:

— Эреләнде! Танауын күтәрҙе! — тип әйтә башланы.

Класташтары унан көндән-көн нығыраҡ ситләште, хатта һуңғы осорҙа тынысыраҡ булып киткән үгәй әсәй ҙә уны «һытыҡ сырай» тип атаны.

Хәйер, үгәй әсәй инде башҡа бер тапҡыр ҙа ипподромда отҡан аҡсаларҙы насар тимәне. Киреһенсә, ат сабышында аҡса отоуҙы законлы һәм бик тә маҡтаулы эшкә һанай башланы. Бер көндө ул Тимдан:

— Отоп алған аҡсаңдың егерме маркаһын йәкшәмбе көндө йәнә берәй атҡа ҡуйып ҡарағың килмәйме? — тип ҡыҙыҡһынды.

Әлегә тиклем Тимға ул аҡсанан бер пфеннинг[3] та эләкмәгәйне: ҡәбергә мәрмәр таҡтаташ һалыу, самокат алыу тураһындағы хыялдар менән хушлашып торорға тура килде. Әле иһә — рәнйештән һәм тиҫкәрелегенән — ул был егерме марканан да баш тартты. Тәм-том өсөн күпме бурыс йыйылғанын белгәндән алып, ул үгәй әсәйгә башҡасараҡ ҡарай башлағайны, бүтән уға ышанмай ине.

Тим аҙна буйы, донъяла йәкшәмбеләр бөтөнләй булмаһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине, тип уйлап йөрөнө. Ул үгәй әсәйҙең ипподромға барырға өгөтләүенән ҡурҡа ине. Юҡҡа ғына ҡурҡмаған икән. Тегеһе шәмбе көндө киске аш мәлендә уратып ҡына һүҙ башланы:

— Тағы икмәк кәрәкме, Тим? Былай, әгәр кешегә бер тапҡыр уңыш йылмайған икән, бәхетте өскә тулғансы һынап ҡарарға кәрәк, тиҙәр. Хәйер, иртәгәгә тиклем ваҡыт күп әле. Барырғамы, юҡмы, уйлап өлгөрөрһөң. Шулай бит?

Ә инде ял көндө был хәбәр иртәнсәк сәй эскәндә үк башланды ла төшкә тиклем туҡтаманы. Ни тиклем генә күңеле тартмаһа ла, Тимға ла улар менән бергә барырға тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә, төп сәбәп үгәй әсәйҙә түгел ине. Малай контракттың — фуражкаһының эслеге аҫтында ятҡан сәйер ҡағыҙҙың — көсөн тағы ла һынап ҡарамаҡсы булды. Хәҙер ул был килешеүҙең ғәҙелме, мәкерле алдашыумы икәнен үҙе лә аңлап етмәй ине.

Бына улар өсәүләшеп трамвайҙа ипподромға юлландылар. Эрвин шул тиклем ныҡ тулҡынлана, шунлыҡтан аҡһыл йөҙө ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡыҙғылт таптар менән ҡапланғайны. Ә үгәй әсәй, һәр ваҡыттағыса, бер туҡтауһыҙ һөйләнеүен белде — дыуамаллыҡ, сабыштар ваҡытындағы төрлө алдашыуҙар, үтә юғары ставкалар һәм башҡалар, һәм башҡалар. Ул, Тимды бөткөһөҙ иҫкәртеү-киҫәтеүҙәре менән йонсотоп, егерме марка тотторҙо ла:

— Тик «Фортуна»ға ҡуйма, Тим! — тип өҫтәне. — Трамвайҙа мин «Фортуна»ның бер ниндәй ҙә шансы юҡлығы тураһында ишетеп ҡалдым! Ул ниндәйҙер ат ауырыуы менән ауырыймы, әллә башҡа нәмәме, аңлап етмәнем. Ишетәһеңме, Тим? Тик «Фортуна»ға ҡуйма!

Бынан һуң Тим тик «Фортуна»ға ҡуйырға ҡарар итте. Контракт уның фуражкаһы эсендә ята — баш ватып тороуҙың кәрәге лә юҡ. Бер ыңғай үгәй әсәйгә был эштә үҙенең күберәк белеүен дә күрһәтеп алыу ҡамасауламаҫ.

Ипподромға килеп инеү менән үгәй әсәй ҙә, Эрвин да Тимдың донъяла барлығын бөтөнләй онотто — эргә-тирәләге кешеләр, ығы-зығы, бәхәстәр, фараздар, ипподромда ғына була торған үҙенсәлекле бер күтәренкелек уларҙы тулыһынса үҙенә йотто. Матур кейенгән ханымдар һәм ҡупшы әфәнделәр, ҡыҙыл картузлы бәләкәй жокейҙар, улар етәкләп алған аттар, шау-шыу, касса һәм барьер эргәһендәге этеш-төртөш, көлөшөү — быларҙың барыһынан башыңды юғалтырлыҡ ине шул.

— Ә һин сабышты ҡарамайһыңмы ни? — тип ҡыҙыҡһынды үгәй әсәй, Тим квитанцияһын касса тәҙрәһенә биреп, талон алғандан һуң. Малай «юҡ» тигәнде белдереп, башын сайҡаны.

— Ҡайһы атҡа ҡуйҙың? — тип һораны Эрвин.

— «Фортуна»ға! — тине Тим, кәрәгенән нығыраҡ ҡысҡырып. Үгәй әсә ярһып китте.

— «Фортуна»ға? Мин бит һиңә әйттем, ул ат … трамвайҙа ишеттем бит …

Сабыштың башланғанын белдергән атыу тауышы уның хәбәрен бүлде. Тояҡ тауыштары ишетелде, тамашасылар алдан килергә тейешле аттарҙың исемдәрен ҡысҡырып геүләй башланы, үгәй әсә менән Эрвин аттарҙы ҡарарға өмөтләнеп, алға ташланды, тик цилиндр, фуражка һәм эшләпәләр араһынан ниҙер күреү мөмкин түгел дәрәжәһендә ине. Шулай ҙа улар, этелеп-төртөлөп булһа ла, алғараҡ сығып тора алды. Хәйер, ситкәрәк барып, үләнгә ултырған Тимдан үтә алыҫ түгелдәр ине. Ваҡыт-ваҡыт тулҡынланған Эрвин Тимға боролоп:

— «Фортуна» өсөнсө урынға сыға! — тип һөрәнләй.

Шунан:

— «Фортуна» бөтәһен дә үтеп алға ынтыла! — тип хәбәр итә.

Бына, ниһайәт, ҡыуаныстан тыны быуылып:

— «Фортуна» алда! — тип яр һалды.

Тик күпмелер ваҡыттан «Фортуна»ның хәле бөткән кеүек тойола башланы. Ул һөрөндө, башҡалар уны уҙып китте, ә Эрвин:

— Беҙҙең аҡсалар елгә осто, малай! «Фортуна» арыны! — тип ҡысҡырҙы.

Инде Тим яғына башын борған үгәй әсәйҙең ҡарашынан: «Бына күрәһеңме! Мин бит һиңә әйттем! Тыңламаның бит!..» — тигәнде һүҙһеҙ ҙә төшөнөргә мөмкин ине. Ләкин финишҡа бөтөнләй аҙ ҡалғас, «Фортуна» ҡапыл тиҙлеген арттырҙы ла, елдәй оса башлағандай булды.

Эрвин аҡылдан шашҡан һымаҡ:

— Афарин, «Фортуна»! Ай-һай, «Фортуна»! Әйҙә, «Фортуна», әйҙә!.. — тип ҡысҡырҙы.

Бына халыҡ тағы ла нығыраҡ һәм көслөрәк итеп:

— «Фортуна»! «Фортуна»! «Фортуна»! — тип һөрәнләне.

Шунан дәррәү үкереү бөтә ипподромды дер һелкеткәндәй булды. Шунда инде Тим аңланы: «Фортуна» еңде! Уның менән бергә Натйаш әфәнде лә еңде.

Дөрөҫөн әйткәндә, Тимдың ситкәрәк ултырыуында тағы ла бер ғиллә бар ине: ул Натйаш әфәндене күрергә өмөтләнгәйне. Әммә ҡарашы барып төртөлгән шаҡмаҡ кепкалар аҫтынан уға бөтөнләй башҡа йөҙҙәр баҡты. Натйаш иһә бер ерҙә лә күренмәне. Ә ул бында, ипподромда, ине. Дөрөҫ, был юлы шаҡмаҡтан кейенмәгәйне. Ул бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, күҙен ҡыҫа биреп, бик иғтибар менән Тимды күҙәтеп йөрөнө.

Эрвин, тулҡынланыуҙан тыны бөтөп, Тим янына йүгереп килде.

— Еңдек! — тип һөрәнләне ул тамаҡ ярырҙай булып. — Бир бында талонды!

Әммә Тим ҡымшанманы, талонды усына йомған килеш касса эргәһендә халыҡтың әҙәйгәнен көттө. Унда бер кем дә ҡалмағас ҡына барып үҙенең отошон алды — ике мең марка!

— Ҡәҙимге ҙур отош, — тине ул аҡсаны үгәй әсәйгә һоноп, — бында ике мең марка булырға тейеш.

— Ә һин һанап алдыңмы? Алдаманылармы?

— Алдамағандарҙыр инде, — тип яуапланы Тим.

— Ҡайҙа, бир әле! Үҙем һанайым!

Үгәй әсәй Тимдың ҡулынан аҡсаны йолҡоп тигәндәй алып, ҡабалана-ҡарһалана һанай башланы, буталды, яңынан башланы һәм ниһайәт:

— Дөрөҫ! Теп-теүәл ике мең марка, — тине.

Шунда өсөһө лә шымып ҡалды. Үгәй әсәй ҡулындағы бер ус аҡсаға текәлде; Эрвин ауыҙын асҡан килеш аңшайған; Тимдың йөҙө һәр ваҡыттағыса етди. Ниһайәт, үгәй әсәй тынлыҡты боҙҙо:

— Был тиклем аҡсаны нимә эшләтәбеҙ инде?

— Белмәйем, — тине Тим яурынын һикертеп. — Улар һинеке!

Шунда үгәй әсәй ҡысҡырып илап ебәрҙе; кем белә — тетрәнеүҙәнме, шатлыҡтанмы, әллә икеһенән дә бер юлымы. Ул әле Эрвинды, әле Тимды ҡосаҡлап үпте, шунан ҡулъяулығы менән күҙен һөрттө лә:

— Киттек, балалар! Был шатлыҡты билдәләргә кәрәк! — тине.

Тим тағы ҡасандыр атаһы, шунан теге алдаҡсылар, ә үткән йәкшәмбе шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде менән ултырған һымаҡ, каштан аҫтындағы өҫтәл артында ултыра ине.

Үгәй әсәйҙең күңеле күтәренке. Ул бер туҡтауһыҙ бытырланы:

— Тимдың «Фортуна»ға юҡҡа ғына ҡуймағанын шунда уҡ һиҙҙем! Хәйләкәрһең дә инде, малай! — ул иркәләп кенә үгәй улының ҡолағын бороп ҡуйҙы. Шунан һәр береһенә лимонад һәм берәр киҫәк торт һатып алды, был юлы сәтләүеклене түгел, ә шоколадлыһын.

Эрвин электр тогы менән йөрөгән уйынсыҡ тимер юл, ҡалын табанлы көрән ботинка тураһында бер туҡтауһыҙ һөйләнде. Бары Тим ғына — көлә алмаған малай — ауыҙ йомоп шып-шым ултырҙы.

Етенсе бит. ЯРЛЫ БАЙ

Хәҙер Тимға йәкшәмбе һайын, үгәй әсәй менән Эрвинға эйәреп, ипподромға йөрөргә тура килде. Ул теләр-теләмәҫ кенә бара, хатта ҡайһы берҙә ауырығанға һалыша. Ә бәғзе йәкшәмбеләрҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк, — өйҙән иртүк сығып тайырға форсат тыуа ла, ул эңер төшкәс кенә ҡайтып инә. Бындай көндәрҙә үгәй әсәй менән Эрвин сабышҡа үҙҙәре генә бара. Баралар, тик уңа алмайҙар. Отһалар ҙа, бары күңел өсөн, тик бер нисә марканан уҙмайҙар. Шул арҡала Тимға киләһе ялда тағы улар менән барырға һәм уйынға күберәк аҡса ҡуйырға тура килә.

Тиҙҙән Тим ипподромда иң мәшһүр кешегә әүерелде. Инде уны, кем әйтмешләй, һәр бер эте белә башланы. Уның отоштары әйтемгә әйләнеп китте. Йыш отҡан кешеләргә: «Тим һымаҡ даланлы!», — тип һоҡланалар ине.

Үҙенә гел бер төрлө түгел, ҡасан күберәк, ә ҡасан аҙыраҡ оторға кәрәклеген Тим бик тиҙ аңлап алды ла, йыш ҡына шулай эшләне. Әгәр ул еңеренә күптәр өмөтләнгән күренекле юртаҡҡа ҡуйһа, отош бик үк ҙур булмай. Ә инде бер кем дә беренсе булып килеренә ышанмаған хөрт кенә атҡа ҡуйһа, сумырып ала.

Баштараҡ: «Отоп алынған аҡсалар Тимдың үҙенеке, ә мин, уның опекуны булараҡ, уларҙы кәрәккә генә тотонам», — тип ҡабатларға яратҡан үгәй әсәй тиҙ арала «беҙҙең отош», «беҙҙең аҡса», «банктағы шәхси иҫәбебеҙ» тип һөйләргә әүәҫләнеп китте. Тимдың ваҡ-төйәк сығымдарына бер-ике марка бирә лә, шуның менән вәссәләм. Шулай ҙа, иртәме-һуңмы тигәндәй, мәрмәр таҡтаташлыҡ аҡса йыйылды. Был аҡсаны Тим әлегә һаҡлап һалырға булды. Ваҡ аҡсаны ҡағыҙ аҡсаға әйләндерҙе лә боронғо сәғәт эсенә йәшерҙе. Ул был ҙур сәғәттең таяуында йәшерен урын барлығын осраҡлы ғына белеп ҡалғайны.

Көтөлмәгән байлыҡ үгәй әсәйҙең башын әйләндереп ебәрҙе. Тиҙ арала ул тар тыҡрыҡта йәшәгән бөтә кешеләр менән дә тиерлек дошманлашып бөттө. Ҡасандыр һәр иртә бергә ултырып ҡәһүә эскән әхирәтенең дә хәтерен ҡалдырҙы. Кейемең әҙәм ҡарағыһыҙ, һинең менән урамда бергә йөрөргә лә оят, тип әйтеп сығарҙы. Әхирәтенә яңы күлдәк бүләк итергә башына ла килмәне. Ә инде фрау Беберҙың бәлештәрен, торттарын, ҡаластарын яманлап һөйләмәгән кешеһе ҡалманы. Үҙе хәҙер тәм-томдо ҡала үҙәгендәге иң ҡиммәтле кондитер магазинынан ала башланы. Әле ҡасан ғына фрау Беберҙың бурысҡа һораған һайын күпме кәрәк шул тиклем ризыҡ биреп торғаны хәтеренән сығып осҡайны инде.

Әсәһенең әйләнгән һайын аҡса биреүенә күнеккән Эрвин үҙен бай малайҙары һымаҡ кәттә тоторға өйрәнеп алды. Иләмһеҙ ҡалын табанлы ботинка, оҙон балаҡлы салбар кейә, сағыу галстуктар ярата. Өҫтәүенә, йәшереп кенә тарта башланы, үҙен ат сабыштарында ҙур белгес һанап, иптәштәре араһында ғәйәт эре ҡыланды.

Бары Тим ғына үҙе сәбәпсе булған байлыҡты эстән генә ҡарғай ине. Шаҡмаҡ кейемдәге әфәндене осратырға хыялланып, сәғәттәр буйы ҙур ҡаланың урамдарын гиҙер булып китте. Әгәр ҙә Тим байлыҡтан бөтөнләйгә баш тартһа, бәлки, Натйаш уға көлөүен кире бирергә риза булыр? Шулай тип өмөтләнде. Әммә Натйаш бер ерҙә лә күренмәне. Юҡ, был әфәнде Тимды һис кенә лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Ваҡыт-ваҡыт малай йәшәгән урамдан затлы машина үтеп китә, эсендә, күн мендәрҙәргә һөйәлеп, шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде ултырған була. Тимды күреп ҡалһа, шоферға туҡтарға бойора һәм ҡурҡыу ҡатыш борсолоу менән малайҙы күҙәтергә керешә. Бер мәлде ул, ниндәйҙер юл менән, Тимдарҙың фатирына календарь ебәрҙе. Унда ҡәһүәне, какаоны һәм майҙы маҡтаған рекламалар менән бер рәттән, күренекле кешеләрҙең ҡанатлы һүҙҙәре баҫылғайны. Календарҙың беренсе битендә гел генә Тимдың күҙ алдында торорға тейешле бер фекер яҙылған:

«Контрактҡа ғаилә ҡороу һымаҡ уҡ етди ҡарарға: иң башта уның бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын ныҡлап үлсәргә, артабан уға тоғролоҡ һаҡларға кәрәк.

Ч. Натйаш.»

Тимдың бәхетенә күрә, үгәй әсәй был битте йыртып алып йәшереп ҡуйҙы, сөнки уның икенсе яғында үҙенең йондоҙнамәһе — йондоҙҙарға ҡарап яҙмышты юраған күрәҙәлек — баҫылған ине. Ә ул Саян йондоҙлоғо аҫтында тыуғайны.

Тим өсөн иң ҡыйыны шул булды: тиҙ арала тар тыҡрыҡта уға дошмандарса ҡарай башланылар. Күршеләре уның һәр ваҡыт етди сырай менән йөрөүен тәкәбберлек, маһайыу билдәһе тип ҡабул итте; үгәй әсәй менән Эрвин ғына түгел, Тим да шул бер сыбыҡтан ҡыуылған тип иҫәпләне. Улар тураһында мыҫҡыл итеп: «Тиҙәктән көрәк булғандар!» — тип әйтерҙәр ине.

Шунлыҡтан, үгәй әсәй байҙар йәшәй торған кварталда фатир табып, улар киң урамдағы ҙур йортҡа күскәс, Тимдан да нығыраҡ ҡыуанған кеше булманы. Хәйер, йылмая ла алмаған кешенең ҡыуанысы ла шул инде!

Йорт йыһаздарын — иҫкеләрен генә, әлбиттә, — үгәй әсәй тыҡрыҡта әлегә талашып өлгөрмәгән бер нисә күршеһенә бүләк итте. Эсендә Тимдың йәшереп ҡуйған аҡсаһы ятҡан боронғо сәғәтте лә ҡалдырырға йыйына ине, бәхеткә күрә, малай был хаҡта алдан ишетеп өлгөрҙө. «Уны яңы фатирҙа үҙемдең бүлмәмә ҡуям», — тип саҡ алып ҡалды, шул тиклем ялынып һораны, хатта үгәй әсәй аптырап ҡуйҙы. Шулай итеп, ваҡыт һанаған сейф Тим менән бергә уның шәхси бүлмәһенә күсеп килде. Ғүмерендә тәүге тапҡыр уға дәрес әҙерләргә бер кем дә ҡамасауламай ине.

Яңы фатирға урынлашып алғас, үгәй әсәй өй эштәрен башҡарырға кеше ялланы. Тик бер генә хеҙмәтсе ҡатын да уның менән һыйыша алманы. Мария артынан — Берта, Бертанан һуң Клара килде. Клараны Иоһанна алмаштырҙы һәм, ниһайәт, Иоһанна киткәс, Грит исемле өлкән генә бер ҡатын эшләй башланы. Һуңғыһы бөтәһенә ҡарағанда ла оҙағыраҡ сыҙаны, сөнки үгәй әсәгә һис тә бирешмәне, уның һәр һүҙен яуапһыҙ ҡалдырмай, бер әйткәнгә биште ҡайтарып сәпәй торғайны. Бына шулай өлкәндәр йә әрләште, йә татыулашты, ул арала ваҡыт үтә торҙо. Ниһайәт, Тимға ун дүрт йәш тулды һәм уға үҙенең күңеле ятҡан һөнәр һайлар мәл етте.

Үгәй әсәй Тимды ипподром контораһына өйрәнсек итеп эшкә индерергә хыяллана ине. Ә һуңғы осорҙа ул быны өҙмәй ҙә ҡуймай, талап итә башланы. Әлбиттә, уның етди сәбәбе бар ине. Бер йыл элек, үҙенә ун өс йәш тулған көндө, Тим һуңғы тапҡыр сабышта ҡатнашырға йәлләп кенә мөмкинлек бирелгән иң хөрт атҡа байтаҡ аҡса ҡуйғайны. Был ат еңер тип һис кем башына килтермәне. Ә ул, бөтә белгестәрҙе хайран ҡалдырып, иң беренсе булып килде. Тим кассанан утыҙ мең марка аҡса алды. Ошо отоштан һуң, ул үгәй әсәйгә:

— Хәҙер беҙ байбыҙ инде. Башҡаса мин сабышта уйнамайым, — тип белдерҙе.

Күҙ йәштәре лә, туҡмаҡ та уның был ҡарарын үҙгәртә алманы. Шул көндән башлап, Тим ипподромға аяҡ та баҫманы. Шул арҡала үгәй әсәй үҙенсә, ипподром контораһына өйрәнсек булып эшкә инһә, Тим йәнә ат сабышы менән ҡыҙыҡһынып китер, тип өмөтләнә ине. Ул хатта ҡалала ат сабыштары ойошторған иң бай кеше менән һөйләшеүҙәр ҙә алып барып ҡараны. Ләкин Тим, моряк булам, диңгеҙҙә йөҙәм, башҡа бер ваҡытта ла ат сабыштарында уйнамайым, тип үҙ фекерендә ҡаты торҙо.

Бер мәл — әле Тимдың мәктәп тамамлағанына бер нисә көн генә үткәйне — үгәй әсәй тағы киләсәк тураһында һүҙ башланы.

— Һин хәҙер бала түгел бит инде, Тим! Нисек кенә булмаһын, һиңә берәй эшкә тотонорға кәрәк. Ә ул конторала һин үҙеңдең һәләттәрең менән тиҙ арала байып китә алаһың! Мин бит һиңә тик яҡшылыҡ ҡына теләйем, балаҡайым! Мин бит үҙем тураһында түгел, һинең хаҡта уйлайым!

— Мин унда бармайым, — тип ҡырыҫ ҡына яуап ҡайтарҙы Тим. — Минең диңгеҙсе булғым килә!

Үгәй әсәй тәүҙә асыуланды, шунан туҙынып китте, бер нисек тә булдыра алмағас, хәсрәткә батты. Унан, ғәҙәте буйынса, илап еңергә булды:

— Һин мине ташлап китергә йыйынаһың, ҡартайған көнөмдә бер тинһеҙ ҡалып, хәйер һоранып йөрөүемде теләйһең, — тип һамаҡланы. — Ҡустың Эрвин менән икебеҙҙе яҙмыш ҡосағына ташлап, үҙең генә байырға итәһең. Һин, ғөмүмән, ғаилә тигәнде уйлап та бирмәйһең! Хатта йылмая ла белмәйһең бит һин!

Үгәй әсәйҙең һуңғы һүҙҙәре Тимдың йөрәгенә хәнйәр һымаҡ килеп ҡаҙалды. Битенә ҡан эркелде. Уның хәҙер, ошо минутта уҡ, ҡасып киткеһе килде! Әммә ул, көлөүен юғалтҡандан һуң, был йәштәге малайҙарҙа һирәк осрай торған ғәжәп сифатҡа эйә булғайны: үҙен-үҙе ҡулда тоторға өйрәнгәйне.

Был юлы ла ихтыярын йәһәт кенә туплай алды, үгәй әсәй бер нәмә лә абайламай ҡалды, бары тик ҡыҙарынып киткәнен генә күрһә күргәндер.

— Киләһе йәкшәмбе һин миңә, былтырғы һымаҡ, күберәк аҡса бир, — тине малай. — Моғайын, мул ғына отош алырмын.

Шунан ҡырт ҡына боролдо ла, үгәй әсәй яуап ҡайтарып өлгөргәнсе, йүгереп сығып китте. Ул, йылға буйына барып, аулаҡ эскәмйәгә ултырҙы һәм әрнеүен баҫырға, тынысланырға тырышты. Бер нисек тә булдыра алмағас, ахыр сиктә, сараһыҙлыҡтан, күңелен тотош биләп алған төшөнкөлөктән илап ебәрҙе. Тамағына килеп тығылған йоҙроҡтай төйөндө йота алмайынса, буҫлығып-буҫлығып бик оҙаҡ үкһене. Ә бер аҙҙан, эсе бушағандай булып, күҙ йәштәре ағыуҙан туҡтағас, айыҡ аҡыл һәм һалҡын ҡан менән үҙенең киләсәге хаҡында уйлай башланы.

Уға киләһе ялда ипподромға барып, тағы берәй насар ғына атҡа ҡуйырға ла, ҙур отош алырға кәрәк. Шунан, бөтә аҡсаны үгәй әсәйгә тотторор ҙа ҡаланан сығыр ҙа китер. Берәй карапҡа юнга булып ялланыр йәки шунда уҡ башҡа эш табылыр. Аҡса тип аптырайһы юҡ, ипподромдар ҡайҙа ла бар. Ә байлыҡ — ҡыуаныс түгел, әле Тим быны бик яҡшы белә. Ҡайһылай үкенес, ул үҙенең көлөүен бер кәрәге булмаған нәмәгә әрәм иткән.

Яр буйында ултырғанында Тим тағы ла бер мөһим ҡарарға килде: һис нәмәгә ҡарамайынса, ул үҙенең көлөүен кире ҡайтарып алырға тейеш һәм аласаҡ та! Натйаш әфәнденең артынан ҡыуа төшөр, ҡайҙа ғына йәшенһә лә, хатта ер сигендә булһа ла, уны барыбер эҙләп табыр.

Әгәр ҙә яҡты донъяла Тим үҙенең уйҙарын уртаҡлашырлыҡ берәй кеше — исмаһам, иҫерек күсер йәки ярты аҡыл берәҙәк кенә булһа ла тапһа икән! Кеше менән һөйләшеп алһаң, хатта иң ҡатмарлы тойолған нәмәләр ҙә яп-ябайға әйләнә бит. Тик Тимға әлеге хәүефтәре хаҡында бер кем менән дә һөйләшергә ярамай ине шул. Ул үҙенең серенә ҡабырсағына йәшенгән ҡусҡар һымаҡ йомолорға тейеш. Боронғо сәғәт эсендә тинләп йыйған аҡсалары янында ятҡан дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ уны был донъяла иң яңғыҙ йән эйәһенә әйләндерҙе.

Тимдың уйҙары атаһына, уға мәрмәр таҡтаташ ҡуйыр өсөн һаҡлап һалған аҡсаһына күсте, шулай яйлап ҡына башында бер фекер яралды ла ныҡлы ҡарар булып уҡмашты. Был ҡаланы бөтөнләйгә ташлап сығып киткәнгә тиклем, ул атаһының ҡәберенә таҡтаташты мотлаҡ ҡуйырға тейеш. Был эштең еңел булмаҫын аңлай ине Тим, әммә бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе.

Инде ул, әптән тынысланып, ултырған эскәмйәһенән торҙо: уның аныҡ ниәте бар, был ниәт уға көс һәм тәүәккәллек биреп торасаҡ.

Һигеҙенсе бит. ҺУҢҒЫ ЙӘКШӘМБЕ

Тимдың тыуған ҡалаһында үткәргән һуңғы йәкшәмбеһе килеп тә етте. Үгәй әсәй иртән иртүк түҙемһеҙләнә башланы. Ҡаты итеп ҡайнатҡан ҡәһүәнән башҡа ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапманы, ҡомһоҙланып шуны ғына эсте. Тимға аҡсаны һорағанға ҡарағанда ла күберәк бирҙе. Үҙенең сәскәләр сигелгән иң затлы ебәк күлдәген кейҙе, яурынына һалып сығып китер өсөн, төлкө яғаһын шкафтан алып әҙерләп ҡуйҙы.

— Ах, ҡыҙыҡ бит әле ул, бөгөн оторбоҙмо икән, юҡмы икән? — тип бытылданы ул. — Тим, һин ҡайһы атҡа ҡуйырыңды беләһеңме?

— Юҡ, — тип яуапланы Тим. Ысынлап та белмәй ине.

— Әле уйламаныңдамы ни? Тота килеп, осраҡлы ғына ҡуймаҡсыһыңмы?

— Кем-кем, ә Тим үҙенең нимә эшләгәнен белә инде! — тине Эрвин. Ул ағаһының ат сабыштарындағы уңыштарына көнләшә, шул уҡ ваҡытта уның менән ныҡ ғорурлана ине.

Иртәнге аштан һуң өсәүләшеп таксиға ултырҙылар ҙа ипподромға йүнәлделәр. Үгәй әсәй машинанан сығыу менән кассаға йүгермәксе булды. Әммә Тим, тәүҙә унда-бында ҡаранып, фекер туплап алырға кәрәклеген әйткәс, уны хупланы. Әйҙә, кеше араһында йөрөп алһын, һөйләгән хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалһын.

Ипподромда Тимды оноторға өлгөргәйнеләр инде: уның бит бер йылға яҡын килгәне булманы. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр хәтерләй икән әле: малай үтеп барғанда бәғзе тамашасылар бер-береһенә терһәк менән төртөп, шыбырлашып ала. Бигерәк тә бөрмәс ҡара сәсле, сәнскәк ҡарашлы, аҡһыл-күк күҙле бер кеше, хужаһы янында бөтөрөлгән тоғро эт һымаҡ, Тим тирәһендә уралды. Унан күҙен алмай күҙәтә, әммә шул уҡ ваҡытта бәйләнсек булып күренмәҫкә тырыша. Тим сабышта ҡатнашҡан аттар исемлеген уҡый башлағас, был кеше уның янына килеп баҫты.

— «Көньяҡ» тигән атҡа бер кем дә ҡуймаған, шикелле! — тине ул үҙ алдына һөйләнгәндәй. Унан Тимға ҡарамай ғына: — Һин дә берәй атҡа ҡуйырға йыйынаһыңмы? — тип ҡыҙыҡһынды.

— Эйе, — тип яуапланы Тим, — «Көньяҡ»ҡа ҡуйырға йыйынам!

Теге кеше Тимға боролдо:

— Үтә тәүәккәл түгелме, балаҡай! «Көньяҡ»тың бер ниндәй ҙә шансы юҡ бит!

— Күрербеҙ, — тине Тим.

Ни өсөндөр уның көлгөһө килеп китте. Тик көлә генә алмай ине. Ә теге кеше Тимдың тәүәккәл ниәтенән һәм отошҡа өмөтләнеүенән дуҫтарса ғына шаярта башланы. Ә малай моңһоу күҙҙәре менән уға етди генә ҡарап алды ла, кассаға йүнәлде. Тегеһе уның артынан эйәрҙе, барышлай ҙа мәрәкәләүен дауам итте, ниндәйҙер мәҙәк табып, бәләкәс жокейҙарҙан көлдө, шул арала Тимдан һынсыл ҡарашын алманы.

Касса эргәһенә етәрәк, ул туҡтаны. Ихтыярһыҙҙан малай ҙа аҙымын аҡрынайтты.

— Минең исемем — Крешимир, — тине был кеше. — Мин һиңә яҡшылыҡ теләйем, балаҡай. Мин беләм, был ипподромда һинең әле бер тапҡыр ҙа отолғаның юҡ. Бик һирәк осрай торған һәләк ғәжәп хәл. Һиңә һорау бирергә мөмкинме?

Тим был таныш булмаған кешенең аҡһыл-күк күҙҙәренә ҡараны, ни өсөндөр улар бик таныш булып күренде. Улар кемделер хәтерләтә, тик кемде — Тим бер нисек тә иҫенә төшөрә алманы.

— Һорағыҙ, әлбиттә! — тине ул. — Һорағыҙ.

Малайҙан күҙҙәрен алмайынса, Крешимир шым ғына:

— Ни өсөн һин бер ваҡытта ла көлмәйһең, балаҡай? Көлгөң килмәйме? Әллә… көлә алмайһыңмы? — тип һораны.

Тим ике бите ут ҡапҡандай ҡыҙарып киткәнен һиҙҙе. Кем һуң ул был кеше? Тим тураһында ул нимә белә? Ҡапыл уға был күҙҙәр Натйаштыҡы кеүек тойолдо. Әллә Натйаш шулай үҙгәргәнме? Бәлки, уның Тимды һынап ҡарағыһы киләлер?

Малай яуабын артыҡ оҙаҡлатты, ахыры. Крешимир:

— Һинең өндәшмәүең күп нәмә хаҡында һөйләй. Ихтимал, берәй заман мин һиңә ярҙам итә алырмын. Онотма, минең исемем Крешимир. Хуш булып тор! — тине лә ипподромда ҡайнап торған халыҡ араһына инеп юғалды. Тим уны шунда уҡ күҙ уңынан ысҡындырҙы. Хәүефкә батҡан килеш, касса тәҙрәһе янына килде лә, бар булған аҡсаһын «Көньяҡ» өсөн ҡуйҙы.

Талон алып боролоу менән ул үгәй әсәй менән Эрвинға тап булды — юрамал Тимды ошонда көтөп торғандарҙыр, ахыры. Тик был юлы Тим уларға ҡайһы атҡа ҡуйғанын әйтмәне. Уның ҡарауы, беренсе тапҡыр бөтәһе менән бергә сабыш барышын күҙәтте.

«Көньяҡ» баҫҡан ерендә бейеп торған ғәҙәттән тыш дәртле йәш тай булып сыҡты. Ул сабышта өсөнсө мәртәбә генә ҡатнаша икән. Белгән кешеләр, уны ипподромға үтә иртә сығарғандар, тип иҫәпләй. Бөгөнгә тиклем ул ике тапҡыр финишҡа дүртенсе булып килгән. Дөрөҫ, бер ваҡыт, сабыш башланыу менән уҡ кеүек алға атлыҡҡан да, башҡаларҙы үтеп китеп, бер аҙ алда барған. Тик хәле оҙаҡҡа етмәгән, артта ҡалып, ғәҙәттәгесә, дүртенсе булып килгән.

Тим быларҙы үҙенән йыраҡ түгел шым ғына гәпләшеп торған ике кешенең әңгәмәһенән аңланы.

Ғүмерендә беренсе тапҡыр ул сабышты тулҡынланып, хатта ниндәйҙер эске ҡалтыраныу менән көттө. Крешимирҙың әйткәненән һуң, шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде менән төҙөшкән килешеүе көсөн юғалтып ҡуймағайы, тип боросола ине. Хәүефе урынлымы, юҡмы — быны сабыштың һөҙөмтәһе күрһәтәсәк.

Атыу тауышы тәүге сабыштың башланғанын белдерҙе. Аттар алға йомолдо. «Көньяҡ» һәр ваҡыттағыса дүртенсе булып саба ине. Тим янында торған теге ике ир беренсе барған ат тураһында фекер алышты. Тик бер аҙҙан йәнә «Көньяҡ» хаҡында һөйләшә башланылар. Көсәйә барған шау-шыу арҡаһында, Тимға уларҙың хәбәре өҙөк-йыртыҡ ҡына килеп ишетелде:

— Байтаҡ нәмәгә өйрәнгән … көсөн һаҡлай … алға сығыр …

Әммә «Көньяҡ»тың еңеренә бер ниндәй ҙә өмөт юҡ ине, ахыры. Ул һаман да дүртенсе бара, унан алда сапҡан аттар ныҡ алыҫҡа китеп өлгөргән. Эрвин менән үгәй әсәй Тимға, ҡайһы атҡа ҡуйғаныңды әйт, тип бер туҡтауһыҙ бәйләнә. Ә малайҙы шик солғап алғайны. Инде ул сабышты ҡото осоп күҙәтә башланы. Бына «Көньяҡ» алдағылар менән аралыҡты һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыҫҡартҡандай булды. Тик финишҡа тиклем күп тә ҡалмағайны. Бына ҡапыл алда сабып барған ат һөрөнөп китте. Уның артынан килгән икәүһе өркөп ситкә тайпылды. Шул арала «Көньяҡ» улар янынан ҡуш аяҡлап елдереп үтте лә финишҡа беренсе булып килде. Ипподромдағы халыҡтың үкереүендә һоҡланыу, ҡыуаныс түгел, ә ниндәйҙер үкенес ишетелде. Тим, эргәһендә торған берәүҙең:

— Быға тиклем күпме ат сабышын күрҙем, был тиклем дә мәғәнәһеҙен күргәнем булманы! — тигәнен ишетеп ҡалды.

Иң өҫтәге ҙур таблола: «Көньяҡ» тигән яҙыу күренде. Тим еңел һуланы. Ҡайһылай рәхәтләнеп көлөр ине ул хәҙер! Әммә бының урынына ул өндәшмәй генә кеҫәһенән талон алды ла үгәй әсәйгә һуҙҙы:

— Беҙ оттоҡ! Зинһар, аҡсаны үҙең барып ал!

Фрау Талер менән Эрвин касса тәҙрәһенә ташланды. Тим иһә, уларҙы көтөп тормайынса, трамвайға ултырып ҡайтып китте. Боронғо сәғәт эсенән контракт менән аҡсаһын алды, контрактты фуражкаһының эслегенә, аҡсаны курткаһының эске кеҫәһенә тыҡты ла ишектән сығырға йыйынды. Шул саҡ баҫҡыста үгәй әсәй менән Эрвиндың аяҡ тауыштары ишетелде. Тим бәләкәй генә соландың ишеген ҡаплап торған ҡорма артына саҡ йәшенеп өлгөрҙө. Шунда уҡ фатир ишеге асылып китте лә үгәй әсәй ҡысҡырып уға өндәште. Тим яуап ҡайтарманы.

— Ҡайҙа булды һуң ул? — йәнә үгәй әсәйҙең ғәжәпләнгән тауышы яңғыраны. — Һуңғы осорҙа әллә ниндәй сәйер булып китте ул малай!

Тауыштар алыҫлашты — әле улар әллә ҡунаҡ, әллә йоҡо бүлмәһендә һөйләшәләр ине. Тимдың ҡолағына Эрвиндың:

— Хәҙер беҙ серегән байбыҙ, шулай бит? — тигән һүҙҙәре салынды.

Үгәй әсәй киҫкен тауыш менән нимәлер яуап ҡайтарҙы. Тимға:

— …ҡырҡ мең… — тигәне генә килеп етте.

«Йә, — тип уйланы Тим һалҡын тыныслыҡ менән, — моғайын, минең уларға башҡаса кәрәгем юҡтыр».

Ул соландан сыҡты, шым ғына тышҡы ишекте асып-япты, стенаға һырынып, үҙҙәренең фатирының тәҙрәләре аҫтынан үтте лә ҡаланың көнсығыш ситенә, зыярат яғына, йүгерҙе.

Зыярат ҡарауылсыһы, мыйыҡлы йыуан ҡарт, унан нисәнсе һанлы ҡәбергә бараһың, тип һорағас ҡына Тим үҙенең яңылышҡанын аңланы. Атаһына мәрмәр таҡтаташты алдан башҡа бер урында эшләтеп алырға кәрәк булғандыр, моғайын. Шулай ҙа, исмаһам, белешеп булһа ла китергә ҡарар итте.

— Мин һеҙгә мәрмәр таҡтаташҡа заказ бирә аламмы? — тип һораны ул ҡарауылсынан.

— Беҙҙә мәрмәр таҡтаташтар рөхсәт ителмәй, тик ябай таштан ғына мөмкин! — тип мығырҙаны ҡарт. — Унан беҙҙең таҡтаташтарға ҡыҫылышыбыҙ юҡ, уны махсус оҫтаханала яһайҙар. Тик улар барыбер йәкшәмбе көн эшләмәй!

Шунда Тимдың башына сая фекер килде.

— Әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек, минең атайымдың ҡәберендә мәрмәр таҡтаташ ята инде! Унда алтын хәрефтәр менән: «Улың Тимдан. Ул һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡ», тип яҙылған.

— Һин бәхәсләшә башламаҫ элек үк отолдоң бит, малай!

— Нисек кенә булмаһын, әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек! Бер плитка шоколадҡа!

Ул ҡарауылсы өйөнөң тәҙрәһе төбөндә ятҡан шоколадты алдан уҡ абайлағайны.

— Еңелһәң, шоколад алырға аҡсаң етерме һуң?

Тим кеҫәһенән ҡағыҙ аҡсаларын сығарып күрһәтте.

— Йә, бәхәсләшәбеҙме?

— Бының кеүек тә алйот бәхәс булыр икән! — тип мығырҙаны зыярат ҡарауылсыһы. — Улай бик теләгәс ни, әйҙә инде!

Улар ҡулға-ҡул һуғыштылар ҙа, паркҡа оҡшаған ҙур зыярат буйлап, Тимдың атаһының ҡәберенә йүнәлделәр. Комбинезон кейгән өс эшсенең ҡәбер эргәһендә мәшәҡәтләнгәнен алыҫтан уҡ күрҙеләр. Алпан-толпан килгән ҡарауылсы аҙымын шәбәйтә төштө.

— Һуң был бит… — ҡарт морж һымаҡ фырҡылданы ла, ауыр кәүҙәһен саҡ ҡуҙғатып, йүгерә башланы. Ҡәбер өҫтөнә әле генә өр-яңы мәрмәр таҡтаташ һалынғайны. Унда алтын хәрефтәр менән мәрхүмдең исем-шәрифе һәм йәшәгән йылдары яҙылған. Ә аҫта: «Улың Тимдан. Ул һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡ», — тигән һүҙҙәр.

Ҡарауылсының ҡысҡырыныуына эшселәрҙең иҫтәре китмәне. Улар таҡтаташтың ҡәбергә һалыныуы менән бер ниндәй ҙә ҡағиҙә һәм закон боҙолмағанын иҫбатлаған ҡағыҙ күрһәтте. Документтар араһында таш таҡта урынына мәрмәр таҡтаташ ҡуйырға рөхсәт биргән махсус ҡағыҙ ҙа бар ине. Асыҡланыуынса, эшселәр үтеп киткән ваҡытта, ҡарауылсы йоҡомһорап ултырған, шуға күрә тегеләрҙең уны уятып борсоғолары килмәгән.

— Ә быларҙың барыһы өсөн дә, — тип өҫтәне эшселәрҙең береһе, — ниндәйҙер Тим Талер түләргә тейеш.

— Дөрөҫ, — тине Тим. — Бына аҡса. — Ул кеҫәһенән ҡағыҙ аҡсалар сығарҙы ла, уларҙы хисаплап, эшселәрҙең береһенә тотторҙо. Хәҙер уның бары тик илле пфеннинг ҡына аҡсаһы ҡалды.

Зыярат ҡарауылсыһы һуҡрана-һуҡрана өйөнә йүнәлде. Эшселәр үҙҙәренең эш ҡоралдарын йыйнап алғандан һуң, баш кейемдәрен ҡалҡытып хушлаштылар ҙа, сығыу яғына ыңғайланылар. Тим, йоҙроғона илле пфеннинг аҡсаһын йомарлаған килеш, атаһының ҡәбере янында япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Икенсе ҡулына ул эслеге аҫтында сәйер һәм аңлайышһыҙ контракт ятҡан фуражкаһын тотҡайны. Ул күптән инде мәрхүм булған ғәзиз кешеһенә күңелен өйкәп торған һәм, исмаһам, бер генә булһа ла тере йән эйәһе менән уртаҡлашҡыһы килгән хәбәрҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләй башланы. Оҙаҡ һөйләне, күңеленә рәхәт булып китте. Ниһайәт, тынды, яңы мәрмәр таҡтаташҡа тағы ла бер тапҡыр иғтибар менән ҡарап торҙо, уны бик матур тип тапты. Шунан шым ғына:

— Мин яңынан көлә ала башлағас, кире ҡайтырмын. Тиҙҙән осрашҡанға тиклем! — тине. Тотлоға биреп торҙо ла: — Тиҙ булыр, тип өмөтләнәм… — тип өҫтәне.

Ҡарауылсы өйө янынан үтеп барышлай, ул асыулы ҡарттың бер плитка шоколадын алып китте. Һуңғы аҡсаһына трамвай билеты һатып алды.

Ҡайҙа бара, үҙе лә белмәне. Бары тик шаҡмаҡ кейемдәге әфәндене табып, һатып ебәргән көлөүен кире ҡайтарырға кәрәклеген генә аңлай ине.

Туғыҙынсы бит. РИКЕРТ ӘФӘНДЕ

Трамвай буп-буш ине, тип әйтергә була. Тимдан башҡа бында тәбәнәк буйлы, тумалаҡ бер әфәнде генә бар. Ҡәҙимге өлкән йәштәге был кешенең көләс йөҙө нимәһе менәндер эскерһеҙ холоҡло мопс тоҡомло эткә оҡшап тора.

Ул малайҙың ҡайҙа барыуы менән ҡыҙыҡһынды.

— Вокзалға, — тип яуап ҡайтарҙы Тим.

— Улай булғас, һиңә башҡа трамвайға күсеп ултырырға тура килер. «Туғыҙынсы» вокзалға бармай. Быны мин яҡшы беләм, сөнки үҙем дә шунда китеп барам.

Тимдың фуражкаһы тубығында ята һәм ул, ҡулы менән ҡапшап, эслеккә йәшерелгән контракт ҡағыҙының ҡыштырлағанын тыңлап бара ине. Көтмәгәндә башына бер сая фекер килде: теләһә ниндәй, хатта башҡа һыймаҫлыҡ нәмәләр тураһында уға мөмкин тиклем йышыраҡ бәхәсләшергә кәрәк. Бәлки, берәй ваҡыт ул отолор. Шул саҡта инде ул шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденән үҙенең көлөүен кире ҡайтарып аласаҡ!

— Әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек, был трамвай вокзалға бара! — тине Тим.

Тумалаҡ кеше көлөп ебәрҙе лә зыярат ҡарауылсыһы кеүек үк:

— Һин бәхәсте башламайынса уҡ отолдоң бит! — тип ҡуйҙы. — Был бит «туғыҙынсы»! Уның әле бер ваҡытта ла вокзалға тиклем барғаны юҡ, — тип өҫтәне.

Әммә Тим ныҡ ышаныслы итеп:

— Ә шулай ҙа мин бәхәсләшергә тәҡдим итәм! — тигәс, икеләнә төштө:

— Һин нисектер үтә ышанып һөйләйһең бит әле, балаҡай. Йә улайһа, нимәгә бәхәсләшәбеҙ?

— Гамбургҡа тиклем билетҡа, — тип йәһәт кенә яуаплай һалды Тим. Үҙенең был һүҙҙәренә үҙе лә хайран ҡалды. Был уй башына шул тиклем ҡапыл килде! Ә шулай ҙа был осраҡлы фекер түгел ине. Тим бит күптән инде диңгеҙҙә йөҙгән карапҡа эшкә инергә хыяллана.

— Һин Гамбургҡа йыйынаһыңмы ни?

Тим баш ҡаҡты.

«Мопстың» яғымлы йөҙө йылмайыуҙан балҡып китте.

— Һиңә бәхәсләшеүҙең бер кәрәге лә юҡ, балаҡай! Мин дә Гамбургҡа барам, ике урынлыҡ купеға ике билет алғайным. Ә минең менән барырға тейешле әфәндегә тотҡарланырға тура килде. Тимәк, һин минең менән бара алаһың.

— Ә шулай ҙа минең бәхәсләшкем килә, — тип ныҡышты Тим.

— Ярар, улайһа! Әйҙә, бәхәсләшәйек. Тик алдан уҡ иҫкәртәм: һин отоласаҡһың! Әйткәндәй, исемең кем?

— Тим Талер.

— Матур исем. Тәңкәләр сылтыраған һымаҡ яңғырай.[4] Ә минең фамилиям — Рикерт.

Ҡул ҡыҫыштылар. Шул рәүешле таныштылар ҙа бер юлы бәхәсте лә нығыттылар.

Рикерт әфәнде вагон буйлап китеп барған кондукторҙан:

— Әйтегеҙ әле, зинһар, был трамвай вокзалға барамы? — тип һораны.

Кондуктор яуап ҡайтарырға йыйынғайны ғына, вагон һелкенеп китте лә туҡтап ҡалды. Тим Рикерт әфәнденең өҫтөнә саҡ ҡолап китмәне.

Кондуктор алғы майҙансыҡҡа ашыҡты. Тап шул мәлдә трамвайға, кителендәге көмөш һыҙаттарын йылҡылдатып, ҡала транспорты идаралығының бер түрәһе һикереп килеп менде. Ул борсоулы ҡиәфәт менән кондукторға ниҙер әйтте; тегенеһе тулҡынланып яуап ҡайтарҙы, шунан вагон эсенә боролоп, Рикерт әфәндегә:

— Беҙҙең линияла сым өҙөлгән, шуға күрә вагон вокзалға китергә мәжбүр. Ә былай «туғыҙынсы» трамвай ул маршрут буйынса йөрөмәй, — тип хәбәр итте.

Шунан һуң, ихтирамын белдереп, ике бармағы менән фуражкаһының козырегына ҡағылды ла, алғы майҙансыҡҡа ашыҡты.

— Шайтан алғыры, бәхәсте ҡалай йәтеш кенә итеп оттоң бит әй, ә, Тим Талер! — Рикерт әфәнде ихлас көлөп ебәрҙе. — Дөрөҫөн әйт, был линияла сым өҙөлгәнен һин ҡайҙандыр ишеткән булғанһың, шулай бит. Йә инде, әйт тә ҡуй!

Тим, «юҡ» тигәнде белдереп, бойоҡ ҡына баш сайҡаны. Ул был бәхәстә бик рәхәтләнеп еңелергә теләр ине. Был ваҡиға Натйаш әфәнденең икһеҙ-сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә икәнлеген ап-асыҡ күрһәтте.

Вокзалда Рикерт әфәнде Тимдың багажы менән ҡыҙыҡһынды.

— Миңә нимә кәрәк, барыһы ла үҙем менән, — тип яуапланы Тим балаларса бер ҡатлылыҡ менән. — Ә паспортым курткамдың кеҫәһендә ята.

Ысынлап та, Тимдың үҙе менән паспорты бар ине. Ун дүрт йәше тулғас, ул, ипподром кассаһында күрһәтергә кәрәк, тигән һылтау менән, үгәй әсәйҙән паспорт юллатып алдырҙы. Был дәлил менән үгәй әсәйҙе ризалатыу еңел булды, сөнки Тим йыл буйы ат сабышында уйнауҙан баш тартып йөрөгәйне.

Тим паспорттың үҙенә ни тиклем кәрәк икәнен әле генә төшөндө. Ул бит хәҙер Гамбургҡа китеп бара.

Рикерт әфәнденең купеһы беренсе класлы булып сыҡты. Купеның ишегенә: «Христиан Рикерт, пароходлыҡ директоры», — тигән яҙыу эленгәйне.

Шунда уҡ тағы бер исем яҙылған. Уны уҡығас, Тим ағарынып китте: «Барон Ч. Натйаш».

Быны абайлаған Рикерт әфәнде, инеп ултырышҡас:

— Үҙеңде насар тояһыңмы әллә, Тим? Ап-аҡ булып киттең! — тип һораны.

— Ҡайһы берҙә шулай булып китә ул, — тип яуап ҡайтарҙы Тим (уны алдашты тип әйтеп булмай, сөнки кемебеҙ менән генә ваҡыт-ваҡыт ундай хәлдәр булмай!).

Поезд байтаҡ ҡына Эльба йылғаһы буйынан барҙы. Рикерт әфәнде йылғаға, уның ярҙарына ҡарап зауыҡланды. Ә Тим тәҙрәгә лә, Рикерт әфәндегә лә күтәрелеп тә ҡараманы.

«Мопс» ваҡыт-ваҡыт малайға күҙ ташлап ала, шунан йәнә йылғаның күркәм ярҙарына төбәлә. Юлдашының төшөнкө кәйефе Рикерт әфәндене барған һайын нығыраҡ борсоно.

Ниһайәт, ул диңгеҙҙәге сәйәхәте ваҡытында булған ҡыҙыҡ хәлде һөйләргә кереште, тик бер аҙҙан күңелһеҙ уйҙарына сумған малайҙың уны бөтөнләй тыңламағанын абайланы.

Ә Тимдың бәхетенә күрә бөгөн юлға сыға алмаған барон Натйаш тураһында һүҙ сыҡҡас, малай иғтибар менән тыңлай башланы, хәбәргә ҡушылып китте.

— Барон, моғайын, бик байҙыр? — тип һораны ул.

— Ҡот осҡос бай! Донъяның барлыҡ ҡитғаларында ла завод-фабрикалары бар. Гамбургтағы мин етәкселек иткән пароходлыҡ та уныҡы.

— Барон Гамбургта йәшәйме ни?

Рикерт әфәнде: «Кем белһен уны?» — тигән һымаҡ ҡул һелтәп ҡуйҙы.

— Барон бөтә ерҙә лә йәшәй һәм бер ерҙә лә йәшәмәй, — тип аңлатты ул. — Бөгөн ул Гамбургта, иртәгә — Рио-де-Жанейрола, ә иртәгәнән һуңға Гонконгта булыуы ихтимал. Уның төп резиденцияһы, минең белеүемсә, Месопотамиялағы замокта урынлашҡан.

— Һеҙ, моғайын, уны яҡшы беләһегеҙҙер?

— Уны бер кем дә яҡшы белмәй, Тим. Ул хатта үҙенең тышҡы ҡиәфәтен дә хамелеон кеүек үҙгәртә. Бына мин һиңә миҫал килтерәм: күп йылдар буйы уның ауыҙы ҡымтылған, ә сәнскәк ҡарашлы күҙҙәре балыҡтыҡы һымаҡ аҡһыл-күк төҫтә була торғайны. Эйе, аҡһыл-күк төҫтә ине тип ант итеп әйтә алам. Ә кисә осрашҡанда ҡараһам, күҙҙәре ҡуңыр төҫтә, ҡарашы шундай мөләйем, игелекле. Инде ул урамда ҡара күҙлек кейеп йөрөмәй. Ә иң ғәжәбе шул: йөҙөндә ғүмерҙә лә йылмайыу ишараты күренмәгән кеше кисә осрашҡанда шаян малай һымаҡ сыңғырҙатып көлә лә көлә. Йәнә шуға иғтибар иттем: ул бер тапҡыр ҙа иренен ҡымтыманы. Ә элек минут һайын ҡымтый торғайны.

Тим ашығып, тәҙрәгә боролдо, сөнки ихтыярһыҙҙан иренен ныҡ итеп ҡымтығайны.

Рикерт әфәнде үҙенең һөйләгәндәрендә малайҙы нимәлер ылыҡтырғанын, шул уҡ ваҡытта күңелен ҡырғанын һиҙҙе. Шуға күрә һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙо:

— Ә һин Гамбургта нимә эшләргә уйлайһың?

— Берәй пароходта кельнерға өйрәнсек булып эшләгем килә.

Тим үҙе әйткәнгә үҙе аптырап ҡуйҙы, сөнки был уй башына әле генә килгәйне. Хәйер, был ҡарары ла шул тиклем үк көтөлмәгән түгел ине; диңгеҙҙә йөҙөргә йыйынаһың икән, берәй нәмәнән башлап китергә кәрәк бит инде.

Ҡаршыһында ултырған Рикерт әфәнденең илгәҙәк мопстыҡына оҡшаған йөҙөндә ҡыуаныслы йылмайыу балҡып китте.

— Үәт, малай, даланың бар! — тип белдерҙе ул тантаналы тауыш менән. — Вокзалға барам тиһәң, трамвай һинең өсөн үҙенең маршрутын үҙгәртә, ә эш урыны кәрәк булыу менән, шул эште тәҡдим итә ала торған кешегә барып төртөләһең!

— Һеҙ мине кельнерға өйрәнсек итеп эшкә урынлаштыра алаһығыҙмы әллә?

— Кельнер карапта «стюард» тип атала. — Пароходлыҡ директоры уны төҙәтеп ҡуйҙы. — Башта һин кают-компанияла йомошсо, ә, бәлки, юнга булып эшләрһең. Тик әле иң мөһиме шул: атай-әсәйең ризамы?

Тим бер аҙ уйлап торҙо ла:

— Минең атайым да, әсәйем дә юҡ, — тип яуапланы.

Үгәй әсәй тураһында өндәшмәҫкә булды: уның үҙенә диңгеҙгә китергә бер ваҡытта ла ризалыҡ бирмәйәсәген яҡшы белә ине. Хәйер, малайҙың үткәндә ҡалған тормошо тураһында башҡаса бер минут та уйлағыһы килмәне. Хәҙер уны бүтән нәмә ҡыҙыҡһындырҙы: Рикерт әфәндене осратыуы ысынлап та бары бәхетле осраҡлылыҡ ҡынамы? Әллә бында ла мәрмәр таҡтаташ ваҡиғаһындағы йәки «туғыҙынсы» трамвайҙағы һымаҡ шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденең ҡыҫылышы бармы?

Көлөүе менән бергә Тим йәнә бер бик әһәмиәтле сифатын — кешеләргә ышанысын юғалтҡайны.

Рикерт әфәнде уға тағы ла ниндәйҙер һорау бирҙе. Уның мәғәнәһен аңлар өсөн Тимға көсөргәнеп иғтибарын тупларға тура килде. Ҡайнашҡан уйҙарынан башы тубал кеүек геүләп киткәйне.

— Әгәр ҙә мин һинең турала бер аҙ хәстәрлек күрһәм, быға нисек ҡарар инең, тип һорайым, — тип ҡабатланы Рикерт әфәнде. — Риза булыр инеңме? Әллә, бәлки, һиңә минең йөҙөм оҡшап етмәйҙер?

Тим уйлап та тормайынса яуапларға ашыҡты:

— Юҡ-юҡ, оҡшай! — тине. — Хатта бик оҡшай!

Ул дөрөҫөн әйтте. Ҡапыл унда «мопс»ҡа ҡарата тәрән ышаныс уянды. Был кеше көтмәгәндә бай барон Натйашҡа әйләнгән шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденең хеҙмәткәре булһа ла, әшнәһе түгел. Шул ышаныс арҡаһында, Тим йәнә ихлас күңелле ун дүрт йәшлек малайға әйләнде.

— Нимә булды һиңә? — тип һораны Рикерт әфәнде уратып-суратып тормайынса. — Һин бөгөн әле бер тапҡыр ҙа йылмайманың. Ә бит шатланыр өсөн нисәмә сәбәбең булды. Әллә берәй бәләгә тарыныңмы?

Ошо минутта Тим, донъяһын онотоп, театр сәхнәһендәге шикелле, Рикерт әфәнденең ҡосағына ташланырға теләр ине. Театрҙа бит гел шулай итәләр. Тик улар сәхнәлә түгел, ҡәҙимге тормошта ине шул. Шуға күрә Тим үҙен сорнап алған әсе һағышҡа тағы ла тәрәнерәк батты — бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ, бәйнә-бәйнә һөйләп бирә алырлыҡ кешене һағыныуҙан яралғайны был тойғо.

Бәғерен телгесләгән хәсрәт, күңел төшөнкөлөгө һәм ярҙамһыҙлыҡ менән көрәшеү көс етмәҫлек ауыр ине малайға. Ирекһеҙҙән күҙенә эркелгән йәштәре сикәһе буйлап аға башланы. Рикерт әфәнде уның янына күсеп ултырҙы, яурынынан ҡосаҡлап, тынысландырырға тырышты.

— Йә инде, йә, илама! Нимә булды? Һөйлә әле миңә, — тине ул йыуатып.

— Һөйләй алмайым! — тип ҡысҡырҙы Тим, битен Рикерт әфәнденең күкрәгенә йәшереп. Әсенеп һыҡтауҙан уның бөтә тәне ҡалтыранды.

Тәбәнәк буйлы тумалаҡ директор малайҙың ҡулын үҙенең йомшаҡ усына йомдо ла, ул йоҡлап киткәнсе ысҡындырманы.

Унынсы бит. ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ

Тим стюард ярҙамсыһы булып эшләй башларға йыйынған карап «Дельфин» тип атала ине. Был тауар-пассажир пароходы Гамбург менән Генуя араһында йөрөй икән.

Пароход диңгеҙгә сыҡҡанға тиклем Тимдың өс көнө буш ине. Был ваҡытты ул Рикерт әфәнденең өйөндә уҙғарҙы.

Директорҙың йәйге күктәге болот һымаҡ ап-аҡ йорто Эльба йылғаһы ярынан үткән шоссе буйында урынлашҡан. Был күркәм бинаны алғы яҡлап өс колонна тотоп торған матур балкон биҙәй. Йортто балкон аҫтындағы бейек болдорҙа ултырған игелекле, тыныс таш арыҫландар һаҡлай. Был ҡотло һәм яҡты йортҡа Тим йөрәге ҡыҫылып ҡарап торҙо. Элек, тыҡрыҡ малайы булған һәм көлә белгән дәүерендә, был уға тылсымлы төш — әкиәттәге батша улының ғәжәйеп һарайы һымаҡ тойолор ине. Әммә үҙенең көлөүен һатып ебәргән кешегә бәхетле булыу ҡыйын шул. Тим ике илгәҙәк арыҫлан араһынан моңһоу һәм етди ҡиәфәт менән аҡ виллаға үтте.

Рикерт әфәнде үҙенең әсәһе — иҫ киткес һөйкөмлө, яғымлы ҡарсыҡ менән йәшәй икән. Башында ап-аҡ эре бөҙрәләр, тауышы бәләкәй ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ салт, саҡ ҡына бер нимә булһа, шыңғырҙатып, күңелле итеп көлөп ебәрә.

— Һин шундай бойоҡһоң, балаҡай, — тине ул Тимға. — Улай ярамай. Бигерәк тә һинең йәштә! Тормоштоң еңел түгеллеген белеп өлгөрөрһөң әле. Шулаймы, Христиан?

Улы баш ҡаҡты, әммә, уңайын тура килтереп, әсәһен иҫкәртеүҙе кәрәк тапты: күрәһең, малай ниндәйҙер ҙур ҡайғыға дусар булған, шуға күрә уның менән мөмкин тиклем һағыраҡ мөғәмәлә итергә кәрәк, тип аңлатты. Әбей улы әйткәндәрҙе башта аңлай алмай йонсоно, ахыры. Мул тормошло, бәхетле ғаиләлә тыуып үҫкән, күтәренке күңелле бай кешегә тормошҡа сыҡҡан, ҡартлығы ла байлыҡ, ҡыуаныс солғанышында үткән затҡа тормош ҡыйынлыҡтарын аңлатыу еңел түгел шул. Ҙур ҡалаларҙағы тар тыҡрыҡтар тураһында ул хикәйәләрҙән уҡып ҡына белә, унда йәшәгәндәрҙе йәлләп, әсе күҙ йәштәре түгә, әммә ундағы ыҙғыш-талаш, көнсөллөк, мәкер һымаҡ түбән нәмәләр тураһында ишеткәне лә юҡ, хәйер, ишетергә теләмәҫ тә ине. Ғүмере буйы ул шат күңелле бала булып ҡалған һәм гел генә сәскәлә ултырған зәңгәр крокусты хәтерләтә.

— Бына нимә, Христианҡайым, — тине ҡарсыҡ улына, тегеһе уға үҙе белгәндәрҙең барыһын да һөйләп биргәс, — мин был бала менән йөрөп киләйем. Күреп торорһоң, мин уны барыбер көлдөрәсәкмен!

— Һағыраҡ бул инде, әсәй, — тип үтенде унан Рикерт әфәнде. Әбекәй һаҡ булырға вәғәҙә бирҙе.

Тим өсөн фрау Рикерт менән бергә йөрөгән ваҡыттар айырыуса ҡыйын булды, сөнки ул һикһәнде үткән был һөйкөмлө ҡарсыҡҡа эҫенеп өлгөргәйне. Әбей бәләкәй генә йомшаҡ ҡулы менән етәкләп барғанда, Тимдың уға шуҡ күҙ ҡыҫып, ҡысҡырып көлгөһө килә. Хатта апаһы һымаҡ күреп, уны саҡ ҡына ирештереп тә алыр ине, — был уға бик тә килешеп торор ине.

Әммә уның көлөүе бынан алыҫта-алыҫта ине шул. Уның менән донъя буйлап шаҡмаҡ кейемдәге сәйер әфәнде — бай барон Натйаш йөрөп ята.

Инде Тим үҙенең иң-иң ҡәҙерле нәмәһен һатҡанын ныҡлап төшөндө.

Шаршамбы көндө Рикерт әбекәйҙең башына бик шәп фекер килде. Ул гәзиттә тап бөгөн Ҡурсаҡ театрында «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» тигән әкиәт буйынса ҡуйылған спектакль буласағын уҡығайны. Был әкиәтте фрау Рикерт бәләкәй сағынан уҡ белә. Шуға күрә көлә белмәгән батша ҡыҙы тураһындағы тамашаны көлә белмәгән малайға мотлаҡ күрһәтергә кәрәк, тип уйланы.

Үҙ уйына үҙе ҡыуанып, төшкә тиклем серле генә йылмайып йөрөнө, тик теләген бер кемгә лә әйтмәне. Ә төштән һуң «малай»ҙарҙың икеһен дә, йәғни Рикерт әфәнде менән Тимды, Ҡурсаҡ театрына саҡырҙы. Ә шундай һөйкөмлө йән эйәһен нисек тыңламайһың: өсәүләшеп театрға юлландылар.

Ҡурсаҡ театры уларҙың өйөнә яҡын ғына икән. Ул Эльба йылғаһы буйында урынлашҡан Овельгенда, Гамбург ҡалаһының ситендә, бәләкәс кенә трактирҙың артҡы бүлмәһендә тамашалар күрһәтә.

Зал тулы балалар. Ара-тирә генә атайҙар менән әсәйҙәрҙең баштары һерәйеп күренә. Фрау Рикерт икенсе рәттәге өс буш урынды инеү менән абайлап алды ла, ҡулдарын болғай-болғай, шунда үтте. Улы менән Тим тыңлаусан ғына уның артынан эйәрҙе. Улар урындарына ултырып та өлгөрмәне, залда ут һүнде һәм бәләкәй генә театрҙың ҡыҙыл пәрҙәләре күтәрелде. Спектакль шиғыр менән яҙылған инеш өлөштән башланып китте: король берәҙәк менән әңгәмәләшә ине. Улар төндә, ай нуры аҫтында, асыҡ яланда осрашҡайны. Королдең йөҙө ап-аҡ һәм моңһоу. Ә берәҙәктең ике бите алланып янып тора, ирененән бер генә минутҡа ла йылмайыу китмәй — былар хатта ай яҡтыһында ла күренеп тора. Бына уларҙың әкиәткә инеш булып торған әңгәмәһе:

КОРОЛЬ.

Батшалығымды бер хәбәр урап сыҡты:

Йылмая белмәгән принцесса бар, имеш.

Мин етдимен, көлкөгә дошманмын,

Мин мотлаҡ уға өйләнергә тейешмен.

Эй, дуҫ, тыңла, алырһың бер алтын,

Принцессаға күрһәтеп бирһәң юл!

БЕРӘҘӘК.

Ана бит ул һарай! Ул ҡыҙ шунда йәшәй!

Мин үҙем дә шунда ҡабаланам.

Һиңә, король, һис файҙа юҡ ашығыуҙан:

Унда кәрәк тик барып етеүем,

Ҡыҙ һиҙмәй ҙә ҡалыр көлөүен!

КОРОЛЬ.

Буш мәшәҡәт! Маҡтансыҡ хәбәрҙәр!

Ул көлмәйәсәк! Һәм дөрөҫ эшләйәсәк:

Ахырҙа беҙҙе нимә көткәнен онотмаған кеше

Алйоттарса көлөүгә ымһынмаясаҡ.

Ер, әлбиттә, олоғара бер дүңгәләк,

Тик һәр бер дүңгәләк — һабын ҡыуығылай!

Быны аңларға башы еткәндәр

Тиле һымаҡ көлөп тормаясаҡ.

БЕРӘҘӘК.

Король, король, ә бит алйот түгел.

Шулай һымаҡ. Тик һис улай түгел:

Һинеңсә, тормош әжәлгә илтә,

Маҡсат — үлем?! Тик юҡ, киреһенсә!

Шараплы бокал бит емелдәмәй

«Ул ярылды», — тип йәлләтер өсөн.

Ул шараптан емелдәй, әле әйтһендәр:

«Төп күтәргәнсе эс, әйҙә!»

Ярһалар ярһындар бер көн килеп!

Әлегә ул теүәл. Мөлдөрәмә!

КОРОЛЬ.

Ялтырауҙан уға ниндәй шатлыҡ,

Бер көн килер, әйтерҙәр: «Ул ярыҡ»?

БЕРӘҘӘК.

Шуның өсөн дә ҡыуана бит ул,

Белә: ялтыр-йолтор мәңгелек түгел!

КОРОЛЬ.

Ахыры, беҙ бер-беребеҙҙе һис аңламаҫбыҙ.

Киттек, икәүләшеп уға юл тотайыҡ.

Ашыҡ! Көлдөр! Ә көлдөрә алһаң,

Минеке түгел, һиңә — минең батшалыҡ!

БЕРӘҘӘК.

Йә, ҡулға-ҡул һуғышайыҡ, король!

Тик һин ышан,

Көлөү шуны аңлата: әҙәм балаһы йыртҡыс түгел.

Уға тәбиғәттең биргән бүләге шундай мул —

Ҡыҙыҡ булғанда рәхәтләнеп көлә ала ул!

 

Шаршау төштө. Хәҙер залда бөтөнләй тиерлек ҡараңғы, тик шаршауҙың бер ярығынан саҡ ҡына яҡтылыҡ үтеп инә. Балаларҙың күбеһе спектаклдең инеш өлөшөн аңламаны, шуға күрә шым ғына һөйләшеп, ысын тамашаның башланыуын түҙемһеҙлек менән көттө. Алда икенсе рәттәге өсәү генә тып-тын ултыра; һәр кем үҙенең уйҙарына сумған. Рикерт әбейҙең кәйефе ҡырылғайны: баҡтиһәң, ул ниндәйҙер берәҙәк һымаҡ фекер йөрөтә икән. Ғүмере буйы ярлыларға ярҙам итергә, хәйер өләшергә әүәҫ булһа ла, берәҙәктәрҙе оҡшатмай ине ул. Йәшерен-батырыны юҡ, әбекәй әле йәш король менән бер төрлө уйларға теләр ине: ана бит ул ниндәй етди, моңһоу. Ә бит бына, киреһенсә, килеп сыға.

Әсәһенең уң яғында ултырған Рикерт әфәнде, хәүефләнеп, Тимға ҡарап-ҡарап алды. Кисә генә үҙенең күкрәгенә ҡапланып илаған малайҙы был тамашаға алып килеү урынһыҙыраҡ килеп сыҡманымы икән тип борсола ине.

Тимдың башында тик бер генә уй өйөрөлдө: «Миңә берәйһе өндәшеп ҡуймаһын!» Уның тамағына төйөр килеп тығылған да, ҡысҡырып илап ебәреүҙән саҡ-саҡ тыйылып ултыра. Ҡолағында шаршау төшөр алдынан әйтелгән һүҙҙәр яңғырай:

Уға тәбиғәттең биргән бүләге шундай мул —

Ҡыҙыҡ булғанда рәхәтләнеп көлә ала ул!

Көлә ала… Көлә ала… Көлә ала…

Шаршау күтәрелде. Бер аҙҙан Тимдың бөтә иғтибарын һарай тәҙрәһенән ҡарап торған аҡ йөҙлө, үтә етди сырайлы принцесса биләп алды.

Бына һарайҙы уратып алған баҡсала, принцессаның тәҙрәһе эргәһендә, уның атаһы — король күренде. Уны күреү менән, ҡыҙы шым ғына тәҙрә янынан китә һалды.

Король ғали йәнәптәре фонтан эргәһендәге бассейндың ситенә ултырҙы ла, һыуға һәм сәскәләргә мөрәжәғәт итеп, моңһоу йыр башлап ебәрҙе. Ул ҡыҙын көлдөрөү өсөн үҙенең барлыҡ күренекле көлкө оҫталарына — мәрәкәселәргә һәм тинтәктәргә мөрәжәғәт иткәнен, донъяла булған барлыҡ мәҙәктәрҙе һынап ҡарағанын һөйләп зарланды. Тик — ҡыҙғаныс! — уның тырышлыҡтарынан бер ниндәй ҙә файҙа сыҡмаған.

Шунан король-атай, ауыр көрһөнөп, урынынан торҙо. Залдағы балалар, донъяларын онотоп, сәхнәгә төбәлгәйне.

Ғали йәнәптәре үҙе һәм ҡыҙы өсөн көйөнөп, баҡса буйлап тегендә-бында йөрөй бирҙе лә, ҡапыл туҡтап:

— Их, әгәр ҙә берәйһе ҡыҙымды көлдөрһә икән! Мин шул кешегә уны кәләш итеп бирер, ул ғына түгел, ярты батшалығымды ла өҫтәр инем! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Тап шул мәлдә баҡсаға берәҙәк менән бойоҡ йәш король килеп инде. Король-атайҙың ауыҙынан сыҡҡан был әрнеүле һүҙҙәрҙе ишетеп, берәҙәк туп-тураһын әйтеп һалды:

— Һүҙегеҙгә ҡеүәт, ғали йәнәптәре! Әгәр ҙә мин принцессаны көлдөрһәм, уны кәләш итеп алам! Батшалығығыҙҙың яртыһын үҙегеҙгә ҡалдырһағыҙ ҙа була: мине оҙатып килгән ошо әфәнде үҙенең батшалығын тотош бирмәксе!

Король үҙенең вәғәҙәһенә ирекһеҙҙән шаһит булған мосафирҙарға аптырап ҡараны. Аҡһыл йөҙлө йәш король уға ике бите ҡыҙарып янып торған берәҙәккә ҡарағанда нығыраҡ оҡшаны, әлбиттә. Был йәһәттән королдәрҙең зауығы үҙенә башҡа бит инде. Шулай ҙа, әйткән һүҙенә тоғро ҡалып:

— Эй, таныш булмаған егет, әгәр ҙә һин ҡыҙымды көлдөрә алһаң, уны кәләш итеп алырһың һәм принц булырһың! — тине.

Ә берәҙәккә шул ғына кәрәк тә инде. Ул әллә ҡайҙа йән-фарман йүгереп сығып китте. Ике король баҡсала үҙҙәре генә тороп ҡалды.

Шунда шаршау төштө. Тәнәфес иғлан ителде.

Кескәйҙәр түҙемһеҙлек менән тамашаның дауамын көттө. Һәр кемдең йәһәтерәк белгеһе килде — принцесса көлөрмө, юҡмы?

Тим эстән генә уның етди ҡалырына өмөтләнде. Спектакль яңыраҡ ҡына башланыуға ҡарамаҫтан, принцесса уға һеңлеһе һымаҡ яҡын булып киткәйне: ҡулға-ҡул тотоношоп, улар икеһе бергә көлөп, ауыҙ йырған донъяға һис ҡурҡыуһыҙ ҡарай алырҙар ине. Әммә Тим әкиәттәрҙең нисек тамамланыуын бик яҡшы белә. Шуға күрә ул принцессаның көлөп ебәрәсәк минутын әсе һағыш тойғоһо менән көттө.

Оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Шаршау күтәрелгәс, принцесса яңынан тәҙрә янына килде, ә ике король фонтан янындағы бассейн ситенә ултырҙы. Сәхнә артында йырлаған, көлгән тауыштар ишетелде. Бына батша һарайы алдындағы баҡсаға берәҙәк килеп инде. Ул муйынына алтын бау бәйләнгән ҡаҙҙы эйәрткән, улар артынан ҡулын ҡаҙҙың ҡойроғона һалған бер тумалаҡ ҡына кешекәй тәнтерәкләй, — уның ҡулы ҡаҙҙың ҡауырһынына йәбешеп ҡалған һымаҡ. Икенсе ҡулы менән ул атлаған ыңғайға тегеләй-былай һуғылған ҡаҡса ғына бер кешене өҫтөрәп килә. Тегеһе, үҙ сиратында, әбейҙе, әбей — малайҙы, малай — ҡыҙыҡайҙы, ә ҡыҙыҡай этте һөйрәкләгән. Әйтерһең, бер тылсымлы көс уларҙы мунсаҡ һымаҡ бауға теҙгән. Күҙгә күренмәҫ пружиналары булғандай, улар туҡтауһыҙ үрле-ҡырлы һикерә, шул уҡ ваҡытта тыйыла алмай хахылдашып көлә, хатта һарай баҡсаһында ҡайтауаз яңғырап тора.

Был тамашаны һәйбәтерәк күрер өсөн принцесса тәҙрәнән үрелеп аҫҡа ҡараны. Күҙҙәре шар асылған булһа ла, йөҙө етди ине әле. «Көлмә, көлмә, һылыуҡай! — тип инәлде Тим уйынан ғына. –Әйҙә улар бөтәһе лә көлһөн, һинең менән минән башҡа бөтәһе лә!»

Тик малай юҡҡа ғына ялбарҙы. Бойоҡ йәш король, үҙе лә абайламаҫтан, иң аҙаҡтан һикерәңләп килгән этте һыйпағайны, ҡулы эттең ҡойроғона йәбеште лә ҡалды. Ҡурҡышынан ул икенсе ҡулы менән атай-королдең ҡулын эләктерҙе. Инде был ике король дә башҡаларға барып ҡушылды. Уларҙың йәнтәслим тартышыуынан был сәйер тылсымды нисек тә еңергә теләгәндәре күренә ине. Әммә уларға үҙҙәре килеп юлыҡҡан был йәпһеҙ хәлгә күнергә тура килде. Ул ғына ла түгел, бына-бына бейеп китергә торған аяҡтарына был ғәләмәт оҡшай ине, ахыры. Ауыҙҙары йырылып, тегеләй-былай һикергеләп, улар ҙа башта пырхылданы, унан хахылдап көлөргә тотондо. Тап ошо мәлдә тәҙрәнән принцессаның көлгәне ишетелде. Музыка уйнай башланы. Бөтәһе лә бейей, һикерә, эстәрен тырнап көлә, залдағы балалар ҙа шарҡылдап көлә һәм кинәнестән аяҡтарын тыпырҙата. Бары тик бисара Тим ғына тораташтай ҡатып ултыра бирҙе, ул был көлөү диңгеҙендә таш ҡая һымаҡ ине.

Эргәһендә фрау Рикерттың һыны ҡатып киткән, ул урынында ултыра алмайынса алдағы ултырғыстың һөйәнгесенә йығылған, битен ҡулы менән ҡаплаған, ә яурындары дер һелкенә.

Тап шунда Тим көлгән саҡта кешенең хәрәкәттәре илағанға ни тиклем ныҡ оҡшағанын беренсе тапҡыр абайланы. Ул да ҡулы менән битен ҡапланы, алға эйелде һәм яурындарын һелкетеп, көлгән булып ҡыланды. Ә үҙе буҫығып-буҫығып илай ине. Йәш аралаш үҙ алдына: «Нишләп һин көлдөң, һылыуҡай? Нишләп кенә, нишләп кенә көлдөң инде?» — тип һамаҡланы.

Шаршау төшөп, залда ут ҡабынғас, фрау Рикерт сумкаһынан селтәр ҡулъяулығын алып, күҙ йәшен һөрттө, шунан уны Тимға һуҙҙы:

— Йә әле, Тим, һин дә йәшеңде һөрт. Бына күрәһеңме! Һинең был спектаклдә көлмәйенсә түҙмәҫеңде мин белә инем!

Әбекәй улына тантаналы ҡараш ташланы.

— Эйе, әсәй, — тине Рикерт әфәнде, — был, ысынлап та, бик яҡшы фекер булды!

Әммә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, уның йөҙө моңһоу, күҙҙәре уйсан ине. Ул игелекле малайҙың әбейҙең күңеле булһын өсөн генә көлгән булып ҡыланғанын төшөнгәйне. Ә Тим Рикерт әфәнденең бөтәһен дә аңлағанын аңланы.

Ипподромдағы теге һәләкәтле көндән һуң беренсе тапҡыр уның күңелендә тыйып тотҡоһоҙ нәфрәт уянды. Асыу уны тотош сорнап алғандай булды. Ошо минутта ул ниндәй генә ғазаптарға тарымаһын, үҙенең көлөүен кире ҡайтарып аласағына ныҡлап ышанды.


Икенсе китап

ҒӘРӘСӘТ ҺӘМ ҺИЛЛЕК

Кем көлә, шул ҡотҡарылды!

Инглиз әйтеме

Ун беренсе бит. ЯУЫЗ БАРОН

Тимдың бәхетенә күрә, пароход Генуяға икенсе көндө иртәнсәк үк юлланды. Рикерт әбекәй, аҡ вилланың бейек күтәрмәһенә баҫып, яулыҡ болғап ҡалды. Тим да уға яуап итеп күҙҙән юғалғансы оҙаҡ ҡул болғаны.

Пароходлыҡ директоры Тимды причалға тиклем үҙе оҙатып ҡуйҙы. Ул үҫмергә салбар, куртка, ботинка, ҡул сәғәте һәм матрос рюкзагы һатып алғайны. Хушлашҡанда Тимға ҡулын һуҙып:

— Танауыңды күтәр, балаҡай! Өс аҙнанан кире ҡайтҡаныңда, донъя һиңә бөтөнләй икенсе булып күренәсәк. Ә һин, моғайын, яңынан көлә башларһың. Һөйләштекме? — тине.

Тим ни тип әйтергә лә белмәй торҙо.

— Кире ҡайтҡанда, Рикерт әфәнде, мин тағы көлә башлаған булырмын. Һөйләштек! — тип яуапланы ла: — Ҙур рәхмәт һеҙгә! — тип мығырҙаны. Ярым бышылдап ҡына әйтте, сөнки тамағына төйөр тығылғайны. Шунан, йүгереп, палубаға менеп китте.

Карап капитаны эсергә яратҡан ҡараңғы сырайлы бер әҙәм икән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны эсеүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай ине, буғай. Ул Тимға һирпелеп бер генә ҡарап алды ла:

— Стюардҡа бар. Ул да бында яңы кеше. Уның менән бер каютала йәшәрһең, — тип әйтеү менән сикләнде.

Тим ғүмерендә беренсе тапҡыр пароходта ине. Стюардты эҙләп оҙаҡ йөрөнө, тимер баҫҡыстар буйлап бер менде, бер төштө, тар ғына коридорҙарҙа аҙашты, йә юғары палубаға күтәрелде, йә аҫтағыһына барып юлыҡты. Карап экипажы махсус кейемдә йөрөмәй ине. Шуға күрә Тим кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәне. Йөрөй торғас, урта палубаның шар асыҡ торған ишегенән ҡунаҡ бүлмәһен хәтерләткән бер урынға килеп сыҡты. Уның уртаһында келәм түшәлгән баҫҡыс бар, тотҡалары ялтырап тора. Аҫтан ҡурылған балыҡ еҫе аңҡый. Тим үҙенең эш урыны ошо тирәлә булырға тейешлеген аңланы.

Баҫҡыстың уң яғында камбуз урынлашҡан, ауыҙ һыуыңды ҡойолдорорлоҡ еҫтәр унан килә. Саҡ ҡына асылып торған ишек артында — ҙур салон-ресторан; уның өҫтәлдәре менән ултырғыстары иҙәнгә нығытып ҡуйылған. Аҡ кейемдәге ниндәйҙер кеше өҫтәлгә һауыт-һаба ҡуйып йөрөй. Уның килеш-килбәте, бөрмәс сәсле ҙур башы Тимға таныш булып күренде, тик кем икәнен иҫенә төшөрә алмай торҙо.

Малай ресторанға килеп ингәс, аҡ кейемдәге кеше боролоп ҡараны ла, һис кенә лә ғәжәпләнмәйенсә:

— Үәт, бына һин дә килеп еттең! — тине.

Тим хайран ҡалды. Ул был кешене белә, хатта, ни тиклем генә сәйер булмаһын, исемен дә хәтерләй. Уны Крешимир тип йөрөтәләр ине. Тап ошо кеше уға ипподромда йән көйҙөргөс һорауҙар биргәйне, ә хушлашҡан саҡта: «Бәлки, мин һиңә берәй ҡасан ярҙам итә алырмын…», — тип әйткәйне. Тап ошо кешенең сәнскәк ҡарашлы аҡһыл-күк күҙҙәре Тим эҙләгән шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденең, барон Натйаштың, күҙҙәрен хәтерләтә ине.

Крешимир Тимға оҙон-оҙаҡ уйға батып торорға форсат ҡалдырманы. Ул малайҙы үҙҙәренең уртаҡ каютаһына алып китте. Тимдың рюкзагын өҫкө һәндерә-койкаға ырғытты, шунан үҙ рюкзагынан өҫтөндәге кеүек шаҡмаҡ салбар менән аҡ куртка алып бирҙе.

Яңы кейеме Тимға тап-таман булды, килешеп тә тора ине.

— Һин, әйтерһең дә, стюард булып тыуғанһың! — тип көлөп ебәрҙе Крешимир. Әммә Тимдың етди сырайын күреп туҡтаны ла, тынып ҡалды. Малайға уйсан ҡарап торғандан һуң, Тимға түгел, күберәк үҙенә мөрәжәғәт итеп:

— Их, беләһе ине һеҙҙең ниндәй килешеү төҙөшкәнегеҙҙе! — тип мығырҙаны. Шунан, күңелһеҙ уйын ҡыуып ебәрергә теләгәндәй башын сайҡаны ла, тауышын күтәрә биреп:

— Йә, ә хәҙер эшкә! Камбузға кок Энрико янына бар ҙа уға картуф әрсергә ярҙамлаш. Әгәр ҙә миңә кәрәк булһаң, саҡырырмын. Зал аша уң яҡҡа! — тип бойорҙо.

Тимға кискә тиклем камбузда картуф әрсергә тура килде. Кок Энрико, Генуя ҡалаһынан ҡарт эскесе, капитан кеүек үк эш тип үлә яҙып бармай ине, буғай. Карапта капитан, ғәҙәттә, хужа һәм командир ғына түгел, ул һәр матрос өсөн үрнәк тә булып тора. Әгәр капитан талапсан һәм эшсән булһа, уның экипажы ла шулай. Ә инде ул «Дельфин»дағы шикелле ялҡау, һапата булһа, бөтә экипаж уны ҡабатлай.

Энрико Тимға немец һәм итальян телдәренең мәҙәк бутҡаһында диңгеҙҙә йөҙгәндәге ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында һөйләне. Тимдың йөҙөнә хатта йылмайыу ишараты ла сыҡмағас, кок, моғайын, был малай аңламайҙыр, тигән ҡарарға килде. Шуға ҡарамаҫтан, һөйләүен дауам итте, хатта Тимдың картуф ҡабығын ҡалын әрсегәненә лә иғтибар итмәне.

Пароход кискә табан Гамбург гаваненән сыҡты. Тимға салон-ресторанға Крешимирға ярҙамға барырға тура килде. Салонда саҡта Тим, нимә генә эшләһә лә, стюардтың аҡһыл-күк күҙҙәренең һынсыл ҡарашын тойҙо. Тим ҡаушауҙан хатта ҡайһы бер заказдарҙы ла бутап ташланы. Американан килгән бер ханымға ул виски урынына лимон һуты алып барып бирҙе, ә шотланд лордының өҫтәленә ветчина менән ҡурылған йомортҡа урынына ике киҫәк сәтләүек торты килтереп ҡуйҙы.

Крешимир уны бер хатаһы өсөн дә битәрләмәне, өндәшмәй генә төҙәтеп барҙы. Эш араһында Тимға яңы һөнәренең серҙәрен асты:

— Ризыҡты һәр ваҡыт һул яҡтан тороп тәҡдим ит! Уң ҡулың менән хеҙмәтләндергән ваҡытта, һул ҡулыңды арҡаңда тот! Сәнске — һул яҡтан, бысаҡ — уңдан, үткер йөҙө тәрилкә яғына ҡарап ятырға тейеш!

Киске аштан һуң Тимды яңынан камбузға, кокҡа һауыт-һаба йыуышырға, ебәрҙеләр. Ул эшкә йәпһеҙ итеп тотондо, иғтибарһыҙ ине, сөнки башында бихисап уйҙар ҡайнашты. Ниңә барон Гамбургҡа Тим һәм Рикерт әфәнде менән бергә барманы? Ниңә Крешимир Тим ялланған пароходта стюард булып эшләй? Ни өсөн Рикерт әфәнде Тимды тап ошо пароходҡа урынлаштырған? Ниңә? Ниңә? Ниңә?

Тим «ниңә»не ҡысҡырып әйткәнде ишетеп, тертләп китте. Тупаҫ тауыш:

— Ниңә һеҙ тап ошо карапҡа ялландығыҙ? — тип һораны. Ә икенсеһе:

— Ә ниңә, бының ни насарлығы бар? — тип һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. Был Крешимирҙың тауышы ине.

— Әйҙәгеҙ палубаға! — тип бойорҙо тәүге тауыш.

Тим палубаға алып барған тар ғына тимер баҫҡыста дөбөрҙәгән аяҡ тауыштарын ишетте. Шунан аяҡ тауыштары ла, һөйләшкән тауыштар ҙа тынды. Әммә улар Тимдың ҡолағында һаман да яңғырап тора бирҙе. Ул Крешимирға өндәшкән тауышты сырамытҡандай итте. Ҡапыл — тап ошо мәлдә ул аш һауытын һөртөп тора ине — кемдеке икәне зиһенендә ялтлап китте.

Был тауыш уның көлөүен һатып алған кешенеке — барон Натйаштыҡы — ине. Ҡулынан шыуып киткән аш һауыты камбуз иҙәненә төшөп, селпәрәмә килде. Кок Энрико: «Mamma mia!» — тип ҡысҡырып, ситкә һикерҙе, ә Тим баҫҡыс буйлап өҫкә, тауыштар артынан йүгерҙе.

Кормала[5] бер кеше лә күренмәне. Ике фонарь палубаны һәм елкән менән ҡапланған шлюпканы һүрән генә яҡтырта. Малай һаҡ ҡына тыңлап торҙо. Бына ҡолағына кемдәрҙеңдер бышылдашҡаны салынды. Тауыш ишетелгән яҡҡа иғтибар менән текләп торғас, шлюпка артында ҡыбырҙашҡандарын шәйләне. Малай шым ғына яҡыная төштө һәм шлюпка артынан ботинка кейгән дүрт аяҡтың тырпайып торғанын күрҙе. Шлюпка артынан ишетелгән тауыштарҙың Крешимир менән барондыҡы икәненә ул инде шикләнмәй ине. Тын да алмайынса, аҙым артынан аҙым яһап, Тим алғараҡ барҙы. Бер тапҡыр аяҡ аҫтында иҙән шығырҙап ҡуйҙы. Бәхеткә күрә, шлюпка артына боҫҡан был икәү бер нимә лә ишетмәне, ахыры. Ниһайәт, Тим уларҙың ярым-шыбырлап һөйләшкәндәрен ишетерлек ергә килеп баҫты.

— …тауыҡ көлөр! — тип ыҫылданы барон. — Акцияларҙан алған аҡсаларҙың бөтәһен дә тотоноп бөттөм, тип ышандырмаҡсы булаһығыҙмы мине?

— Акцияларҙы миңә биреүегеҙ булды, улар төшә башланы… Йәшен тиҙлеге менән, — тине Крешимир тыныс ҡына.

— Дөрөҫ әйтәһең! — барон Тимдан һатып алған көлөүе менән рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе. — Мин биржаға йоғонто яһай алам, шуға күрә акциялар төштө. Әммә, минең иҫәп буйынса, барыбер һеҙҙең ике йөҙ илле меңегеҙ ҡалырға тейеш.

— Ул ике йөҙ илле меңде банкка һалыуым булды, банк шартланы, барон!

— Бәхетегеҙ шулай булғас, нишләмәк кәрәк! — барон йәнә хихылдап алды. Тим арҡаһының ҡырмыҫҡалар йүгерешкән һымаҡ семерҙәп киткәнен тойҙо. Нәфрәтенән тешләнеп торған малай барон өҫтөнә ташланырға әҙер ине.

Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, был һөйләшеүҙе аҙағына тиклем тыңлап бөтөргә тейешлеген аңлап, тыйылырға аҡылы етте.

— Ярай, һеҙгә яңынан эшкә сығырға ла кәрәк икән, ти, — тине барон, — тап ошо пароходҡа, малай менән бер урынға, ялланырға тигән һүҙ түгел бит.

Был юлы Крешимир көлөп ебәрҙе.

— Ә кем миңә быны тыя ала! — тине ул, тауышын күтәрә биреп.

— Шым! — тип ыҫылданы Натйаш. Крешимир ярым бышылдап дауам итте:

— Мин һеҙгә үҙемдең күҙҙәремде һаттым да алмашҡа һеҙҙекен — сәнскәк ҡарашлы балыҡ күҙҙәрҙе — алдым. Бының өсөн һеҙ миңә хаҡы бер миллион торған акциялар бирҙегеҙ. Ул миллиондың бер тине лә минең кеҫәмә инмәне. Һеҙ мине оттоғоҙ. Әммә был юлы мин һеҙгә ҡарағанда хәйләкәрерәк буласаҡмын, барон. Мин һеҙҙе малай менән ике тапҡыр ипподромда күрҙем. Һеҙҙең арттан күҙәтеп йөрөгәндән һуң, уның ат сабыштарында гел генә ота башлағанын белдем. Шунан һуң ошо баланың ауырыуҙан миктәгән яңғыҙ ҡарт һымаҡ ҡараңғы сырайлы, бойоҡ булып киткәнен күрҙем.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Тимдың йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып тибә башланы, ләкин ул тағы сабырлығын йыйҙы, урынынан ҡымшанманы.

Крешимир дауам итте:

— Мин һеҙҙең мутлығығыҙҙы барыбер фашлайым! Нисек кенә булмаһын, малайҙы ниндәй килешеү төҙөргә мәжбүр иткәнегеҙҙе асыҡлаясаҡмын, барон! Мин уны инде дүртенсе йыл күҙәтәм. Әле миңә был пароходҡа стюард булып урынлашыу еңел булманы. Ләкин хәҙер…

— Ә хәҙер, — тип бүлдерҙе барон Крешимирҙы, — мин һеҙгә тағы миллион тәҡдим итәм. Был юлы аҡса менән бирәм. Бер өлөшөн хәҙер үк алырһығыҙ!

— Был юлы, барон, өҫтөнлөк минең яҡта! — Крешимир нимәлер уйлаған һымаҡ, яй ғына һөйләй башланы. — Белгәндәремде мин төрлөсә файҙалана алам: үҙемдең күҙҙәремде кире талап итәйемме, һеҙҙән миллион алайыммы, йәки, — ә был бер ҙә насар булмаҫ ине — малай менән төҙөшкән килешеүегеҙҙе өҙөргә мәжбүр итәйемме, быларҙың барыһы ла ҡулымдан килер, тип уйлайым.

Тим ыңғырашып ҡуйыуҙан ҡурҡып, ҡараңғыла йоҙроғон тешләне. Бер нисә минутҡа палубала тынлыҡ урынлашты. Шунан йәнә барондың тауышы ишетелде:

— Минең малай менән төҙөшкән килешеүемдә һеҙҙең бер эшегеҙ ҙә юҡ. Ә инде ҡарт күҙҙәрегеҙ үҙегеҙгә шул тиклем ҡәҙерле икән, мин, билдәле шарттарҙа…

Крешимир, ауыр тын алып, уны бүлдерҙе:

— Эйе, барон, ҡарт күҙҙәрем үҙемә бик ҡәҙерле. Яғымлы ҡарашлы, иҫәрерәк, мөләйем күҙҙәрем минең өсөн донъялағы барлыҡ байлыҡтарға ҡарағанда ла ҡиммәтерәк. Хәйер, һеҙ быны бер ваҡытта ла аңлай алмаясаҡһығыҙ!

— Эйе, мин быны бер ваҡытта ла аңлай алмам, — тип йөпләне барондың тауышы. — Шулай ҙа мин үҙ-ара төҙөшкән килешеүебеҙҙе билдәле шарттарҙа өҙөргә ризамын. Рәхим итеп, бынау көҙгөлә үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ әле!

Был һүҙҙәрҙән һуң көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Тулҡынланыуҙан һәм үҙенең бындалығын белдермәҫкә тырышыуҙан Тимдың арҡаһына һалҡын тир бәреп сыҡты.

Ниһайәт, ул Крешимирҙың шым ғына:

— Бына улар тағы минеке! — тигәнен ишетте.

— Ә хәҙер минең шартымды тыңлағыҙ, — тип һүҙ башланы барон. Ләкин Тим артабан түҙеп тора алманы. Крешимир үҙенең күҙҙәрен ҡайтарып алды! Әле Тим үҙенең көлөүен шул тиклем яҡында ғына ишетә, ҡулын һуҙһа, үрелеп алыр һымаҡ…

Малай шлюпка яғына ташланды ла:

— Бирегеҙ минең … — тип ҡысҡырҙы.

Шунда аяғы канаттың элмәгенә эләкте, ул абынып китте лә, шлюпканың осло моронона башы менән бәрелеп, палубаға һушһыҙ барып төштө.

Ун икенсе бит. КРЕШИМИР

Тим уянғанда, карап дер һелкенә; иллюминаторҙың ҡалын быялаһы артында, әле өҫкә менеп, әле аҫҡа төшөп, бер йондоҙ — асыуланып ҡыҙарынған Марс — бейей. Тим стюард менән бергә йәшәгән каютаның юғары һәндерәһендә ята. Атлантик океан өҫтөндә һорғолтланып таң атып килгән мәл.

Каютала кемдер ҡыштырҙағанға Тим башын бороп күҙ һалды. Крешимир икән. Тап ошо минутта ул да әйләнеп ҡараны. Крешимирҙың койкаһының баш осонда янған лампочканың һүрән яҡтылығында уларҙың ҡараштары осрашты. Стюардтың күҙҙәре ҡуңыр төҫтә, мөләйем ине.

— Йә, балаҡай, хәлең нисек? — тип һораны ул яғымлы тауыш менән. Тим әле ныҡлап уянып етмәгәйне. Ул үҙенең нисек бында килеп эләккәнен хәтеренә төшөрә алмай аҙапланды. Шулай уҡ әле уға өндәшкән Крешимир ҙа кисә салон-ресторанда ул ярҙамлашҡан Крешимирға оҡшамаған ине. Был Крешимир тынысыраҡ, йомшағыраҡ, игелеклерәк кеүек. Стюард Тимдың койкаһы янына килеп баҫты.

— Хәлең нисек, балаҡай?

Кисә кис булған ваҡиғалар яйлап ҡына Тимдың хәтеренә төшә башланы. Камбуз ишеге янындағы тауыштар, шлюпка артындағы бышылдашыу, үҙенең ҡысҡырғаны…

— Барон ҡайҙа? — тип һораны ул.

— Бына быныһын мин белмәйем, Тим. Ул карапта юҡ. Һин миңә бер генә нәмәне әйт: кисә кис һин йәшенеп тыңлап торҙоңмо?

Малай баш ҡаҡты:

— Күҙҙәрегеҙҙе кире алғанығыҙға мин бик шатмын, Крешимир әфәнде.

— Ә һин, Тим? Ә һин барондан нимәне кире алырға теләр инең?

— Үҙемдең… — Тим тотлоҡто. Килешеүҙең шарттары иҫенә төшкәс, иренен ныҡ итеп ҡымтыны.

Крешимир усы менән шап итеп маңлайына һуҡты.

— Нисек бығаса башым етмәгән! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. — Был ҡарт ҡәбәхәт бәләкәй малайҙар кеүек сыңғырҙатып көлә ине бит! Бында берәй ғиллә барын, нимәнеңдер осо-осҡа ялғанмағанын һиҙҙем бит мин. Әле килеп аңланым: уның көлөүе! Дөрөҫөрәге… — Крешимир Тимдың күҙенә ҡараны, — дөрөҫөрәге, һинең көлөүең.

Тим тертләп китте.

— Мин улай тип әйтмәнем!  Әллә мин, әллә … кисә шулай тип ҡысҡырҙыммы?…

— Юҡ-юҡ, Тим, һин ҡысҡырып өлгөрмәнең. Бәхетеңә күрә, барон әфәнденең контрактында өндәшмәү тураһында нимә яҙылғаны миңә бик яҡшы билдәле. Һин бер нәмә лә әйтмәнең.

Шулай ҙа Тим хәүефкә төштө. Ул хәҙер үк, һис кисекмәҫтән, контракттың һаман да ғәмәлдә икәнен тикшерергә тейеш. Крешимир менән бәхәсләшеп ҡарарға кәрәк, берәй башҡа һыймаҫлыҡ нәмә тураһында…

Тим урынынан һикереп торорға ынтылды, тик саҡ ҡына ҡалҡыныу менән башы әйләнеп китте, сикәһен нимәлер сүкегән һымаҡ булды. Кире ятырға тура килде. Крешимир уға алдан әҙерләп ҡуйған дарыу менән бер стакан һыу бирҙе:

— Бына, Тим, эс ошоно! Бөгөнгә ятып ҡына тор. Иртәгәгә тиклем үтә ул. Ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, маңлайыңа оро ғына үҫеп сыҡҡан — рулевой шулай тине, ул элек санитар булып эшләгән икән.

Тим нимә тураһында бәхәсләшергә тип баш вата-вата дарыуҙы тыңлаусан ғына йотоп ебәрҙе. Ниһайәт, уйлап тапты ла һүҙҙе Натйашҡа күсерҙе — пари баронға ҡағыла ине.

— Крешимир әфәнде, барон һеҙгә ниндәй шарт ҡуйҙы? Күҙегеҙҙе кире биргәндә.

— Бер ниндәй ҙә! — тип көлдө Крешимир. — Һин ҡысҡырып палубаға ҡолағас, йүгерешеп матростар килеп етте, ә барон ялп итеп шлюпка артына сумды. Шунда мин уға: «Икенең бере: йә һеҙ күҙҙәремде бер ниндәй шартһыҙ кире ҡайтараһығыҙ, йә мин хәҙер үк ошо кешеләргә бөтәһен дә һөйләп бирәм», — тип бышылданым.

— Ә ул?

Крешимир тағы көлдө:

— Барон ҡурҡышынан хатта тотлоға башланы. «Бе-бе-бер ниндәй шартһыҙ!» — тине.

Тим тиҙ генә стена яғына боролдо, сөнки көлөргә маташыуы арҡаһында йөҙө боҙолоп киткәнен һиҙҙе.

— Белергә ине барондың ҡайҙалығын, — тип мығырҙаны Крешимир.

Тим шуны ғына көтөп торғандай:

— Әйҙәгеҙ, бәхәсләшәйек… — тип эләктереп тә алды.

— Миңә «һин» тип әйтһәң дә була, — тип бүлдерҙе Крешимир.

— Улайһа, әйҙә бәхәсләшәйек: беҙ биш минуттан барондың ҡайҙа икәнен беләсәкбеҙ!

— Ә нимәгә бәхәсләшәбеҙ?

— Бер киҫәк сәтләүек тортына!

— Нимә-нимә, ә быныһы минең ҡулдан килә. Әгәр ҙә мин яңылышмаһам, башҡа бөтә бәхәстәрҙәге кеүек үк, һин был бәхәстә лә еңеп сығырға тейешһең. Тимәк, мә биште!

Стюардтың һуҙылған ҡулын Тим бар көсөнә ҡаты итеп ҡыҫты.

Шул саҡ күрше каютала кемдер радио тоҡандырҙы. Тәүҙә һауа торошон әйттеләр, шунан башҡа хәбәрҙәргә күстеләр.

Радио уларҙың әңгәмәһенә ҡамасаулаған өсөн башта Тим менән Крешимирҙың йәне көйгәйне. Диктор: «Мәғлүмәтле даирәләр раҫлауынса, байлығы бер нисә миллиард доллар тәшкил иткән билдәле эшҡыуар барон Натйаш, — тип һөйләй башлағас, ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡалды, — бөгөн төндә Рио-де-Жанейрола Бразилия баш ҡалаһының юғары кимәлдәге сәнәғәт һәм сауҙа әһелдәре өсөн банкет ойошторҙо. Табындың башында барон ҡунаҡтарын ташлап ҡайҙалыр юҡ булды һәм бары ике сәғәттән һуң ғына нимәгәлер бик борсолоп килеп инде. Кире килгәндә күҙендә ҡара күҙлек ине. Ул уны башҡа сисмәне. Фараз итеүҙәренсә, барондың ғүмер буйы яфаланған һәм бер нисә йыл элек тулыһынса сәләмәтләнгән тип иҫәпләнгән күҙ ауырыуы ҡабат үҙен һиҙҙерә башлаған булырға тейеш. Беҙгә телефондан хәбәр итеүҙәренсә, банкет дауам итә һәм барон, моғайын, тағы…»

Стенаның теге яғындағы каютала радионы һүндерҙеләр. Шунда шыбырҙап һыу аҡҡаны ишетелде. Ҡулйыуғыстың кранын астылар булһа кәрәк.

Тимдың сырайы тыштағы йонсоу таң һымаҡ көл төҫөнә инде. Ул йәнә бәхәсте отто, контракттың үҙ көсөндә ҡалғанын белде. Әммә уны был сәйер хәбәр таң ҡалдырғайны.

— Рио-де-Жанейроға нисек шулай тиҙ барып етергә була? — тип һораны ул аптырап.

— Шул хәҙәрлем байлыҡ менән бөтәһе лә мөмкин, — тип яуапланы Крешимир.

— Һуң ундай тиҙлек менән хатта самолет та осмай ҙабаһа!

Стюард башта бер нимә тип тә яуап ҡайтармағайны. Саҡ ҡына торараҡ:

— Һин, исмаһам, үҙеңдең кем менән бәйләнгәнеңде беләһеңдер, тип уйлағайным… — тип мығырҙаны ла, эшенә һуңлауҙан ҡурҡып, ашыға башланы. Ишеккә еткәс, әйләнеп:

— Йоҡларға тырыш, Тим! Түшәктә баш ҡатырып ятыуҙан файҙа юҡ, — тип кәңәш бирҙе.

Бәхеткә күрә, малайҙың сәләмәт тәбиғәте еңде. Тим, ысынлап та, йоҡлап китте. Ул ҡабат уянғанда төш етеп килә ине инде. Крешимир уға бер тәрилкә аш менән кисә бәхәстә отторған сәтләүек тортын алып килде. Малайҙың күңеленә ғәжәп рәхәт һәм тыныс булып китте. Нисәмә йылдарҙан һуң тәүләп уның ҡурҡыныс серен тағы ла бер кеше уртаҡлаша. Ә бит ул кеше барон менән хәүефле көрәштә еңеп сыҡты. Был Тимда өмөт — юҡ, өмөт кенә түгел, барыһы ла яҡшы тамамланасағына ҡыуаныслы ышаныс уятты. Бер килке ул Рио-де-Жанейронан килгән сәйер хәбәрҙе онотоп торҙо.

Төшкө аштан һуң каютаға аҙға ғына рулевой инеп сыҡты. Был Джонни исемле бәһлеүән — Гамбург ҡалаһы егете. Ул Тимдың хәлен һорашты, ипләп кенә маңлайындағы ороно ҡапшап ҡараны, тағы бер төймә дарыу ҡаптырҙы, шунан:

— Иртәгә шап-шаҡтай буласаҡһың! Инде теләһә ниндәй элмәккә йә тоҙаҡҡа эләгеп йөрөмәҫһең, тип өмөтләнәм! Ҡара уны! — тип шуҡ йылмайып, бармаҡ янағандан һуң каютанан сығып китте.

«Минең ниндәй тоҙаҡҡа эләккәнемде белһәң икән, — тип уйланы Тим, — иҫ-аҡылыңды юғалтыр инең!» Ул тағы ойоп китте: Джонни йоҡо дарыуы биргәйне.

Тим төндә, Крешимир каютаға ҡайтҡас, уянып китте. Стюард уның койкаһының ситенә таянды ла йәне көйөп:

— Был ҡәбәхәттең шул тиклем әшәкелегенә баш етмәҫлек! — тип һөйләнде.

— Ни булды? — тип ҡыҙыҡһынды Тим. — Һеҙ нимә тураһында… — тип башланы ла, кисә килешкәнде иҫенә төшөрөп, үҙ-үҙен төҙәтеп ҡуйҙы: — Һин нимә тураһында әйтәһең?…

— Һаман шул бер нәмә инде! Мин һинең өндәшмәҫкә тейешлегеңде беләм. Дөрөҫ эшләйһең — өндәшмә! Тик миңә эштең нимәлә икәне билдәле бит. Ул һинең көлөүең менән көлә, ә һин һәр бәхәстә еңеүсе булып сығаһың! Йә, ә отолһаң нимә буласаҡ?

— Мин бары тик шул турала ғына хыялланам, — тип яуапланы Тим. Ул башҡа бер нәмә лә әйтмәне.

— Был хаҡта ныҡлап уйлармын әле мин, — тип мығырҙаны Крешимир. Шунан, сисенеп, урынына ятты.

Һәр береһе баш осондағы утты һүндергәс, Крешимир үҙенең тыуған яҡтары, Хорватия тауҙарындағы ауылы хаҡында һөйләп китте.

Ул бала сағында һәр ваҡыт ас булған. Аҙнаның һәр ете көнөндә байырға һәм туйғансы ашарға хыялланған. Бына бер мәл ауыл буйлап автомобиль үткән. Руль артында шаҡмаҡ кейемдәге бер әфәнде ултырған булған. Берҙән-бер көндө ул әфәнде малайға бер төргәк анар емеше бүләк итә — теп-теүәл ете дана. Ә бер анар емеше ул ваҡытта бер динар тора. Малай йәйәүләп, ун саҡрымда ятҡан диңгеҙ буйына бара ла уларҙы пляжда һата.

— Эйе, Тим, ғүмеремдә беренсе тапҡыр ҡулыма аҡса инде. Ул саҡта был ҙур аҡса булып күренде. Теп-теүәл ете динар[6]. Мин был аҡсаға, беләһеңме, нимә һатып алдым? Туйғансы икмәк ашағым килә ине, тик мин икмәк түгел, ә бер киҫәк торт алдым! Беләһеңме ниндәй торт — өҫтөндә крем, дүрт мөйөшөндә берәр сейә, ә уртала ярты грек сәтләүеге. Был торт тураһында миңә диңгеҙ буйына барып ҡайтҡан ҡыҙҙар һөйләгәйне.

Шул бер киҫәк торт өсөн мин бөтә аҡсамды бирҙем. Причалдағы таҡта өйөмөнә һөйәлеп ултырған килеш, мин уны ҡомһоҙланып, бер минут эсендә ашап бөттөм. Ә үҙем: «Күктәге фәрештәләр иртә һайын бына нимә ашай икән!» — тип уйланым.

Шунан юл буйы ҡоҫоп ҡайттым. Минең ашҡаҙаным ундай ризыҡҡа өйрәнмәгәйне. Ауылыма ҡайтып барған саҡта йәнә шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде ултырған автомобилде осраттым…

Крешимир тынды, ә Тим һәр ваҡыт борос, әнис һәм тмин еҫе аңҡып торған тыҡрыҡта йәшәгән бәләкәс малай тураһында уйланы.

Стюард артабан һөйләй башланы: шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде шул ваҡыттан алып уларҙың ауылында йыш күренә башлаған, гел генә бер төргәк анар емеше алып килә торған булған. Ә бер матур йәкшәмбелә ул, Крешимирҙың ата-әсәһе менән һөйләшеп, уны үҙенең караптарының береһенә стюард итеп эшкә урынлаштырған; ҡайһы берҙә үҙе менән төрлө сәфәрҙәргә алған, ипподромға йөрөткән. Крешимир, ат сабыштары менән үтә мауығып китеп, шаҡмаҡ кейемдәге әфәндегә бурысҡа бата һәм, ниһайәт, уға үҙенең иң ғәзиз нәмәһен — күҙҙәрен һата.

— Ә хәҙер мин уларҙы кире ҡайтарып алдым! — тип йомғаҡланы Крешимир. — Һин дә көлөүеңде ҡайтарып алырһың. Әгәр ҙә шуға өлгәшә алмаһаҡ, исемем Крешимир булмаһын! Ә хәҙер тыныс йоҡо!

Тимдың тамағына төйөр килеп тығылғайны. Ул ҡарлыҡҡан тауыш менән:

— Тыныс йоҡо, Крешимир! — тип яуапланы. — Рәхмәт һиңә!

Ун өсөнсө бит. ҒӘРӘСӘТ

Крешимирҙың һөйләгәндәре Тимды бик ныҡ тулҡынландырғайны. Өҫтәүенә, төндә диңгеҙ ҡотороноп китте. Тим ныҡ тынысһыҙ йоҡланы — бер туҡтауһыҙ түшәгендә борһаланды, әле бер, әле икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты.

Ҡапыл уның һаҡ йоҡоһона күк күкрәгәне үтеп инде. Бер секундтан күҙенә — йомолған ҡабаҡтары аша — йәшен ялтлағаны күренде. Шунан тағы — әллә төшөндә, әллә ысындан да — күк дөһөрләне.

Тим ҡысҡырып ебәрҙе лә, ҡурҡышынан уянып китте. Йәшен дөһөрләүе аша үҙенең көлөүен ишеткән һымаҡ булды. Ул күҙҙәрен ышҡып ҡалҡынды, ҡарашы иллюминаторға төштө: түңәрәк ҡалын быяла аша каютаға, туп-тура уның йөҙөнә, аҡһыл-күк күҙҙәр текләп тора ине.

Ҡото осҡан Тим сытырлатып күҙен йомдо. Һалҡын тиргә батып, ҡыбырларлыҡ та көс таба алмайынса, алға эйелгән килеш ултырҙы ла ултырҙы. Ҡабат күҙен асырлыҡ ҡыйыулығын йыйғансы артыҡ оҙаҡ ваҡыт үткәндәй булды. Ул шым ғына стюардҡа өндәште. Стюард яуап ҡайтарманы. Борттың йоҡа ғына тимер стеналарын бер туҡтауһыҙ туҡмап, тышта һаман диңгеҙ ҡоторҙо.

Тим башҡаса иллюминаторға ҡарарға баҙнат итмәне. Ул Крешимирҙы ҡысҡырыбыраҡ саҡырҙы — яуап булманы. Инде Тим шундай итеп ҡысҡырҙы, хатта үҙенең тауышынан үҙе ҡурҡып китте:

— Крешимир!

Яуап булманы.

Тим иллюминаторға ҡарамаҫ өсөн күҙен йомдо, ҡулы менән һәрмәнеп, баш осондағы яҡтыртҡыстың нәҙек кенә сымын эҙләп тапты. Сымды эләктереп алыу менән йән көсөнә тартҡайны, ут тоҡанып китте лә Тим күҙен асты.

Ҡараңғылыҡ юҡ булыу менән шик-шөбһәләре лә мөйөш-һәйештәргә боҫто; Тим үрелеп аҫҡа ҡараны. Крешимирҙың урыны буш ине. Төрлө мөйөштәрҙән тағы шик-шөбһәләр, шомдар шыуышып сыға башланы. Йыуынғыс өҫтөндәге көҙгөнән үҙенең ҡурҡыуҙан төҫө боҙолған сырайын күргәс, Тимдың бөтөнләй ҡото осто.

Ғәжәп: көҙгөләге сағылышын күреү малайға тәүәккәллек бирҙе. Ул урынынан һикереп торҙо ла, ашығып кейенергә тотондо. Гүйә барлыҡ ҡурҡыуҙары көҙгөләге сағылышында тупланды ла, Тим уларҙан ҡотолдо, шуға күрә нимә теләһә, шуны эшләй алған һымаҡ тойолдо. Инде уның каютанан коридорға йүгереп сығырға батырлығы етте. Сайҡалған караптың стеналарына тотона-тотона тимер баҫҡысты барып тапты, өҫкә күтәрелде. Палубаға сығыу менән, олоғара тулҡын аҫтында ҡалып, лысма һыу булды. Әммә, тростарға йәбешеп, туҡтауһыҙ сайҡалған, тайғаҡ бак[7] буйлап һаман алға шылышты; бесәй етеҙлеге менән шлюпка палубаһына үрмәләп менде һәм, ниһайәт, штурвал рубкаһына етеп, эскә сумды. Бында йылы, төтөн еҫе борҡоп тора. Ҡалын быялалы бәләкәй генә лампочка рубканы һүрән генә яҡтырта.

Руль артында торған Джонни, Гамбург бәһлеүәне, малайға аптырап ҡараны ла:

— Был дауылда каютаңда ғына ятмай, өҫтә нишләп йөрөйһөң? — тип һораны

— Рулевой, Крешимир ҡайҙа? — тип ҡысҡырҙы Тим, тап ошо минутта карап бортына килеп бәрелгән тулҡындың олоуын баҫырға тырышып.

— Крешимир ауырып китте, Тим. Тик һин уның өсөн борсолма! Һуҡыр эсәге өйәнәкләп киткән, ә беҙҙең заманда һуҡыр эсәктән үлмәйҙәр!

— Ҡайҙа ул? — тип ныҡышты Тим. — Әле ул ҡайҙа?

— Беҙҙән йыраҡ түгел патруль катеры булған икән. Шул Крешимирҙы ярға алып китте. Машинаның тынып торғанын ишетмәгәйнеңме ни?

— Юҡ, — тип яуапланы Тим төшөнкө тауыш менән. Шунан тыныс тауыш менән һөйләргә тырышып: — Крешимир ауырымай. Был барондың эше. Мин иллюминаторҙа уның күҙҙәрен күрҙем, — тине.

— Иллюминаторҙа барондың күҙҙәрен күрҙең? — Джонни көлөп ебәрҙе. — Егеткәйем, һин һаташып уянғанһың. Ҡана, сисен, анау юрғанды ал да бынау эскәмйәгә ятып йоҡла. Минең янымда теләһә ниндәй әшәке төшөңә инә алмаҫ!

Йылы рубкала, киң күңелле бәһлеүән эргәһендә, Тимға ла бөтә ҡурҡҡандары күҙенә генә күренгәндер һымаҡ тойолоп китте. Тик барондың Рио-де-Жанейронан юҡҡа сығыуын, көҙгөлә ҡурҡыштан салшайған үҙ йөҙөңдө күргәнеңде нисек онотаһың?! Малай барондың бөтә нәмәгә лә һәләтле икәнен аңланы. Шул уҡ ваҡытта ул киләсәктә, ни тиклем генә ҡурҡыныс булһа ла, барондан ҡурҡмаҫҡа тырышырға ҡарар итте, сөнки, бәхеткә күрә, уның да барондың көсһөҙ мәлен күргәне бар.

Ул тояҡтары иҙәнгә беркетелгән эскәмйәләге матрасҡа шым ғына барып ятты. Эскәмйә лә тотош карап кеүек үк уңға-һулға, аҫҡа-өҫкә сайҡала, сөнки дауыл юғарыла аҫтағыға ҡарағанда ла көслөрәк һиҙелә ине.

Шомло уйҙары һәм күкрәк ауыҙлығындағы бер урында һерелдәп торған ҡалтыраныу Тимға йоҡлап китергә ирек бирмәне. Сәғәт артынан сәғәт уҙҙы, ә ул һаман ятты ла ятты. Джонни иһә, сигарет артынан сигарет тартып, руль артында тыныс ҡына тора бирҙе. Ғәрәсәт яйлап ҡына баҫыла башланы.

Йоҡоһоҙ ятҡан бөткөһөҙ сәғәттәр эсендә Тим береһенән-береһе сәйерерәк, мәғәнәһеҙерәк бәхәстәр уйлап сығарҙы. Был бәхәс шул тиклем башҡа һыймаҫлыҡ, бойомға ашыра алмаҫлыҡ булырға тейеш, бары тик шул саҡта ғына Тим унда отоласаҡ. Ә Тим мотлаҡ отолорға тейеш! Барон уның ҡотон алды-алыуын да, тик алһа ни булған! Ә хәҙер, әйҙә, үҙенең тубыҡ аҫты ҡалтыранһын! Тик күпме генә баш ватмаһын, барон булдыра алмаҫтай бер генә пари ҙа уйлап таба алманы малай. Ярай, мәҫәлән, Тим урман сәтләүеге кокостыҡынан ҙурыраҡ була тип бәхәсләшһен икән, ти. Беренсенән, ниндәй иҫәр был хаҡта бәхәсләшергә риза булһын?! Икенсенән, Натйаштың урман сәтләүеге кокостыҡынан эрерәк булып үҫкән урынды эҙләп табыуы ла бик ихтимал. Табыу менән генә сикләнмәҫ, уларҙың пароходын шул ярға алып барып терәтеп ҡуйыуҙы ла хәстәрләр. Тим, төн оҙоно уйлаған башҡа париҙар кеүек, быныһын да кире ҡаҡты.

Бер нисә тапҡыр башына Рикерт әфәнде менән вокзалға барған трамвай ваҡиғаһы килгеләне.

«Әгәр ҙә өҙөлгән сымға һылтанып булмаҫлыҡ берәй нәмә уйлап тапҡанда, — тип баш ватты ул. — Трамвай һынлы трамвайҙы рельстарынан күтәреп алып һауала осорғанда нисек булыр ине икән? Трамвай бит ҡарлуғас түгел. Натйаш иһә, ни тиклем генә ҡеүәтле булмаһын, тылсым эйәһе түгел!»

Тим, ниһайәт, барондың йомшаҡ ерен тапты, шикелле. Ул терһәгенә таянып ҡалҡынды ла:

— Рулевой, ә һеҙ беләһегеҙме, Генуяла осоусы трамвайҙар бар икән! — тине.

— Ят, йоҡла! — тип яуапланы Джонни, тамсы ла ғәжәпләнмәйенсә. — Йәнә төшөңә индеме?!

— Юҡ, рулевой, мин йоҡламаным. Ысын: Генуяла осоусы трамвайҙар бар. Әйҙә бер шешә ромға бәхәсләшәбеҙ!

— Буш хәбәр! — тип ҡул һелтәне Джонни. — Хыял! Ә ул ромды ниндәй аҡсаға алмаҡсы булаһың?

— Ул шешә минең рюкзагымда ята, — тип фәстерҙе Тим. — Йә, бәхәсләшәбеҙме?

Джонни уға боролоп ҡараны:

— Миллион һумға бәхәсләшһәң дә, барыбер ышанмаҫ инем. Сөнки мин Генуяны ла, трамвайҙарҙы ла бик яҡшы беләм!

— Улай булғас, һин бәхәсләшеп бер нәмә лә юғалтмайһың. Бер шешә ром — рулевой өсөн торғаны бер хазина бит ул!

— Әгәр ҙә мин бәхәсләшһәм, һин шунда уҡ ятырға ла күҙеңде йоморға һүҙ бирәһеңме?

— Бирәм! 

Шунда рулевой уға ҡулын һуҙҙы ла:

— Әгәр Генуяла… — тине.

Шунан туҡтап ҡалды, сөнки тап ошо мәлдә штурвал рубкаһының тәҙрәһе алдынан быялаға бәрелеп нимәлер осоп үтте. Хәйер, ниндәйҙер ваҡ-төйәк ахыры, Джонни быға артыҡ әһәмиәт бирмәне. Ул:

— … Әгәр ҙә мин Генуяла, — тип ҡабатланы, — исмаһам, бер осоп барған трамвай күрһәм, бәхәстә еңелгән булам һәм һиңә бер шешә ром бирәм. Әгәр ҙә берҙе лә күрмәһәм, һинең рюкзагыңдағы шешә минеке була. Бына шулай. Ә хәҙер, рәхим итеп, йәһәт кенә күҙеңде йом. Өс сәғәттән һиңә эшкә.

Был юлы Тим ысынлап та йоҡлап китте. Үҙенең көлөүен ишетә икән тип төш күрҙе. Шунан көлөү тауышына күк йөҙөнән, тап уның баш осонан ғына үтеп барған трамвайҙың шалтырауы килеп ҡушылды. Джонни уятҡанда, Тимдың ҡолағында һаман да был шалтырау яңғырап тора ине әле. Был тауыштан уға әллә нисек шомло булып китте.

Ун дүртенсе бит. ОТОП БУЛМАҒАН ПАРИ

Тим Генуя тураһында бер ни тиклем хәүеф менән уйлаһа ла, алыҫта ҡаланың һыҙатланышы күренә башлағанын түҙемһеҙлек менән көттө.

«Дельфин» Генуя гаваненә барып ингәнгә тиклем байтаҡ көндәр үтеп китте. Ҡояш балҡып торған төш мәлендә улар ҡалаға килеп етте тиергә була ине. Ниндәйҙер һылтау табып, штурвал рубкаһына ингән Тим, минут һайын яҡынайған ҡалаға ҡарап, Джонни янында тора. Өҫтөндә — аҡлы-ҡаралы шаҡмаҡ төшкән салбар, тупаҫ буҫтауҙан тегелгән алъяпҡыс. Картуф әрсегән ваҡытта бысранмаҫ өсөн уны кок Энрико бәйләткәйне.

Генуяның йорттары ярайһы уҡ асыҡ күренә башлағайны инде. Автобустар менән машиналарҙы ла айырырға була ине.

Ҡапыл Джонни сәйер ауаз сығарҙы — ул ҡош ҡаңғылдауына ла, ырылдауға ла оҡшап китте. Тим, аптырап, уға ҡараны: рулевой күҙен йомдо, шунан һаҡ ҡына асты, тағы япты. Ниһайәт, ул күҙҙәрен шар асып ебәрҙе лә яй ғына:

— Мин аҡылдан шашып барам! — тине.

Тим эштең нимәлә икәнен аңлай башлағайны. Тамағы кипте. Тик ҡала яғына ҡарарға ҡыйыулығы етмәне. Күҙҙәрен рулевойҙан алманы.

Инде Джонни ҙа Тимға ҡараны, башын сайҡап:

— Һин дөрөҫ әйткәнһең, Тим, Генуяла оса торған трамвайҙар бар икән, — тине. — Һин бәхәсте оттоң.

Тим төкөрөгөн йотто. Күҙ йәшереп тороуҙан ни мәғәнә? Барыбер быны күрергә тура килә. Ул башын борҙо ла алыҫҡа — ҡала яғына төбәлде. Унда бер урам буйлап өйҙәр араһынан трамвай — ып-ысын трамвай осоп килә ине: ул ап-асыҡ күренде.

Әммә ҡапыл трамвай тәгәрмәстәре аҫтында рельстар һәм таш түшәлгән урам пәйҙә булды. Инде трамвай осмай, урам буйлап рельстарҙан китеп бара ине.

— Был бары тик монар ғына! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Тим. Тауышында ҡыуаныс сатҡылары ишетелеп ҡалды. — Мин отолдом!

— Отолғаныңа шатланаһыңмы ни?! — тип һораны Джонни ғәжәпләнеп. Тим үҙенең хата ебәргәнен төшөндө. Әммә ул төҙәтеп өлгөргәнсе, Джонни дауам итте:

— Шулай ҙа һин бәхәстә еңдең, Тим. Беҙ бит Генуяла, исмаһам, бер булһа ла осоусы трамвай күрәбеҙме, тип бәхәсләштек, ә улар ысынлап та бармы, тимәнек. Бына күрҙек — һәр хәлдә мин күрҙем. Бында бер ниндәй ҙә шик юҡ.

— Әһә, тимәк, мин еңдем? Үәт шәп! — тигән булды Тим.

Инде ул быны ҡыуанып әйтергә тырышты, тик ҡарлыға төшкән тауышында шатлыҡ әҫәре һиҙелмәне. Бәхеткә күрә, был мәлдә Джонни үҙенең эшенә мәшғүл ине.

— Бындай алйоттарса бәхәсте уйлап сығарырға нисек башың етте? — тип һораны ул Тимдан. — Нимә, бәхәстә йыш отаһыңмы ни?

— Эйе. Әле ғүмеремдә бер мәртәбә лә отолғаным юҡ, — тип яуап ҡайтарҙы Тим вайымһыҙ ғына. — Мин һәр бәхәстә еңеп сығам.

Рулевой уға текләп ҡарап торҙо ла:

— Ярай, ярай, егеткәй, үтә осоноп китмә! — тине. — Шундай бәхәстәр була, унда еңеп сығыуы һис кенә лә мөмкин түгел.

— Мәҫәлән? — Тим ҡапыл тулҡынланып китте. — Исмаһам, берәүһен әйтегеҙ әле!

Рулевой уға һынсыл ҡараш ташланы. Был малайға ниҙер булған! Әммә Джонни бирелгән һорауға яуап ҡайтарырға өйрәнгән кеше. Шуға күрә аҡ фуражкаһын маңлайына төшөрөп, елкәһен тырнап алды. Ошо мәлдә, быялаға төртөлөп, рубка тәҙрәһе янынан тағы нәмәлер осоп үтте. Джонни күтәрелеп ҡараны, тик бер ни ҙә күрмәне. Шул саҡ ул ҡапыл уйлап сығарҙы:

— Һин бер ваҡытта ла ота алмаясаҡ бәхәсте беләм шикелле мин.

— Хатта уның ниндәй икәнен белмәйенсә лә бәхәсләшергә әҙермен, рулевой. Әгәр ҙә отолһам, ромды һеҙгә кире бирермен.

— Һай-һай, даланыңа шул тиклем ышанаһыңмы? Ярай, улай булғас! Мин риза. Ром һәр ваҡыт ром булып ҡала. Шул тиклем еңелгең килә икән — рәхим ит! Шулай итеп… — Джонни бер минут ҡына шымып торҙо ла, малайға ҡарап: 

— Һин, ысынлап та, бәхәсләшәһеңме? Мин быны ром арҡаһында ғына һорайым, — тине.

— Валлаһи-биллаһи, ысын! — Тим шул тиклем тәүәккәл итеп әйтте. — Джонниҙың бер шиге лә ҡалманы.

— Улай булғас, бына һиңә пари: бөгөн кискә ер йөҙөндәге иң бай кешенән дә бай буласаҡһың.

— Тимәк, барон Натйаштан да байыраҡмы? — тип һораны Тим шым ғына. Уның тыны ҡыҫылып китте.

— Тап шулай.

Тим уға уйлап та тормай ҡулын һуҙҙы. Ысынлап та, был бәхәстә еңеү мөмкин түгел. Улай икән, Тим мотлаҡ еңеләсәк.

— Бер шешә ромға бәхәсләшәм, бөгөн кискә мин барон Натйаштан да байыраҡ буласаҡмын!

— Һин, егеткәйем, саҡ ҡына тегеләйерәк, ахыры… — тине Джонни Тимдың ҡулын ысҡындырып. — Ярай, һис юғында мин үҙемдең шешәмде кире алырмын.

Шул саҡ рубкаға капитан килеп инде.

— Ә юнгаға бында ни кәрәк? — тип йәмрәйеп һораны ул Джонниҙан.

— Берәр сынаяҡ ҡәһүә алып килһен тип саҡырып алғайным, — тип яуапланы Джонни.

— Улай булғас, йәһәтерәк ҡыбырҙаһын.

Тим йән-фарман камбузға елдерҙе. Уның ҡысҡырып йырлап ебәргеһе килеп китте. Тик көлә белмәгән кеше йырлай ҙа алмай шул.

Батмусҡа бер сынаяҡ ҡәһүә ултыртып — юлда ул ике мәртәбә генә саҡ-саҡ сайпылды, — кире ингәндә, капитан һаман шунда тора ине. Джонни, капитанға күрһәтмәй генә ауыҙ йырып, күҙ ҡыҫып алды. Тим да уға күҙ ҡыҫты, тик йөҙө етди килеш ҡалды. Унан һуң, рубканан сығып, палубаға йүгерҙе. Ошо минутта уның рәхәтләнеп көлгөһө килә ине! Тик ауыҙы шөкәтһеҙ салшайҙы ғына.

Палубала Тимға ҡаршы осраған өлкән генә голланд ҡатыны, уның боҙоҡ сырайын күреп, ҡурҡып китте. Үҙенең каюталашы булған ҡатынға:

— Был малайҙың шауҡымы бар, шикелле. Төнгөлөккә ишекте нығыраҡ бикләп ятырға кәрәк, — тине.

Тим үҙенең тойғоларын күрһәтмәҫ өсөн, пароход Генуяға килеп ярға туҡтағанға тиклем, якорь сылбырҙары уралған кабестан[8] артында, өйөлөп ятҡан канаттар өҫтөндә йәшенеп ултырмаҡсы булды. Ул Генуяла данлыҡлы Ҡурсаҡ театры барлығы тураһында ишеткәйне. Иң беренсе шунда барыр һәм, бөтәһенә ҡушылып, танһығы ҡанғансы көлөр. Ә урам буйлап йөрөгәндә, берәй бөтөнләй таныш булмаған кешегә — бәләкәс кенә ҡыҙыҡайға йәки берәй әбекәйгә йылмайһаң! Был уйы уның күңелен тағы ла нығыраҡ йылытып ебәрҙе. Тим дуҫлыҡ, ихласлыҡ тулы ҡояшлы донъя тураһында матур хыялдарға сумды. Зәңгәр күктә ҡояш балҡып тора, уның нурҙары рәхәт итеп Тимдың битен ҡытыҡлай, шул арҡала хыялдар тағы ла нығыраҡ ысынға оҡшап китә.

Судноның радиостанцияһынан эс бошорғос һүлпән тауыш менән ниндәйҙер иғлан тапшыра башланылар. Тим быға иғтибар итмәне. Ул хыял диңгеҙендә тирбәлә ине.

Күпмелер ваҡыттан һуң иғланды яңынан ҡабатларға тотондолар. Тим, үҙенең исемен ишетеп, һағайҙы ла ҡолаҡ һалды. Уға иғландың аҙағы ғына килеп ишетелде:

«…Талерға … капитанға… штурвал рубкаһына».

Ҡанатлы хыялдары шунда уҡ һабын ҡыуығы һымаҡ шартланы. Тимға ҡояш түҙгеһеҙ ҡыҙҙырған һымаҡ тойолдо. Ҡараңғы сырайлы капитандың бығаса Тимға бер тапҡыр ҙа иғтибар иткәне юҡ ине. Әле үҙенә саҡыра икән, был тигенгә түгел, ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл булған.

Тим кабестан артынан сыҡты ла ют[9] буйлап барып, иртәнсәктән бирле инде өсөнсө тапҡыр, тимер баҫҡыстан өҫкә күтәрелде. Баҫҡыстың тотҡаларына тотонғанда, ул борсолоуҙан ҡулдары тирләп киткәнен абайланы.

Рубкаға килеп ингәйне, капитан уға нисектер бик сәйер итеп ҡараны: уның ҡарашында ғәҙәттәге битарафлығының эҙе лә ҡалмағайны. Джонни алға текләгән килеш ҡатҡан, ул Тим яғына боролоп та ҡараманы.

— Һинең исемең… — капитан тотлоҡто, тамағын ҡырып алды һәм яңынан башланы: — Һеҙҙең исемегеҙ Тим Талермы?

— Эйе, капитан әфәнде.

— Һеҙ тыуғанһығыҙ…

Капитан ҡулындағы ҡағыҙҙан Тимдың ҡасан, ҡайҙа тыуғанын һәм биографияһындағы иң әһәмиәтле даталарҙы уҡып сыҡты. Тим һәр датанан һуң:

— Эйе, капитан әфәнде! — тип раҫлап торҙо.

Билдәһеҙлектән һәм көсөргәнештән малайҙың күҙенән йәш бәреп сыҡты. Һорау алыу тамамланып, капитан ҡағыҙлы ҡулын аҫҡа төшөргәс, рубкала тынлыҡ урынлашты. Иҙәндә ҡояш сатҡыһы емелдәй, ә Тим күҙен алмай Джонниҙың киң елкәһенә текләгән. Ә тегеһе һаман алға төбәлгән.

— Тимәк, мин һеҙҙе беренсе булып ҡотлай алам, — тип тынлыҡты боҙҙо капитан.

— Нимә менән, капитан әфәнде? 

— Ә бына нимә менән… — капитан башы менән ҡулында тотоп торған ҡағыҙға ымланы. Шунан: — Һеҙ нимә, барон Натйаштың туғаны булаһығыҙмы? — тип һораны.

— Юҡ, капитан әфәнде.

— Әммә һеҙ уны шәхсән беләһегеҙ?

— Эйе, беләм…

— Шулай булғас, мин һеҙгә радиограмманы уҡып ишеттерәм:

«Барон Натйаш вафат булды нкт Тим Талерға уның берҙән-бер вариҫ итеп тәғәйенләнеүен хәбәр итегеҙ нкт Мәрхүмдең игеҙәк туғаны барон Натйаш бәлиғ йәшенә еткәнсе уның өҫтөнән опекунлыҡ ҡабул итә нкт Генуя Натйаштың «Феникс» пароходлығы нкт Баш директор Грандицци».

Тим, йөҙө таштай ҡатып, һаман да Джонниҙың елкәһенә текләгән килеш тора бирҙе. Ул ер шарындағы иң хәтәр, иң хикмәтле бәхәстә еңде. Бары тик бер шешә ром бәрәбәренә. Ул, ун дүрт йәшлек малай, ошо минутта донъялағы иң бай кешегә әйләнде. Әммә уның көлөүе барон менән бергә үлде һәм хәҙер барон менән бергә ергә күмеләсәк. Тим, ер йөҙөндәге иң бай кеше, бөтә кешеләрҙән дә ярлыраҡ. Ул үҙенең көлөүен бөтөнләйгә юғалтты.

Джонниҙың елкәһе ҡалтырап ҡуйҙы. Рулевой яйлап ҡына башын борҙо. Тимға бөтөнләй ят, аптыраған күҙҙәр текләгәйне. Тик малай уларҙы күреп тә өлгөрмәне тиерлек — һушын юғалтҡан Тимды Джонни саҡ тотоп ҡалды.

Ун бишенсе бит. ГЕНУЯЛАҒЫ МӘХШӘР

Тим өҫтөнә йүнләп ҡырылмаған, яҫы бит эйелгәйне:

— Һин мине ишетәһеңме?

— Эйе, рулевой, — тип бышылданы Тим.

Хәстәрлекле ҡул уның башын ҡалҡытты, ауыҙына тамсылап-тамсылап һыу тамды.

Ул ҡолағы төбөндә генә рулевойҙың:

— Ул нисек килеп сыҡты һуң: ниңә мин Генуяла осоусы трамвай күрҙем? Ниңә барон шулай тиҙ генә үлеп киткән? Ниңә һин бәхәстә еңелһәң ҡыуанаһың, ә еңгәндә һушыңды юғалтып ҡолайһың? — тигән һүҙҙәрен ишетте.

Тимдың әкренләп кенә яҡтыра барған аңында был «ниңә»ләр үҙенең яуапһыҙ ҡала биргән «ниңә»ләренең шаңдауы һымаҡ яңғыраны. Ул йәнә хәүефкә батты һәм саҡ яңынан һушын юғалтмай ҡалды.

Ул арала аяҡ тауыштары ишетелде һәм капитан, таныш булмаған бер кешене эйәртеп, рубкаға килеп инде. Эскәмйәлә ятҡан Тим иң тәүҙә был кешенең ҡап-ҡара пинжәгенең кеҫәһенән сосайып торған күҙҙең яуын алырлыҡ аҡ селтәр ҡулъяулығына иғтибар итте. Шунан танау төбөндә генә ҡәнәфер еҫе борҡоп китте, сөнки был кеше үҙен таныштырыр өсөн Тимға эйелде:

— Диретторе Грандицци. Мин үҙемде бик бәхетле һанайт, синьор, сөнки беҙҙең фирма исеменән иң беренсе һеҙҙе ҡотлай алайт! Миңә йәл һеҙҙең сырхап тороуығыҙ, әммә аңлайт — был бәләкәй шок. — Ул башын ҡырын һалып, ҡулдарын йәйеп ебәрҙе. — Ах, бер генә минут, һәм шул хәтле байлыҡ. Был, әлбиттә, һис тә еңел түгел…

Директор Грандицциҙың артабан нимә һөйләгәнен Тим аңламаны. Уның вата-емерә һөйләүен тыңлау ялҡытҡыс ине. Башына бары тик һуңғы һүҙҙәр генә барып етте, сөнки директор уның ҡолағы төбөнә үк эйелеп:

— Хәҙер мин һеҙҙе баркасҡа ултыртайт, синьор! — тине.

Шул саҡ Джонни алға сыҡты.

— Ҡана, малайҙы миңә бирегеҙ, — тип геүләне ул. — Мин уны баркасҡа үҙем алып барам. Капитан әфәнде, әлегә һеҙгә руль артында тороп торорға тура килер.

Карап якорь ташлаһа ла, дөйөм ығы-зығыға башы ҡатып, албырғып ҡалған капитан тыңлаусан ҡиәфәт менән рулде алды.

«Дельфин»ға пароход компанияһының бай вариҫ артынан ебәрелгән баркасы килеп терәлгәйне. Тимды күтәреп алған Джонни трап буйлап шул тиклем еңел генә төшә, гүйә ул ун дүрт йәшлек сымыры үҫмерҙе түгел, бер төйөнсөк кенә алып китеп бара. Директор Грандицци уның әле бер, әле икенсе яғына сыға, хуш еҫ аңҡытҡан селтәр ҡулъяулығы хужаһы эргәһендә һикергеләгән пуделдең ҡойроғон хәтерләтә ине.

Тим директорҙың бөтөнләй тиерлек пеләш икәнен әле генә абайланы. Ике яҡ сикәһенән оҙон итеп үҫтерелгән ҡара сәстәре өсмөйөш рәүешендә маңлайына тарап ҡуйылған. Был директорға хәүефле төҫ бирә һәм йөҙө ҡурҡыныс битлеккә оҡшап тора ине.

Баркасҡа төшкәс, Джонни Тимды кормалағы эскәмйәнең бер ситенә ултыртты ла ҡолағына:

— Һиңә минән ике шешә ромды — үҙеңдең отошоңдо — алырға кәрәк әле. Сәғәт һигеҙҙә Христофор Колумбтың һәйкәле янына кил. Тик бер үҙең. Ә инде ярҙам кәрәк була ҡалһа, бигерәк тә килергә тырыш! Аңланыңмы?

Тим баш ҡаҡты. Ул шыпырт ҡына: «Ыһы», — тип бышылданы, сөнки бик һаҡ булырға кәрәклеген аңлай ине.

— Уңыш теләйем, егет! — тине Джонни директорға ҡарап. Шунан ул көрәктәй ҡулы менән Тимдың ҡулын ҡыҫты ла боролоп карапҡа күтәрелде.

Баркас ҡуҙғалып китеү менән Тимға йәнә ҡәнәфер еҫе борҡоно. Директор Грандицци уның эргәһенә килеп ултырҙы. Баркас морононда ҡапма-ҡаршы ултырған ҡупшы кейемле ике әфәндегә шымыраҡ һөйләшергә ишараланы. Тегеләр ризалашып баш ҡаҡтылар ҙа, ҡыҙыҡһыныуҙарын йәшерә алмайынса, Тимға ҡарап ниҙер шыбырҙаша башланылар.

— Синьор, мин һеҙҙе отелгә алып барайт, — тине директор аҡрын ғына. — Унда һеҙҙеке бер сәғәт ял итәйт, унан беҙҙең пароход компанияһы бәләкәй генә табынға көтәйт.

Бөгөн иртәнсәк кенә урта ҡул пароходта юнга һәм стюард ярҙамсыһы булған Тимға үтә ҙур иғтибар менән солғап алынған бай вариҫ роле сәйер ине. Ләкин көлөүен баҫтыра башлағандан алып көтөлмәгән хәлдәргә әленән-әле юлығып торғанға күрә, малай был үҙгәрешкә ярайһы ғына тыныс ҡарай алды. Уны бөтөнләй башҡа нәмә ғазапланы: хәҙер уның маҡсаты юҡҡа сыҡты, сөнки көлөүе барон менән үлде бит.

Директор Грандицциҙың һөйләгәндәренә Тим иғтибарһыҙ ғына баш ҡағып барҙы. Директор матбуғат конференцияһының киске һигеҙгә билдәләнгәнен әйткәс кенә, риза түгеллеген белдереп, башын сайҡаны.

— Ах, һеҙ матбуғат яратмайт, синьор? Әммә гәзит — файҙалы нәмә, синьор, ифрат файҙалы!

— Беләм, — тип яуапланы Тим.

Бында, әкрен генә сайҡалған баркаста, хәле яҡшыра башлағандай тойолдо.

— Гәзиттәрҙең файҙаһын аңлайт, ә ниңә бәләкәс кенә конференцияға ҡаршы булайт? — тип үҙенекен ныҡышты директор Грандицци.

— Сөнки… — Тим ҡабалана-ҡабалана баш тартырға һылтау эҙләне. — Бөтәһе лә минең өсөн шул тиклем яңы, көтөлмәгәнсә. Конференцияны иртәгәгә ҡалдырып булмаймы?

— О, әлбиттә, синьор. Тик бөгөн кис…

— Бөгөн кис мин үҙем генә ҡала буйлап йөрөгөм килә, — тип уны ҡырт бүлдерҙе Тим. Грандицциҙың күңел болғатҡыс ялағайланыуы йәненә тейә башлағайны, шуға күрә уны тупаҫ итеп шаңҡытҡыһы килде. Әммә тегеһен албырғатыу бик үк еңелдәрҙән түгел икән.

— Юҡ, синьор, яңғыҙ түгел, — тип ашығып ҡаршы төштө ул. — Һеҙҙе хәҙер һәр ваҡыт детектив — нисек әле? — йәнһаҡсы оҙатайт. Һеҙ бит хәҙер иҫ киткес бай!

— Минең ҡала буйлап бер үҙем йөрөгөм килә! — тип ҡысҡырҙы Тим.

Баркастың морононда ултырған ҡупшы кейемле әфәнделәр Тимға сәйерһенеп ҡараны. Уларҙың береһе, сайҡалған баркаста тигеҙлеген һаҡларға тырышып, Тим янына килде:

— Һеҙгә берәй файҙам теймәҫме? — тип һораны ул. — Минең фамилиям Пампини. Мин фирманың баш тәржемәсеһе булам.

Ул уңайы килгәндә бай вариҫҡа үҙен күрһәтеп ҡалырға самаланы, ахырыһы. Әммә Тимға ҡулын һуҙған саҡта, баркас кинәт кенә уң яҡҡа аушайҙы ла, тәржемәсе Пампини малайҙың тубығына йығылды. Туҡтауһыҙ ғәфү үтенә-үтенә аяғына саҡ тороп баҫҡайны, был юлы директор Грандицциҙың өҫтөнә ҡоланы. Асыуы ҡабарған директор тәүҙә тәржемәсегә, унан баркастың рулевойына аҡырҙы. Береһен шыр тиле, икенсеһен ишәк тип атаны. Шунан ғына рулевойҙың немец телен аңламағаны башына барып етте, шикелле, әрләшеү һүҙҙәрен итальянса ҡабатланы. Ә был телдә улар кәмендә биш тапҡырға оҙонораҡ булып сыҡты. Тәржемәсе бөкөрәйә биреп, баркас моронондағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Тап шул ваҡытта улар яр ситенә килеп етте.

Молдың[10] иң аҫҡы баҫҡысында форма кейгән шофер ҡулына күк фуражкаһын тотоп әҙер генә тора. Ул Тимға ҡулын һуҙҙы ла һаҡ ҡына үҙенә тартты, икенсе яҡтан малайҙы директор ҡултыҡлап өлгөргәйне. Шулай итеп, Тим иң беренсе булып баркастан ергә төштө. Бөтәһе лә уның менән бәлтерәп бөткән ауырыу бер ҡарт һымаҡ мөғәмәлә итә ине.

Өҫтә ҡара костюм кейгән бихисап ир-ат өймәкләшкән, улар Тимдан Генуяның күренештәрен тулыһынса ҡаплап тора. Директор Грандицци Тимды бер-бер артлы улар менән таныштыра башланы. Барыһының да фамилияһы йә «ици», йә «оци» тип тамамлана ине; улар Тимдың бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға торҙо.

Бында иң ғәжәбе шул булды: тантана тубығына тиклем төрөлгән, ғәҙәттә, карапта коктар кейә торған шаҡмаҡ салбарҙа, кәмендә биш үлсәмгә ҙурыраҡ булған олоғара свитерҙа мәрәкә булып баҫып торған ун дүрт йәшлек малай өсөн ойошторолғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, был мәҙәк күренешкә ҡарап, көлкөнән ятып үлергә булыр ине. Әммә барыһы ла, Тимдың бәхетенә күрә, ныҡ етди ине.

Бына хәтәр фырт ҡара машина килеп туҡтаны, шофер, хөрмәт күрһәтеп, ишекте асты. Тәүҙә Тим, уның артынан директор Грандицци эскә инеп ҡыҙыл күн менән тышланған йомшаҡ урындарға сумды. Машина ҡуҙғалды. Ҡара костюмлы әфәнделәр рәткә теҙелеп баҫты һәм уң ҡулдарын өҫкә күтәреп болғай-болғай оҙатып ҡалды.

Бары хәҙер генә, юлда барышлай, Тим үҙенең Рикерт әфәнде бүләк иткән матрос рюкзагы тураһында иҫенә төшөрҙө. Ул бөтә әйберҙәре менән пароходта тороп ҡалғайны. Тимдың был турала борсолғанына Грандицци йылмайып ҡына ҡуйҙы.

— О, әлбиттә, синьор, беҙ пароходтан һеҙҙең шәхси әйберҙәрегеҙҙе алдыра алабыҙ. Ләкин барон әфәнде һеҙгә өр-яңы, ҡупшы кейемдәр хәстәрләне инде.

— Барон? — тип ғәжәпләнде Тим.

— Яңы барон әфәнде, синьор!

— Ә, шулай икән! — Тим күн мендәргә һөйәлде лә тәҙрәнән Генуя урамына күҙ һалды. Бына улар мәрмәр порталлы, подъезында баҡыр алтаҡтаға «Пальмаро ҡунаҡханаһы» тип яҙылған бина янына килеп етте. Тәҙрә эргәһенән тәпәшәк пальманың япраҡтары елпенеп ҡалды, уртаһында лаванда ҡыуағы үҫкән түңәрәк клумбаны урап үткәс, автомобиль йомшаҡ ҡына барып туҡтаны.

Йүгерешеп килеп машинаның ишеген астылар; алтын менән сигелгән ливреялы швейцар Тимға ҡулын бирҙе. Йәнә уны тәнтерәкләп бөткән ҡарт һымаҡ ян-яҡтан ҡурсалап, ипләп кенә машинанан сығарҙылар. Тим киң мәрмәр күтәрмәнең иң аҫҡы баҫҡысында тора ине. Ниндәйҙер бер кеше иң өҫтән ҡул болғап сәләмләне лә:

— Рәхим итегеҙ! — тип ҡысҡырҙы.

Был кеше шаҡмаҡ костюм кейгән, ә танауына олоғара ҡара күҙлек ҡунаҡлағайны.

Грандицци Тимдың ҡолағына:

— Яңы барон әфәнде, элеккеһенең игеҙәге! — тип бышылданы.

Ләкин Тимдың игеҙәк туған тигәнгә һис тә ышанғыһы килмәй ине. Ә инде яңы барон, күтәрмәнән аҫҡа төшөп:

— О, был юлбаҫар кейеме үҙеңә һәләк килешеп тора лабаһа! — тип ҡысҡырып көлөп ебәргәс, Тим директорҙың башына ла килмәгән дөрөҫлөктө аңланы. Ул был кешене үҙенең көлөүенән таныны.

Барондың бер ниндәй ҙә игеҙәге юҡ. Барон тере. Тимәк, Тимдың көлөүе лә тере.

Ун алтынсы бит. ВАТЫЛҒАН ЛЮСТРА

Ҡунаҡхананың бер-береһенә барып тоташҡан өс бүлмәле затлы номерында Тим, ниһайәт, бер үҙе тороп ҡалды. Ҡайтыу менән уның янына инергә вәғәҙә биреп, барон ниндәйҙер кәңәшмәгә ашыҡты.

Тим һаман шаҡмаҡ салбарҙа, Джонниҙың свитерында ине. Шул кейемендә тахтаға барып ятты. Баш аҫтында буй-буй ебәк мендәрҙәр. Тим ҡатып ҡалған быяла күҙ йәштәренә оҡшаған ҡыҙыҡ ҡына люстраға ҡарап уйға ҡалды. Һуңғы осорҙа тәүге тапҡыр тиерлек күңеле тыныс ине. Күктән башына килеп төшкән байлыҡ тормошон ҡапыл үҙгәртеп ебәргәнгә түгел. Был үҙгәрештәрҙе ул тулыһынса күҙ алдына ла килтерә алмай әле. Ул бер нәмәне аныҡ белә: көлөүе иҫән. Тағы ла был ығы-зығыла бер нәмә асыҡланды: барон — уның опекуны. Шулай булғас, ул башҡаса юҡҡа сыҡмаясаҡ; улар хәҙер бер-береһенә бәйле. Үҙенең көлөүе артынан баҫтырып килгән Тим маҡсатына яп-яҡын. Инде барондың йомшаҡ ерен генә табырға кәрәк…

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп нәмәнең яҡындан түгел, алыҫтан яҡшыраҡ күренгәнен Тим ул ваҡытта әле белмәй ине.

Ишек шаҡынылар. Тим «инегеҙ» тип әйтергә лә өлгөрмәне, барон килеп инде.

— Ял итәһеңме? Бик һәйбәт! — тине Натйаш ишек төбөндә торған килеш. Шунан уның ябыҡ ҡына оҙон кәүҙәһе бәке һымаҡ уртаға бөкләнде лә, ул фил һөйәге менән биҙәлгән затлы кәнәфигә ултырҙы. Аяғын аяғы өҫтөнә һалған килеш, көлөмһөрәп, Тимға ҡараны.

— Һуңғы бәхәс иҫ киткес булды! Минең ихтирамымды ҡабул итеп алығыҙ, Тим Талер!

Тим бер ни өндәшмәне, баронға ҡарап ята бирҙе. Был баронға ҡыҙыҡ тойола ине шикелле. Ул:

— Ысынын ғына әйткәндә, һин нисек теләгәйнең — был бәхәстә еңергәме, әллә еңелергәме? Мине бына шул ифрат ныҡ ҡыҙыҡһындыра, — тип һораны.

Тим һаҡ ҡына яуапланы:

— Ғәҙәттә, еңергә теләп бәхәсләшәләр.

— Улай булһа, был бит хәтәр шәп табыш! — тип ҡысҡырып ҡуйҙы барон. Ул урынынан һикереп торҙо ла, ҡулдарын күкрәгенә ҡаушырып, номер буйлап ишекле-түрле йөрөй башланы.

Тим, тахтала ҡырын ятҡан килеш:

— Ә беҙҙең контракт ғәмәлдәме әле? Мин бит уны игеҙәге менән түгел, барон Натйаштың үҙе менән төҙөшкәйнем, — тип һораны.

Натйаш йоҡо бүлмәһенән ҡабат ҡунаҡ бүлмәһенә сығып килгән ыңғайға:

— Контракт барон Ч. Натйаш менән төҙөлгәйне. Минең исемем Чарлз Натйаш. Ә быға тиклем мин үҙемде Чезаре Натйаш тип йөрөтә инем. Теге юлы ла Ч., был юлы ла Ч., дуҫҡайым минең!

— Әгәр бер ниндәй ҙә игеҙәгегеҙ юҡ икән, — тип ҡыҙыҡһынды Тим, — һеҙҙең урынға кемде ерләнеләр һуң?

— Бер ниндәй туғаны булмаған ярлы көтөүсене.

Натйаш һәр бер һүҙҙе тәмләп, кинәнеп һөйләшә ине.

— Месопотамияла минең төп йәшәй торған урыным — йәтеш кенә бер замок бар. Матәм тантанаһын шунда үткәрҙеләр.

Барон йәнә төпкө бүлмәгә йүнәлде. Тим уның алыҫая барған тауышына ҡолаҡ һалды:

— Һинең шайтан менән килешеү төҙөшкән һәм уға ҡаны менән ҡулын ҡуйған кешеләр тураһында бер ҡасан да ишеткәнең юҡмы?

Ул арала барон Тим ятҡан бүлмәгә кире әйләнеп килде. Малай вайымһыҙ ғына:

— Ә ен-шайтандың булыуы дөрөҫмө ни ул? — тип һораны.

Натйаш затлы кәнәфигә яңынан килеп ултырҙы ла ыңғырашҡан тауыш менән:

— Һин нимә, ысынлап та шыр тилеһеңме, әллә ҡыланаһың ғынамы? Әллә шайтан тураһында уйлап та бирмәйһең инде, — тине.

Тим был һөйләшеүҙең ни өсөн баронды шул тиклем тулҡынландырғанын төшөнә алмай йонсоно. «Контракт» һүҙен ишетеп, һағая төштө. «Натйаш минең менән контракт тураһында һөйләшергә йыйыналыр, ахыры», — тип уйлап алды. Ләкин барон аҡыл һатыуын дауам итте. Ул тамуҡ хакимы Вельзевул, Форказ, Астарот һәм Бегемот тигән демондар, сихырсылар һәм сихыр, ҡасандыр күренекле шайтан Мефистофель үҙе хеҙмәт иткән мәшһүр тылсымсы доктор Фауст тураһында һөйләп ташланы.

Был хәбәрҙәрҙең малай өсөн ялҡытҡыс булғанын абайлап, урынынан торҙо ла:

— Былай булғас, турараҡ эш итергә тура килер, — тип мығырҙаны.

Тим йәнә башын мендәргә һалды. Тахтанан һәленеп төшкән уң ҡулы менән өйҙә кейә торған ебәк туфлиҙы ойпаланы. Был туфлиҙы ул номерға ингәс тә алып килгәйнеләр.

Тимдың ҡарашы йәнә люстраға төбәлде: уның быяла йәштәрендә барондың иләмһеҙ ҡыйшайған бәләкәс кенә арыҡ кәүҙәһе иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тапҡыр сағыла ине.

— Доктор Фауст шайтанды саҡырған әпсенде ятлағың киләме? — тип һораны Натйаш ҡәтғи рәүештә.

— Юҡ, — тип яуап ҡайтарҙы Тим, башын бормай ғына. Ул люстраның ялтырап торған тамсыларында барондың йөҙө йәмһеҙ булып боҙолоп киткәнен күрҙе.

— Улай булғас, ҡана үҙем булһа ла әйтеп күрһәтәм! — тине барон. Ул йәне көйгәнен артыҡ йәшерә лә алмай ине инде.

— Нисек теләйһегеҙ, барон, — тип яуапланы Тим битараф ҡына. Шулай ҙа, йылҡылдап торған быялаларҙа бәләкәс кенә Натйаштар барыһы бер юлы әпсен өсөн нәҙек кенә ҡулдарын күтәргәс, уға ҡыҙыҡ булып китте. Барон һаңғырау тауыш менән яйлап ҡына әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәрҙе мөңгөрләргә тотондо:

Багаби лака бахабе,

Ламак кахи ахабабе,

Ламак, ламек бахляз,

Кабахаги забаляс…

Натйаш әпсендең урта тирәһенә еткәс, люстра яй ғына сайҡала башланы — барон ныҡ итеп ҡулдарын болғағанғалыр, моғайын. Шул саҡ хәүеф һиҙеп килеп сыҡҡан ҙур бер үрмәксе нескә ебендә аҫҡа атылды.

Тим үрмәкселәрҙе электән дә яратмай торғайны, ә бында барондың әпсене ерәнеү тойғоһон тағы ла көсәйтеп ебәрҙе, һәм ул ебәк туфлиҙы эләктереп алды ла ярһып үрмәксегә быраҡтырҙы.

Барон әпсендең һуңғы һүҙҙәрен әйтә генә башлағайны:

Бариолаз

Лагоцата кабелаз…

Түшәмдә нимәлер сыртлап китте, шул минутта уҡ олоғара люстра гөрһөлдәп һәм сылтырлап иҙәнгә, кәнәфи эргәһенә барып төштө.

Тим, ҡурҡып, аяҡтарын бөкләй һалды. Барон, ауыҙын асып, һаман ҡулдарын күтәргән килеш кәнәфи артында баҫып тора, ә маңлайына дәү оро килеп сыҡҡан. Күрәһең, люстраның ярсығы башына эләккәндер.

Номерҙа ғәҙәттән тыш тынлыҡ урынлашты. Әммә дөбөрләү бөтөн ҡунаҡханала ишетелгәндер, моғайын. Кемдер ишекте туҡмарға тотондо.

Бары шунда ғына барон ҡулдарын төшөрҙө. Көмрәйеп, хәлдән тайған кеше һымаҡ һәлпәңләп, ишек янына килде лә, ҡыҫып ҡына ярыҡҡа итальянса бер нисә һүҙ әйтте. Тим, әлбиттә, аңламаны. Ишекте шапылдатып япҡас, барон уға арҡаһы менән һөйәлде:

— Бөтәһе лә файҙаһыҙ. Бер ҡатлыны еңеп булмай, күрәһең! — тип мығырҙаны.

Тим серле әпсен һымаҡ был һүҙҙәрҙе лә аңламаны. Тахтала ятҡан еренән ҡалҡа биреп:

— Нимә файҙаһыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды.

— Урта быуат! — тип яуапланы барон. Был бер ниндәй бәйләнеше булмаған һүҙ Тимды тағы ла нығыраҡ аптыратты. Башҡа бер нәмә лә һорап торманы, күндәм генә тауыш менән:

— Люстра өсөн ғәфү итегеҙ, зинһар. Мин үрмәксегә тейҙерергә теләгәйнем, — тине.

 — Ярар, көймә. Люстраның хаҡын беҙҙең иҫәпкә яҙырҙар, — тине барон.

— Ни өсөн беҙгә? — тип һораны Тим. Кинәт кенә үҙенең ҡот осҡос бай булғаны иҫенә төштө, шуға күрә:

— Люстра өсөн, барон, мин үҙем түләйем, — тип өҫтәне.

— Был мөмкин түгелдер тип ҡурҡам, — тип ҡаршы төштө Натйаш. — Әлегә һин бәлиғ түгелһең, ҡәҙерлем, тимәк, опекуныңдың ризалығынан башҡа һин бер пфеннинг та тотона алмайһың. Ә опекуның, һиңә был яҡшы билдәле, барон Натйаш. — Ул, мыҫҡыллы йылмайып, башын эйҙе. — Әлбиттә, әлбиттә, мин һиңә ваҡ-төйәклек аҡса биреп торормон.

Тим, шаҡмаҡ салбар һәм иҫке свитер кейгән юнга, тахтанан торҙо ла уның һымаҡ уҡ башын эйҙе:

— Ҡайһы берҙә һеҙҙең башығыҙға ла шәп фекерҙәр килә, барон. Ә хәҙер миңә кейенергә рөхсәт итегеҙ. Мөмкин булһа, мин бер үҙем ҡалырға теләр инем.

Тәүҙә Натйаш, бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса, малайға текләп ҡатып торҙо. Шунан ҡапыл күңелле итеп көлөп ебәрҙе. Көлөүҙән туҡтамайынса:

— Ә һин, Тим Талер, мин уйлағанға ҡарағанда күпкә һәләтлерәк икәнһең! Ҡотлайым! — тине.

Шул саҡ ул үҙенең көлгәнен ишетеп, Тимдың ағарынып киткәнен абайланы.

Был көлөү — уның шаян сыңы, матур бөгөлдәре, әңгәмәләштәрен ҡороҡҡа эләктерә торған тылсым — малайға тәьҫир итмәне. Тимға ҡарата был көлөүҙең бер ниндәй ҙә арбағыс көсө юҡ ине. Сөнки был — уның үҙенең көлөүе.

Натйаш ашығып ишеккә йүнәлде. Әммә номерҙан сығып китерҙән алда юлында торған бәләкәй генә яҙыу өҫтәленең ялтырап торған өҫтөн пинжәгенең еңе менән һөртөп алды. Үҙе шул ваҡытта күҙенең ҡырыйы менән Тимға ҡараны ла, яҙыу әсбаптары һалынған күн бюварҙы[11]../../../../___Для сайта/Электронные версии книг/12_Крюс_Тим Таллер - с Литературное сокровище/2_HTML/TimTaler_block.html - footnote-011 терһәге менән уртағараҡ этеп ҡуйҙы.

Бары шунан һуң ғына ул ишекте асты һәм яурыны аша боролоп ҡарап:

— Мин һәр ваҡыт һеҙҙең ҡарамаҡтамын, Талер әфәнде! — тине. — Хәҙер камердинерҙы саҡырам. Ул миңә бик тоғро кеше. Тыумышы менән Месопотамиянан.

— Рәхмәт, — тип яуапланы Тим. — Мин үҙем кейенергә күнеккәнмен

— Улай булғас, тағы ла яҡшыраҡ, — тип йылмайҙы барон. — Тимәк, аҡса яныбыҙҙа ҡалыр.

Ул ишекте тауышһыҙ ғына ябып сығып китте. Баҫҡысҡа барып еткәс, бер килке уйланып торҙо.

— Был егет үҙенең көлөүен кире алырға уйлай, ахыры, — тип мығырҙаны ул. — Ҡара көстәр биргән ҡеүәткә екһенеп ҡарай. Әллә тулыһынса битарафмы? Ул яҡтылыҡ теләй, ә яҡтылыҡ… — барон яй ғына үҙенең номерына йүнәлде, — ә яҡтылыҡ, билдәле булыуынса, көҙгө ярҙамында һына. Шул ысулды ҡулланып ҡарарға кәрәк булыр.

Үҙенең номерына ингәс, Натйаш тағы кәнәфигә барып ултырҙы. Уның баш осонда хас та Тимдың номерындағы кеүек люстра эленеп тора. Барондың ҡарашы еңелсә генә һелкенгән быяла күҙ йәштәренә төштө, һәм ул, малайҙың үрмәксегә туфли бырғағанын иҫенә төшөрөп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

Ул бөтә тәне менән һелкенеп, ҡураныс кәүҙәһен бер алға, бер артҡа ташлап, аҫтындағы кәнәфиҙе шығырлатып, кинәнеп көлдө. Ул хас та малай-шалай кеүек хихылданы. Көлөү ҡайҙандыр төпкөлдән стакандағы газлы һыу ҡыуыҡтары һымаҡ өҫкә ҡалҡа ла, ҡабат-ҡабат ниндәйҙер бер бәхетле ауаз менән тамамлана. Әммә барон үҙ тойғоларына башкөллө бирелә торған ихлас заттарҙан түгел ине. Бәхетле булыу һәләте бирелмәгәйне уға. Ул бөтә нәмәне аңлатырға, өлөштәргә бүлгесләргә өйрәнгәйне. Был юлы ла үҙенең ни өсөн көлгәне тураһында уйлай башланы. Ул әле үҙенән, Тимдың ихтирамын ҡара сихырҙы ҡулланып яулап алырға маташыуының килеп сыҡмағанынан көлгәнен төшөнөп хайран ҡалды. Эйе, Натйаш еңелде. Шуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп көлдө. Был баронға бөтөнләй хас булмаған, башҡа һыймаҫ яңы нәмә ине. Ул ишекле-түрле йөрөгән ыңғайға ҡысҡырып уйларға тотондо.

— Таң ҡалдырғыс хәл, — тип танау аҫтынан ғына мөңгөрләне, — мин был көлөүҙе башҡа кешеләрҙең йөрәктәренә һәм күңелдәренә хаким булыр өсөн һатып алғайным. Һәм бына… — шаҡ ҡатты, хатта туҡтап торҙо, — һәм бына мин үҙ-үҙемә, үҙемдең кәйефтәремә, көйһөҙлөгөмә, аңлайышһыҙ ҡыланыштарыма хужа булдым. Хәҙер минең кәйефтәрем юҡ! Мин хәҙер уларҙан көләм!

Ул йәнә тегендә-бында йөрөй башланы.

— Элек мин үҙемдең хакимлығымды һынағанда еңелһәм, ҡотороп китә торғайным. Мин ярһыуымдан ысын мәғәнәһендә өҙгөләп ташларға әҙер инем. Ә хәҙер хатта еңелһәм дә, еңеүсе булып ҡалам: мин көләм!

Барон маңлайындағы ороһон тотоп ҡараны — был мәлдә ул бик бәхетле күренә ине. Шунан:

— Ышанырлыҡ түгел! — тип ҡысҡырып ебәрҙе. — Быға тиклем тормошта ҡаҙанған бөтә нәмәне лә мин мәкер, ялған, хәйлә, мутлыҡ ярҙамында яулап ала торғайным. Әле иһә миңә нимәлер үҙенән-үҙе, көсәнеүһеҙ, төпкөлдә ятҡан һәм теләһә ҡайһы мәлдә өҫкә ҡалҡып урғыла башлай алған көс арҡаһында бирелде. Юҡ, көлөү мин уйлағанға ҡарағанда ла ҡиммәтерәк тора! Уның өсөн батшалыҡты биреү ҙә йәл түгел!

Был оҙон буйлы, арыҡ кеше йәнә лап итеп кәнәфигә барып ултырҙы. Уның йөҙө бер генә миҙгелгә йомоҡ, хәйләкәр булып, ипподромдағы шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденекенә оҡшап китте.

«Йә, ярай-ярай, баҫтыр үҙеңдең көлөүеңде Тим Талер! Баҫтыр, баҫтыр! Тик һин уны бер ваҡытта ла кире ала алмаясаҡһың! Мин уны ныҡ тотам, йән көсөмә, тешем-тырнағым менән сат йәбешкәнмен!»

Ун етенсе бит. БАЙ ВАРИҪ

Тим дәүерендә әле малайлыҡтан сыҡмаған бай вариҫтарҙың кейеме бына ниндәй ине: ҡыҫҡа балаҡлы һоро ыштан, ҡыҙыл-ҡара буй-буй куртка, ҡарҙай аҡ ебәк күлдәк, ҡыҙыл шотланд шаҡмаҡлы галстук, шундай уҡ ойоҡбаш һәм көрән төҫтәге күндән тегелгән ҡунысһыҙ ботинка.

Тим шундай кейемдә әҙәм буйлыҡ ҙур көҙгө алдына баҫып сәсен тарай. Ғүмерендә беренсе мәртәбә сәсенә одеколон һиптерҙе. Аяғы аҫтындағы келәмдә — теннис буйынса чемпиондың фотоһы баҫылған битендә асылған һүрәтле журнал. Малай үҙенең сәсен чемпиондыҡы һымаҡ тарап һалмаҡсы. Бына, ниһайәт, ҡәҙимге оҡшатты, шикелле.

Бер ни тиклем ваҡыт ул көҙгөләге йөҙөнә ентекләп ҡарап торҙо, шунан ирен ситтәрен саҡ ҡына өҫкә ҡалҡытып маташты. Тик был хатта яҡынса ғына ла йылмайыуға оҡшамағайны.

Тим бойоҡ сырай менән көҙгөнән боролдо ла, бер ниндәй маҡсатһыҙ үҙенең номеры буйлап бүлмәнән-бүлмәгә йөрөй башланы. Эшһеҙлектән бәүелтмәк кәнәфигә ултырып, кәңгерләп алды, стеналарҙа эленеп торған картиналарҙы ҡарап сыҡты. Картиналарҙың барыһында ла асыҡ диңгеҙҙәге караптар һүрәтләнгәйне. Шунан фил һөйәге төҫөндәге телефондың трубкаһын алды, тик, саҡ ҡына уйланып торғандан һуң, кире һалып ҡуйҙы. Ниһайәт, семәрле биҙәк баҫылған күндән яһалған бюварҙы асты. Бюварҙа хат яҙыу өсөн махсус ҡағыҙҙар ята ине. Беренсе биттең һул яҡтағы өҫкө өлөшөндә һорғолт хәрефтәр менән:

ТИМ ТАЛЕР

«БАРОН НАТЙАШ һәм Кo» предприятиеларының хужаһы;

уң яҡта:

«Генуя… йылдың… көнө»,

— тигән һүҙҙәр баҫылған.

Бюварҙың бер яғындағы ебәк кеҫәһендә — конверттар. Тим уларҙың береһен сығарҙы: аҫҡы яҡта, һыҙыҡ аҫтында: «Ебәреүсе — Тим Талер. Генуя, Италия. «Пальмаро» ҡунаҡханаһы» тиелгән.

Тим яҙыу өҫтәле эргәһендәге кәнәфигә ултырҙы ла, бювар янында ятҡан авторучканы асып, хат яҙырға булды.

Өйөмдән ҡағыҙ алып, бюварҙы ситкәрәк этеп ҡуйғас, шып-шыма өҫтәл өҫтөндә, көҙгөләге кеүек, был биттең өҫкө өлөшөндә баҫылған яҙыуҙың сағылышын абайланы. Ә уны уҡыһаң нисек була?

РЕЛАТ МИТ

;ыһажух ңыныралеитяирпдерп «oК мәһ ШАЙТАН НОРАБ»

Уның күҙенә «шайтан» тигән һүҙ салынды.

«Унда “шайтан” тип яҙылғанға оҡшаған, — тип уйланы Тим. — Билдәле бит инде, — тине ул, — шайтанды иҫкә төшөрһәң, ул бөтә ерҙә лә күҙгә күренә башлай».

Малай ҡағыҙ битен йәтешләп һалды ла хат яҙа башланы.

Ҡәҙерле Рикерт әфәнде!

Мин Генуяға бик үк һәйбәт барып етмәнем. Барон үлеп киткән, хәҙер мин уның вариҫымын. Дөрөҫөн әйткәндә, мин былай булырын һис кенә лә теләмәгәйнем. Хатта, киреһенсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин әле һеҙгә бер нәмә лә аңлата алмайым. Бәлки, һуңыраҡ, берәй заман был мөмкин булыр. Зинһар өсөн, стюард менән бәйләнеш булдырырға тырышығыҙ. Уның исеме Крешимир, әле һуҡыр эсәгенә операция яһатып, дауаханала ята. Крешимир һеҙгә бөтәһен дә һөйләй ала, ә мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ләм-мим! Тағы ла, зинһар өсөн, «Дельфин»дың рулевойы менән һөйләшегеҙ; уның исеме Джонни, ул Гамбургтан. Ул да бөтәһен дә белә.

Мин хәҙер донъяла иң бай кешемен. Ә яңы барон, йәнәһе лә яңы — минең опекуным. Бында яҡшы тип әйтерлек бер нәмә лә юҡ, ә шулай ҙа, бәлки, миңә нисектер ярҙам итер. Мин быларҙың береһен дә теләмәгәнемде баронға күрһәтмәҫкә тырышам.

Һеҙ, Һеҙҙең әсәйегеҙ, стюард, Джонни миңә ҡарата ныҡ игелекле булдығыҙ. Бәлки, һеҙ минең өсөн берәй ҡотолоу юлын таба алырһығыҙ. Тик, моғайын, был хәлдән мин үҙем арынырға тейешмендер. Шулай уҡ минең ниәтем менән маҡсатымдың барлығы бик яҡшылыр, тип уйлайым, сөнки улар миңә үҙемдең хәҙер бик үк ысын кеше булмауымды оноторға ярҙам итә.

Әсәйегеҙгә минән күп-күп сәләмдәр тапшырығыҙ. Һеҙгә моңһоу Тим Талерҙан бик ҙур рәхмәт.

Тик, зинһар, миңә яҙа күрмәгеҙ. Бәлки, һуңыраҡ мин һеҙгә йәшерен адрес ебәрә алырмын.

Тим.

Ул хатын башынан алып аҙағына тиклеп ҡабаттан уҡып сыҡты ла дүрткә бөкләне, шунан конвертҡа һалып йәбештерҙе. Адресын яҙырға ғына торғанда, ишек артында аяҡ тауышы ишетелде.

Тим хатты курткаһының эске кеҫәһенә тыҡты. Шул секундта уҡ ишек туҡылдаттылар. Тим, «инегеҙ», тип әйтеп тә өлгөрмәне, тағы барон килеп инде. Ул асыҡ бювар эргәһендә ябылмаған ручка күреп:

— Нимә, шәхси хаттар яҙаһығыҙмы, Талер әфәнде? — тип һораны. — Һеҙгә бының менән абайыраҡ булырға кәрәк. Хәйер, һеҙҙең ҡарамаҡта шәхси секретарь бар.

Тим бювар менән ручканы япты ла:

— Әгәр миңә секретарь кәрәк булһа, саҡырырмын, — тип яуапланы.

Барон көлөп ебәрҙе.

— Йәш арыҫлан ырылдап ҡуйҙы! — тине ул. — Яңы кейем кейеү менән, һеҙ яңы ғәҙәттәрҙе лә тиҙ үк үҙләштерҙегеҙ, буғай. Яҡшы, бик яҡшы!

Ишек шаҡылдаттылар. Натйаш ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп:

— Che cosa vole?[12] — тип ҡысҡырҙы.

Ишек артында кемдер:

— La garderoba per il signore Thaler![13] — тип яуап ҡайтарҙы.

— Avanti,[14] — тип мығырҙаны Натйаш.

Йәшел төҫтәге оҙон алъяпҡыс быуған ялсы, ихтирам менән эйелеп, Тимдың рюкзагын алып инде лә сумаҙандар ҡуя торған махсус терәүгә һалды. Шунан ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Тим уның янына килеп ҡулын һуҙҙы:

— Ҙур рәхмәт!

Ялсы ғәжәпләнеп, хатта сырайына нисектер ҡәнәғәтһеҙлек сығарып, үҙенә һуҙылған ҡулды йәпһеҙ итеп ҡыҫты ла:

— Non capisco![15] — тип мығырҙаны.

— Ул аңламай, — тип көлдө барон. — Ә быны ул бик яҡшы аңлар!

Натйаш кеҫәһенән бер ус ҡағыҙ аҡса сығарҙы ла береһен алып ялсыға һуҙҙы.

Ялсының йөҙө яҡтырып китте.

— Grazie! Mille grazie! Tante grazie, signore barone![16] — тип һөйләнә-һөйләнә эйелеп-бөгөлөп ишеккә сигенде.

Натйаш уның артынан ишекте бикләгәс:

— Элекке замандарҙа ялсы, хужаһы йәшәгән ергә инерҙән алда, аяҡ кейемен сискән, ингәс, тубыҡланып хужаһының итек башын үпкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бәхетле дәүерҙәр бер ваҡытта ла кире ҡайтмаҫтыр инде!

Тим барондың һүҙҙәренә иғтибар бирмәне. Ҡапыл башына килгән фекерҙән ул тертләп китте: рюкзакта уның фуражкаһы ятырға тейеш, ә фуражканың эслеге аҫтында — Натйаш менән контракт. Ә контракт юғалһа йәки берәйһе уны күреп ҡалһа?! Ул осраҡта Тим көлөүен бөтөнләй юғалтасаҡ бит! Ул вайымһыҙ сырай менән рюкзак янына килде, бауын систе лә фуражкаһын күрҙе — ул иң өҫтә ята ине. Уны ҡулына алып эслеген ҡапшап ҡараны, ҡағыҙҙың ҡыштырҙағанын тойоп, еңел һуланы. Барондың мауығып сафсата һатыуына ҡолаҡ һалыуҙан туҡтамайынса, контрактты һиҙҙермәй генә алып курткаһының эске кеҫәһенә тыҡты.

— Бындай ҡунаҡханаларҙа, — тип дауам итте барон үҙенең телмәрен, — бары өс кешенең генә ҡулын ҡыҫыу тулыһынса етә: портьеның — кәрәк ваҡытта, һеҙ яңы ғына сығып киттегеҙ, тип алдаштырып ебәрһен; директорҙың — һеҙҙең серҙәрегеҙҙе асмаһын; баш ашнаҡсының — һеҙгә кәрәкле кешеләрҙе тәмле итеп һыйлаһын.

— Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын! — тине Тим.

Ә үҙ алдына: «Яңынан көлә башлағас, ҡыуана-ҡыуана бөтә ялсыларҙың һәм хеҙмәтселәрҙең ҡулын ҡыҫасаҡмын», — тип уйланы.

Телефон шылтыраны. Тим трубканы алды:

— Тыңлайым. Был Тим Талер.

Трубкала:

— Һеҙҙе автомобилегеҙ көтә, синьор! — тигән тауыш яңғыраны.

— Ҙур рәхмәт! — тип яуапланы Тим. Уны һынсыл күҙәтеп торған барон:

— Бер ваҡытта ла үҙегеҙҙең тулы исемегеҙҙе әйтмәгеҙ, һөйөклөм! «Эйе», тиеү етә, уны үҙегеҙҙең ҡәнәғәтһеҙлегегеҙҙе белдерерлек тон менән әйтегеҙ: һеҙҙе бит борсонолар. Автомобиль көткәнде хәбәр иткән өсөн бер ваҡытта ла «ҙур рәхмәт», тимәгеҙ. «Яҡшы!» тип мығырлау баштан ашҡан. Байлыҡ бер ни тиклем әҙәпһеҙлекте талап итә, Талер әфәнде. Кешеләрҙе алыҫыраҡ тота белеү бик мөһим.

— Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын! — тип ҡабатланы Тим.

Үҙе тағы: «Көлөүемде генә ҡайтарып алайым әле!» — тип уйланы.

Баҫҡыс буйлап залға төштөләр — бындай затлы ҡунаҡханаларҙа уны, ғәҙәттә, холл тип йөрөтәләр, — улар күренеү менән ҡайһы бер әфәнделәр урындарынан тороп баш эйҙе. Береһе яҡыныраҡ килеп:

— Рөхсәт итегеҙ, барон әфәнде… — тип башлағайны, барон күтәрелеп тә ҡарамайынса:

— Беҙ ашығабыҙ, — тип ҡырт киҫте. — Һуңыраҡ.

Шунан улар мәрмәр күтәрмәнән аҫҡа төшөп, үҙҙәренең зиннәтле машинаһына табан йүнәлде. Шофер киң итеп ишек асты, һәм барон менән Тим йомшаҡ урынға сумды.

Тим алдан һәм арттан шәхси һаҡсылар ултырған ике машина барғанын абайламаны. Гәзит болғай-болғай урам буйлап йүгергән малайҙарҙың да нимә ҡысҡырғанын аңламаны:

— Il barone Treci e morto!

— Adesso un ragazzo di quatrodici anni e il piu ricco uomo del mondo!

Барон йылмайып, Тимға тәржемә итеп бирҙе:

«Барон Натйаш вафат булған! Ун дүрт йәшлек малай — ер йөҙөндә иң бай кеше!»

Урам сатында машина светофор алдында туҡтаны. Натйаш был мәлде Тимға әле улар китеп барған ҡабул итеү мәжлесендә үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәклеге хаҡында күрһәтмәләр бирә ине. Ә Тим, уға бик иғтибар бирмәй, ҡарағаттай ҡара күҙле ҡарасман ҡыҙыҡайҙы күҙәтә: тегеһе тротуарҙа емеш һатыусы янында тора һәм ауыҙын ҙур асып, олоғара алманы умырып ҡабырға маташа. Тимдың ҡарашын күреп, ул алма тотҡан ҡулын төшөрҙө лә йылмайҙы. Тим, үҙенең йылмайырға маташыуы гелән күңелһеҙ тамамланғанын онотоп, уға баш ҡаҡты.

Ҡыҙсыҡ, автомобиль быялаһы артындағы йөҙҙөң йәмһеҙ итеп боҙолғанын күреп, ҡурҡыштан илап ебәрҙе лә һатыусының артына йәшенде.

Тим йөҙөн ҡулы менән ҡаплап ултырғыстың артына һөйәлде. Был хәлде автомобиль көҙгөһөнән күҙәтеп ултырған барон, үҙенең яғындағы быяланы төшөрҙө лә, көлә-көлә ҡыҙыҡайға итальянса нимәлер ҡысҡырҙы.

Күҙ йәшенә сыланған йөҙлө ҡыҙыҡай һатыусы артынан башын сығарып ҡараны ла, машина янына ҡыйыуһыҙ ғына килеп, алмаһын баронға һуҙҙы. Натйаш бының өсөн уға ялтырап торған аҡса тотторғас, балҡып китте: «Grazie, signore!» — тип көлөп ебәрҙе.

Машина ҡуҙғалды, барон алманы Тимға һуҙҙы. Әммә Тим ихтыярһыҙҙан ҡулын ҡапыл тартып алды, яп-ялтыр ҙур ҡыҙыл алма уның тубығынан аҫҡа, шоферҙың аяҡ аҫтына тәгәрләп төшөп китте.

— Киләсәктә һеҙгә, — тине Натйаш, — йылмайыуығыҙға алмашҡа сәйлек аҡса биреп өйрәнергә кәрәк булыр. Күп осраҡта аҡса сағыштырғыһыҙ көслө тәьҫир яһай.

«Улай булғас, ни өсөн һин минең көлөүемде һатып алдың һуң?» — тип уйланы Тим.

Үҙе иһә:

— Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын, барон, — тине. — Рәхмәт, синьор!

Ун һигеҙенсе бит. ПАЛАЦЦО КАНДИДО

Палаццо Кандидо, итальянса атамаһынан уҡ аңлашылыуынса, — ҙур аҡ һарай: тыштан — аҡ мәрмәр, эстән — аҡ штукатурка. Барон менән Тим аҡ мәрмәр баҫҡыс буйлап беренсе ҡатҡа күтәрелгәс, уларҙы директорҙар уратып алды. Был кешеләрҙең барыһы ла Тимға нисектер ғәжәп таныш булып тойолдо — пристандә улар ҡаршы алғандыр, күрәһең. Барон Тим менән һөйләшкән арала директорҙар хөрмәт йөҙөнән шым ғына торҙо.

— Был һарай, — тине Натйаш аҡрын ғына тауыш менән, — музей, уны беҙҙең ҡарамаҡҡа биреп торғандары өсөн бик күп аҡса түләргә тура киләсәк. Залдарҙа — Италияның һәм Голландияның мәшһүр рәссамдарының картиналары. Әле беҙ уларҙы ҡарап сығырға тейешбеҙ. Байлығыбыҙ арҡаһында йәмғиәттә тотҡан урыныбыҙ беҙгә шундайыраҡ бурыстар йөкмәтә. Һеҙ, Талер әфәнде, моғайын, һынлы сәнғәттә һәм, ғөмүмән, сәнғәттә, бер нәмә лә аңламайһығыҙҙыр. Шуға күрә картиналарҙы етди төҫ сығарып, шым ғына ҡарарға тәҡдим итәм. Ҡайһы берҙәре янында мин йүткерермен, унда оҙағыраҡ туҡталырһығыҙ.

Тим етди ҡиәфәт менән баш ҡаҡты. Әммә директорҙар оҙатыуында картиналарҙы ҡарай башлағас, ул барондың күрһәтмәләрен үтәмәне. Натйаш йүткергән картиналар алдында аҙ ғына торҙо, башҡаларын иһә ентекләберәк ҡараны. Музейҙа майлы буяуҙар менән ижад ителгән картиналар күберәк ине. Голланд оҫталарының портреттарында һүрәтләнгән кешеләрҙең йөҙҙәре үтәнән-үтә күренеп торған кеүек тойғо ҡалдыра. Улар үҙ-үҙҙәренә йомолған, нәҙек ирендәре ҡымтылған. Италия рәссамдарының портреттарында иһә ҡояшҡа янған күркәм йөҙҙәр, ирен ситтәрендәге ярым түңәрәк һыҙыҡтар арҡаһында улар бына-бына йылмайып ебәрер кеүек. Күрәһең, голланд портреттары мәшһүрерәктер — барон йышыраҡ уларға ҡарап йүткерҙе. Әммә Тимға асыҡ сырайлы яғымлы йөҙҙәр нығыраҡ оҡшаны. Ҡайһы берҙә баронға ундай портрет эргәһенән китһен өсөн Тимды этеп үтергә тура килде. Уның ҡарауы, фамилиялары «ици» һәм «оци»ға тамамланған директорҙар малайҙың зауығы һәйбәт тигән фекерҙә ҡалды. Натйаш, быны аңлау менән, оҙаҡ уйлап тормайынса:

— Әфәнделәр, сарабыҙҙың төп өлөшөнә күсергә ваҡыт! — тип, картиналар галереяһын ҡарауҙы туҡтатты.

Инде барыһы ла байрамса табын әҙерләнгән өҫтәлдәр торған залға йүнәлде. «П» хәрефе рәүешендә ҡуйылған өҫтәлдәрҙең иң түрендәге бер урын лавр ботаҡтары менән биҙәлгәйне. Унда Тим ултырырға тейеш икән.

Бөтәһе лә үҙ урындарын алғанға тиклем ҡаҡса ғына, әммә терегөмөш һымаҡ хәрәкәтсән фотограф килеп инде. Үтә оҙон ҡара сәсе әйләнгән һайын күҙенә төшөп ыҙалата, әммә ул башын эре генә һелкеп, уны маңлайынан артҡа ташлай. Фотограф, Тимды ҡап уртала ҡалдырып, бөтәһен дә ярым түңәрәк яһап баҫырға саҡырҙы. Бында директорҙарҙан башҡа ла халыҡ бихисап икән, әммә Тимға уларҙың ҡулын ҡыҫырға кәрәкмәй булып сыҡты.

Фотограф аппаратын штативҡа беркетеп ҡуйҙы ла, йән көсөнә ҡулын болғай-болғай:

— Ridere, sorridere! Sorridere, prego! — тип ҡысҡырып, йыйылған кешеләргә идара итергә тотондо.

Грандицци алдында торған Тим, яурыны аша боролоп, директорҙан:

— Нимә тип әйтә ул? — тип һораны.

— Ул һинең… ғәфү итегеҙ, һеҙҙең… Дөрөҫөрәге, беҙгә йылмайырға ҡуша… Йылмайығыҙ!

— Рәхмәт! — тип яуапланы Тим.

Тим кинәт ағарынып китте. Инде фотограф туп-тура уға мөрәжәғәт итте:

— Sorridere, signore! Йылмайығыҙ, зинһар!

Бөтәһе лә малайға төбәлде. Ә ул иренен ныҡ итеп ҡымтыған килеш тора бирҙе.

— Йылмайығыҙ! О, зинһар, зинһар!

Грандицци артында торған барон Тимға ярҙам итергә уйлап та бирмәне.

— Минең мираҫым — бик ауыр йөк, фотограф әфәнде. Мин әле нимә эшләргә лә белмәйем — көлөргәме, әллә иларғамы?! Миңә көлөү менән дә, күҙ йәштәре менән дә сабыр итеп торорға рөхсәт итегеҙ, — тип яуапланы Тим.

Кешеләр араһында бышылдашыу китте. Берәүҙәр Тимдың һүҙҙәрен итальян теленә тәржемә итте, икенселәр һоҡланыуын һәм ғәжәпләнеүен белдерҙе. Натйаш ҡына ауыҙын йырған килеш тик торҙо.

Ниһайәт, фото төшөрөлдө — дөрөҫ, вариҫ йылмайманы.

Бынан һуң табын артына ултырҙылар. Тимдың бер яғынан — Грандицци, икенсе яғынан барон урынлашты. Директор Грандицциҙың ҡулъяулығынан борҡоған ҡәнәфер еҫе малайға татлы борос еҫен хәтерләтте.

Ашай башлағанға тиклем директорҙар бик күп тантаналы телмәрҙәр һөйләне — кем итальянса, кем вата-емерә немецса. Ә тыңлаусылар көлгән, баш ҡаҡҡан һәм алҡышлаған һайын өҫтәл түрендә ултырған малайға ҡарап-ҡарап алды.

Бер тапҡыр барон Тимға:

— Уйламай бәхәсләшеп, һеҙ үҙегеҙҙе ауыр тормошҡа дусар иттегеҙ, Талер әфәнде, — тип бышылданы.

— Мин үҙемде нимә көткәнен белә инем, барон, — тип яуапланы Тим.

Ә ысынында ғүмерендә бер генә тапҡыр ҙа уға шул тиклем яманһыу булғаны юҡ ине. Бөтәһе лә уны ниндәйҙер ҡырағай януар һымаҡ күреп тикшереп ҡарай, унан ниҙер көтә, нимәлер талап итә.

Бары тик баронға бирешмәҫкә тигән ныҡлы ҡарары ғына малайға көс өҫтәне һәм төшөнкөлөккә бирелергә ихтыяр итмәне.

Аҙға ғына Тим уйланып китте лә рулевой Джонни келт итеп иҫенә төштө. Шунда ул йәнә бәләкәй малайға әйләнде лә, ҡысҡырып илап ебәреүҙән ҡурҡып, иренен тешләне. Бәхеткә күрә, тап шул минутта барон телмәр тотор өсөн аяғүрә баҫты, ә Тим йәнә үҙен ҡулға алды.

Барон иң тәүҙә йылы һүҙ менән мәрхүм игеҙәген иҫкә алды, уның һәләттәренә һәм эшлеклелегенә юғары баһа бирҙе, шунан һуң ҙур-ҙур байлыҡтарға идара иткән һәр кемдең алдында торған юғары маҡсаттарға күсте. Иң аҙаҡтан ҡыҫҡа һәм тос һүҙҙәр менән шундай ҙур мираҫты аҡыллы итеп, игелекле маҡсаттарҙа файҙалана алһын өсөн йәш вариҫҡа тән һәм зиһен ҡеүәте теләне. Шунан барон итальянса бер нисә һүҙ әйтте. Күрәһең, ул шаяртҡандыр, сөнки бәләкәс малайҙар кеүек ихлас итеп көлөп ебәрҙе.

Өҫтәл артында ултырған ханымдар менән әфәнделәр, был көлөүгә арбалып, уға ҡушылдылар һәм геүләшеп алҡышланылар.

Был юлы барондың көлөүен Тим ауырға алманы. Ул хәҙер гел генә ҡулында Гамбургта Рикерт әфәнде бүләк иткән сәғәтте йөрөтә һәм был минутта уға ҡарап ултыра ине. Әле етенсе ярты. Һигеҙҙә ул Джонни менән осрашырға тейеш. Ә һауыт-һабаға, бокалдарға ҡарағанда, банкет бик оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшаған. Күрәһең, Тимға өҫтәл артынан бөтәһенә ҡарағанда ла алдараҡ торорға тура киләсәк. Тик быны нисек эшләргә? Бөтәһе лә бында уның хөрмәтенә йыйылған бит…

Банкет ысынлап та оҙаҡҡа һуҙылды. Һәр төрлө тәғәмдәрҙән һуң, аш алып килделәр. Ә өҫтәлгә иң төп ризыҡты — аҡ шарапта быҡтырылған бөйөрҙө  ҡуйғанда һигеҙенсе егерме минут ине.

Тим бер генә нәмә — Джонни менән осрашыу тураһында уйлағанға күрә, өҫтәл артында һәйбәт тәрбиә алған йәш кеше тигән фекер уятыр өсөн үҙенә ниндәй ҡыйынлыҡтар үтергә тура килгәнен хатта абайламаны ла. Ул үҙен «Дельфин»дағы салон-ресторандың ҡунаҡтары һымаҡ тотто, ә барон уның нәзәкәтле ҡыланыштарына аптырап бөтә алманы. Тимдың ниндәй оҫталыҡ менән бөйөр киҫәген сәнскегә эләктереп алғанын күреп:

— Юҡ, мин был егетте баһалап еткермәгәнмен, ахыры! — тип мығырҙаны.

Сәғәт уҡтары егерме минуттан һигеҙҙе күрһәткәндә, Тим барондың ҡолағына эйелеп:

— Миңә сығырға кәрәк, — тип бышылданы.

— Туалет коридорҙың уң яғында, — тине барон.

— Рәхмәт.

Тим торҙо ла бик күп ҡараштар оҙатыуында ишеккә йүнәлде. Ул ун дүрт йәшлек һәр бер ябай малай һымаҡ атларға тырышты.

Коридорға сыҡҡас, ишекте асып көслө тауыш менән берәй нәмә ҡысҡырғыһы килеп киткәйне — үәт һикерешеп торорҙар ине! Тик бында алтын ливрея кейгән хеҙмәтсе ҡаршыланы, шуға күрә Тим олпат баҫып туалетҡа йүнәлде.

Ул ҡабат коридорға сыҡҡанда, әмәлгә күрә, ливреялы хеҙмәтсенең икенсе яҡҡа боролған сағы ине. Тим аяҡ ослап баҫҡыс яғына үтте лә, ашығып аҫҡа йүгерҙе.

Палаццоның порталы алдында алтын галунлы ливрея кейгән швейцар осраны. Малайҙы танымай ине, ахыры, уға һытыҡ сырай менән битараф ҡараш ташланы. Тим, ҡыйыуланып китеп, унан Христофор Колумбтың һәйкәле ҡайҙа торғанын һорарға баҙнат итте. Тик швейцар уны аңламаны. Икеләнеп кенә трамвай туҡталышы яғына ҡул һелтәне. Тим етеҙ аҙымдар менән шул яҡҡа йүнәлде.

Ун туғыҙынсы бит. ДЖОННИ

Трамвай бик оҙаҡ килмәгәндәй тойолдо. Тим әленән-әле яурыны аша палаццо яғына ҡараш ташлап алды, әммә ишек төбөндә ҡымшанмай баҫып торған швейцарҙан башҡа бер кем дә күренмәне. Уның оҙаҡлауы әлегә бер кемдә лә хәүеф уятмағандыр, күрәһең. Тим түҙемһеҙлек менән трамвай маршруттарының схемаһын өйрәнде, ә уның уртаһына тура дүртмөйөшлө оҙон көҙгө йәбештереп ҡуйылғайны. Ҡапыл малай — был тәүлектә инде әллә нисәнсе мәртәбә! — сағылыш арҡаһында барондың ғәҙәттәре хаҡында яңы нәмә белде. Көҙгөнән уға палаццоның бер ҡырыйында барон менән ултырып килгән автомобиль күренә ине. Әле малай уның артында тағы ла ике машина торғанын, шуларҙың тәүгеһе эргәһендә һөйләшеп торған ике кешене абайланы. Кешеләрҙең береһе тап ошо минутта ҡулы менән Тим яғына күрһәтә ине.

Баркаста йөҙөп килгән саҡта директор Грандицциҙың инде уны һәр саҡ детективтар оҙатып йөрөйәсәк тип әйткәне келт итеп хәтеренә төштө. Ошолармы икән инде уның йәнһаҡсылары? Нишләргә? Барон Тимдың Джонни менән күрешкәнен белергә тейеш түгел бит.

Тап шул секундта асыҡ майҙансыҡлы ике вагон таҡҡан трамвай килеп туҡтаны. Тимәк, уның икенсе яҡта ла баҫҡысы бар!

Тим өсөн был бик йәтеш булды. Көлөүенән яҙғас, ул ауыр саҡтарҙа һалҡын ҡан менән тыныс фекер йөрөтөргә өйрәнгәйне. Урталағы вагонға һикереп менде лә, пассажирҙар араһынан йырып үтеп, трамвай ҡуҙғалып киткәнгә тиклем икенсе яҡтағы ишектән сығып өлгөрҙө. Шәп итеп килгән бер машина алдынан саҡ үтеп, урамдың икенсе яғына сыҡты ла тротуар буйлап йүгерҙе.

Тар тыҡрыҡҡа боролғансы тағы ла артына әйләнеп ҡараны — уны ҡыуа төшкән һаҡсыларҙың береһе урамдың теге яғына килеп еткәйне инде. Ҡойроҡтан ҡотолоу өсөн уға тик хәйлә ярҙам итәсәк. Бәхеткә күрә, малай Генуяның буталсыҡ тыҡрыҡтар менән даны сыҡҡан өлөшөндә ине. Йорттарҙың күпселегенең алғы һәм артҡы ишектәре бар. Тим вайымһыҙ ҡиәфәт менән быҡтырылған ит, зәйтүн майы еҫе аңҡып торған тәғәмханаға килеп инде лә ҡаршы ишектән ҡурылған каракатицалар һатылып торған тыҡрыҡҡа килеп сыҡты.

Оҙаҡ уйлап тормай «Trattoria» — «Тәғәмхана» тигән алтаҡта эленгән ишеккә сумды һәм тратторияның артҡы ишегенән ювелир магазиндары теҙелгән тыҡрыҡҡа сыҡты; ҡиммәтле биҙәүестәр емелдәшкән витриналар янынан йүгереп үтте, йәнә бер тыҡрыҡҡа боролдо һәм лауылдашҡан, сыуылдашҡан, әрләшкән бисәләр араһына килеп ингәс, үҙенең бәләкәй генә баҙарҙа икәнен аңланы. Тағы бер траттория аша үтеп, ҡуҙғалырға торған автобустың асыҡ ишеге алдына килеп баҫты. Ул һикереп менеү менән ишек шапылдап ябылды ла автобус китеп тә барҙы.

Кондуктор уға йылмайып бармаҡ янаны, билет өсөн аҡса һорап ҡулын һуҙҙы. Аҡса тураһында бөтөнләй башынан сығарған Тим, үҙе лә аңғармаҫтан ҡулын курткаһының кеҫәһенә тыҡты ла еңел һулап ҡуйҙы: унда ваҡ аҡса ла, ҡағыҙ аҡсалар ҙа бар ине. Кондукторға аҡса һоноп:

— Христофор Колумб, — тине.

— М-м-м? — тип һораулы ҡабатланы кондуктор.

— Христофор Колумб! Һәйкәл! — тине малай, мөмкин тиклем асығыраҡ әйтергә тырышып. Кондуктор аңланы.

— Il monumento di Cristoforo Colombo, — тип төҙәтте ул Тимды.

Тим тырыша-тырыша:

— Иль монументе ди Кристофоро Коломбо, — тип ҡабатланы.

— Bene, bene! — тип йылмайҙы кондуктор. –Яҡшы, яҡшы!

Шунан ул Тимға һикһән биш лира[17] ҡайтарып бирҙе, билет өҙөп тотторғандан һуң, ишаралап ҡасан сығырға кәрәклеген әйтәсәген белдерҙе.

Тим етди сырай менән баш ҡаҡты, эстән генә: «Ҡалай һәйбәт булды!” — тип уйлап ҡуйҙы. Үтә ҡыуана алмаһа ла, еңелерәк булып китте. Ун минуттар тирәһе барғандан һуң, автобус, гавань янынан үтеп, тыҡрыҡтан тауға күтәрелә башланы. Кондуктор, Тимдың яурынына ҡағылып, тәҙрәнән әллә күпме быяла ишектәре менән ҡояшта йылҡылдап торған ҙур бинаға ымланы, уның алдында пальмалар араһында аҡ һәйкәл тора ине.

Тим итальянса белгән берҙән-бер һүҙен әйтте лә:

— Грацие! Рәхмәт! — тип һикереп төшөп ҡалды.

Автобустан сыҡҡас, киң майҙанда торған килеш ҡаушап, тирә-яғына ҡаранды. Ҙур бинаның вокзал икәнен аңланы. Урталағы ишек өҫтөндәге сәғәт биш минуттан һигеҙҙе күрһәтә ине.

Майҙандағы кешеләр араһында уның һаҡсылары күренмәне. Ләкин Джонни ҙа юҡ ине. Тим әкрен генә атлап һәйкәл яғына ыңғайланы, уны урап сыҡты һәм шунда ғына рулевойҙы күреп ҡалды — Джонни бер ҙур пальмаға һөйәлеп тора, үҙе лә шул пальма бейеклек һәм уны абайламау мөмкин түгел.

Тим рулевойға табан йүгерҙе. Әгәр ҙә Джонни шул тиклем дәү булмаһа, уның муйынына барып аҫылыныр ине.

— Мин ысҡындым, Джонни! — тип ҡысҡырҙы ул саҡ-саҡ тын алып. — Барон миңә үҙенең һаҡсыларын беркетеп ҡуйғайны, тик мин…

— Барон? — тип аптыраны рулевой. — Мин барон үлгән тип уйлағайным.

— Ул үҙенең игеҙәгенә әйләнде!

Джонни теш араһынан ғына һыҙғырып ҡуйҙы ла көлә-көлә Тимды етәкләп алды:

— Әйҙә, бер кафеға барып ултырайыҡ. Хәҙер беҙҙе эҙләп ҡараһындар әле!

Ул Тимды әллә ниндәй кәкере-бөкөрө тыҡрыҡтар буйлап алып китте. Улар, ниһайәт, килеп ингән урын коридор һымаҡ оҙон булып һуҙыла ла, киңәйә барып, ярым ҡараңғы дүрткел зал менән тамамлана ине. Иҙәне буяулы таҡтанан, стеналарындағы кәштәләргә түшәмгә тиклем төрлө формалағы, төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы шешәләр теҙеп ҡуйылған. Был кафеға ниндәйҙер тантаналы төҫ бирә һәм ул шешәләрҙән төҙөлгән ҡорам һымаҡ күренә ине.

Рулевой Тимды залдың иң төпкө мөйөшөндә торған буш өҫтәл янына алып килде. Был урында ишектән ингән кеше уларҙы бер нисек тә күрә алмай ине. Джонни кельнерға ике стакан ҡыҙыл шарап килтерергә ҡушты. Шунан курткаһының уң һәм һул кеҫәһенән берәр шешә ром сығарып, Тимдың ултырғысы аҫтына ҡуйҙы ла:

— Бына һинең отошоң. Мин уны әлегә кельнерҙан йәшерҙем. Юғиһә, беҙ бында үҙебеҙ алып килгән шарапты эсергә йыйынабыҙ икән, тип уйлап ҡуйыр.

Тим, үҙ сиратында, курткаһының эске кеҫәһенән конверт килтереп сығарҙы. Был Рикерт әфәндегә хат ине.

— Джонни, һин уны Гамбургҡа үҙең алып ҡайтып тапшыра күр инде. Мин почта аша ебәрергә ҡурҡам, — тине.

— Мотлаҡ!

Хат рулевойҙың кеҫәһенә инеп ятты. Шунан Джонни Тимды баштан-аяҡ күҙҙән үткәреп:

— Ә һин хәтәр фырт егет булып киткәнһең! — тип ҡуйҙы. — Йә, нисек, бай булыу рәхәтме?

— Ялҡытҡысыраҡ, — тип яуапланы Тим. — Ә былай үҙеңде

нисек теләйһең, шулай тоторға мөмкин. Әгәр көлгөң килмәһә, хатта фотоға төшкәндә лә көлмәҫкә була!

Джонни аптырап:

— Ә һин көлөүгә ҡаршымы ни? — тип һораны. Тим үҙенең артығыраҡ ысҡындырып ташлағанын һиҙеп ҡалды. Саҡ-саҡ үҙен фашламаны. Ә бит был донъяла бер генә кеше лә көлөүен һатҡаны тураһында уның ауыҙынан ишетергә тейеш түгел. Хатаһын нисек төҙәтергә икән, тип уйлаған арала, Джонни яңынан һөйләп алып китте.

— Мин һинең менән мең ҡат риза, — тине ул. — Йылмайырға кәрәк булған өсөн генә йылмайыуҙар, әҙәпле йылмайыуҙар-көлөүҙәр йәнгә тейеп китә. «Моряк йорто»нда ниндәйҙер ҡарт бисуралар иртәнән кискә тиклем яһалма йылмая башлаһа, ят та үл. Йылмая-йылмая ҡаты эсемлектәрҙән тыйылырға өгөтләйҙәр; йылмайып тәрилкәңә әсегән кәбеҫтә һалалар, йылмайып йоҡлар алдынан доға уҡырға ҡушалар. Хатта ҡорһағыңдағы һуҡыр эсәгеңде лә йылмая-йылмая ҡырҡып ташлайҙар. Йылмайыу, йылмайыу, йылмайыу… Һис бер түҙемлегең етмәҫ!

Кельнер шарап алып килде лә, яһалма йылмайып, стакандар бирҙе. Тим иренен тешләне; ул ҡарашын аҫҡа төбәп шым ғына ултыра бирҙе. Джонни уның күҙҙәренә йәш тулғанын абайлап, ҡаушап ҡалды. Кельнер киткәндән һуң стаканын күтәрҙе:

— Һинең һаулыҡҡа, Тим!

— Һинең һаулыҡҡа, Джонни!

Тим шарапты саҡ ҡына тәмләп ҡараны — ул әллә нисек әскелт ине.

Джонни стаканды бушатып өҫтәлгә ултыртҡас, башын сайҡап, үҙ алдына:

— Эштең нимәлә икәнен белергә ине… — тип мығырҙаны.

Әммә Тим уны аңланы. Ул ҡапыл йәнләнеп китте:

— Һин Крешимир менән һөйләшеп ҡарарға тырыш, — тип бышылданы. — Ул бөтәһен дә белә һәм һиңә һөйләй ала. Ә мин һөйләй алмайым. Миңә ярамай.

Рулевой малайға уйсан ғына ҡарап ултырҙы ла:

— Мин аңлай башланым, шикелле… — тип ҡуйҙы. Өҫтәл аша Тимға эйелде, күҙенә туп-тура текләне: — Әйт әле, ул һиңә берәй төрлө фокус күрһәттеме?

— Юҡ, — тине Тим. — Ул миңә бер нимә лә күрһәтмәне. Бер тапҡыр ғына ниндәйҙер әпсен әйтте.

Шунан Тим ҡунаҡханалағы сәйер һөйләшеүҙе, әпсенде һәм люстраның нисек төшөп ярылғанын һөйләп бирҙе. Люстра менән булған ваҡиға Джонниға шул тиклем оҡшаны — дәү йоҙроҡтары менән өҫтәлде туҡмай-туҡмай эсе ҡатҡансы рәхәтләнеп көлдө.

— Вәт мәрәкә! Юҡ, иҫ киткес бит был! Ул ҡарт маймылдың иң ауыртҡан урынына ҡундырғаныңды аңлайһыңмы һин? Ә, Тим? Юҡ, ысынлап та?! — тип ҡабатлай ҙа тағы тәгәрәп ятып көлөргә тотона.

Хәлдән тайып, ултырғысының артына һөйәлгәс, ҡәнәғәт төҫ менән:

— Ул люстраны сәсрәткәнсе вата һуғып бик дөрөҫ эшләгәнһең, малай, — тип дауам итте. — Был әфәнде шундайҙан башҡаны төшөнөрлөк түгел!

Рулевой барондың әпсен әйткәнен әләкләп көлә-көлә ҡулын күтәрҙе лә, тантаналы итеп һамаҡлай башланы:

О ҡомаҡтар һәм сысҡандар,

Баҡа-бөрсә-ҡандала-беттәр хакимы!

Тим да иркенләп һөйәлеп ултырҙы. Донъяла, исмаһам, бер кешенең барондан көлөргә баҙнат итеүенән уға шул тиклем тыныс булып китте. Һуңғы йылдарҙа беренсе мәртәбә башҡа кешенең көлөүе уның күңеленә рәхәтлек бирҙе.

Джонни, мыҫҡыллы йылмайып, үҙенең шаян әпсенен әйткән арала, Тим иҙән таҡталарына күҙ ташланы. Шул саҡ ҡапыл ҙур, һимеҙ ҡомаҡты күреп ҡалды. Ҡомаҡ, ҡолаҡ ярғыс сыйнап, бер ҡурҡыуһыҙ Джонниҙың аяғына ынтылғайны ғына, Тим:

— Рулевой, ҡомаҡ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Әшәке йәнлекте Джонни үҙе лә күреп өлгөргәйне. Ул ҙур сослоҡ менән ҡомаҡ ташланырға торған аяғын ситкә тартып алды, икенсеһен тиҙ генә күтәреп, ерәнгес мәхлүктең өҫтөнә ялпаштыра баҫты. Тим ерәнеп, башын бора һалды, ә Джонни, ҡурҡыу белмәҫ Джонни, ауыҙын ҡолағына тиклем йырып:

— Әһә, хаким үҙенең сапҡындарын ебәрә лә башланы инде! — тине. — Шарабыңды эсеп ебәр, Тим, ул яҡҡа ҡарама!

Был юлы Тим күберәк йоттомо, шараптың тәьҫире шунда уҡ һиҙелде. Күңел болғаныуы үткән кеүек булды, тик саҡ ҡына башы әйләнә башланы.

— Инде беҙҙең ваҡытыбыҙ ҡалманы тиерлек, Тим, — тине Джонни. — Хәҙер-хәҙер ул үҙе килеп етәсәк! Мин һиңә бер генә нәмә әйтәм: нимәгә ышанмайһың, шул, ысынлап та, юҡ! Һин мине аңланыңмы?

Тим, «юҡ» тигәнде белдереп, башын сайҡаны. Шул арала әйләнә-тирә сайҡалып киткәндәй булды.

— Мин шуны әйтергә теләйем, — тип аңлатты Джонни, — әгәр барон йәнеңә тейә башлаһа, һиңә һәр ваҡыт люстраларҙы вата һуғырға кәрәк. Төшөндөңмө инде?

Тим баш ҡаҡты. Тик ул Джонни әйтергә теләгәнде барыбер аңлап етмәне. Күҙе йомола башланы. Быға тиклем ҡаты эсемлекте ауыҙына ла алмаған кешегә артыҡ булды, ахыры. Уға бит Палаццо Кандидола ла аҙыраҡ уртларға тура килгәйне.

— Һин ул ҡарт маймылдан йышыраҡ көлөргә тырыш, — тип дауам итте Джонни. — Хәҙер байһың, үҙеңде иркен тота алаһың. Әлбиттә, мин бында тышҡы азатлыҡ тураһында әйтәм. Эске азатлыҡты, егеткәйем, бөтөнләй икенсе байлыҡ — көлөү менән генә яулап була. Инглиздәрҙә боронғо бер мәҡәл бар … нисек әле… хәҙер иҫемә төшөрәм… — Рулевой маңлайын йыйырҙы. — Ғәжәп хәл, — тип мығырҙаны ул, — яңы ғына башта ине, осто ла китте. Тел осонда ғына тора ине бит. Күрәһең, күберәк йотоп ташланым…

— Был шараптан миңә лә ҡыйын булып китте, — тине Тим, саҡ телен әйләндереп.

Тик Джонни уны тыңламай ине — һаман мәҡәлде хәтеренә төшөрөргә маташа.

— Әһә, иҫләнем: «Teach me to laugh, save my soul!» Нисек мин уны онота алдым икән?

Ул көлөп, маңлайын туҡылдатты һәм ҡапыл, һаман көлгән килеш, ултырғыстан иҙәнгә ҡолап төштө лә, ҡурҡыныс ағарынып, ҡомаҡ үләкһәһе янында ятҡан килеш ҡатып ҡалды.

Күҙ асып йомғансы айығып киткән Тим һикереп торҙо, ярҙам эҙләп, тирә-яғына ҡаранды. Шул саҡ ул был хәлгә битараф ҡарап торған кельнерҙы күреп ҡалды. Кельнер ниндәйҙер әфәнденән аҡса ала ине. Әфәнде арҡаһы менән торһа ла, Тим уны бер ҡарауҙан таныны: ул барон ине.

Тим шунда уҡ үҙен ҡулға алды: икенсе Тимға әйләнде. Тып-тыныс ҡиәфәт менән ул башын ҡағып кельнерҙы саҡырҙы, шунан Джонни эргәһенә тубыҡланды. Рулевой һушһыҙ, ә үҙе телен саҡ әйләндереп, һаман инглиз мәҡәлен ҡабатлай. Бына Тим янына кельнер килеп эйелде, барон уның артына килеп баҫты.

— Талер әфәнде! Ниндәй бәхетле осраҡлылыҡ! — тип ҡысҡырып ебәргән булды Натйаш. — Беҙ һеҙҙе сәғәттән артыҡ эҙләйбеҙ инде!

— Әгәр ҙә рулевойға берәй нәмә була ҡалһа, — тине Тим уны тыңламайынса, — мин һеҙҙең хаҡта полицияға еткерәсәкмен, барон! Кельнер тураһында ла әйтәсәкмен!

Был һүҙҙәрҙән Натйаштың кәйефе күтәрелеп китте:

— Борсолорға һис кенә лә сәбәп юҡ, Талер әфәнде! — тине ул йылмайып. — Рулевойҙың сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ! Дөрөҫ, эшенән сығарырға тура килер инде. Тик уның һымаҡ бәһлеүәнгә докта эш етерлек.

Ул арала кафелағы кешеләр, өҫтәл янына йыйылып, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә төрлө кәңәштәр бирә башланы. Улар Джонниҙы иҫерек тип иҫәпләйҙәр ине булһа кәрәк.

Кеше араһында ығы-зығы, талаш-тартыштан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡото осоп торған Натйаш, еңенән тотоп, Тимды ишек яғына әйҙәне.

— Талер әфәнде, бөгөн портретығыҙ бөтә гәзиттәрҙә лә баҫылып сыҡты. Әгәр ҙә һеҙҙе бында таныһалар, оятҡа ҡаласаҡбыҙ. Рулевой тураһында, ысынлап әйтәм, борсолмаһағыҙ ҙа була. Киттек!

Был хәлендә Джонниҙың яңғыҙын ҡалдырып китергә теләмәгән Тимдың ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, барон уны урамға алып сыҡты.

Тим иһә Натйаштың барыһын да аңлап ҡуйыуынан хәүефләнә ине. Бынан тыш, унда ни өсөндөр үле ҡомаҡ, һуштан яҙып йығылған рулевой һәм инглиз мәҡәле ҡатнашҡан был буталсыҡ сәйер уйында барон түгел, ә Джонни еңеп сыҡҡан һымаҡ тойғо ҡалды. Шуға күрә түшәмгә тиклем шешә менән тултырылған был кафенан киткәндә Тим, тыштан күренгәнгә ҡарағанда, күпкә тынысыраҡ ине.

Уларҙы ишек эргәһендә көткән зиннәтле машина тыҡрыҡты тотош ышыҡлаған. Уның артында һаҡсылар ултырған теге ике машина ла тора. Тим шаяртып, уларға баш ҡаҡты, тегеләр аптырашып яуап ҡайтарҙы.

Машинаның артҡы урынында, ҡыҙыл күн һөйәнгескә башын терәп, директор Грандицци ултыра. Барон менән Тим инеп ултырғас, ул хихылдап көлдө лә:

— Ах һеҙ, бәләкәй ҡасҡалаҡ! Эҙ йәшерәйт икән! Әммә минең зирәк дуҫ Астарот[18]… — тип башлағайны, барон үҙенә һис тә хас булмаған тупаҫлыҡ менән:

— Өнөңдө тыҡ, Бегемот! Ул бер нимә лә белмәй! — тип аҡырҙы. Әммә шунда уҡ Тимға табан боролоп, түбәнселек менән үҙҙәренең «Бәғел клубы» ағзалары булып торғандарын һәм ҡыҙыҡ өсөн бер-береһенә һирәк-һаяҡ шундағы ҡушаматтар менән өндәшеүҙәрен һөйләп бирҙе.

Тим ҡасандыр барондан Астарот менән Бегемот тураһында ниҙер ишеткән һымаҡ ине, тик ҡайҙа һәм ҡасан икәнен иҫләй алманы. Өҫтәүенә, ул онотмаҫ өсөн эсенән генә Джонни әйткән инглиз мәҡәлен ҡабатлап бара ине.

Автомобиль Христофор Колумб һәйкәле янынан үтеп барғанда, Натйаш Тимға:

— Иртәгә иртүк беҙ Афинаға осабыҙ, Талер әфәнде! — тип иғлан итте. — Самолет үҙебеҙҙең фирманыҡы. Ул беҙҙе аэродромда теп-теүәл һигеҙҙә көтәсәк.

Тим баш ҡаҡты, әммә бер нәмә тип тә яуап ҡайтарманы. Ул һаман, инде әллә нисәнсе тапҡыр, әлеге мәҡәлде ҡабатланы. Ниһайәт, ҡыйыулығын йыйып, Грандицциҙан:

— «Тич ми ту лаф, сейв май соул» нимә тигәнде аңлата ул? — тип һораны.

— Ниндәй телдә? — тип ҡыҙыҡһынды Грандицци.

— Инглиз телендә, — тип тыныс ҡына яуапланы барон. — Боронғо мәҡәл, күпселек мәҡәлдәр кеүек үк мәғәнәһеҙ. — Ул мәҡәлде тап-таҙа инглиз телендә ҡабатланы ла тәржемә итте: — «Кем көлә, шул ҡотҡарылды!» Ә һүҙмә-һүҙ әйткәндә: «Мине көлөргә өйрәт, минең йәнемде ҡотҡар!»

Тим мөмкин тиклем вайымһыҙыраҡ итеп:

— Ә-ә, аңлашылды! — тигән булды.

Башҡаса ләм-мим өндәшмәне. Үҙе эстән генә бер туҡтауһыҙ: «Мине көлөргә өйрәт, рулевой!» — тип ялынды.

Егерменсе бит. АФИНАЛАҒЫ АЯҘ КӨН

Афина — бик боронғо ҡала. Барон Натйаш концернының иң ҙур филиалы ошонда — Грецияның баш ҡалаһында — урынлашҡан ине. Бында килгәс, барон ғәҙәттән тыш йәнләнеп китте, үҙен бик түбәнселекле тотто. Хатта Тимды ҡулынан килгән тиклем банкеттарҙан һәм директорҙарҙан да ҡурсаларға тырышты. Ә бының урынына йәйәүләп урамдар буйлап йөрөттө. Дөрөҫ, һәр ваҡыт арттарынан билдәле аралыҡта автомобиль эйәреп йөрөр һәм шофер, Натйаш ымлау менән, тротуар янына туҡтап, ишеген шар асыр булды.

Барон Тимды Афинаның күпселек сит ил туристары күрергә теләгән иҫтәлекле урындарына йөрөтмәне.

Ул аҡ колонналар араһынан шаян зәңгәрлеге менән ялтырап ятҡан Эгей диңгеҙен күрһәтер өсөн малайҙы Акрополгә лә алып менмәне; аяҡтарының шайтанашыҡ янындағы соҡорайып торған урындарынан алып, ирен ситтәрендәге ярымтүңәрәктәргә тиклем илаһи көлөүҙе һынландырған мәрмәр статуяларҙы ла күрһәтмәне; бейек ҡорамдар өҫтөндә балҡыған аяҙ күккә лә иғтибарын йүнәлтмәне. Улар урынына Афина баҙарына алып китте.

— Бында һатылған тауарҙар өсөн килгән табыштың кәмендә яртыһы минең кеҫәгә төшә, — тине ул Тимға. — Һеҙ, Талер әфәнде, минең вариҫым булараҡ, байлығыбыҙҙың ҡайҙан килеүен белергә тейешһегеҙ. Бына ҡарағыҙ әле, был төҫтәрҙе күреү үҙе бер ләззәт түгелме ни?

Натйаш иң тәүҙә Тимды балыҡ һатылған рәттәргә алып барҙы. Күҙҙәрен ташбайтып, айғолаҡтары аҫтындағы ҡыҙыл һыҙаттарын ялтыратып, дәү һыуытҡыстарҙа меңәрләгән балыҡ ята. Бында диңгеҙҙәрҙең байлығы үҙенең бөтөн күркәмлегендә кәүҙәләнә ине. Көмөш тәңкәләр йылтырай, ҡорос төҫтәр зәңгәрләнеп емелдәй, тегендә-бында ҡып-ҡыҙыл һәм ҡап-ҡара таптар һәм юлаҡтар иғтибарҙы үҙенә тарта. Ләкин барон быларҙың барыһын да сауҙагәр күҙҙәре менән баһалай.

— Был тунец Төркиәнән килтерелгән, — тип аңлатты ул. — Беҙ уны бик арзанға һатып алабыҙ. Ә был треска Исландиянан — унан беҙ бик ҙур табыш алабыҙ. Хамса, каракатица, сардина Италиянан килтерелгән йәки бында, Грецияла, тотолған. Улар менән артыҡ күп аҡса эшләп булмай. Ә хәҙер артабан киттек, Талер әфәнде!

Натйаш баҙарҙан шул тиклем хозурлана, уға ҡарап тороуы үҙе бер мәрәкә ине. Улар телдәре бер яҡҡа һәленеп төшкән һарыҡ түшкәләре эленгән стена янында туҡталды.

— Был һарыҡ тәкәләре Венесуэланан, — тине барон. — Ә теге сусҡаларҙы Югославияла һатып алдыҡ. Ярайһы ғына табышлы эш!

— Ә бында, Грецияла, балыҡтан башҡа берәй нәмә һатып алаһығыҙмы? — тип һораны Тим.

— Әлбиттә, — тип көлдө Натйаш. — Был илдән йөҙөм, шарап, банан, тәм-том, зәйтүн майы, анар емеше, йөн, туҡымалар, инжир, сәтләүек һәм боксит алабыҙ.

Натйаш тауарҙарҙы шул тиклем тантаналы итеп һанай, гүйә, ҡысҡырып Библия уҡый. Ул арала өҫтәлдәрҙә тау-тау булып ҡарҙай аҡ эремсек өйөлгән рәттәргә килеп сыҡтылар. Бында һөт аҙыҡтарының ниндәйе генә юҡ! Иҫең китерлек, шул уҡ ваҡытта бик сәйер экскурсия булды был. Халыҡ өйөрөн йырып, улар үҙҙәренең тауарҙарын дәртләнешеп маҡтаған һатыусылар, ҡысҡырып-ҡысҡырып һатыулашҡан һатып алыусылар эргәһенән үтеп йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр. Балыҡ рәттәренән үткәндә, уларға түңәрәкләп туралған һуған йөҙөп йөрөгән күләүектәрҙе кисергә, һарыҡ түшкәләре эргәһенән шишмә булып аҡҡан ҡан аша һикерергә, йәшелсә-емеш һатылған урындан атлағанда, тайып ҡоламаҫ өсөн, һәр ваҡыт аяҡ аҫтына ҡарарға тура килде.

Тим алдында ғына мәж килеп йөрөгән өс малайға иғтибар итте. Улар әле бер йәшниктән, әле икенсе йәшниктән услап ҡаса. Ә уларға бер кем дә асыуланмай, ҡыумай. Хатта һатыусылар ҙа бер ҡысҡырып ҡуялар ҙа һатып алыусылар менән сауҙалашыуҙарын дауам итәләр. Кескәй ҡараҡтар рәхәтләнеп хихылдаша.

Тимға ҡурҡыныс төш һымаҡ күренгән ике сәғәттән ашыу ваҡыт саҡ үтеп китте. Ығы-зығы, этеш-төртөш, шау-шыу араһынан ул хәлдән тайып, ҡуҙғып, йонсоп килеп сыҡты. Ә барон арырға уйламай ҙа, һоҡланыулы ҡарашы менән һаман алан-йолан ҡараныуын белә.

Барондың ишараһы буйынса, тротуарға машина килеп туҡтаны. Быныһы бәләкәсерәк, ултырғыстары ҡара күндән. Натйаш шоферға Византия музейына барырға бойорҙо.

— Һеҙгә унда оҡшарға тейеш, Талер әфәнде, — тине ул. — Ә ни өсөн — мин әлегә әйтмәй торам.

Барондың «ни өсөн»ө Тимды ҡыҙыҡһындырманы. Ул арыуҙың сигенә сыҡҡайны, етмәһә, үлтереп асыҡтырған. Әммә баронға был хаҡта бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Көлөүен һатып алған сәйер сауҙагәргә үҙенең хәлен мөмкин тиклем белдермәҫкә ҡарар иткәйне малай. Шуға күрә күҙ ҙә йоммай үҙен Византия музейына алып барырға мөмкинлек бирҙе.

Барон Тимға күрһәткән картиналар икона тип атала икән. Натйаштың аңлатыуына ҡарағанда, уларҙы йөҙәр йылдар буйы бер үк ҡәтғи ҡанундарға таянып ижад иткән монахтар төшөргән. Тим әкренләп кенә барондың уны бында ни өсөн алып килгәнен төшөнә башланы.

Иконаларҙағы бер нөктәгә төбәлгән ҙур күҙле, нәҙек оҙон танаулы йөҙҙәрҙә йылмайыуҙың әҫәре лә юҡ. Бының менән улар голланд рәссамдарының Тим Палаццола күргән картиналарына оҡшаған. Улар Тимға ят һәм сәйер булып күренде. Натйаш уны ҡарағусҡыл йәшел буяуҙар менән төшөрөлгән ҡаялы ҡырыҫ пейзаж ерлегендә асыҡ-ҡыҙыл плащлы изге Георгийҙың иконаһы алдында айырыуса оҙаҡ тотто. Икона шундай ауыр тәьҫир ҡалдыра ине, хатта Тим үҙ алдына Джонниҙың мәҡәлен ҡабатлай башларға мәжбүр булды: «Мине көлөргә өйрәт, рулевой!»

Һәм ғәжәп хәл: Джонни иҫенә төшкәс, Тим иконаларҙы бөтөнләй икенсе төрлө күрә башланы. Ул иконаларҙы ижад иткән монахтарҙың кешеләр өсөн тыйылған ҡыуаныу, сәскә атыу, йылмайыу һымаҡ нәмәләрҙе йәнлектәргә һәм үҫемлектәргә рөхсәт иткәнен абайланы. Натйаш икона ижад итеүселәрҙең ҡаты тәртиптәргә буйһоноуына һоҡланған арала, Тим үҙе өсөн был таҡталарҙа йәшерен йәшәп ятҡан кесе донъяны: йылмайған эттәрҙе, күҙ ҡыҫҡан грифтарҙы, шаян ҡоштарҙы һәм көлөп торған лилиә сәскәләрен асты. Гамбургтағы ҡурсаҡ театрында ишеткән һүҙҙәр хәтеренә төштө: «Уға тәбиғәттең биргән бүләге шундай мул — ҡыҙыҡ булғанда рәхәтләнеп көлә ала ул!» Ә бында бөтәһе лә киреһенсә: йәнлектәр көлә, ә кеше донъяға аяуһыҙ һәм ҡырыҫ баға.

Музейҙың беренсе ҡатына төшкәс, Натйаш үҙен сәләмләп ҡаршы килгән директор менән һөйләшергә туҡталды. Ул арала Тим асыҡ торған бейек ишек аша ҙур булмаған балконға сыҡты. Аҫҡа күҙ һалғас, балкон аҫтында бәләкәс кенә бер ҡыҙҙы күрҙе. Ул музей алдындағы майҙансыҡта сыбыҡ менән ниҙер һыҙа ла, төрлө төҫтәге таштарҙы теҙеп, биҙәк һала. Күрәһең, ул әле генә мозаика залынан сыҡҡан һәм күргәнен ҡабатларға маташа.

Тим ул һалған биҙәкте күҙәтә башланы: бына ерҙә бер иконалағы йөҙ пәйҙә булды. Тик был йөҙҙәге ауыҙ иконаларҙағы һымаҡ түгел, ә остары өҫкә ҡарап торған ярым ай рәүешендә булып, был йөҙ йылмая ине.

Картинаһына уйсан ғына ҡарап торғандан һуң, ҡыҙыҡай күҙ урынына йәшел таш һалды. Шул ваҡыт, ҡайҙандыр бер малай килеп сыҡты, иренен бүлтәйтеп, ҡыҙыҡайҙың инде бына-бына әҙер буласаҡ ижадына күҙ һалды, шунан туфлиеның башы менән генә таштарҙы ышырып сыҡты. Ҡыҙыҡай был ҡырағайға ҡурҡыу ҡатыш асыу менән һирпелеп баҡты ла илап ебәрҙе. Үкһей-үкһей ул таштарҙы йыйырға һәм ҡабаттан урынлаштырырға тотондо. Ә малай, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, уның эргәһендә ҡайҡайып баҫып тора, бөтөн ҡиәфәтендә ирҙәрсә кәмһетеү сағыла.

Тимдың асыуы ҡабарҙы. Аҫҡа йүгереп төшөп, ҡыҙыҡайҙы яҡлашырға йыйынғайны, боролоу менән баронға тап булды: ул да был ваҡиғаны күҙәтеп торған, күрәһең.

— Ҡыҫылмағыҙ, Талер әфәнде, — тине Натйаш йылмайып. — Әлбиттә, был малайҙың ҡылығы һис тә матур түгел. Тик ер йөҙөндә быуаттар буйы шулай бара бит инде. Әлеге йәш кеше ҡыҙыҡайҙың һүрәтен ҡырағайҙарса тапап ташлаған кеүек, бысраҡ һалдат итектәре илһамлы сәнғәт әҫәрҙәрен тапай. Һуғыш тамамланғас, шул уҡ ҡырағайҙар, ирендәрен ҡымтып, емерелгәнде аяҡҡа баҫтырыр өсөн аҡса бирә. Ә беҙ шунан табыш алабыҙ, Талер әфәнде. Беҙҙең фирма һуғыштан һуң Македонияла утыҙҙан ашыу сиркәүҙе реставрацияланы, беҙ унда миллион драхмаға яҡын аҡса эшләнек.

Тим әлеге шул ятлап алған һүҙҙәрен ҡабатланы:

— Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын, барон. Әммә әле, — тип өҫтәне ул, — мин төшкө ашҡа барырға теләр инем.

— Шәп фекер! — тип көлөп ебәрҙе Натйаш. — Мин бында асыҡ һауала урынлашҡан бик шәп ресторан беләм.

Стеналарҙағы картиналарға һәм майҙансыҡтағы балаларға башҡаса һирпелеп тә баҡмайынса, барон музей ҡапҡаһы янындағы машинаһына йүнәлде. Тим, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, уның артынан эйәрҙе.

Улар барған урын ғәҙәттә Натйаш йөрөргә яратҡан зиннәтле ресторандарға бөтөнләй оҡшамағайны. Өҫтәлдәр ҡуйылған баҡсала уларҙы ресторандың хужаһы, директоры һәм өлкән кельнер ҙур хөрмәт менән сәләмләп ҡаршыланы. Барон улар менән грекса, Тим менән немец телендә һөйләште. Затлы ҡунаҡтарҙы мөйөштәге өҫтәлгә алып килделәр, улар өсөн махсус рәүештә ҡарҙай аҡ ашъяулыҡ түшәнеләр, сәскә ултырттылар, эргәһенә һауыт-һаба өсөн бәләкәй өҫтәл ҡуйҙылар. Бындағы ҡунаҡтар, ашауҙарын да онотоп, әҙерлек барышын көсөргәнешле иғтибар менән күҙәтеп ултырҙы. Ҡайһы берәүҙәр аҫтыртын ғына Тимға ишаралап бышылдашты.

— Әллә бындағы гәзиттәрҙә лә минең портретым баҫылғанмы? — тип һораны Тим шыбырҙап.

— О, әлбиттә, — тип яуапланы барон, тауышын саҡ ҡына әкренәйтеүҙе лә кәрәк тапмайынса. — Грецияла, Талер әфәнде, байлыҡтан да бигерәк бер нәмәгә лә ғәжәпләнмәйҙәр, сөнки был бик ярлы ил. Беҙҙең кеүектәр өсөн, Греция — торғаны бер ожмах. Хатта ошо хөрт кенә ресторанда ла һеҙҙе ысын мәғәнәһендә батшаларса аш-һыу менән һыйлаясаҡтар. Эйе, уны һис икеләнмәйенсә батшаның үҙенә лә тәҡдим итергә булыр ине, тип әйтергә теләйем. Бында байлыҡҡа, батшаларға лайыҡ хөрмәт күрһәтәләр. Шуның өсөн дә Грецияны мин ныҡ яратам.

Әгәр ҙә кельнер килеп ҡолағына ниҙер бышылдамаһа, Натйаш, Тимдың йәнен көйҙөрөп, ошо рухта тағы ла оҙаҡ һөйләнер ине, моғайын.

— Мине телефонға саҡыралар! Яратҡан рестораным киң билдәле булып та өлгөрҙө, — тине ул Тимға. — Ғәфү итегеҙ!

Барон урынынан тороп, кельнер артынан эйәрҙе.

Тим үҙҙәренекенә ҡыя торған өҫтәл яғына күҙ һалды. Был уның яғына бәйләнсек ҡыҙыҡһыныусанлыҡ менән ҡарап ултырмаған берҙән-бер өҫтәл ине. Тим унда ике ғаилә күрҙе. Береһе тулы ғына кәүҙәле, ҡара сәсле әсәйҙән һәм ике ҡыҙыҡайҙан тора. Ҡыҙҙарҙың бәләкәсе өс йәштәр тирәһендә, икенсеһе бер-ике йәшкә өлкәнерәк. Икенсе ғаилә өҫтәл янындағы олеандр ҡыуағында уйнай. Ул көлһыу төҫтәге бесәй-әсәйҙән һәм өс бесәй балаһынан ғибәрәт. Бесәй балаларының икәүһе ҡара, береһе аҡ төҫтә.

Кеше-әсәйҙең ниңәлер йәне көйә; бесәй-әсәй ҙә шулай. Бәләкәй ҡыҙыҡай, клумбаға менеп ҡулын бысратҡас, ауыҙына япраҡ ҡабырға маташҡас, әсәй кеше асыуланып, уны еңелсә һуҡҡыслап алды. Ҡыҙыҡай мышҡылдап илай башланы.

Бесәй-әсәй ҙә үҙен тап шулай тотто. Балаларының берәйһе яҡынлашһа йәки ҡойроғона һикерһә, асыуланып фырҡылданы. Ҡара бесәй балаларының береһе бигерәк шаян, әсәһенә һис тә тынғы бирмәй ине. Бына ул пысҡ итеп ҡалды, сөнки әсәһе тәпәйе менән уның башына ҡундырҙы. Балаһы һаман ҡуймағас, тағы бер-ике тапҡыр һуҡҡыслап алды. Мыяулау менән илау бергә ҡушылды.

Башҡаса быға ҡарап тора алмаған Тим ҡарашын икенсе яҡҡа күсерҙе. Тап шул минутта барон әйләнеп килде. Баҡһаң, ул да был күренеште күҙәтеп торған икән. Урынына барып ултырғандан һуң, Тимдың уйҙарын уҡыған һымаҡ:

— Күреүегеҙсә, Талер әфәнде, кеше менән йәнлек араһындағы айырма үтә ҙур түгел. Хатта, әйтергә мөмкин, һиҙелер-һиҙелмәҫлек кенә, — тине.

— Мин был хаҡта өсөһө өс төрлө фекер беләм, — тип яуапланы Тим. — Гамбург театрында ҡараған бер спектаклдә, көлөү кешене йәнлектән айыра, тиелгәйне. Кеше генә көлә белә бит. Ә музейҙағы иконаларҙа киреһенсә ине: сәскәләр һәм йәнлектәр көлә, ә унда һүрәтләнгән кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыуҙың әҫәре лә юҡ. Ә хәҙер һеҙ, барон, кеше менән йәнлек араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ, тиһегеҙ.

— Донъяла бер һүҙ менән генә аңлатып бирерлек ябай нәмәләр юҡ, — тине Натйаш. — Ә кешегә көлөүҙең нимәгә кәрәклеген, ҡәҙерле Талер әфәнде, ғөмүмән, бер кем дә аныҡ ҡына белмәй.

Тим Джонниҙы хәтеренә төшөрҙө лә үҙ алдына ғына, әммә барон ишетерлек итеп әйтеп ҡуйҙы:

— Көлөү — ул эске азатлыҡ.

Был һүҙҙәр Натйашҡа бөтөнләй көтөлмәгән тәьҫир яһаны. Ул аяҡ тибеп ҡысҡырып ебәрҙе:

— Быны һиңә рулевой әйтте!

Тим уға ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы һәм тап шул минутта барондың ни өсөн унан көлөүен һатып алғанын аңланы. Ул йәнә бер нәмәне төшөндө. Хәҙерге барон Натйаш ипподромдағы ҡараңғы сырайлы шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденән бына нимәһе менән ныҡ айырыла икән! Бөгөнгө барон ирекле кешегә әйләнгән! Тим уның серен аңлағанға күрә лә ул шулай ҡотороноп китте.

Әммә барон, һәр ваҡыттағыса, шунда уҡ үҙен ҡулға алды һәм оҫта ғына итеп әңгәмәне башҡа юҫыҡҡа бороп ебәрҙе:

— Май баҙарында беҙҙең хәлебеҙ, Талер әфәнде, ғәйәт хәүефле булып бара. Миңә иртәгә үк беҙҙең фирманың башҡа етәкселәре менән бергә был хәлдән сығыу юлдары тураһында фекер алышырға кәрәк. Бындай кәңәшмәләр, ғәҙәттә, минең Месопотамиялағы замокта үткәрелә. Һеҙ мине унда оҙатып барыуҙан баш тартмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәм. Афинала һеҙҙе мотлаҡ таныштырырға кәрәк булған башҡа нәмәләрҙе мин икенсе юлы күрһәтермен.

— Үҙегеҙгә нисек ҡулай, — тип яуап ҡайтарҙы Тим вайымһыҙ ҡиәфәт менән. Ә ысынында уның Месопотамиялағы замокты — барондың мөйөштәге үрмәксе һымаҡ үҙенең ауҙарын үргән серле урынды — бик тә күргеһе килә ине.

Натйаштың үҙенә килгәндә, уның Афинанан һис кенә лә киткеһе килмәй ине, буғай. Өҫтәлгә аш-һыу килтереп ултыртҡас, ул тәрән итеп көрһөндө:

— Бына был фатихалы илдә беҙ һуңғы тапҡыр ризыҡланабыҙ, — тине. — Ашығыҙ тәмле булһын!


Өсөнсө китап
ЛАБИРИНТ

Көлкө — маргарин түгел…

Көлкө менән һатыу итмәйҙәр.

Селек Бай

Егерме беренсе бит. МЕСОПОТАМИЯЛАҒЫ ЗАМОК

Тим инде икенсе тапҡыр барон Натйаш фирмаһының ике моторлы самолетында осоп бара. Аэродромдан таң атып килгәндә күтәрелделәр. Самолет тәҙрәһенән ҡарағанда ҡайҙа күк, ҡайҙа диңгеҙ икәнен айырыу ҙа ҡыйын ине. Бер аҙҙан малай аҫта, алыҫта-алыҫта ҡарайып торған таулы утрау артында, ҡояш дүңгәләген күрҙе. Ҡояш диңгеҙҙән ҡапыл ырғып сыҡҡан һымаҡ булды — шул тиклем тиҙ ҡалҡты.

— Беҙ көнсығышҡа, ҡояшҡа ҡарай осабыҙ, — тип аңлатты Натйаш, — Афинала ул һуңыраҡ сығасаҡ. Минең кешеләрем, шул иҫәптән замоктағы хеҙмәтселәрем дә, ҡояшҡа табына. Улар ҡояшты Эш Шемс тип атай.

Түбәнгә, диңгеҙгә ҡарап барған Тим өндәшмәне. Ә диңгеҙ башта ҡурғаш һымаҡ ине, унан яҡтырғандан-яҡтыра барҙы һәм йәм-йәшел төҫкә инде.

Тим самолетта осорға ҡурҡманы, әммә күңел күтәренкелеге лә һиҙмәне. Ул хатта ғәжәпләнмәне лә. Көлә белмәгән кеше ғәжәпләнә лә белмәй бит.

Әле барон Тимды бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмаған «май баҙарындағы хәлдәрҙе» аңлата ине. Бирелеп тыңламаһа ла, малай бына нимәләрҙе аңлап ҡалды. Фирманың һөт етештереүсе эре хужалыҡтарҙың күпселеге менән аралары боҙолошҡан. Шул арҡала Норвегия, Швеция, Эйения, Германия һәм Голландия эшҡыуарҙарын берләштергән икенсе бер фирманың баҙарҙы, Натйаштарға ҡарағанда, сифатлыраҡ һәм арзаныраҡ май менән тәьмин итә башлаған.

Бына шул сәбәпле, улар әле Месопотамиялағы замокҡа китеп баралар. Унда барон «мәсьәләнең асылын асыҡларға» өмөтләнә һәм «мотлаҡ кәрәк булған сараларҙы күрергә» йыйына. Әле тағы ике әфәнде лә замок тарафына юлланған. Уларҙың береһе, мистер Пенни — Лондондан; икенсеһе, синьор ван дер Толен — Лиссабондан.

Самолет Анатолия яҫы таулығы өҫтөнән үткәйне инде, ә барон һаман майҙың төрлө сорттары, хаҡтары тураһында гәп һата. Әленән-әле «һатыу фронты», «ҡулланыусыны яулап алыу», «баҙарға һөжүм әҙерләү» кеүек һүҙҙәрҙе ҡуллана, әйтерһең дә, ҙур яуҙа еңеп сығырға йыйынған генерал.

Барон туҡтап торған арала, Тим, әҙәп өсөн булһа ла, исмаһам, берәй һүҙ ҡыҫтырыуҙы кәрәк тапты, шуға күрә:

— Беҙҙең өйҙә тик маргарин ғына ашай торғайнылар, — тигән булды.

— Маргарин менән генә нисек байыйһың?! Уны икмәккә яғып булмай, — тип мығырҙаны барон.

— Ә ниңә? — тип ҡаршы төштө Тим. — Беҙ уны һәр ваҡыт икмәккә яға торғайныҡ! Беҙ унда ҡура ла, бешерә лә, быҡтыра ла торғайныҡ.

Инде барон уны иғтибарлыраҡ тыңлай башланы.

— Тимәк, маргарин һеҙҙең өсөн һыйыр майы ла, шыйыҡ май ҙа, эс майы ла булған… Шулай тимәксеһеңме?

Тим баш ҡаҡты.

— Бер беҙҙең тыҡрыҡта ғына ла көн һайын берәй мискә маргарин тотонғандарҙыр, моғайын.

— Ҡыҙыҡ, — тип эйәген тырнаны Натйаш. — Бик ҡыҙыҡ, Талер әфәнде! Маргарин менән тактик маневр — һөжүмгә күсеү, май баҙарын яулап алыу… Хәтәр бит!

Барон уйға батты, әйтерһең дә, ултырған урынында ҡатып ҡалды.

Барон уны тыныслыҡта ҡалдырыуына Тим шат ине. Уға самолет тәҙрәһенән тауҙарҙы, яландарҙы, түбәләрҙе һәм йырындарҙы ҡарап барыу мауыҡтырғыс булып китте. Тауҙар буйлап еп һымаҡ ишәк каруандары һуҙылған, улар барыһы ла төрлө яҡтан бер урынға йүнәлгән, моғайын, унда баҙар көнөлөр. Летчик, малайҙың күңелен күргеһе килеп, мөмкин тиклем түбәндәнерәк осорға тырышты. Шуға күрә Тим ишәк ҡыуып барған ирҙәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярайһы уҡ яҡшы күрә. Дөрөҫ, бөтә йөҙҙәр ҙә юғарынан бер төрлө булып күренә, һәм ул кейемдәргә ҡарап ҡына фекер йөрөтә ала. Ә кейемдәр, уның уйынса, шул тиклем сәйер, шуға күрә ул кешеләрҙе лә циркта ғына күреп була торған фантастик йән эйәләре һымаҡ ҡабул итте. Әлбиттә, төптө дөрөҫ түгел ине. Әгәр ҙә был кешеләр Тимдың тыуған ҡалаһындағы һымаҡ кейенһә, сәстәрен дә шулай йөрөтһә, малай уларҙа ғәҙәттән тыш бер нәмә лә тапмаҫ ине. Бәлки, тиреләренең ҡарараҡ булыуы менән генә айырылырҙар ине. Тик һис көтмәгәндә алыҫ илдәргә барып юлыҡҡан ун дүрт йәшлек малайға бығаса таныш булмаған халыҡтар тураһында яңылыш фекер йөрөтөүен ғәфү итергә лә булалыр. Хәйер, ул тиҙ арала, Селек Бай менән танышҡас та, башҡа халыҡтар тураһында бер ваҡытта ла ашығыс фекер йөрөтөргә ярамағанын аңланы.

Был Селек Бай, самолет бейектә урынлашҡан майҙансыҡҡа төшөү менән, зәйтүн ағастары үҫкән туғайҙан һыбай килеп сыҡты. Тим трап буйлап иң алдан төштө һәм ергә беренсе булып аяҡ баҫты. Натйаш Селек Байҙы ифрат нәзәкәтле итеп, бөгөлә-һығыла ғәрәпсә сәләмләне. Шул арала ул Тимға башҡалар ишетмәҫлек итеп:

— Ул ҡояшҡа табыныусылар араһында иң күренекле сауҙагәр, өҫтәүенә, уларҙың башлығы. Юғары белемде һеҙҙең тыуған ҡалағыҙҙа алған. Хәҙер ул беҙҙең менән немец телендә һөйләшә башлаясаҡ. Уға бик ихтирамлы яуап ҡайтарығыҙ һәм мөмкин тиклем түбәнерәк эйелеп сәләмләгеҙ, — тип әйтеп өлгөрҙө.

Селек Бай Тимға туранан-тура мөрәжәғәт иткәс, малай бер ни тиклем ҡаушап ҡалды. Ҡарт ғәжәп сәйер кейенгәйне. Хәйер, иғтибарлыраҡ ҡарағас, Тим был кейемдең айырым өлөштәрен таный башланы: ул күлдәк, жилет, пинжәк һәм оҙон халатҡа оҡшаған бер нәмәнән тора ине. Тағы ла ҡорһаҡ тәңгәленә сәскәле яулыҡ бәйләгән, шунан ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ итәк кейгән, ә итәк аҫтынан киң балаҡлы оҙон салбар күренә. Уларҙың барыһы ла күҙҙең яуын алырҙай сағыу һәм матур төҫтәрҙә, әфлисун һымаҡ һары һәм ҡып-ҡыҙыл өҫтөнлөк итә. Селек Байҙың һаҡаллы ҡарағусҡыл йөҙө бөтөнләй тиерлек йыйырсыҡһыҙ. Ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан Тимға аҡыллы зәңгәр күҙҙәр иғтибар менән ҡарай.

— Уйлауымса, һеҙ әле бөтә гәзиттәр яр һалып ҡысҡырған күренекле вариҫ булаһығыҙ, — тине Селек Бай. Ул немец телендә ғәжәп матур һөйләшә булып сыҡты. — Мин һеҙҙе ихлас күңелдән сәләмләйем. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе Үҙенең фатихаһынан айырмаһын.

Ҡарт баш эйҙе, Тим да уны ҡабатланы. Уның аптырауы артты: әле генә уға Алланың фатихаһын теләгән кеше ҡояшҡа табыныусыларҙың башлығы буламы инде! Әммә Тим үҙенең тойғоларын йәшерергә өйрәнгәйне инде. Ул Селек Байға әҙәпле генә итеп:

— Танышыуыма бик шатмын. Барон миңә һеҙҙең турала бик күп һөйләне, — тине.

Әлбиттә, был бик үк дөрөҫ түгел ине, ләкин Тимға бындай әҙәплелек тип аталған ялғанды хәҙер бик йыш ишетергә тура килгәнлектән, ул үҙе лә быға өйрәнеп алғайны.

Пар ат егелгән бейек тәгәрмәсле асыҡ арба уларҙы замокҡа алып китте. Һыбайлы Селек Бай барон менән ғәрәп телендә һөйләшә-һөйләшә уларҙы оҙата төштө.

Арба зәйтүн ағастары үҫкән туғайҙан килеп сыҡҡас, тау итәгендә ҡалҡып торған замок — ҡыйыҡтың һәр бер мөйөшөндә ямғыр һыуын бөркөгән аждаһа һындары, иләмһеҙ манаралар менән һырып алынған шөҡәтһеҙ кирбес өйөмө — күренде.

— Был ҡот осҡос нәмәне мин үҙем төҙөгән икән тип уйлап ҡуймағыҙ, — тине барон Тимға. — Был ерҙең тәбиғәте иҫ киткес оҡшағанға күрә, мин был йортто килделе-киттеле бик мәрәкә бер инглиз ҡарсығынан һатып алдым. Бындағы парк ҡына тулыһынса минең планыма ярашлы ултыртылған.

Тау түбәненә террасалар рәүешендә төшкән парк француз стилендә уйланылған ине. Шар һәм күп яҡлы геометрик фигуралар рәүешендә ҡырҡылған ҡыуаҡтар һәм ағастар циркуль менән линейка ярҙамында иҫәпләп ултыртылған һымаҡ — аллеялар иҫ киткес тура, майҙансыҡтар һәм клумбалар — түп-түңәрәк. Һәр террасаның үҙенең орнаменты бар. Бөтә һуҡмаҡтарға ҡыҙыл ҡом һибелгән.

— Һеҙгә парк оҡшаймы, Талер әфәнде?

Был аяуһыҙ тураҡланған үҫемлектәр, тупаҫ рәүештә үҙгәртелгән тәбиғәт Тимға әҙәм балаһының аңралығының бәхетһеҙ ҡорбаны булып күренде һәм ул:

— Минеңсә, был бик уңышлы сиселгән арифметик мәсьәлә, барон! — тип әйтеү менән сикләнде.

Натйаш көлөп ебәрҙе:

— Һеҙ үҙегеҙҙең хупламағанығыҙҙы ифрат әҙәпле итеп белдерҙегеҙ, Талер әфәнде. Әйтмәй булдыра алмайым, һеҙ бик тиҙ үҫәһегеҙ!

— Шундай йәш кеше үҙенең нимә уйлағанын әйтмәй икән, — был уның үҫеше бик насар барғанын аңлата, — тип һүҙгә ҡыҫылды эйәрендә ултырған Селек Бай, арба яғына ҡыйшая төшөп.

Ул быны, тәгәрмәс шығырҙауын баҫырға тырышып, ярайһы ғына ҡысҡырып әйтте. Натйаш уға нимәлер тип ғәрәпсә ҡаршы төштө. Тимға уның тауышы бик ҡырыҫ яңғыраған һымаҡ тойолдо. Һыбайлы баронға бер нәмә тип тә өндәшмәне. Ул малайға уйсан итеп оҙаҡ ҡына ҡарап барҙы ла, бер аҙҙан хушлашып, алыҫтағы тау яғына сабып китте.

Уның артынан ҡарап ҡалған барон:

— Башы алтын, тик әхлаҡи талаптары самаһыҙ юғары. Ул Али тигән көтөүсенең табутын — үҙемдекенә, ә үҙемде оҙаҡ уйлап тормайынса игеҙәгемә әүерелдергәнем тураһында сит ил гәзиттәрендә уҡыған. Әлбиттә, ул өндәшмәйәсәк, ләкин тәүбәгә килеүемдең билдәһе итеп, үҙенең имандаштарына яңы ҡорам төҙөүемде талап итә, — тине. — Миңә, моғайын, уның менән ризалашыуҙан башҡа сара ҡалмаҫ.

— Әгәр ҙә булдыра алһам, әле мин рәхәтләнеп көлөр инем, — тип етди генә әйтеп ҡуйҙы Тим. Уның урынына барон кинәнеп көлөп ебәрҙе. Ләкин был юлы Тимға үҙенең көлөүен ишетеү ҡыйын булманы. Киреһенсә, ул хәҙер үҙенең көлөүе һәр ваҡыт эргәлә генә, шул тиклем яҡын — ҡул һуҙымында булыуына шатлана ине. Ысынлап та, уңайлы осраҡ килеп сығыу менән ынтылыр ҙа, көлөүен эләктереп алыр һымаҡ тойола. Ул бының тойола ғына икәнен һаман да аңламай ине. Нисек кенә булмаһын, Тим баронды һәр ваҡыт һәм бөтә ерҙә лә оҙатып йөрөргә ҡарар итте.

Арба бер террасанан икенсе террасаға күсә-күсә замокҡа тиклем күтәрелгән киң баҫҡыс янында туҡтаны. Бынан ул шул тиклем бейек һәм бөткөһөҙ оҙон булып күренде. Әммә иң ғәжәбе эттәр ине: баҫҡыстың ике яғынан теҙелеп киткән таш эт һындары. Улар, күҙҙәрен ташбайтып аҫҡа, киң яландар яғына текләгән. Моғайын, бында төрлө тоҡомло йөҙәрләгән эт булғандыр: доберман-пинчерҙар, таксалар, сеттерҙар, фокстерьерҙар, афған бурҙайҙары, шоу-шоу, спаниелдәр, боксерҙар, шпицтар һәм мопстар, — шундай сағыу, төҫлө керамика. Уңдан да, һулдан да, баҫҡыстан менеп еткәнсе, замокты бер өйөр эт һаҡлай.

— Ҡарт леди эттәргә мөкиббән киткән зат була торғайны, — тип аңлатты барон.

— Эйе, шулай булғаны күренә, — тип ризалашты Тим.

Натйаш күсергә баҫҡыстың һул яғындағы бормалы тау юлынан китергә бойорорға ғына йыйынғайны, баҫҡыстың урта тирәһендә торған керамик бульдог артынан бер кеше килеп сыҡты ла уларға ҡул болғаны.

— Был — синьор ван дер Толен, — тине Натйаш. — Әйҙә, сығайыҡ та уның янына менәйек. Үҙемдең маргарин тураһындағы пландарым менән тиҙерәк уның иҫен китәргем килә. Үәт аптыраясаҡ!

Арбанан сығыу менән, барон йүгерә-атлап күтәрелә башланы. Тим һәр бер этте иғтибар менән ҡарай-ҡарай яйлап ҡына менде. Уны маргарин тураһындағы һөйләшеүҙәр ҡыҙыҡһындырмай ине. Шул маргариндың үҙенең тормошонда ниндәй әһәмиәтле роль уйнаясағын ул ҡайҙан ғына белһен инде!

Егерме икенсе бит. СИНЬОР ВАН ДЕР ТОЛЕН

Замоктың эске яҡтан йыһазландырылыуы картиналар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәләренә йөрөргә яратҡан барондың көнкүреш мәсьәләләрендә юғары зауыҡҡа эйә булғанын раҫлап тора. Бөтә әйберҙәр — хатта көл һауыттары, ишек тотҡалары, ванна бүлмәһендәге балаҫҡа тиклем ябай, матур һәм, һис шикһеҙ, бик ҡиммәтле.

Тимдың ярым түңәрәк бүлмәһе башняларҙың береһендә урынлашҡан. Тәҙрәһенән паркҡа, зәйтүн ағастары үҫкән туғайға күркәм күренеш асыла, артабан күҙ күреме етмәҫ алыҫлыҡҡа яландар йәйрәп ята. Хатта эргәләге бәләкәй аэродромды ла ваҡ-төйәгенә тиклем яҡшылап күрергә мөмкин: прожекторҙар менән уратып алынған төшөү майҙансығы, эргәлә самолеттар өсөн бер нисә ангар һәм тәпәш оҙон бина. Унда радиостанция менән һауа торошо хеҙмәте урынлашҡан.

Тәҙрәгә үрелеп ҡарағас, Тим төшөү майҙансығында ике самолет торғанын күрҙе. Өсөнсөһө тап ошо минутта түбәнәйә ине. Ниндәйҙер сағыу кейемле һыбайлы оҙон бинаның ап-аҡ стенаһы янында тик кенә тора. Был Селек Бай ине булһа кәрәк.

Ҡапыл Тим Талер кемдеңдер үҙенә исемләп өндәшкәнен ишетте:

— Талер әфәнде!

Тим тәҙрәнән боролоп, ишекте асты. Унда синьор ван дер Толен тора ине. Тим был әфәндене беренсе тапҡыр кисә баҫҡыстан күтәрелгән саҡта, таш эттәр янында, күргәйне. Барон бер туҡтауһыҙ маргарин тураһында һөйләгәнгә күрә, улар бер-ике ауыҙ һүҙ генә алмашып өлгөргәйне.

— Һеҙҙең менән һөйләшергә мөмкин булырмы, Талер әфәнде? Тик был турала барон белмәһен ине.

— Әгәр ҙә һеҙ теләмәһәгеҙ, мин баронға бер нәмә лә әйтмәҫмен. Әле ул ҡайҙа?

— Ул аэродромға мистер Пенниҙы ҡаршыларға бара.

Ул арала синьор ван дер Толен бүлмәгә инде лә үрелгән бәүелтмәккә ултырҙы. Тим, ишекте бикләп, мөйөштәге эскәмйәлә урын алды. Ул бынан тәҙрәгә лә ҡарай ала, бүлмәне лә күрә ине.

Ван дер Толендың бик үк һүҙсән кеше түгеллеген Тим тәүге осрашҡанда уҡ абайлағайны инде. Был хаҡта хатта уның ауыҙына ҡарап та фекер йөрөтөргә була ине. Ван дер Толендың ауыҙы тура һыҙыҡ рәүешендә булып, ситтәре саҡ-саҡ ҡына өҫкәрәк бөгөлөп тора һәм акуланың ябыҡ ауыҙына оҡшағайны.

— Мин һеҙгә мираҫ тураһындағы васыят ҡағыҙы юридик яҡтан әлегә тулыһынса раҫланып бөтмәгәнгә күрә килдем, — тине был голланд фамилиялы португал кешеһе. — Һүҙ хәл иткес тауышҡа эйә булған акциялар, акцияларҙың барон хужа булған контроль пакеты тураһында бара. Һеҙ акцияларҙа берәй нәмә аңлайһығыҙмы?

— Юҡ, — тип яуап ҡайтарҙы Тим, тәҙрәгә күҙ һалып.

Тап ошо минутта барондың арбаһы аэродромға барып етте.

Синьор ван дер Толен, үрелгән бәүелтмәктә яй ғына һелкенгән килеш, аҡһыл-зәңгәр күҙҙәре менән Тимға текләгәйне.

Күҙлек быялаһы аша ҡараған был күҙҙәрҙең ҡарашы һалҡын, әммә сәнскеле түгел.

— Акциялар менән эш былайыраҡ тора…

Арбала ултырған барон, боролоп, Тимға ҡул болғаны. Тим да уға яуап ҡайтарҙы.

— Акциялар капиталда ҡатнашыу өлөшө булып тора…

Сағыу кейемле һыбайлы аҡ стенанан айырылды: Селек Бай Натйаштың арбаһына ҡаршы сапты.

— Фекеремде һеҙгә миҫал менән аңлатырға кәрәк булыр. Һеҙ мине тыңлайһығыҙмы?

— Эйе, — тип яуап ҡайтарҙы Тим, тәҙрәнән күҙен алып.

— Шулай итеп, күҙ алдына килтерегеҙ, Талер әфәнде, баҡса ултыртырға ҡарар ителде икән, ти. — Тим баш ҡаҡты. — Әммә был эшкә тотонған кешенең алма үҫентеләрен етерлек һанда һатып алырға аҡсаһы етмәй. Шуға күрә ул баҡсаның бер өлөшөн генә биләй. Ҡалған алмағастарҙы бүтән кешеләр һатып ала һәм ултырта. Алмағастар үҫеп емеш бирә башлағас, алмағас ултыртҡан һәр кеше, үҙе ултыртҡан ағастарҙың һанына ярашлы, алманан өлөш ала. Һәр йыл был өлөштө тәшкил иткән емештәрҙең һаны төрлөсә.

Тим ҡысҡырып һанарға кереште:

— Тимәк, әгәр ҙә йөҙ алмағастың егермеһен мин ултыртҡанмын һәм баҡсала йөҙ центнер алма йыйып алғандар икән, мин уларҙың егерме центнерын алам. Дөрөҫмө?

— Бик үк түгел! — синьор ван дер Толен һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайҙы. — Баҡсасыларға һәм эшселәргә түләргә кәрәк. Бынан тыш, тамырланып китә алмаған ағастар урынына яңыларын ултыртмай булмай. Әммә һеҙ акцияның нимә икәнен яҡынса аңланығыҙ, шикелле.

Тим баш ҡаҡты:

— Акциялар — мин ултыртҡан ағастар. Улар баҡсала һәм уңышта — минең өлөшөм.

— Бик яҡшы, Талер әфәнде.

Синьор ван дер Толен яңынан өндәшмәй генә бәүелтмәктә һелкенә башланы, ә Тим тәҙрәгә ҡараны. Арба аэродромдан замокҡа ҡайтырға боролғайны. Уны кисәге кеүек үк Селек Бай һыбайлап оҙата килә. Арбала Натйаш янында тулы кәүҙәле, пеләш башлы әфәнде ултыра.

— Барон замокҡа ҡайтып килә, синьор ван дер Толен.

— Улай булғас, мин һеҙгә үҙемдең үтенесемде ҡыҫҡаса ғына әйтеп бирәм, Талер әфәнде. Васыят шундай итеп төҙөлгән, яңы барон…

— Нисек инде яңы барон? — тип бүлдерҙе уны Тим. Әммә коммерсанттың йөҙөнән уның барондың сере хаҡында бер нимә лә белмәгәнен аңланы. Шуға күрә тиҙ генә:

— Зинһар, ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе бүлдерҙем, — тип өҫтәне.

Ван дер Толен уға ҡаштарын юғары сөйөп ҡарап торһа ла, Тим башҡаса бер һүҙ ҙә әйтмәне. Синьор ван дер Толен яңынан башланы:

— Васыят шул тиклем хәйләкәр итеп төҙөлгән, әгәр ҙә теләһә, яңы барон судлашып, һеҙҙең мираҫығыҙҙы тартып алыу мөмкинлегенә эйә. Хәйер, был уға һәм һеҙгә генә ҡағыла… Бында мине хәл иткес тауышҡа эйә булған акциялар ғына ҡыҙыҡһындыра.

Тим тәҙрәнән арба менән һыбайлының баҫҡыс янында туҡтағанын күрҙе. Әфәнделәр бик мауығып әңгәмәләшә ине, ахыры.

— Ә хәл иткес тауышлы акциялар нимә була? — тип һораны Тим.

— Беҙҙең акционерҙар йәмғиәтендә, Талер әфәнде, хаҡы яҡынса егерме миллион португал эскудоһын[19] тәшкил иткән бер нисә акция бар. Уларға хужа булған кешеләр йәмғиәттең идаралығында хәл иткес тауышҡа эйә. Бөтә ҡарарҙар бары тик уларға ғына бәйләнгән — башҡа бер кемгә лә түгел.

— Был акцияларҙы мин дә мираҫҡа алғанмынмы, синьор ван дер Толен?

— Уларҙың бер өлөшөн, Талер әфәнде. Ҡалғандары Селек Байҙа, мистер Пенниҙа һәм миндә.

Мистер Пенни Натйаш һәм Селек Бай менән бергәләшеп яй ғына баҫҡыстан менеп килгән пеләш башлы йыуан әфәнделер, моғайын.

— Һеҙ минән шул хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙы һатып алырға теләйһегеҙме?

— Хатта теләһәм дә, булдыра алмаҫ инем. Һеҙгә егерме бер йәш тулғанға тиклем был акциялар менән барон эш итә. Әммә һеҙ мираҫҡа эйә булғандан һуң, мин һеҙҙән ул акцияларҙы бик теләп һатып алыр инем. Мин улар өсөн беҙҙең фирманың теләһә ҡайһы предприятиеһын тәҡдим итәм. Был предприятие, хатта мираҫҡа хоҡуғығыҙ, ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ғәмәлдә түгел тип иғлан ителгән хәлдә лә, һеҙҙеке булып ҡаласаҡ.

Португал бәүелтмәктән торҙо. Уның ауыҙы ҡабаттан акуланың ябыҡ ауыҙына әйләнде. Был юлы ул башҡа ваҡытта һөйләгәне менән сағыштырғанда, ғәҙәттән тыш күп әйтеп ташлағайны. Хәҙер Тимдың сираты етте.

— Мин һеҙҙең тәҡдимегеҙ тураһында уйлармын, синьор ван дер Толен, — тине ул.

— Зинһар, уйлағыҙ, Талер әфәнде! Бының өсөн һеҙҙең әле өс көн ваҡытығыҙ бар.

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, коммерсант Тимдың бүлмәһенән сығып китте.

Тим яңынан тәҙрәгә ҡарағанда, замокҡа илткән баҫҡыс буш ине инде.

Тим яңғыҙы ҡалды. Әле бында, замоктың башняһында, ҙур ҡаланың тар тыҡрығында үҫкән, йылмая белмәгән ун дүрт йәшлек Тим Талер исемле малай, әммә хакимиәте һәм байлығы буйынса — буласаҡ король тора ине. Король — әгәр ҙә был таждың уға кәрәге һәм ҡиммәте булһа ғына, әлбиттә.

Тим ошоға тиклем үҙенең байлығының күләмен тулыһынса күҙ алдына килтерә алмай ине. Шулай ҙа ул барон Натйаш фирмаһының караптарынан торған ҙур флотилия ер шарының диңгеҙҙәрен һәм океандарын арҡырыға-буйға гиҙеп йөрөгәнен белә. Афиналағы кеүек донъялағы иң ҙур баҙарҙар көн һайын, йыл һайын уның байлығын туҡтауһыҙ арттыра; ғәскәр һымаҡ бихисап директорҙары, хеҙмәткәрҙәре, эшселәре — йөҙәр, меңәр, бәлки, хатта унар мең кеше уның бойороҡтарын үтәй. Быларҙы күҙ алдына килтереү Тимдың мин-минлеген рәхәт ҡытыҡланы. Ул үҙен ҡасандыр уҡытыусы апай тарих дәресендә һоҡланыуҙан күҙҙәре янып һөйләгән әкиәттәге король — Баварияның яңғыҙ короленә оҡшатты. Ул, алтын каретаға ултырып, һыбай елдергән Селек Бай оҙатыуында бөтә тыҡрыҡтың күҙ алдында фрау Беберҙың ҡалас кибете янынан үтеп киткәнен күҙ алдына килтерҙе. Ә күршеләр, ауыҙҙарын ҙур асып, уға ҡарап тороп ҡаласаҡ.

Башнялағы малай, бер генә минутҡа үҙенең юғалтҡан көлөүе тураһында онотоп, хыялға бирелде, нисек король буласағы хаҡында әкиәт уйлап сығарҙы.

Әммә ысынбарлыҡ бөтөнләй башҡа төрлө ине. Был ысынбарлыҡ маргарин тип атала һәм оҙаҡламай уның юғалған көлөүе тураһында тупаҫ рәүештә хәтерләтергә әҙерләнә ине.

Егерме өсөнсө бит. УЛТЫРЫШ

Замокта ултырыштар өсөн тәғәйенләнгән махсус зал бар. Стеналары затлы таҡталар менән көпләнгән был залдың уртаһында оҙон өҫтәл тора. Өҫтәл тирәләй йомшаҡ ултырғыстар ҡуйылған. Залға ингән һәр кем шунда уҡ ишек ҡаршыһындағы стенала эленеп торған ауыр алтын рамлы картинаға иғтибар итә. Был — бөйөк рәссам Рембрандтың мәшһүр автопортреты. Уны донъялағы бөтә сәнғәт белгестәре һуңғы һуғыш ваҡытында юғалған тип иҫәпләй.

Портрет аҫтындағы өҫтәлдең түрендә барон ултыра. Уның һул яғында — Селек Бай менән Тим Талер, уң яғында мистер Пенни менән синьор ван дер Толен урынлашҡан. Һүҙ «май баҙарындағы хәл» тураһында бара. Пенни өсөн ҡыйыныраҡ булһа ла, Тим арҡаһында бөтәһе лә немец телендә һөйләшә.

Ултырыштың башында (бындай кәңәшмәләрҙе ни өсөндөр һәр ваҡыт ултырыш тип атайҙар, әйтерһең дә, бында иң мөһиме — ултырғыста ултырыу) мистер Пенни эшлекле рәүештә бындай йәшерен кәңәшмәләрҙә артабан да Тимдың ҡатнашыу-ҡатнашмауы менән ҡыҙыҡһынды. Селек Бай риза булыуын белдерҙе, әммә башҡа әфәнделәр ҡәтғи рәүештә ҡаршы булды. Улар, малай ултырышта бөгөн генә ҡатнаша ала, тип иҫәпләне. Беренсенән, уға концерндың эштәре менән бер аҙ танышырға кәрәк. Икенсенән, ул үҙҙәренең тыҡрығында маргарин ҡулланғандары тураһында сығыш яһарға тейеш.

Көн тәртибендә иң беренсе булып Афғанстандың бысаҡтар һәм ҡайсылар үткерләүсе ҡайраҡсылары тураһындағы мәсьәлә тора ине. Был бик сәйер тарих булып сыҡты. Тим аҙлап-аҙлап шуны аңланы: барон Натйаштың сауҙа фирмаһы бүләк итеп, Афғанстанда ике миллионға яҡын арзан бысаҡ һәм ҡайсы өләшкән. Был бүләк кешеләргә ярҙам итеү түгел, ә ошо юл менән аҡса эшләү маҡсатында бирелгән. Бысаҡ һәм ҡайсының бер данаһы компанияға ҡырҡар пулға[20] төшкән. Бер бысаҡты ҡайрау илле пул, йәғни ярты афғани[21], тора. Бысаҡ-ҡайсыларҙың сифаты түбән булғанлыҡтан, уларҙы кәмендә йылына ике тапҡыр үткерләтергә кәрәк. Ә Афғанстандың бөтә ҡайраҡсылары барондың фирмаһында эшләй. Рамаҙулла тигән кеше, бер аҙ ғына элегерәк бөтә тирә-яҡтың ҡотон алып торған юлбаҫар, уларҙың йүгәнен бик ҡаты тота. Ул ҡайраҡ таштар һәм клиенттар менән тәьмин итеп тора, әммә үтә юғары хаҡ талап итә. Сәбәп шунда: эшләп алған аҡсаның яртыһы фирмаға ебәрелеп торорға тейеш. Шулай булғас, ҡайраҡсыларҙың үҙҙәренең көнитмешенә күпме генә ҡалғанын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Шуға күрә Афғанстанда был һөнәргә кеше табыу һәм уларҙы эш менән тәьмин итеү ауыр. Ә бындай ярлы илдә реклама өсөн радио ла, гәзиттәр ҙә ҡулай түгел. Бик һирәктәр яҙыу таный, ә радиолары, ғөмүмән, юҡ дәрәжәһендә. Шуға ла реклама яһау өсөн урам йырсыларын ялларға тура килә икән. Уларға өйҙән-өйгә йөрөп, «Ҡайраҡсы йыры»н башҡарыу йөкмәтелгән. Был йырҙа ҡайраҡсының оҫталығы тураһында йырланыла икән, тип уйлаһағыҙ, бик ныҡ яңылышырһығыҙ. Унда оҫтаның ярлылығы һүрәтләнә. Кәңәшмәлә был йырҙың көйө һәм һүҙҙәре тураһында әфәнделәр бик оҙаҡ бәхәсләште. Был сара халыҡты ҡайраҡсының хәленә инеп, уны йәлләп кенә булһа ла, бысаҡ-ҡайсы үткерләтергә мәжбүр итеү өсөн уйлап сығарылғайны.

Тәржемәлә был йыр ошолайыраҡ яңғырай ине:

Әйләнә тәгәрмәс, әйләнә,

Ҡайраҡ ташы өйөрөлөп ут сәсә!

Ярты афғаниға бысағығыҙ үткер.

Бисара ҡайраҡсы ас! Икмәкһеҙ нисек түҙер?!

Бисара, бисара ҡайраҡсы-берәҙәк!

Ҡала-ауылдар буйлап ул гиҙә,

Ауыр йөк уның яурынын иҙә!

Ярты афғани — йәнә ҡайсығыҙ үткер!

Бисара ҡайраҡсы ас! Икмәкһеҙ нисек түҙер?!

Бисара, бисара ҡайраҡсы-берәҙәк!

Һуңғы юлдар тыңлаусыларҙы бысаҡ һәм ҡайсыларын үткерләтергә алып килһәләр, ҡайраҡсыны ни тиклем бәхетле итеүҙәренә ышандырырға тейеш:

Эй һылыуҙар! Ҡайҙа һеҙҙең бысаҡ-ҡайсы?

Берәҙәк ҡайраҡсыны һин йәлләһәңсе.

Ярты афғани — бысағың йәнә үткер!

Рәхмәт һылыу, ул бөгөн туҡ йоҡлар.

Бисара, бисара ҡайраҡсы-берәҙәк!

Ярлы ҡайраҡсыларҙың намыҫлы хеҙмәт өсөн алған хаҡтың яртыһынан күберәген Рамаҙуллаға биргәне, ә ул, үҙ сиратында, йыйылған аҡсаның иң күп өлөшөн ошо замокҡа ебәргәне хаҡында был йырҙа бер һүҙ ҙә юҡ ине.

Тим был мәлдә үҙҙәренең тыҡрығында телһеҙ һәм һаңғырау ҡыҙы менән генә ғүмер иткән ҡайраҡсы ҡарт хаҡында уйлап ултырҙы. Бәлки, ул да эшләп тапҡан хәләл аҡсаһын берәй сауҙа фирмаһы менән уртаҡлашырға мәжбүрҙер?

Үҙе мираҫ итеп алырға тейеш булған батшалыҡтағы был ғәҙелһеҙлек малайҙы тәрән хафаға һалды. Селек Бай уның уйҙарын аңланы, шикелле.

— Күрәһең, йәш кеше беҙҙең фирманың эш алымдарын хупламай, — тине ул. — Унда юлбаҫар Рамаҙулла үҙенең шөғөлөн алмаштырмаған, ә кешеләрҙе оҫтараҡ, мәҙәниәтлерәк ысул менән таларға өйрәнгән тигән фекер тыуғандыр, тип уйлайым. Һеҙгә әйтмәй булдыра алмайым, әфәнделәр, мин үҙем дә шулай тип иҫәпләйем.

— Һеҙҙең фекерегеҙ беҙгә билдәле, — тине мистер Пенни. Ә йәнләнеп киткән барон:

— Әгәр ҙә юлбаҫарҙарҙан яфа сиккән илдә юлбаҫарҙарҙы бер аҙ мәҙәниәтлерәк итә алғанбыҙ икән, тимәк, беҙ үҫешкә ярҙам итәбеҙ. Һуңғараҡ, беҙҙең ярҙамыбыҙ арҡаһында, был ил хоҡуҡ һәм тәртипкә таянған илгә әүерелһә, сауҙа алымдарыбыҙ ҙа законлы була башлар, — тип телмәр тотҡандай һөйләп ташланы.

— Һеҙ миңә, — тип тыныс ҡына уға ҡаршы төштө Селек Бай, — Көньяҡ Америкалағы бер илдә шәкәр плантацияһында эшләүселәрҙең ҡот осҡос тормош шарттары хаҡында һүҙ барғанда ла шулай тип әйткәйнегеҙ. Хәҙер был илдә беҙҙең аҡсалар ярҙамында президент булып барыһына ла билдәле бур һәм кеше үлтереүсе ултырғас, ундағы хәлдәр тағы ла хөртәйҙе.

— Әммә был президент динде хөрмәт итә, — тип ҡыҫтырылды мистер Пенни.

— Был осраҡта, мин динде хөрмәт итмәгән кешелеклерәк президентты ҡулай күрер инем, — тине Селек Бай.

Шунда кәңәшмә башланғандан алып беренсе тапҡыр синьор ван дер Толен һүҙ һораны.

— Әфәнделәр, беҙ бит ябай коммерсанттар ғына, сәйәсәткә бер ҡыҫылышыбыҙ ҙа юҡ. Донъя берәй ваҡыт яҡшыраҡ булып китер һәм беҙ барыбыҙ ҙа яҡын дуҫтар һымаҡ хеҙмәттәшлек итербеҙ тигән өмөт менән йәшәйек. Ә хәҙер мин төп мәсьәләгә — майға күсергә тәҡдим итәм!

— Дөрөҫөрәге, маргаринға, — тип төҙәтте уны барон йылмайып. Шунан оҙон докладын һөйләргә тотоноп китте.

Был доклад Тим унан самолетта ишеткән телмәрҙән бик үк айырылмай ине. Ул тыныс сауҙагәр түгел, ә ер йөҙөнән үҙенең дошмандарын — май менән һатыу иткән башҡа сауҙагәрҙәрҙе — һепереп түгергә йыйынған полководец һымаҡ ялҡынланып һөйләне.

Был хәбәрҙәрҙең яртыһынан күбеһен Тим ҡолағына ла элмәне. Уның башы ҡайнап киткәйне. Әгәр ҙә сауҙа мотлаҡ рәүештә шундай әшәке эшкә әйләнеп китә икән, ни өсөн Афғанстан һәм Көньяҡ Америка менән сауҙа итергә? Уның инде барондың батшалығын мираҫ итеп алырға бер теләге лә ҡалмағайны. Унда сауҙаға, сауҙа килешеүҙәренә, ғөмүмән, төрлө «эштәргә» ерәнеү тойғоһо яралды. Шуға күрә болоҡһоп һәм әсенеп үҙенең шәхси «эше» — һатылған көлөүе хаҡында уйланы.

Барон Тимдан үҙҙәренең тыҡрығында маргаринды нисек файҙаланғандары тураһында һөйләп биреүен һораны. Малай хәбәрен тамамлағас, ултырыштар залында бер аҙға тынлыҡ урынлашты.

— Беҙ ысынлап маргаринға үтә аҙ иғтибар биргәнбеҙ, — тип мығырҙаны мистер Пенни.

— Ә бит беҙҙең концерн, — тип өҫтәне синьор ван дер Толен, — ярлы халыҡ мохтаж булған ваҡ-төйәктәр арҡаһында шундай бөйөклөк ҡаҙанды һәм байлыҡҡа эйә булды. Ә бына маргаринды беҙ күҙ уңынан бөтөнләй ысҡындырғанбыҙ. Был ғәфү итмәҫлек хата! Инде эште бөтөнләй башҡаса ойошторорға кәрәк булыр!

Тим бер аҙ тыныслана төштө. Уйланып ултыра бирҙе лә:

— Мине гел генә бер нәмә рәнйетә торғайны: ҡиммәтле май матур итеп ҡурғаш ҡағыҙға төрөлгән була, ә беҙҙең маргаринды мискәнән ҡалаҡ менән соҡоп алып, арлы-бирле арзан ҡағыҙға төрәләр ҙә тотторалар. Ә беҙ ярлы кешеләргә маргаринды матур төргәктә һата алмайбыҙмы? Быға беҙҙең аҡсабыҙ етә бит! — тип ҡуйҙы.

Дүрт әфәнде лә, аптырауҙан күҙҙәрен ҙур асып, Тимға текләне. Шунан ҡапыл, бөтәһе бер юлы, баштарын артҡа ташлап, шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

— Талер әфәнде, һеҙ бит ҙур табыш! — тип ҡысҡырҙы мистер Пенни. 

— Мәсьәләнең яуабы беҙҙең танау аҫтында ғына булған, ә беҙ уны күрмәгәнбеҙ! — тип көлә-көлә уға ҡушылды барон.

Хатта синьор ван дер Толен да, урынынан һикереп тороп, ниндәйҙер ғәжәйеп йәнлекте күргән һымаҡ, Тимға төбәлде.

Бары Селек Бай ҡарт ҡына тыныс ҡалды. Шуға күрә Тим уға мөрәжәғәт итеп, әфәнделәрҙең уның тәҡдимендә иҫ китерлек нимә тапҡандары тураһында һораны.

— Йәш дуҫым минең, — тине ҡарт тантаналы тауыш менән, — һеҙ яңы ғына асыш яһанығыҙ. Һеҙ сортлы маргарин уйлап таптығыҙ!

Егерме дүртенсе бит. ОНОТОЛҒАН ТЫУҒАН КӨН

Нимә ул сортлы маргарин, ҡайһы яғы менән отошло — Тим артабан яйлап ҡына төшөнә башланы, сөнки замокта тик шул хаҡта ғына һүҙ барҙы. Хатта хеҙмәтселәр ҙә ғәрәп һәм ҡурд телдәрендә маргарин тураһында шыбырҙаша һымаҡ ине.

Барон Натйаш акционерҙар йәмғиәтенең проектына ярашлы, сортлы маргарин баҙарға күңелгә ятышлы исем менән матур төргәктә сығарылырға тейеш ине. Был маргаринды һатыуға сығарыуҙың планы хас та хәрби походҡа йыйынғандағы һымаҡ тәфсилләп әҙерләнде. Фирма маргарин сығарыусы күҙгә эленерлек барлыҡ фабрикаларҙы йәшерен рәүештә һатып ала башланы; лабораторияларҙа маргариндың бөтә сорттары ла ентекләп тикшерелде. Иң яҡшы сорт фирманың бөтә фабрикаларында ла етештерелергә тейеш ине. Шуға тиклем уны етештереүҙең иң төшөмлө ысулын табыу бурысы ҡуйылды. Ә хужабикәләрҙе ҡиммәтле май урынына «шундай уҡ тип әйтерлек файҙалы, әммә күпкә арзаныраҡ» сортлы маргарин һатып алырға ышандырыу өсөн ҡеүәтле рекламаға әҙерлек башланды. Шул рәүешле исемһеҙ, насар маргарин баҙарҙан үҙенән-үҙе ҡыҫырыҡлап сығарыласаҡ ине.

Башҡа берәй фирма юлды киҫеп ҡуймаһын өсөн, әҙерлекте мөмкин тиклем тиҙерәк һәм йәшерен үткәрергә кәрәк тип табылды. Был ике көн эсендә Европаның барлыҡ ҙур ҡалалары менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып барылды, телеграммалар ебәрелде һәм алынды. Әленән-әле самолет берәй әфәндене алып килә; ул барон һәм советтың ҡалған өс ағзаһы менән бер нисә сәғәткә кәңәшмәләр залында бикләнә, шунан һуң көнөндә үк кире осоп ҡайтып китә.

Был мәшәҡәттәрҙән азат булған Тимдың буш ваҡыты күбәйҙе. Ярты көнөн малай ҡасандыр бейек каштан ағасы күләгәһендә ҡул ҡуйған мәкерле килешеүҙе ҡабат-ҡабат уҡып үҙенең бүлмәһендә үткәрҙе. Ул ваҡытта ни тиклем бәләкәй, ни тиклем алйот булған! Юҡ, ул көлөүен кире ҡайтарып алыуҙың бер юлын да күрмәй, бер ниндәй ысулын да тапмай ине. Баш китерлек сауҙа мутлашыуҙары тураһында туҡтауһыҙ алып барылған һөйләшеүҙәр бөтөнләй башын бутағайны. Шуға күрә ул юғалтҡан көлөүенә илткән ябай һәм ҡыҫҡа юлды күрерлек хәлдә түгел ине. Әммә уның Гамбургтағы өс дуҫы был юлды тапҡайны, ә бер ғәжәп ваҡиға Тимға улар менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итте.

Тимдың бүлмәһендәге бәләкәй телефон шылтыраны. Тим трубканы алғайны, алыҫтан бер тауыш:

— Был Гамбургтан шылтыраталар! Телефонда кем? Баронмы? — тип һораны.

Бер генә минутҡа Тим телен йотҡандай булды. Шунан ул:

— Рикерт әфәнде, был һеҙме? Был мин, Тим! — тип ҡысҡырҙы.

Алыҫ тауыш көслөрәк һәм асығыраҡ ишетелде:

— Эйе, был мин! Йә Хоҙа, балаҡай, ҡайһылай уңай килеп сыҡты! Крешимир менән Джонни миндә булып китте. Крешимир белә…

Әммә Тим Рикерт әфәндегә әйтеп бөтөргә ирек бирмәне. Ул:

— Джонниға сәләм әйтегеҙ, Рикерт әфәнде! Крешимирға ла! Әсәйегеҙгә лә! Һәм, зинһар өсөн, уйлағыҙ әле…

Тимдың яурыны аша һуҙылған ҡул телефондың рычагына баҫты. Бәйләнеш өҙөлдө. Тим, ҡурҡышынан ағарынып, артына боролдо. Шатлыҡтан һәм тулҡынланыуҙан Тим барондың ингәнен ишетмәгәйне.

— Һеҙгә үҙегеҙҙең иҫке дуҫтарығыҙҙы оноторға тура килер, Талер әфәнде, — тине Натйаш. — Оҙаҡламай һеҙ тойғолар түгел, ә һандар идара итәсәк батшалыҡты мираҫ итеп аласаҡһығыҙ.

Тим: «Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын, барон», — тип әйтергә йыйынғайны. Хәҙер ул шулай тип йыш ҡабатлай ине. Ләкин был юлы үҙен ҡулға алырлыҡ көс тапманы. Телефон торған өҫтәл өҫтөнә һығылып төштө лә, башын ҡулына һалып, әсенеп илап ебәрҙе. Ҡайҙалыр алыҫта кемдеңдер:

— Малай менән яңғыҙымды ҡалдырығыҙ, барон! — тигәне ҡолағына салынды.

Аяҡ тауыштары ишетелде, ишек шапылдап ябылды. Ниһайәт, бөтәһе лә тынды. Бары тик Тимдың үкһеп-үкһеп илағаны ғына яңғыраны.

Селек Бай ҡарт шым ғына бүлмә буйлап ишекле-түрле йөрөнө. Шунан тәҙрә төбөнә ултырҙы ла, малайҙың илап туйғанын сабыр ғына көттө.

Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң ул:

— Был аяуһыҙ мираҫ өсөн һеҙ үтә йомшаҡһығыҙ кеүек тойола миңә, — тип ҡуйҙы.

Тим тағы бер тапҡыр һулҡылданы ла курткаһының өҫкө кеҫәһенән сығып торған ап-аҡ ҡулъяулыҡ менән күҙ йәштәрен һөрткәндән һуң:

— Миңә бер ниндәй ҙә мираҫ кәрәкмәй, Селек Бай! — тип яуапланы.

— Улай булғас, һиңә нимә кәрәк һуң, балаҡай?

Кемдеңдер үҙенә «һин» тип өндәшкәненән генә лә Тимға шул тиклем рәхәт булып китте. Уның Селек Байға һатылған көлөүе тураһында һөйләп биргеһе килде. Тик ул осраҡта көлөүен бөтөнләйгә юғалтыр ине. Шуға күрә бер нәмә лә өндәшмәне.

— Ярар, — тип мығырҙаны ҡарт. — Барондың серҙәре күп, уларҙың береһе — һин. Был бик ҡурҡыныс сер, ахыры.

Тим йәнә бер нәмә лә өндәшмәй генә баш ҡаҡты. Селек Бай һүҙҙе икенсегә борҙо һәм малайға үҙенең был бай акционерҙар йәмғиәтендә етәкселәрҙең береһе булып китеү тарихын һөйләп бирҙе.

— Азиялағы сауҙа эштәре өсөн уларға берәй абруйлы кеше кәрәк булған. Әгәр мосолманды алһалар, был Буддаға табынған илдәрҙә ризаһыҙлыҡ уятыр ине. Ә уларҙың береһен алһалар, мосолмандар үпкәләр ине. Шуға күрә миндә туҡталдылар. Беҙ, ҡояшҡа табыныусыларҙы, сәйергә һанаһалар ҙа, күңелебеҙ киң булған өсөн ихтирам итәләр. Барон был замокты минең арҡала һатып алды.

— Концерндың күп эштәре һеҙгә оҡшамай бит һуң, — тине Тим. — Шулай булғас, ниңә һеҙ унда эшләргә риза булдығыҙ?

— Мин уларға бер шарт ҡуйҙым: хәл иткес тауышҡа хоҡуҡ биреүсе акциялар һораным. Ышана алаһыңмы, юҡмы, балаҡай, улар бит риза булды! Мин бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә лә ҡатнашам, ҡайһы берҙә нимәнелер үҙгәртеп ебәреүгә лә өлгәшәм. Хәйер, бик йыш түгел. Бынан тыш… — Селек Бай хәйләкәр йылмайҙы, хихылдап алды, шунан бышылдап ҡына дауам итте: — Бынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең табышынан минең өлөшөмә тейгән миллиондарҙы мин был йәмғиәт менән көрәшеү өсөн файҙаланам. Көньяҡ Америкала беҙ президент итеп ултыртҡан теге кеше үлтереүсе ҡараҡты иртәме-һуңмы тәхетенән бәреп төшөрәсәк ғәскәрҙе үҙ аҡсама тотам. Ә Афғанстанда…

Шул саҡ ишек туҡылдаттылар. Селек Бай шымды.

— Асырғамы? — тип һораны Тим әкрен генә тауыш менән.

Ҡарт баш ҡаҡты. Малай ишекте асыу менән бүлмәгә тулҡынланған мистер Пенни атылып килеп инде. Быға тиклем Тим уның һәр саҡ тыныс һәм олпат булыуын күреп өйрәнгәйне.

— Был нимә… был шайтаным … был йүнһеҙ… был, нисек әйтергә?…

— Инглизсә һөйләгеҙ, — тине Селек Бай, — мин малайға тәржемә итермен.

Инде мистер Пенни бөтә һүҙ байлығын инглиз телендә түгә башланы. Шунан, шып туҡтап, Тимға күрһәтте лә Селек Байға ҡарап:

— Зинһар, уға тәржемә ит, — тине.

Әммә ҡарт иң тәүҙә тынысланырға һәм ултырырға тәҡдим итте. Мистер Пенни хәлһеҙләнеп бәүелтмәккә барып ултырғас, Тимға:

— Барон яңы ғына Рикертты беҙҙең Гамбургтағы пароходлыҡтың директоры вазифаһынан бушатҡан. Ә мистер Пенни, был пароходлыҡ акцияларының күпселек өлөшөнә эйә булғанлыҡтан, уны эштән ебәреүгә ҡаршы. Рикерт әфәндене Гамбургта бик яраталар, шул арҡала ҙур ғауға ҡубыуы ихтимал тип иҫәпләй. Мистер Пенни Рикерт әфәнденең эштән ҡыуылыуына һеҙ ғәйепле, тип иҫәпләй.

— Мин ғәйепле? — тип аптырап һораны ап-аҡ булып киткән Тим.

— Йес, эйе, һеҙҙең ғәйеп! — мистер Пенни урынынан һикереп торҙо. — Барон… э… нисек әле… э… барон… э… барон… ул әйтә…

Тим Рикерт әфәнденең эштән бушатылыуы телефондан һөйләшеүгә бәйләнгәнен үҙе лә аңлай ине. Әммә барондың ғәйепте уға япһарғаны ҡот осҡос оятһыҙлыҡ. Кем-кем, ә Тимдың Рикерт әфәнденең эштән ҡыуылыуын бер нисек тә теләүе мөмкин түгел. Селек Бай юл ыңғайында мистер Пенниға:

— Йәш кеше менән аҙыраҡ немец телендә аралаша тороғоҙ. Был һеҙгә яй һәм тыныс һөйләргә ярҙам итер, — тине лә ишеккә йүнәлде һәм сығып та китте.

Мистер Пенни, бәүелтмәктән тороп, тәҙрә янындағы бығаса Селек Бай ултырған эскәмйәгә лап итеп йығылды ла:

— Мин быны аңлай алмайт! — тип ыңғырашты.

Башта Тим уға, барон һеҙҙе алдаған, тип аңлатып бирергә уйлағайны. Тик хәтеренә синьор ван дер Толен менән булған һөйләшеү килеп төштө. Ул был хаҡта һаман уйланып йөрөй ине. Әле зиһенендә шуға бәйле бер фекер төйнәлде.

— Мистер Пенни, — тине ул, — егерме бер йәшем тулғас, минең хәл иткес тауышҡа эйә булған бик күп акцияларҙы мираҫ итеп аласағымды һеҙ, әлбиттә, беләһегеҙ?

— Йес, — тип бурҡылданы мистер Пенни мөйөштән.

— Мин бәлиғ булыу менән һеҙгә был акцияларҙы тапшырам, тигән килешеү төҙөшһәк, һеҙ әле миңә Гамбург пароходлығының акцияларын бирергә риза булыр инегеҙме?

Мистер Пенни мөйөштә ҡымшанмай ҙа ултыра бирҙе, бары күҙҙәрен генә ҡыҫа төштө. Тим уның ауыр һулыш алғанын ишетте. Ниһайәт, коммерсант ҡарлыҡҡан тауыш менән:

— Был берәй мутлыҡ түгелме, Талер әфәнде? — тип һораны.

— Юҡ, мистер Пенни. Мин быны һеҙгә ихлас тәҡдим итәм.

— Улай булһа, ишекте бикләгеҙ.

Тим ишекте бикләне лә мистер Пенни менән килешеү төҙөнө. Был килешеүҙе Натйаш менән төҙөшкән контракт кеүек үк ҡаты сер итеп һаҡларға кәрәк ине. Тик йәл, пароходлыҡтың акцияларына хужа булыу хоҡуғын Тим закон буйынса бары тик бер йылдан ғына аласаҡ. Хәйер, былай яҡшыраҡ та ине, буғай. Һис юғында, Тим артабан төнө буйы йоҡламайынса төҙөгән пландар өсөн был бик ҡулай ине.

Был иҫ китмәле хәтәр пландар ине! Тим Селек Бай ярҙамында барон Натйаштың акционер ойошмаһын — донъялағы иң бай һәм иң ҡеүәтле концернды — стенаға терәтергә булды. Ул саҡта баронға Тимдың көлөүен кире ҡайтарып биреүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ. Юғиһә, ул күҙ асып йомған арала үҙенең бөтә хакимлығын һәм байлығын юғалтасаҡ.

Әлбиттә, был торғаны бер дыуамаллыҡ ине. Хатта Селек Бай унда ҡатнашырға ризалыҡ биргән хәлдә лә, был пландың уңышһыҙлыҡҡа дусар буласағы көн кеүек асыҡ. Тим, эре сауҙа килешеүҙәре донъяһына әле яңы ғына килеп ингәнлектән, бындай концерндың мөмкинлектәрен һәм бәйләнештәрен күҙ алдына килтерә лә, баһалай ҙа алмай. Шулай уҡ ул үҙе эш иткән әфәнделәрҙең ни тиклем ҡурҡыныс икәнен белмәй. Уларҙың һәр береһе, әгәр ҙә фирманы бөлгөнлөккә төшөүҙән ҡотҡарырға кәрәк булһа, уйлап та тормайынса, үҙҙәренең ҡатындарын һәм балаларын хәйерселеккә ырғытырға әҙер. Тим уларҙың аяуһыҙлығын, ныҡышлығын, йылғырлығын баһалап бөтмәй һәм бөтмәйәсәк тә. Сөнки быны төшөнөү өсөн үҙеңә уларҙың береһе булырға кәрәк.

Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Тим үтә йәш һәм тәжрибәһеҙ. Ә уның көлөүен ябай һәм еңел юл — бары бер нисә генә һүҙ ярҙамында ҡайтарып булыр ине. Тик гел генә барон янында булғанлыҡтан, ул бөтә ябай нәмәләрҙе онотоп бара һәм ундай мөмкинлектең барлығы башына ла килмәй ине. Иртәнге сәғәт дүрттәр тирәһендә әле һаман йоҡлап китә алмаған Тим мистер Пенни менән төҙөшкән килешеүен ҡабат уҡып сыҡты. Ҡул ҡуйышҡан көнгә иғтибар итте: «Утыҙынсы сентябрь», — тип яҙылғайны. Уның тыуған көнө.

Тимға ун биш йәш тулды. Уның йәшендәге малайҙар бәлеш ашай, уйнай-көлә торған көн Тим өсөн йәшерен килешеүҙәр, мәкерле ниәттәр көнө булды. Әле генә береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ ниәттәр менән янған фетнәсе тағы йылмая белмәгән бойоҡ малайға әйләнде. Тим бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелеп, илап ебәрҙе. Бер аҙҙан ул ойоп китте һәм ҡаты йоҡоға талды.

Егерме бишенсе бит. ҠЫҘЫЛ ПАВИЛЬОНДА

Замок ҡаты көн тәртибе буйынса йәшәй. Теп-теүәл иртәнге һигеҙҙә ишеккә шаҡылдаталар. Яғымлы хеҙмәтсе малай — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тим уның менән бер-ике ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшә белмәй, — рөхсәт көтөп тормайынса инә лә, тәҙрә пәрҙәләрен асып ебәрә. Шунан ул ҡомған менән йылы һыу алып инеп, йыуынғысҡа һала.

Йыуынып кейенгәндән һуң, Тим ҡыңғырауҙың бауын тарта. Был юлы, иртәнге аш һалынған батмус тотоп, хеҙмәтсе тағы инә. Ул бәләкәй өҫтәлде тәҙрәгә табан күсерә, унда һауыт-һаба теҙә, сынаяҡҡа какао ҡоя, шәкәр менән ҡуйы һөт өҫтәй ҙә, ҡулын ултырғыстың һөйәнгесенә һалып, Тимды көтә. Малай өҫтәл янына килгәс, ултырғысты күсереп ҡуя ла шым ғына сығып китә.

Тәүге көндө хеҙмәтсе Тимға матур итеп йылмайғайны. Ләкин икенсе көндән алып инде ул бер тапҡыр ҙа йылмайманы. Тимдың башына төшкән бәләне белгән һымаҡ, уның йөҙө һәр ваҡыт бойоҡ ине.

Тим хеҙмәтсенең хәстәрлеген өндәшмәй генә ҡабул итте. Был малай уға оҡшай, уның үҙенә һәйбәт мөнәсәбәттә булғанын да тоя, әммә иртәнге сәй үтеп, бүлмәлә бер үҙе ҡалғанда уға рәхәтерәк ине.

Йоҡоһоҙ төндән һуң, уға иртәнсәк тороуы ныҡ ҡыйын булды. Етмәһә, бүлмәлә ғәҙәттәгенән ҡараңғыраҡ: тышта ҡойоп ямғыр яуғаны ишетелә. Ләкин Тим шунда уҡ торҙо, йыуынды, кейенде. Баронды бөтә ерҙә лә оҙатып йөрөп, ул үҙ-үҙенә хужа булырға, тәртипкә һәм йыйнаҡлыҡҡа күнеккәйне инде.

Иртәнге аш ваҡытында Тим тәҙрәгә ҡарап ултырҙы; уға бынан замокҡа менә торған баҫҡыстың бер өлөшө яҡшы күренә. Төрлө төҫтәге эттәр ямғыр аҫтында ялтырашып ултыра. Шуға ҡарамаҫтан, күшегеп ҡатып ҡалған мәхлүктәр ҡыҙғаныс һәм ярҙамһыҙ һымаҡ. Әгәр ҙә йәнә көлә белгән малайға әйләнмәһә, тиҙҙән үҙе лә шул эттәргә оҡшар кеүек тойолдо Тимға.

Телефон шылтыраны. Трубкала барондың тауышы яңғыраны. Ул Тимды сәғәт бишкә Ҡыҙыл павильонға сәйгә саҡырҙы.

— Яҡшы, барон! — тип яуап ҡайтарҙы Тим, иртәнге тамағын бүлмәй генә.

Был саҡырыуҙың төп сәбәбе ниҙә булыуы тураһында уйланы. Бөгөнгә тиклем барон Тим менән һөйләшергә теләһә, башняға күтәрелә лә бүлмәһенә үҙе килә торғайны. Тимәк, павильонда осрашыуҙың ниндәйҙер маҡсаты бар.

Бына теп-теүәл көндөҙгө берҙә башлана торған төшкө ашҡа саҡырған ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Тим, ғәҙәттәгесә, бормалы баҫҡыс буйлап беренсе ҡатҡа төштө. Табындағы урыны барон янында ине. Шуға ҡарамаҫтан, Натйаш уға сәйгә саҡырыу тураһында бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Был юлы замокҡа һәр ваҡыт төшкө аштан һуң ғына килә торған Селек Бай ҙа өҫтәл артында ултыра ине. Иртәнсәк ниндәйҙер үтә мөһим кәңәшмә булған, ахыры. Әммә табындағы әфәнделәр был хаҡта ләм-мим һүҙ әйтмәне. Ғөмүмән, Тим замокҡа килгәндән алып, был иң өнһөҙ табын булды, ахыры.

Төштән һуң һәр кем ваҡытты, ғәҙәттә, үҙе теләгәнсә үткәрә. Тим был сәғәттәрҙә йышыраҡ китап уҡый — уның бүлмәһендә ҙур булмаған китапхана бар. Малай иң аҫҡы кәштәләге ҡыҙғылт-көрән тышлыҡлы китаптарҙы айырыуса ярата. Чарлз Диккенстың бөлгөнлөккә төшкән ярлы балалар тураһындағы йән әрнеткес романдарын Тим, фрау Беберҙың ҡаластары һымаҡ, ҡомһоҙланып йота, тик һәр ваҡыт аҙағы һәйбәт бөтөүенән ҡурҡа. Өс романды ул уҡып бөтмәне, сөнки бәхетле тамамланасағын һиҙеп ҡалғайны.

Бөгөнгө ямғырлы көн моңһоу китаптар уҡыр өсөн айырыуса ҡулай. Ләкин Тимдың был юлы күңеле тартманы. Ул тәҙрә янындағы эскәмйәгә ултырып алды ла алыҫҡа — өҫтөнә бер туҡтауһыҙ ямғыр ҡойған ҡырҙарға текләп, үҙенең төндә ҡорған ниәттәрен иҫенә төшөрөргә маташты. Әммә башы тубал кеүек ине — бер нимә лә уйлай алманы. Төшөнкө кәйеф менән ямғырға, баҫҡыста ултырған еүеш таш эттәргә, ишәк егелгән көплө арбаға — ул һәр көн төштән һуң замокҡа аҙыҡ-түлек килтерә — ҡарап ултыра бирҙе.

Ун биш минуттан биш тула тигәндә бүлмәгә, ҡулсатыр тотоп, йәш хеҙмәтсе килеп инде. Уның йөҙөнән Тимды Ҡыҙыл павильонға оҙатып барырға йыйынғаны аңлашылды. Ләкин Тим ҡулсатырҙы алды ла, ишаралап, бер үҙе генә барырға йыйынғанын белдерҙе. Шунан, Афина баҙарында һатып алған плащын кейеп, бүлмәнән сыҡты.

Бормалы баҫҡыстың иң юғары күтәрмәһендә Селек Бай осраны. Ул Тимдың ҡулын ҡыҫҡан булды, шул арала йәшереп авторучка йомдорҙо. Эргә-тирәлә бер кемдең дә күренмәүенә ҡарамаҫтан, ҡарт бик һаҡ ҡыланды. Ул Тимға:

— Ҡултамғаңды ошоноң менән ҡуй! — тип бышылданы.

Тим һорау биреп өлгөргәнгә тиклем, ҡарт юҡҡа сыҡҡайны инде. Малай, авторучканы кеҫәһенә тығып, баҫҡыстан төштө лә, бейек зал аша ҡарт хеҙмәтсе алдында шар асып ҡуйған ҙур ишеккә ҡарай атланы. Ямғыр аҫтына табан бер аҙым баҫып та өлгөрмәне, кемдер уға:

— Бер генә минутҡа, Талер әфәнде! — тип өндәште.

Колонна артынан синьор ван дер Толен килеп сыҡты. Ул өлкән йәштәге хеҙмәтсегә китергә ишараланы, шунан һуң:

— Минең тәҡдимем хаҡында уйланығыҙмы, Талер әфәнде? Һеҙ миңә хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларығыҙҙы бирергә вәғәҙә итәһегеҙ, ә мин һеҙгә ҙур бер предприятиены бүләк итәм. Һеҙ ризамы?

Тим: «Ә мин мистер Пенни менән килешеү төҙөнөм инде», — тип саҡ әйтеп ысҡындырманы. Әммә был бойоҡ ямғырлы көндөң, исмаһам, бер ыңғай яғы бар — ул ҡыҙыулыҡты һүрелдерә икән. Шуға күрә яуап ҡайтарыр алдынан Тим уйлап өлгөрҙө.

— Мин һеҙҙең менән ундай килешеү төҙөй алмайым, синьор ван дер Толен.

Коммерсанттың йөҙө боҙолоп китте. Әммә ул:

— Йәл, — тип әйтеү менән сикләнде. Китергә боролған еренән туҡтаны ла:

— Һеҙ, һис юғында, маргарин мәсьәләһендә беҙҙең пландарға аяҡ салмаҫһығыҙ, тип өмөтләнәм, Талер әфәнде, — тине.

Был осрашыуҙар араһында ниндәйҙер бәйләнеш бармы-юҡмы — Тим бына шуны аңлай алманы. Башта Селек Байҙың серле авторучкаһы, унан үҙенең маргарин тураһындағы аңлайышһыҙ ишараһы менән синьор ван дер Толен.

«Инде миңә мистер Пенни менән осрашыу ғына етмәгәйне», — тип уйланы Тим.

Һәм мистер Пенни үҙен көттөрмәне.

Тим, ҡулсатырын күтәреп, киң баҫҡыстан аҫҡа төшә башлағайны, ҡулсатыр аҫтына сумған мистер Пенниҙың ямғыр һыуы йыуған таш эт эргәһендә торғанын күрҙе.

— Әйтә күрмәйт, зинһар, беҙҙең бәләкәй контракт естердей, — тине ул Тимға. — Мин айтмаксы: «кисәге».

— Мин быны хәтеремә һалып ҡуйырмын, — тип яуап ҡайтарҙы Тим. Был һүҙҙәрҙе һуңғы осорҙа ул йыш ҡабатлай ине.

Мистер Пенниҙың тағы ла нимә хаҡындалыр һөйләшкеһе килә ине, ахыры. Әммә ул баҙнатын йыя алманы, баш ҡағып ҡына хушлашты ла, баҫҡыс буйлап өҫкә менеп китте.

Тим аптырауға ҡалды. Уларҙың үҙҙәрен тотошона ҡарағанда, барон менән буласаҡ осрашыу акционерҙар йәмғиәтенең бөтә ағзалары өсөн дә үтә ҙур әһәмиәткә эйә булырға тейештер. Юғиһә, ни өсөн уны юлда бер-бер артлы туҡтатып, шундай сәйер һөйләшеүҙәр алып барырға? Тәрән уйға батып, Тим павильонға йүнәлде.

Ҡыҙыл павильон парктың урталағы террасаһында урынлашҡайны. Моғайын, ул көмбәҙенә ҡуйылған ут-ҡыҙыл әтәс арҡаһында шулай аталғандыр, сөнки үҙе ҡыҙыл түгел, ә ап-аҡ төҫтә ине. Төрлөсә рәүеш биреп ҡырҡылған ҡыуаҡтар һәм ағастар көтмәгәндә ямғыр аҫтында тороп ҡалған һәм өшөүҙән көшмөрәп төшкән ҡупшы әфәнделәргә оҡшаған. Тим павильонға илткән аллея буйлап ашыға-ашыға атланы. Барон уны яртылаш асылған быяла ишек янында көтөп тора ине инде.

— Һеҙ өс минутҡа һуңланығыҙ, — тине ул. — Һеҙҙе тотҡарланылармы?

— Эйе, — тип яуапланы Тим. Барон башҡа һорашып торманы. Павильондың түңәрәк холы һары һәм асыҡ-көрән төҫтәге ебәк тышлы еңел мебель менән йыһазландырылған. Хеҙмәтсе ҡатын урыҫ самауырынан сынаяҡтарға сәй яһаны ла китергә йыйынды. Әммә Тим уның ҡулсатыры юҡ икәнен абайлап:

— Туҡтағыҙ әле, зинһар, бер генә минутҡа! — тип өндәште.

Ҡатын боролғас, уға үҙенең ҡулсатырын һуҙҙы. Хеҙмәтсе ҡатын ҡапыл ҡурҡып киткән кеүек булды. Ҡаушап, ул һораулы ҡарашын баронға төбәне. Ә тегеһе көлөп ебәрҙе лә ҡулсатыр менән бергә тиҙ генә юҡҡа сығырға ишараланы.

— Һеҙҙең ошондай ваҡ-төйәк иғтибарығыҙ кешеләргә тәрән тәьҫир яһай, Талер әфәнде. Шулай уҡ дауам итегеҙ, тик артыҡ шаштырып ташламағыҙ, билдәле бер сиктәрҙән үтмәгеҙ.

Барон Тимға плащын сисергә ярҙам итте, шунан, икәүләшеп, өҫтәл артына ултырҙылар.

— Беләһегеҙме, Талер әфәнде, — тине барон, — кешелек ике өлөшкә: ҡолдарға һәм хужаларға бүленә. Беҙҙең дәүерҙә был сикте юйып ташларға тырышалар-тырышыуын, әммә был бик хәүефле хәл. Уйлаған һәм әмер биргән кешеләр ҙә, был әмерҙәрҙе һис уйлап тормайынса үтәгән кешеләр ҙә мотлаҡ булырға тейеш.

Тим, яуап ҡайтарырҙан алда, тыныс ҡына сәйен эсеп ҡуйҙы.

— Мин әле бәләкәй генә инем, барон, атайым миңә бер ваҡыт: «Ҡолдар һәм хакимдар тураһындағы әкиәткә ышанма, улым. Аҡыллы кешеләр бар һәм алйот кешеләр бар — бына шул ғына. Әгәр ҙә алйотлоҡ игелекле түгел икән, һин уға екһенеп ҡара!» — тине. Ул саҡта мин быларҙы үҙемдең мәктәп дәфтәренә яҙып ҡуйғайным, шуға күрә һаман да иҫләйем.

— Һеҙҙең атайығыҙ мин әйткәндәрҙе бары тик икенсе һүҙҙәр менән әйтеп биргән, Талер әфәнде. Сөнки аҡыллылар — шул хакимдар, ә алйоттар — ҡолдар.

— Селек Бай миңә, — тип ҡаршы төштө Тим, — күп илдәрҙә осраҡлы рәүештә хаким ғаиләһендә тыуып үҫкән кеше артабан үҙе лә хаким була, тип һөйләгәйне.

— Тыуыу ул осраҡлылыҡ түгел, — тип мығырҙаны Натйаш, төҫө боҙолоп. — Өҫтәүенә, Талер әфәнде, Селек Бай — коммунист, тик ул үҙе был турала белмәй. Тик мин Көньяҡ Америкала беҙ ултыртҡан президентты ҡолатырға тейеш булған армияны тотоу өсөн уның күпме аҡса түккәнен беләм бит. Бынан тыш, миңә уның Афғанстанда ҡайраҡсыларҙы беҙ тәғәйенләгән Рамаҙуллаға һөстөрөргә йыйынғаны ла билдәле.

— Һеҙ хатта ул хаҡта ла беләһегеҙме?

Тимдың аптырауы йөҙөнә сыҡты. Быны күреп, барон рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.

— Мин һеҙ уйлағанға ҡарағанда күпкә артығыраҡ беләм! — тине ул көлөп. — Мин хатта һеҙҙең мистер Пенни менән килешеүегеҙ хаҡында ла беләм, Талер әфәнде. Синьор ван дер Толендың һеҙгә нимә тәҡдим иткәнен дә фараз итәм.

Тим сәйгә сәсәп китте. Натйаш кешенең уйҙарын уҡый беләме икән әллә?

Әммә барондың бөтә нәмә тураһында ла хәбәрҙар булыуының сәбәбе бик ябай булып сыҡты. Был хаҡта ул Тимға үҙе һөйләп бирҙе:

— Замоктағы һәр бер хеҙмәтсе минең өсөн шымсы вазифаһын да үтәй. Һеҙ үҙегеҙҙең өҫтәлегеҙҙә әле яңы киптергес ҡағыҙы ятҡанына иғтибар итмәнегеҙме?

— Юҡ.

— Ә ундай ваҡ-төйәккә һәр саҡ иғтибар итергә кәрәк. Әгәр һеҙҙең элекке киптергесегеҙҙе көҙгө алдында тотһаң, унда мистер Пенни менән төҙөгән килешеүегеҙҙе еңел генә уҡырға була.

Ошо минутта Тим «эш» йәһәтенән баронды бер ваҡытта ла ҡыуып етә алмаясағын төшөндө. Үткән төндәге ниәттәре һәм хыялдары сынаяҡ өҫтөндәге быу һымаҡ таралды. Ул үҙенең көлөүе өсөн алып барған көрәштең сираттағы турында ла еңелде.

— Селек Бай менән мистер Пенниға ҡарата берәй сара күрергә йыйынаһығыҙмы, барон?

Барон тағы көлдө:

— Юҡ, ҡәҙерлем. Миңә барыһы хаҡында ла белеп тороуым етә. Әлбиттә, уларҙың ниәттәрен белгәс, бер ни тиклем күңелем ҡырылды. Тик мин һеҙҙең көлөүегеҙҙе барлыҡ көйөнөстәрҙе үтә етди ҡабул итмәҫ өсөн һатып алдым бит. Ул миңә еңеллек һәм азатлыҡ тойғоһо бирә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Талер әфәнде, мин һеҙҙең көлөүегеҙҙе бик файҙалы маҡсатта ҡулланам.

— Һеҙ донъялағы бөтә нәмәне лә файҙалы маҡсатта ҡулланаһығыҙ, ахыры, барон.

— Бары ике генә ташлама менән, Талер әфәнде! Минең картиналар менән ҡыҙыҡһыныуымдың файҙалы маҡсаты юҡ, шулай уҡ дин менән ҡыҙыҡһыныуым… Юҡ, — тип үҙен-үҙе бүлдерҙе ул, — дингә булған мөнәсәбәтемдең дә файҙалы маҡсаты бар икән.

Тим тиҙ генә әңгәмәне икенсе яҡҡа бороп ебәрергә ашыҡты — был юлы бүлмәлә ҡулайлы люстра юҡ ине бит.

— Ә минең мистер Пенни менән төҙөгән килешеүемә нимә буласаҡ?

— Быға килгәндә, Талер әфәнде, мистер Пенниҙың хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған акцияларҙы алыу-алмауы һеҙгә, йәғни егерме бер йәшегеҙ тулғас, һеҙҙең минең байлығымды, шул иҫәптән ул акцияларҙы ла, мираҫ итеп алыу-алмауығыҙға бәйләнгән. Килешеүҙең башҡа пункттары, әлбиттә, үҙ көсөндә ҡала. Бөгөнгө көндән алып һанағанда теп-теүәл бер йылдан Гамбург пароходлығының күпселек акциялары һеҙҙеке буласаҡ. Һеҙ, моғайын, Рикерт әфәндене вазифаһына кире ҡайтарып, уның тапалған намыҫын ҡотҡарырға теләр инегеҙ, шулаймы?

— Эйе, — тип тураһын әйтте Тим.

— Яҡшы, ҡарап ҡарарбыҙ, бер йылдан уның һаман да иҫән-аман булырына өмөт тотайыҡ.

Натйаштың һуңғы һүҙҙәре Тимды хафаға һалды. Барондың теләһә ниндәй әшәкелеккә, хатта берәй юлын табып Рикерт әфәндене һәләк итергә лә һәләтле булыуында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Тимәк, Тимға Рикерт әфәнденең яҙмышын күңеленә бик үк яҡын алмағанын күрһәтергә кәрәк. Шуға күрә ул, аҡланған кеүегерәк:

— Рикерт әфәнденең эштән бушатылыуына беҙҙең саҡ ҡына телефондан һөйләшеп алыуыбыҙ сәбәп булғанға күрә, миңә уңайһыҙ ине. Мистер Пенни менән килешеүҙе мин шуның өсөн төҙөштөм, — тип аңлатты.

Натйаш бәләкәй генә бәллүр графиндан сәйенә ром ҡойҙо ла:

— Һеҙгә лә… бер генә йотом? — тип һораны.

Тим баш ҡаҡты. Барон уға ла ҡойҙо, шунан:

— Мин һеҙгә бер тәҡдим яһарға теләйем, Талер әфәнде. Бер йыл буйы Рикерт әфәнде һәм Гамбургтағы башҡа дуҫтарығыҙ менән бер ниндәй ҙә бәйләнеш тотмағыҙ. Ул саҡта мин Гамбург пароходлығының акциялары, ысынлап та, бер йылдан һеҙҙең ҡулға күсеүен хәстәрләрмен. Ризаһығыҙмы?

— Эйе, — тип яуап ҡайтарҙы Тим бер аҙ уйлағандан һуң. — Мин риза.

Ә эсенән генә ул: «Тағы бер йыл буйы көлөүһеҙ, әлбиттә, бик ҡыйын. Тик ғүмер буйы көлөүһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Бер йылға нисек тә сыҙарға кәрәк. Бәлки, уның аҙағында нисек баронды «төп башына» ултыртырға икәнен аңлармын. Әлбиттә, «эш» яғынан мин уның менән бер ваҡытта ла ярыша алмам, ә шулай ҙа, бәлки, йомшаҡ ерен табырмын, йә ул үҙен бөтөнләй ябай ғына берәй нәмәлә тотторор», — тип уйланы.

Тимдың уйҙарын аңлағандай, Натйаш:

— Мин һеҙгә, Талер әфәнде, был йылды Ер әйләнәһенә сәйәхәткә бағышларға тәҡдим итәм. Икәүләп сәфәргә фирма вәкилдәре булараҡ түгел, ябай кешеләр булып сығып китербеҙ. Был һеҙҙең тыуған көнөгөҙгә минең бүләгем. Әйткәндәй, саҡ ҡына һуңлабыраҡ булһа ла, минең ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итеп алығыҙ!

Натйаш сыңғырҙатып көлөп ебәрҙе һәм Тим уның һап-һалҡын ҡулының ҡағылыуын тойҙо.

— Ҙур рәхмәт, — тине Тим. Ул бер уртлам эҫе сәй эсеп ҡуйҙы.

— Ә һеҙ, Талер әфәнде, әле рулевой Джонниҙың ромын эскәнегеҙҙе беләһегеҙме?

— Нимә?

— Һеҙ Генуяла рулевойҙан отоп алған ике шешә ромды онотоп ҡалдырғанһығыҙ. Уларҙы ҡунаҡханаға килтергәйнеләр. Ә мин, һеҙ отошоғоҙ менән ләззәтләнә алһын өсөн, уны бында алып килергә бойорҙом. Ваҡ-төйәккә ҡарата мин ифрат иғтибарлы һәм талапсанмын.

Тим бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Үҙ алдына йәнә Джонниҙың мәҡәлен ҡабатланы: «Көлөргә өйрәт мине, рулевой!»

Натйаш уның уйын бүлдерҙе.

— Хәҙер эшкә күсәйек, Талер әфәнде! Маргарин тураһында һөйләшеп алайыҡ.

— Яҡшы, барон, эшкә күсәйек!

Егерме алтынсы бит. МАРГАРИН

Барон урынынан торҙо ла, ҡулын артҡа ҡуйып, павильон буйлап ишекле-түрле йөрөй башланы. Ул Тимға ҙур булмаған телмәр менән мөрәжәғәт итте:

— Беҙ етештерә башларға йыйынған сортлы маргариндың үҙенә тартып торған, иҫтә ҡалырлыҡ атамаһы булырға тейешлеге һеҙгә билдәле, Талер әфәнде. Был атама һатып алыусының хәтерендә уға таныш, яҡын нәмә менән бәйләнгән булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Атама һайлап, беҙ бик оҙаҡ кәңәшләштек, сөнки ул беҙҙең өсөн ғәҙәттән тыш әһәмиәткә эйә. Тауарҙың атамаһы уңышлы булһа — был саф табыш.

Тим баш ҡаҡты. Ул бының үҙенә ниндәй мөнәсәбәте барлығын һаман аңлап етә алмай ине әле.

— Бик күп төрлө атамаларҙы кире ҡаҡҡандан һуң, — барон һаман павильон буйлап тегеләй-былай йөрөүен дауам итте, — Селек Бай бер тәҡдим индерҙе һәм беҙ барыбыҙ бер тауыштан уны иң уңышлыһы тип таптыҡ. Әйтергә кәрәк, Селек Бай, ҡайһы бер сәйер ҡылыҡтары һәм идеяларына ҡарамаҫтан, беҙҙең өсөн ифрат файҙалы кеше. Хәйер, быныһы юл ыңғайында ғына әйтелгән һүҙ. Маргаринды ул нимә тип атарға тәҡдим иткәнен белгегеҙ киләме? «Тим Талер».

Натйаш туҡтаны ла, малайға ҡара күҙлеге өҫтөнән күҙ һалды. Ул хәҙер күҙлеген бер ваҡытта ла тиерлек сисмәй ине.

Тимдың йөҙө үҙгәрешһеҙ, тып-тыныс ҡалды. Ул Селек Байҙың тәҡдименә бөтөнләй битараф ҡалған һымаҡ булды, хатта аптырай төштө. Шунлыҡтан барон был тәҡдимдең файҙаһын һанап китте.

— Һеҙ шуны аңларға тейешһегеҙ, Талер әфәнде, донъяла әле бер ваҡытта ла, бер ерҙә лә сортлы маргариндың булғаны юҡ. Әгәр ҙә беҙ, бик яҡшы әҙерләнеп, һатып алыусыға көтмәгәндә киң ассортимент менән һөжүм итәбеҙ икән, бөтөн донъялағы маргарин баҙарына хужа буласаҡбыҙ. Ҡайһы бер Көньяҡ Америка илдәрендә хатта маргарин сауҙаһында монополияны ла һатып ала алырбыҙ, моғайын. Был, Талер әфәнде, һеҙҙең исемегеҙ бөтә донъя кешеләренең телендә буласағын аңлата. Нью-Йорктан Токиоға, Стокгольмдан Бағдадҡа тиклем. Аңлайһығыҙмы? Хатта иң төпкөл бер ярлы фарсы ауылындағы магазинда ла һеҙҙең исемде йөрөткән маргаринды һатасаҡтар. Бөтә урында ла һары ерлектәге зәңгәрлектә көлөп торған малайҙың — һеҙҙең — фотопортретығыҙ эленеп торасаҡ!

Ошо секундтан алып Тим ҡолағын ҡарпайтты.

— Көлә алмағас, мин нисек көлөрмөн һуң? — тип һораны ул шым ғына.

— Был инде икенсе мәсьәлә, Талер әфәнде. Оҙаҡламай мин уға күсермен. Ләкин башта иң төп мәсьәләне хәл итәйек: маргариндың атамаһы менән ризаһығыҙмы?

Тим бер аҙ яуап ҡайтармай торҙо.

Хәҙер ул ни өсөн акционерҙар йәмғиәтенә маргариндың шулай аталыуы ныҡ отошло икәнен аңланы. Ул — Тим Талер — күренекле бай вариҫ; уның исеме, портреты әленән-әле бөтә донъя гәзиттәрендә баҫылып тора. Тимәк, уның исемен маргарин данға күмергә тейеш түгел, ә уның инде күренекле булған исеме маргаринды данлауға хеҙмәт итергә тейеш.

— Миңә был мәсьәләне хәҙер үк хәл итергә кәрәкме, барон?

— Эйе, бөгөн, Талер әфәнде! Ошо павильонда! Маргарин һатыуға бер йылдан һуң ғына сығарылһа ла, иң мөһим ҡарарҙар яҡындағы көндәрҙә ҡабул ителергә тейеш. Баҙарға һөжүмде әҙерләү өсөн бихисап аҡса түгергә кәрәк буласаҡ бит. Әгәр ҙә уңышһыҙлыҡҡа осраһаҡ, беҙҙең акционерҙар йәмғиәтенең бөлгөнлөккә төшөүе бик ихтимал.

Тим ҡулын пинжәгенең кеҫәһенә тыҡты ла, Селек Байҙың авторучкаһын ҡапшаны. Натйаштың, акционерҙар йәмғиәтенең маргарин арҡаһында банкротҡа әйләнеүе мөмкин, тигән һүҙҙәре һаман да ҡолағында яңғырап тора ине. Бәлки, Селек Бай ошо авторучка ярҙамында йәмғиәткә бөлгөнлөккә төшөргә «ярҙам» итергә теләгәндер? Әгәр ҙә Селек Бай уның йәшерен союздашы булһа?

Уйға батҡан кеше булып, Тим кеҫәһенән авторучканы сығарҙы ла, кәрәк кенә мәлдә ҡул осонда булһын өсөн уның менән уйнай башланы.

Маргарин уның исеме менән аталыуҙан Тимға бер ниндәй ҙә зыян булмай. Әгәр ҙә Селек Бай уның яғында була ҡалһа, был бик ҙур уңыш. Тим Селек Байға ышанырға булды.

— Бөтә әфәнделәргә лә тапшырығыҙ, барон, мин риза!

Натйаш еңел һулап ҡуйҙы. Хәйер, ул былай ҙа тып-тыныс күренә ине.

— Улайһа, — тине ул, — һеҙгә тағы ла бер контрактҡа ҡул ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Бына ул!

Сынаяҡтарҙы ситкәрәк этеп ҡуйҙылар. Тимдың алдына ике данала контракт ҡағыҙы килеп ятты. Барон Тимдың, исмаһам, тексты уҡып сығыуын көткәйне. Ләкин малай, Натйаштың икенсе ручка тәҡдим итеп ҡуйыуынан ҡурҡып, шунда уҡ Селек Байҙың авторучкаһы менән үҙенең имзаһын ҡуя һалды.

Бынан һуң барон һәр бер биткә икешәр тапҡыр үҙе ҡул ҡуйып сыҡты: бер тапҡыр — акционерҙар йәмғиәте исеменән, икенсеһендә — Тимдың опекуны булараҡ. Тим быға иғтибар итмәне.

— «Тим Талер» маргарины өсөн эсеп ебәрәйек, Тим Талер!

Барон, буфеттан ике стакан алып, ром ҡойҙо. Стакандарҙы сылтыратып сәкәштерҙеләр. Тим бәхете өсөн эсәме, әллә бәхетһеҙлеге өсөнмө — үҙе лә белмәне. Был ромдың Джонниҙың шешәһенән булыуы уға ыңғай билдә булып күренде.

Барон Натйаш яңынан урынына ултырҙы ла «Тим Талер» маргаринының рекламаһын нисек күҙ алдына килтереүен һөйләй башланы:

— Беҙ барыһына ла тар тыҡрыҡтағы ярлы малайҙың барон күңелендә мәрхәмәт тойғоһо уятҡаны; тегеһенең уны бөтә байлығына вариҫ иткәне һәм нисек был малай тар тыҡрыҡтарҙағы ярлыларҙың икмәккә һәйбәт һәм арзан маргарин яғып ашауын хәстәрләгәне хаҡында һөйләйәсәкбеҙ.

— Был бит тулыһынса ялған! — тип асыуланып китте Тим.

— Һеҙ тап Селек Бай кеүек һөйләйһегеҙ. — Натйаш ауыр көрһөндө. — Реклама бер ваҡытта ла ялған булмай. Бөтә эш бында факттарҙы ҡайһы яҡлап яҡтыртыуҙан тора.

— Факттарҙы яҡтыртыуҙан?

Барон баш ҡаҡты.

— Күрәһегеҙме, Талер әфәнде, факттарға килгәндә, улар барыһы ла тап килә: һеҙ, ысынлап та, бала сағығыҙҙы тар тыҡрыҡта үткәрҙегеҙ; ысынлап та, барондың вариҫы булдығыҙ; хатта сортлы маргарин да — һеҙҙең идеяғыҙ. Эш бында ошо факттарҙы дөрөҫ яҡтыртыуҙан ғына тора. Һәм бына беҙҙең күңел ҡылдарын сиртә торған әкиәтебеҙ әҙер. Был бик яҡшы реклама. Конкуренттар асыуҙан шартлаясаҡ. Ошо яҡтан һеҙ тулыһынса беҙгә таяна алаһығыҙ, Талер әфәнде. Ә хәҙер һеҙҙең фотопортретығыҙ тураһында һөйләшһәк, яҡшыраҡ булыр.

— Көлөп торған малайҙың фотопортреты тураһындамы?

— Тап шулай, Талер әфәнде. Мин үҙем дә фотоға төшөрөү менән мауығам, шуға күрә был юлы көсөмдө һынап ҡарағым килә. Мин һеҙҙе фотоға үҙем төшөрәм. Бөтәһе лә әҙер инде.

Натйаш шаршауҙы бер яҡҡа тартып ҡуйҙы. Ни өсөндөр Тимға ошо минутҡа тиклем унда бәләкәс кенә кухнялыр кеүек ине. Баҡһаң, штативҡа беркетелгән фотоаппарат, ә уның эргәһендә — ултырғыс, ултырғыстың һөйәнгесенә туҙып бөткән малайҙар джемперы эленгән. Әммә бөтәһенән бигерәк Тимды ултырғыс артындағы ҙур стенд шаҡ ҡатырҙы. Был уның тыуған тыҡрығының олоғара фотоһүрәте ине. Тыҡрыҡтың урта өлөшөндә уның иҫке өйөнөң ишеге урынлашҡан. Бөтәһе лә нисек бар — шулай. Тим хатта күрше йорттоң стенаһында үҙе ҡасандыр биш марка аҡса йәшергән екте лә таныны. Уға борос, тмин һәм әнис еҫе борҡоп киткән һымаҡ тойолдо.

— Бынау джемперҙы кейегеҙ ҙә стенд алдына баҫығыҙ, Талер әфәнде! — тине Натйаш. Үҙе һаҡ ҡына тотоп, фотоаппаратты штативы менән бергә павильон уртаһына күсерҙе.

Тим барон ҡушҡандарҙың барыһын да төштәге кеүек үтәне. Элекке ваҡиғалар бер-бер артлы күҙ алдына килеп теҙелде. Атаһы. Үгәй әсәй. Ап-аҡ йөҙлө Эрвин. Үгәй әсәйҙең анау һул яҡтағы өйҙән иртә һайын ҡәһүә эсергә килгән әхирәте. Ә уң яҡта — фрау Беберҙың ҡалас кибете. Йәкшәмбеләр. Ат сабыштары. Һорау алыу. Шаҡмаҡ кейемдәге әфәнде. Контракт.

Тубығы ҡалтырап төшкән Тим ултырғысҡа барып ултырҙы. Натйаш фотоаппарат менән булаша ине.

Бына барыһы ла әҙер булды. Барон Тим кейгән джемперҙы тартҡылап, һуҙғылап ҡуйҙы, Тимдың сәсен саҡ ҡына туҙҙыра бирҙе лә тыҡрыҡ фотоһы алдына алып барып баҫтырҙы. Бер нисә аҙым артҡа сигенеп, фотоаппаратты уның ҡаршыһына ҡуйҙы.

— Бик яҡшы, Талер әфәнде. Бына шулай ғына тороғоҙ. Ә хәҙер артымдан ҡабатлағыҙ: «Мин ярты сәғәткә генә үҙемдең көлөүемде бурысҡа алам. Үҙемдең ғүмерем бәрәбәренә!»

— Мин үҙемдең көлөүемде бурысҡа алам… — Тимдың тауышы өҙөлдө. Әммә барон шунда уҡ уға ярҙамға килде:

— Бүлеп-бүлеп, туҡтап-туҡтап әйтегеҙ — һеҙгә еңелерәк булыр. Шулай итеп:

— «Мин үҙемдең көлөүемде бурысҡа алам…»

— Мин үҙемдең көлөүемде бурысҡа алам…

— «Ярты сәғәткә генә».

— Ярты сәғәткә генә.

— «Үҙемдең ғүмерем…»

— Үҙемдең ғүмерем …

— «…бәрәбәренә!»

— …бәрәбәренә!

Тим һуңғы һүҙҙе әйтеп тә өлгөрмәне, Натйаш башын ҡара туҡыма аҫтына тыҡты. «Ҡурсаҡ театрындағы Петрушка һымаҡ», — тип уйланы Тим, тыйып торғоһоҙ итеп көлгөһө килгәнен тойоп, һәм… көлөп ебәрҙе. Көлкө ҡайҙандыр төптән күтәрелде, тамаҡты ҡытыҡланы ла… Тим шарҡылдап көлөп ебәрҙе, хатта күҙ йәштәре атылып сыҡты. Павильон, әйтерһең дә, көлкөнән геүләй, тәҙрәләре зыңғырҙай, эргәлә торған ултырғыс һелкенә, гүйә ул да Тимға ҡушылып көлә. Донъя бына-бына яйға һалыныр һымаҡ. Тим көлә!

Барон, ҡара туҡыманы ябынған килеш, был көлөүҙең тамамланғанын көттө. «Юпитер»ҙы тоҡандырырға әҙер торған ҡулы ҡалтыранды.

Тим, аҡрынлап тынысланды, мәрәкә итеп йөҙөн йыйырҙы ла:

— Һеҙгә кәрәк булған маргарин йылмайыуы ошомо инде, барон? — тип һораны.

Уның күңеленә рәхәт, еңел, кәйефе күтәренке. Барон һаман да уға Петрушканы хәтерләтә ине. Тим бының бары ярты ғына сәғәткә икәненә ышанманы. Көлөүе хәҙер һәр ваҡыт үҙе менән буласағына шикләнмәне лә. Ҡара туҡыма аҫтында ултырған Натйашҡа, көлә алмаған баронға, ҡарата күңелендә ҡыҙғаныу тойғоһо уянды. Хатта туҡтауһыҙ күрһәтмәләр биргән баҡылдаҡ тауышына ҡарата ла мыҫҡыл итеү теләге түгел, кешеләрсә мөнәсәбәт уянғайны. Тим тыңлаусан ғына уң аяғын алға сығарҙы, башын бер аҙ ҡырынайтты, йылмайҙы, Натйаштың ҡушыуы буйынса: «Бер киҫәк сәтләүек торты», — тине һәм ошо минутта хәтерендә гүйә ҡыңғырау сыңлап китте. Ә барон «юпитер»ҙы һүндергәс, уң аяғын яңынан һулы янына ҡуйҙы ла, еңел һулап көлөп ебәрҙе.

— Фото һәйбәт килеп сыҡҡандыр, тип өмөтләнәм, барон!

Тим, бер үк позала тороп ялҡҡандан һуң рәхәтләнеп кирелде лә, фотоаппараттың объективына ихлас йылмайҙы. Натйаш һаман да ҡара туҡыма аҫтында булаша ине. Бер аҙҙан бер генә кадр ышаныслы түгел, кәмендә өс тапҡыр төшөрөргә кәрәк, тип белдерҙе.

— Шул бер ярты фунт маргарин өсөн күпме ыҙа! — тип көлдө Тим. Әммә ул ҡаршылашып торманы, барон нимә әйтһә, шуны эшләне, нисек баҫтырһа, шулай торҙо, үҙе ауыҙы ҡолағына еткәнсе йылмайҙы ла йылмайҙы.

Дүртенсе, һуңғы фотографиянан һуң, Тим шул тиклем арығанын һиҙҙе. Уға инде кәмендә бер сәғәт ваҡыт үтеп киткән кеүек күренде. Ә ысынында тағы ике минуттан ғына ярты сәғәт була ине. Тим ни өсөн Натйаш үҙенең йөҙөн ҡара туҡыма аҫтында йәшергәнен аңламаны. Фотоаппарат янына килде лә, ҡара яулыҡты асып, көлә-көлә:

— Һеҙ нимә, барон, әллә бында шым ғына маргарин етештерә башланығыҙмы? — тип һораны.

Шунан көлөүҙән шып туҡтаны: уға аҫтан ирендәре нәҙек кенә булып ҡымтылған, күҙҙәр урынына ҡара күҙлек быялалары йылтыраған яуыз йөҙ — шаҡмаҡ кейемдәге әфәнденең шөкәтһеҙ йөҙө нәфрәт менән төбәлгәйне.

Тим аңланы, ул үҙенең барондағы көлөүенә алданып, яңылышып йөрөгән: был әҙәм бер ваҡытта ла көлөүен һәм азатлығын кире бирмәйәсәк. Был кеше ҡот осҡос ҡурҡыныс.

Әммә әле бөтөн булмышын биләп алған көлөүе Тимды тағы алданы — уны көлә-көлә:

— Шайтан булып уйнамағыҙ, барон! Һеҙ еңелдегеҙ! Һеҙ башҡаса мине күрмәйәсәкһегеҙ! — тип ҡысҡырырға мәжбүр итте.

Тим шул секундта уҡ быяла ишек янына барып етте, уны һелкетә тартып асты ла, бер ҡат иҫке джемпер ғына кейгән килеш парк террасаһына, ҡойма ямғыр аҫтына йүгереп сыҡты. Барон уны баҫтырырға йыйынмаһа ла, Тим аҡылдан шашҡан һымаҡ, ике яҡтан сәнскеле ҡыуаҡтар ултыртылған тар һуҡмаҡ буйлап алға атылды. Был һуҡмаҡ павильондан парктың буталсыҡ юлдарына илтә ине.

Ул һулға, уңға, алға, шунан тағы уңға ҡайырылды, үтеп булмаҫлыҡ шырлыҡҡа килеп сыҡты, артҡа боролдо, ҡабаттан яңы ғына йүгереп сыҡҡан көрсөккә килеп терәлде; ямғыр һыуы тулған күҙен һыпырып, яҡ-яғына ҡаранды һәм бынан сығырға берҙән-бер юл барлығын, ул юлдың павильонға алып барғанын күрҙе һәм сәйер лабиринтта аҙашҡанын аңланы.

Тим бөтә тәнендә ауырлыҡ һиҙҙе, гүйә башына, ҡулдарына, аяҡтарына ҡап-ҡара һыу тулғайны. Ул көлөүенең уны ташлап сығып киткәнен бөтөн булмышы, йәне-тәне менән тойҙо. Был төрмәнең йәшел стеналары араһында ул фалиж һуҡҡан кеше һымаҡ ҡатып ҡалды. Ямғыр унан ағып төшөп, аяғы аҫтында күләүек булып йыйыла. Эргә-тирәлә бөтә нәмә аға, яуа, сайпыла — бөткөһөҙ, икһеҙ-сикһеҙ илау-һыҡтау. Ә уртала етди, бойоҡ сырайлы бәләкәй Тим тораташтай тора.

Ҡапыл уның янында тағы көлөү яңғыраны — һәр ваҡыттағыса шуҡ, бәхетле бөгөлдәре, көмөш сыңы менән күкрәктең төбөнән урғылып сыҡҡан ихлас көлөү. Тим үҙе көләме, әллә уның көлөүе был йәшел стеналарҙа шаңдау булып яңғыраймы, аңламаны. Әммә бының сәбәбе яп-ябай ине: артына Натйаш килеп баҫҡайны.

— Һеҙ лабиринт тип аталған урынға килеп юлыҡтығыҙ, Талер әфәнде, Ялғандар баҡсаһына. Әйҙәгеҙ, мин һеҙҙе алып сығам.

Тим буйһондо, баронға үҙен етәкләп алырға, павильонға алып барырға, һөртөп киптерергә, ҡоро кейем кейҙерергә рөхсәт итте; ҡулсатыр тотҡан хеҙмәтселәрҙең береһенең оҙатыуында күндәм генә замокҡа ҡайтты. Бары башнялағы бүлмәһендә генә ул яйлап иҫенә килә башланы. Был юлы хатта күҙ йәштәре лә уға еңеллек бирмәне. Уны ниндәйҙер өтөп алып барған нәфрәт тойғоһо биләп алды. Ҡотороноп, кәштәлә торған оҙон тояҡлы ҡыҙыл бокалды алды ла, ҡот осҡос асыу менән, ҡулынан ҡан аға башлағансы ҡыҫты.

Тим битараф ҡиәфәт менән быяланың сылтырап иҙәнгә ҡойолоуына ҡарап торҙо, шунан ҡыңғырауҙың бауын тартты. Хеҙмәтсе килеп ингәс, ҡулы менән ярсыҡтарға ымланы.

Хеҙмәтсе малай быяланы йыйып алды, Тимдың йәрәхәтен йыуып бәйләне һәм ошо көндәр эсендә беренсе тапҡыр дүрт һүҙ әйтте:

— Мин шымсы юҡ, зинһар!

— Бәлки, — тине Тим. — Бәлки, был дөрөҫтөр. Нисек кенә булмаһын, минең менән шундай яғымлы булғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

Шул саҡ ишектә Селек Бай күренде. Ул хеҙмәтсене бүлмәнән сығарып ебәрҙе лә, Тимдың бәйләнгән ҡулына текләне.

— Һин ҡул ҡуйманыңмы? Берәй нәмә булдымы?

— Артыҡ бер ни  ҙә юҡ, Селек Бай. Мин ҡул ҡуйҙым.

— Ә авторучка ҡайҙа?

— Кеҫәмдә. Зинһар, үҙегеҙ алығыҙ.

Ҡарт уның кеҫәһенән авторучканы алғас, Тим:

— Ә ул нимәгә кәрәк ине? — тип һораны.

— Ул яйлап ҡына уңа, тора-бара бөтөнләй юғала торған ҡара менән тултырылған. Бер йылдан һуң беҙҙең акционерҙар йәмғиәте «Тим Талер» маргаринын сығарыу тураһында иғлан иткәс, сейфтағы килешеү ҡағыҙында һеҙҙең ҡултамғағыҙ булмаясаҡ. Шул саҡта һеҙ үҙегеҙҙең ризаһыҙлығығыҙҙы белдерә һәм маргариндың баҙарға сығарылыуына аяҡ сала алаһығыҙ. Әммә быны сортлы маргарин тураһында бөтә донъяға хәбәр иткәндән һуң ғына эшләргә кәрәк.

— Шунда акционерҙар йәмғиәте күккә осасаҡмы, Селек Бай?

Ҡарт көлөп ебәрҙе:

— Юҡ, балаҡай, ниндәй генә юғалтыуҙар булмаһын, ул бик ҡеүәтле. Ләкин концерн бик күп аҡса юғалтасаҡ. Ә улар маргариндың яңы сортын уйлап сығарғансы, конкуренттар ҙа йоҡлап ятмай. Тик нисек кенә булмаһын, сортлы маргарин арҡаһында иҫ киткес күп табыш алынасаҡ. Ә шулай ҙа донъя баҙарын тотош яулап алып булмаҫ.

Селек Бай тәҙрә янындағы эскәмйәгә ултырҙы ла ямғырҙы күҙәтә башланы. Боролмай ғына:

— Белмәйем, берәй ваҡыт баронды ота алырбыҙмы икән… — тип ҡуйҙы. — Уның бер үҙенең башы беҙҙең икебеҙҙекенә ҡарағанда шәберәк эшләй. Шулай ҙа мин һиңә ярҙам итергә тырышырмын. Күрәһең, барон һине шундай итеп ҡыҫымға алған, һин хатта көлөүеңде лә онотҡанһың. Ә мин һинең яңынан көлөргә өйрәнеүеңде бик тә теләр инем…

Тим уға ҡараны ла, ҡурҡып нимәлер әйтергә теләгәйне, Селек Бай башын ғына сайҡаны.

— Өндәшмәһәң яҡшыраҡ булыр, балаҡай! Тик һин минең тырышлығыма үтә ҙур өмөттәр бағлама. Көлөү — маргарин түгел, һата-ала торған тауар түгел ул. Уны алмашып, алдашып, сауҙалашып алып булмай. Көлөү менән һатыу итмәйҙәр. Уға лайыҡ булырға кәрәк.

Телефон шылтыраны. Тимдың уң ҡулы бәйле булғанға күрә, трубканы Селек Бай барып алды. Үҙенең исемен әйтеп, бер аҙ тыңлап торҙо, шунан трубканы бер ҡулы менән ҡаплап, әкрен генә:

— Гамбургтан ниндәйҙер әфәнде һине телефонға саҡыра, — тине.

Тимдың башы зыр итеп эшләп китте. Ул баронға бер йыл буйы Гамбургтағы дуҫтары менән аралашмаҫҡа вәғәҙә бирҙе. Әгәр ҙә уны боҙһа, Рикерт әфәндегә берәй нәмә булыуы ихтимал. Шулай булғас, әле Тимға үҙенең иҫке дуҫын алдарға һәм һөйләшеүҙән баш тартырға тура килер. Шулар тураһында йәһәт кенә уйлап алғандан һуң, ул бармағын ирененә ҡуйып, башын сайҡаны. Селек Бай шылтыратыусыға:

— Талер әфәнде бында юҡ. Ул ҡайҙалыр киткән, — тип яуап ҡайтарҙы ла, икеләнә биреп, трубканы һалып ҡуйҙы.

Бер аҙҙан ул бүлмәнән сығып китте. Тим, яңғыҙы тороп ҡалғас, тәҙрә янына килде һәм, бер туҡтамай ҡойған ямғырға текләп, уйға ҡалды.

Бер йылдан ул Гамбург пароходлығының хужаһы булыр һәм уны Рикерт әфәндегә бүләк итер; бер йылдан уның уңып бөткән ҡултамғаһы арҡаһында маргарин батшалығы юҡҡа сығыр; бер йылдан ул Крешимир менән Джонниҙы, Рикерт әфәндене һәм уның әсәһен яңынан күрер; бер йылдан…

Тим бер йылдан үҙен көткән бәхетте бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға баҙнат итмәне. Тик ул быға ныҡ өмөтләнә ине. Тағы ла ул барон менән бергә ер әйләнәһенә сәйәхәт ваҡытында тыныслығын һаҡлай алыр, үҙ дәрәжәһен төшөрмәҫкә ҡулынан килер тип тә өмөтләнде. Ә өмөт — азатлыҡ байрағы.


Дүртенсе китап
ҠАБАТ ҠАЙТАРЫЛҒАН КӨЛӨҮ

Кем көлә, шуны шайтан да еңә алмай!

Фрау Бебер

Егерме етенсе бит. ЕР ӘЙЛӘНӘҺЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Бер йыллыҡ ер әйләнәһенә сәйәхәтте Тим һауала үткәрҙе. Ике моторлы бәләкәй самолет тәүҙә уларҙы Истанбулға алып барҙы. Тим тағы бейектән ишәктәрен тауҙар аша ҡыуып барған ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрҙе. Тик был юлы улар тәү тапҡыр күргәндәге һымаҡ сәйер һәм мәрәкә тойолманы. Улар Селек Бай һәм замоктағы ҡайһы бер хеҙмәтселәр һымаҡ уҡ кейенгәйне. Аҫта йөрөп ятҡан кешеләр тураһында бер нәмә белмәһә лә, ни өсөндөр күңеленә яҡын күрҙе, Афғанстандағы ҡайраҡсылар һымаҡ уларҙы ла ҡыҙғанды.

Истанбулда улар бер аҙна булды. Тим баронды мәсеттәргә, картина галереяларына барғанда һәр ваҡыт оҙатып йөрөнө; тора-бара хатта был сәфәрҙән ләззәт таба башланы. Юғиһә, замоктағы һуңғы ваҡиғалар арҡаһында ул, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп, көлөүен ҡасан да булһа ҡайтарып аласағына өмөтөн юғалтыр сиккә еткәйне.

Ә хәҙер ул яңынан бер йылдан һуң бөтөнләй башҡаса булырына ышана башланы. Селек Байҙы, Гамбургтағы дуҫтарын хәтеренә төшөргәндә, ул үҙенең көлөүе был сәйәхәт тамамланыуға, бешкән алма ағастан өҙөлөп төшкән шикелле, ҡулына үҙенән-үҙе килеп эләгер, тип өмөтләнде. Был өмөттә Тим бүтән үҙенең хәлен үҙгәртер өсөн бер нәмә лә эшләмәҫ, уҫал яҙмышына күнер тигән хәүеф тә йәшеренгәйне. Шул уҡ ваҡытта тышҡы яҡтан тыныслыҡ һаҡлауында бер өҫтөнлөк тә бар ине: баронға хәүеф үткән кеүек күренә башланы. Натйаш, Тим ысынлап та үҙенең тәҡдиренә күнгәндер, тип уйланы һәм малай артынан үтә ныҡ күҙәтмәй башланы. Тим Талер бай вариҫ роленә күнеккәндән-күнегә бара, унан ләззәт алырға өйрәнә һәм инде сәйәхәт итеүсе миллионер тормошон бер ваҡытта ла үҙгәртергә һәм хатта үҙенең көлөүенә лә алмаштырырға теләмәйәсәк тигән ышанысы аҙна һайын, ай һайын нығынды.

Тим, ысынлап та, был сәйәхәт ваҡытында үҙенең юғалтҡан көлөүен элеккегә ҡарағанда күпкә һирәгерәк иҫкә алды. Затлы ҡунаҡханаларҙа бай ҡунаҡтарға ифрат ҙур иғтибар күрһәтәләр. Әгәр ҙә ҡунаҡхана директоры юғары кимәлдәге клиенттың көлөргә яратмағанын абайлап ҡалһа, бөтә хеҙмәткәрҙәр — швейцарҙан башлап бүлмә йыйыштырыусыға тиклем — ул кеше алдында йылмайыуҙан туҡтаясаҡ.

Әммә хатта иң бай әҙәмдәрҙең дә тормошо кәттә ҡунаҡханаларҙан ғына тормай бит. Тим яңғыҙы йәки барон менән бергә йәйәү йөрөгән ваҡыттарҙа донъяның көлкөгә мөлдөрәп тулғанын күрә, сөнки быны күрмәү мөмкин түгел.

Истанбулдан һуң Тим икенсе тапҡыр Афинаны күрҙе. Афина артынан — Рим, Римдан һуң — Рио-де-Жанейро, Рио-де-Жанейронан һуң — Гонолулу, Сан-Франциско, Лос-Анджелес, Чикаго һәм Нью-Йорк. Артабан улар Парижға, Амстердамға, Копенгагенға һәм Стокгольмға, Каприға, Неаполгә, Канар утрауҙарына, Ҡаһирәгә һәм Африканың көньяғына юлландылар. Унан Токиоға, Гонконгҡа, Сингапурға һәм Бомбейға остолар. Тим Мәскәүҙә Кремлгә, Ленинградта күперҙәргә һоҡланды, Варшаваны һәм Праганы, Белградты һәм Будапештты күрҙе. Уларҙың самолеты ҡайҙа ғына барып төшмәһен, Тим һәр ерҙә урамдарҙа көлөү тауышын ишетте. Бөтә донъяның көлөүен ишетте. Ул Белградта аяҡ кейеме таҙартыусыларҙың, Рио-де-Жанейрола гәзит һатҡан малайҙарҙың, Гонолулуҙа сәскә һатыусыларҙың, Амстердамда кәрзин тулы ләлә сәскәләре һатҡан ҡыҙыҡайҙың көлөүен ишетте. Истанбулдағы иретеп йәбештереүсе Бағдадтағы һыу ташыусы кеүек үк йылмайҙы; кешеләр Прага күперҙәрендә лә, Ленинград күперҙәрендә лә шаярышып шарҡылдашты, Токиолағы театрҙа ла Нью Йорк Бродвейындағыса тәгәрәп ятып көлдө.

Кешегә көлөү сәскәгә ҡояш нуры һымаҡ уҡ кәрәк. Әгәр ҙә көлөү юҡҡа сыҡһа, кешелек йә зоопаркҡа йәки фәрештәләр йәмғиәтенә әйләнер — күңелһеҙ, ҡараңғы булып китер йәки мәғрүр битарафлыҡта ҡатып ҡалыр ине.

Тим баронға һәм әйләнә-тирәләге кешеләргә ни тиклем генә етди күренмәһен, уның күңелендә яңынан көлөргә өйрәнеү тыйып тотҡоһоҙ бер теләк булып йәшәүен дауам итте. Ни тиклем генә ҡәнәғәт күренмәһен, ул үҙенең яҙмышын Нью-Йорк урамындағы хәйерсенеке менән ҡыуанып алмашыр ине, әгәр ҙә был хәйерселеккә өҫтәп, бөтә донъяға ҡушылып көлөү хоҡуғы бирелһә, әлбиттә!

Ләкин уның көлөүе һәр ваҡыт янында, бер нисә генә аҙымда йөрөгән кеше ҡарамағында ине. Уның малайҙарса сағыу, шаян, ихлас көлөүенә ул кеше хужа ине. Ни тиклем генә моңһоу булмаһын, Тим быға күнекте. Хәҙер уны бөтөнләй башҡа нәмә мауыҡтырҙы. Ул өйрәнергә тотондо.

Ул «тәрбиәле затлы йәш кеше» белергә тейеш булған нәмәләргә өйрәнә башланы.

Ул хәҙер бөтә ҡағиҙәләре буйынса омар, фазан, ҡара ыуылдырыҡ ашай белә; устрицалар йота, шампань шешәһенең бөкөһөн һуғып сығара ала; ун өс телдә «һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын»дан алып, «күрһәткән хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт»кә тиклем әҙәпле һүҙҙәрҙе яттан әйтә; донъяның иң күренекле ҡунаҡханаларында сәйлек аҡсаны күпмерәк бирергә кәрәклеген белә; графтарға, герцогтарға һәм принцтарға мөрәжәғәт итеп, алдан әҙерләнмәһә лә, этикеттың бөтә ҡағиҙәләрен һаҡлап, титулдарҙы бутамайынса телмәр тота ала; костюмға ниндәй ойоҡбаш, ниндәй галстук тап килгәнен кәңәш итә ала; киске алтынан һуң көрән ботинка кейергә ярамағанын («After six no brown[22]»,) үҙләштерҙе; ҡулда сынаяҡ тотҡан саҡта сәтәкәй бармаҡты тырпайтырға ярамағанын иҫендә тота; ул юлда барғанда, һүҙлек файҙаланмайынса аҙыраҡ француз, инглиз һәм итальян телдәрен өйрәнде, күңелһеҙ булһа ла, ҡыҙыҡһынған төҫ сығарырға оҫтарҙы; теннис уйнарға, яхта менән идара итергә, машина йөрөтөргә, хатта уны юлда йүнәтергә лә өйрәнде. Ул шул тиклем оҫта ҡылана башланы, барон, уға ҡарап, һоҡланып бөтә алманы.

Натйаш һәр бер ҡалала тиерлек маргарин тураһында йәшерен һөйләшеүҙәр алып барһа ла, был юлы Тимды был эштән аярға булдылар. Уға нимә теләй, шуны эшләргә рөхсәт иттеләр. Ҡайһы берҙә генә уға берәй йә бик күренекле (ундай саҡтарҙа корреспонденттар уларҙы бергә фотоға төшөрә) йәки акционерҙар йәмғиәтенә бик кәрәкле әфәнде менән һаулыҡ һорашырға һәм хушлашырға, бик һирәк осраҡтарҙа төшкө йәки киске аш табынында ҡатнашырға тура килде. Шул арҡала Тим Афғанстан ҡайраҡсыларын яҡлап сығыш яһаған инглиз герцогы менән, инглиз аҡһөйәктәренең өҫтөнлөктәрен яҡлаған Аргентина фабриканты менән — ул ит консервалары етештерә ине — танышты.

Календарь буйынса иҫәпләһәң, Тим был сәйәхәт осоронда бары бер йәшкә генә өлкәнәйҙе. Тиҙҙән уға ун алты тулырға тейеш. Әммә ошо айҙарҙа ул барон менән самолетта Ер шарын өс тапҡыр тиерлек урап сыҡты. Ә отҡорлоғо булған малай был ваҡыт эсендә күп нәмәне өйрәнергә, бик күп уйланырға өлгөрә. Хәҙер Тим фрау Беберҙың икмәк, ҡалас еҫе аңҡытҡан кибете ниндәй ҙә булһа «Пальмаро» ҡунаҡханаһынан йәки Месопотамиялағы замоктан күпкә ғәзизерәк һәм ҡәҙерлерәк икәнен яҡшы белә ине.

Әйткәндәй, барон Тимдың тыуған ҡалаһы аша үткән юлдарҙы сәйер ныҡышмаллыҡ менән урап үтә торҙо. Тим уны ҡайтып күргеһе килеүен әллә нисәмә тапҡыр әйтеп ҡараны, әммә бер ваҡытта ла туп-тура ғына «юҡ» тип әйтмәгән Натйаш йә уның үтенесен ҡолағына ла элмәй, йә башҡа ҡалаларҙағы кисектергеһеҙ эштәренә һылтана.

Бына ер тирәләй сәйәхәттә үткән йыл аҙағына етеп килә лә инде. Шуға күрә Тим барон алдында бәхетле һәм ҡәнәғәт вариҫ ролен айырыуса тырышып уйнаны. Ләкин тыуған көнө яҡынайған һайын, ул нығыраҡ тулҡынлана барҙы. Барон уның алдында көлә башлаһа, Тимды эске ҡалтыраныу биләп ала. Бер ваҡыт төндә — был Брюсселдә булды — барондың замогында Рикерт әфәнде менән телефондан һөйләшкәне төшөнә инде. Уянғас та был һөйләшеү ҡолағында яңғырап тора, һәм ул Рикерт әфәнденең:

«Крешимир белә…», — тигәнен асыҡ хәтерләй ине.

Крешимир нимә белә? Уның юғалған көлөүенә юлды беләме?

Тим ниндәй генә хәлдә лә Гамбургтағы дуҫтарым менән бәйләнешкә инмәйәсәкмен тигән вәғәҙәһен боҙманы. Әммә был йылдың үтеп, барон менән килешеүе көсөн юғалтасаҡ ваҡытты түҙемһеҙлек менән көттө.

Тимдың тыуған көнөнә бер нисә көн ҡалғас, улар Лондонға осоп килде. Шунда мистер Пенни барон алдында Тимға акциялар һалынған ҙур пакет тотторҙо. Был Гамбург пароходлығының акциялары ине!

Мистер Пенни Натйаштың киптергес ҡағыҙында уларҙың Тим Талер менән төҙөшкән йәшерен килешеүен уҡығаны тураһында ишеткәйне инде. Тәүге тетрәнеүҙән һуң, ул хатта еңел һулап ҡуйҙы, сөнки барон акцияларҙы тапшырыу хаҡында барыбер белергә тейеш ине.

Самолетта — ниһайәт, улар Гамбургҡа осоп ҡайтып баралар ине! — Тим барондан:

— Һеҙ мистер Пенни менән ғәҙәттәгесә әҙәпле, хатта яғымлы һөйләштегеҙ. Мин мираҫ итеп аласаҡ хәл иткес тауышҡа хоҡуҡ биргән акцияларҙы йәшерен һатып алғанына асыуланмайһығыҙмы ни? — тип һораны.

Барон ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:

— Ҡәҙерле Талер әфәнде, Пенни урынында мин дә тап шулай эшләр инем. Нимә тип асыуланайым уға? Ул акциялар өсөн беҙҙең арала һәр ваҡыт йәшерен көрәш бара. Бөгөнгө көндә уларҙың күпселегенә мин хужа. Тик шуның өсөн генә бер-беребеҙҙең күҙен тырнай башламайбыҙ бит инде, — тине ул. — Беҙ, гүйә, арыҫландар ғаиләһе: табыш мул булһа, беҙ уны бүлгәндә бер аҙ ырылдашабыҙ, әммә ҡарт арыҫлан барыбер иң ҙур өлөштө ала. Ә ҡарт арыҫлан — ул мин. Уның ҡарауы, табыш бүленеү менән, беҙ тағы татыу арыҫлан ғаиләһе һәм бер кем дә беҙҙе айыра алмай.

— Хатта Селек Бай ҙа шулаймы? — тип шым ғына һораны Тим.

— Селек Бай, — тип яуапланы Натйаш, уйланып, — моғайын, бер ни тиклем башҡараҡтыр, Талер әфәнде. Ул үҙен бик хәйләкәр тип уйлаған була, ысынында, һис тә улай түгел. Ҡайһы берҙә ул бер аҙ мәшәҡәт килтерә, әммә күпселектә уның аҫтыртын мәкерҙәренә беҙ көлөп кенә ҡарайбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙә уны яраталар.

— Ә Көньяҡ Америкалағы ғәскәр?… — тип һорауҙан тыйыла алманы Тим.

— Был «ғәскәр», Талер әфәнде, күбеһенсә беҙҙең кешеләрҙән тора. Селек Бай һалдаттарға үҙ аҡсаһына һатып алған ҡорал беҙҙең хәрби келәттәребеҙҙән килә. Шулай итеп, Селек Байҙың аҡсаһы ҡабаттан беҙҙең фирмаға әйләнеп ҡайта. Бына шундай әйләнеш. Тәбиғәттәге һыу әйләнеше кеүек. Селек Бай Афғанстанда беҙгә ҡаршы көрәштә тотонған аҡсалар ҙа, башлыса, беҙҙең кеҫәләргә ағыла.

— Ә сортлы маргарин менән эштәр нисек бара? — тип һораны Тим бер ниндәй бәйләнешһеҙ.

Әммә барон шунда уҡ йәшерен бәйләнеште һиҙеп алды.

— Селек Байҙың маргарин пландарына ҡамасауларға маташыуы, әлеге лә баяғы, уның алйоттарса мутлыҡтарының береһе.

Тимдың йөрәге дарҫлап тибә башланы. Барон уның контрактҡа Селек Байҙың уңа торған ҡараһы менән ҡул ҡуйғанды беләме икән? Был турала һорарға Тимдың ҡыйыулығы етмәне. Әммә барон уның һорауына үҙе яуап бирҙе:

— Һеҙ контрактҡа ҡул ҡуйған авторучкала ғәҙәти ҡара ине, Талер әфәнде. Селек Байҙың өйөндәге хеҙмәтсе — минең кешем. Ул ручкаға йүнле ҡара тултырып ҡуйғайны инде. Әммә хатта килешеүҙә һеҙҙең ҡултамғағыҙ юҡҡа сыҡҡан хәлдә лә, һеҙҙең опекунығыҙҙың ҡултамғаһы ҡалыр ине. Мин бит һәр бер данаға икешәр тапҡыр имза ҡуйҙым: бер тапҡыр — фирма өсөн, икенсе тапҡыр — һеҙҙең опекунығыҙ булараҡ.

Тим бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы. Ул самолеттың бәләкәй тәҙрәһе аша ергә текләгәйне. Ул башнялар күреп ҡалғайны — был Гамбургтың башнялары ине булһа кәрәк.

Ябай ғына, һис кемгә билдәһеҙ малай булып, аҫтағы урамдар буйлап йүгереп йөрөһәң ине! Был акциялар, контракттар, ҙур-ҙур сауҙа килешеүҙәре уның көсөнән килерлек түгел — ул был донъяла тонсоға башлай.

Тим Джонни, Крешимир һәм Рикерт әфәнде тураһында уйланы. Иртәнән һуңға, тыуған көнө үтеп киткәс, Тим улар менән күрешә аласаҡ. Әлбиттә, әгәр ҙә улар Гамбургта булһа. Иң мөһиме, иҫән-аман булһалар…

Егерме һигеҙенсе бит. ХӨРМӘТҺЕҘ ҠАРШЫ АЛЫУ

Аэродромда самолеттан сыҡҡанда, ғәҙәттә, барон Тимды алдан ебәрә торғайны, сөнки күп осраҡта уларҙы бер өйөр фоторепортерҙар көтөп торған була. Әммә бында, Гамбург аэродромында, барон самолеттан беренсе булып сыҡты ла ергә төштө. Был юлы уларҙы бер кем дә ҡаршыламай ине: хәбәрселәр ҙә, фоторепортерҙар ҙа юҡ. Хатта директорҙар ҙа күренмәне. «Хуш килдегеҙ!» тигән сәләмләү урынына таможняның стенаһында фирманың дәү рекламаһы:

ПАЛЬМАРО

Донъялағы иң яҡшы сортлы маргарин!

Май кеүек тәмле, маргарин һымаҡ арзан!

Бешерергә, төшөрөргә, бәлештәргә, бутербродҡа —

барыһына яраҡлы маргарин!

Тим плакатты иғтибар менән уҡып сыҡты, шунан баронға ҡараны. Тегеһе йылмайып тора ине.

— Маргариндың атамаһына ғәжәпләнәһегеҙме, Талер әфәнде? Беҙ был йыл эсендә «Тим Талер» маргаринының сит илдәр өсөн байтаҡ етешһеҙлектәре барлығын асыҡланыҡ. Күп илдәрҙә был исем ауыр уҡыла. Бынан тыш, Африкала йылмайып торған ҡара малайлы рекламаларҙы нығыраҡ яраталар. Баҡһаң, тар тыҡрыҡтан сыҡҡан ярлы малай тураһындағы тулҡынландырғыс тарих та һәр ваҡыт үтемле түгел икән: беҙҙең маргаринды ярлы кешеләр генә һатып алырға тейеш түгел бит.

Ул арала Натйаш менән Тим таможня аша үтте. Таможня хеҙмәткәрҙәре бер һорау ҙа бирмәйенсә, уларҙың ҡулындағы багажға аҡбур менән билдә ҡуйып ебәрҙе.

Таможнянан сыҡҡас, барон ҡулын күтәреп, такси туҡтатты. Был Тимды ныҡ ғәжәпләндерҙе. Фирма был юлы хатта улар артынан машина ла ебәрмәгән. Әммә таксиға ултырғас, Тим көҙгөнән әле Генуянан уҡ таныш булған шымсыларҙың береһен абайланы. Ул, икенсе таксиҙы эҙләп, тирә-яғына ҡарана ине.

Машинала Натйаш хәбәрен дауам итте:

— Шулай итеп, беҙ маргариныбыҙҙы «Пальмаро» тип атарға ҡарар иттек. Был һүҙ донъялағы бөтә телдәрҙә лә бер төрлөрәк яңғырай. Пальма ағасы ла һәр кемгә билдәле. Төньяҡта уны һағыналар, ә көньяҡта ул һәр кемдең ишеге төбөндә үҫә.

— Тимәк, Селек Байҙың авторучкаһының, ғөмүмән, бер ниндәй ҙә кәрәге булмаған?

— Әлбиттә, — тип яуапланы Натйаш. Шунан ул таксиҙың шоферына эйелде лә: — Мөмкин тиклем ҡаланың үҙәгенән ситтәрәк булырға тырышығыҙ, — тине.

Шофер өндәшмәй генә баш ҡаҡты.

Барон яңынан һөйәнгескә терәлеп ятты ла:

— Гамбург пароходлығының акцияларын нимә эшләтмәксе булаһығыҙ, Талер әфәнде? — тип һораны.

— Мин Гамбург пароходлығын Рикерт әфәндегә бүләк итәм, барон. — Мөмкин тиклем тынысыраҡ һәм вайымһыҙыраҡ күренергә тырышып, Тим аңлатып бирҙе: — Ул осраҡта, һис юғында, намыҫым таҙа буласаҡ. Ул бит вазифаһын минең арҡала юғалтты.

Шофер тротуарға артыҡ яҡын килде, ахыры. Машина һикереп китте.

— Эй, абайыраҡ булмаймы, шайтан алғыры! — тип аҡырып ебәрҙе барон.

— Ғәфү үтенәм, — тип мығырҙаны шофер.

Тимға ҡапыл был тауышты ҡасандыр, ҡайҙалыр ишеткән һымаҡ тойолдо. Ул көҙгөнән шоферҙың йөҙөнә ҡараны, ләкин һаҡал, ҡара күҙлек һәм маңлайға ныҡ батырып кейелгән фуражка уны бөтөнләй тиерлек ҡаплап тора ине.

Тимдың ҡолағы төбөндә генә күңелле, сыңғырҙап торған көлөү яңғыраны.

— Күрәм, һеҙ һаман беҙҙең акционерҙар йәмғиәтен ныҡлап аңлап етмәйһегеҙ, — тине барон көлөп. — Һеҙ тота килеп кенә беҙҙең Гамбург пароходлығын Рикерт әфәндегә бер нисек тә бүләк итә алмайһығыҙ, Талер әфәнде.

— Ни өсөн?

— Был акциялар пакетын алып, һеҙ бары тик уртаҡ милексе генә булдығыҙ. Дөрөҫ, фирманың был предприятиенан алған саф табышы башлыса һеҙҙең кеҫәгә төшөп ятасаҡ. Ләкин пароходлыҡ менән элеккесә акционерҙар йәмғиәтенең идараһы эш итә. Ә идарала — хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙың хужалары: мин, мистер Пенни, синьор ван дер Толен һәм Селек Бай.

— Тимәк, әгәр ҙә Рикерт әфәнде ҡабаттан пароходлыҡтың директоры булһа, һеҙ уны теләһә ҡасан эшенән бушата алаһығыҙ?

— Тап шулай, ҡасан теләйем, шул ваҡытта!

Таксиҙың шоферы тиҙлекте кәметә төштө, сөнки ул йүткерә башланы. Моғайын, ныҡ итеп һалҡын тейҙергән булғандыр.

Тим, уйланып, тәҙрәгә төбәлде. Машина тыныс урамға боролдо ла Альстер яры буйлап китте. Әммә Тим быны абайламаны.

— Барон!

— Мин һеҙҙе тыңлайым!

— Һеҙҙе Гамбург пароходлығының акциялары ҡыҙыҡһындырамы?

Натйаш Тимға һынсыл ҡараш ташланы — малайҙың йөҙө тып-тыныс. Уларға яҡынайып килгән ҙур урамдың тауышы ишетелә башлағайны инде.

Ниһайәт, барон шундай вайымһыҙ ҡиәфәт менән яуап ҡайтарҙы, Тим уның тулҡынланғанын шунда уҡ һиҙеп ҡалды.

— Был пароходлыҡ — минең диңгеҙҙәр батшаһы тажына саҡ ҡына етмәй торған ынйы. Былай ҡарағанда, уның үтә ҙур ҡиммәте юҡ, әммә, минең әйткәнемсә, ул минең тажымды матурлап торор ине.

Барон, әлеге кеүек, телмәрен тура эшкә ҡағылмаған биҙәктәр менән матурлай башлаһа, был әңгәмәнең уның өсөн бик әһәмиәтле икәнен аңлата. Тим быны яҡшы белә. Шуға күрә ул бер ни әйтмәйенсә биреләсәк һорауҙы сабыр ғына көттө. Һорау үҙен оҙаҡлатманы:

— Был акциялар өсөн һеҙ нимә теләр инегеҙ, Талер әфәнде?

Тимдың яуабы күптән әҙер ине. Шуға ҡарамаҫтан, ул был турала яңы ғына уйлай башлаған булып ҡыланды. Ниһайәт ул:

— Акциялар өсөн миңә Гамбургта үҙегеҙҙең акционерҙар йәмғиәтенә ҡарамаған берәй ҙур булмаған пароходлыҡ алып бирә алаһығыҙмы?

— Һеҙ минең конкурентым булырға йыйынмайһығыҙҙыр бит, Талер әфәнде? Белеп тороғоҙ, был осраҡта һеҙ үҙегеҙҙең тоҙағығыҙға үҙегеҙ ҡабасаҡһығыҙ.

— Юҡ, мин беҙҙең акционерҙар йәмғиәте менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмаған пароходлыҡ тураһында әйтәм. Бәлки, берәй каботаж пароходлығылыр?

Барон шоферға эйелеп:

— Әйтегеҙ әле, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Гамбургтағы каботаж пароходлыҡтарының ҡайһыһы иң табышлы? — тип һораны.

Шофер бер секундҡа ғына уйлап торҙо ла:

— «ГГП»: «Гамбург — Гельголанд — Пассажир». Алты пароход. Рейстары ҡыш көнө лә, йәйгеһен дә. Денкерҙар ғаиләһенең милке, — тип яуапланы.

— Денкер әфәндене нисек табырға була?

Шофер ҡул сәғәтенә күҙ ташлап алды ла:

— Ул хәҙер үҙенең контораһында, гавандә, — тине. — Алтынсы күперҙә.

— Беҙҙе Алтынсы күпергә алып барығыҙ ҙа шунда көтөп тороғоҙ. Буш итмәм…

— Кәрәкмәҫ, — тип бурҡылданы шофер.

Тимға йәнә был тауышты ишеткәне бар һымаҡ тойолдо. Гавангә барып етмәҫ борон, машина светофор янында туҡтаны. Тим тәҙрәнән күтәргес крандарға, бейек мачталарға, көлһыу-зәңгәр төҫтәге сентябрь күгендә улар һалған биҙәктәргә ҡомһоҙланып ҡарап ултырҙы. Таксиҙың тәҙрәһе ябыҡ булһа ла, танауы гавань еҫтәрен — тоҙ, дегет һәм ылымыҡтар еҫен һиҙгән һымаҡ булды.

Һулағанға тиклем үк хыялын биләп алған был еҫ унда бик күп хәтирәләрҙе уятты. Ошо гавандә ул барондың эҙенә төштө; ошонда уның артынан баҫтыра башланы, әллә ниндәй ҡараңғы шырлыҡтар аша үтергә тура килһә лә, был баҫтырыу уға ошо көнгә тиклем уңыш килтергәне юҡ.

Хәҙер ул бында яңынан әйләнеп килде. Бәлки, үҙе таба алмағанды дуҫтарының ярҙамы менән таба алыр.

Күтәргес кран тышына пальма төшөрөлгөн ҙур йәшникте бәүелтә ине. Тим уға иғтибар итмәне. Ул үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙән күҙен алманы, Джонниҙы, Крешимирҙы йә Рикерт әфәндене күрергә өмөтләнде. Улар ошонда, ошо крандар, мачталар араһында, ошо вымпелдар сәскә атҡан урманда булырға тейеш. Тик әле береһе лә күренмәне. Тим хатта уларҙы таба алырмы-юҡмы икәнен дә белмәй ине. Һағыштан йөрәге ҡыҫылды. Машина ҡуҙғалғас ҡына, уға еңелерәк булып китте.

Барон да портҡа иғтибар менән ҡарап ултыра ине. Тик ул хыялланманы: пальма төшөрөлгән ҙур йәшниккә эшлекле ҡараш ташланы. Ул әле «Пальмаро» маргарины тейәлә башлағанын белә ине.

Артабан таксиҙағы ике пассажирҙың да уйы әле һатып алырға теләгән пароходлыҡ тирәһендә өйөрөлдө: «Гамбург — Гельголанд — Пассажир». Натйаштың уйын ике һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин булыр ине: «файҙалы килешеү». Тимдың уйҙары һәм тойғолары күпкә тәрәнерәк. Һағышы — өмөт менән, барыһының да яҡшы тамамланырына ышаныс йәшерен хәүеф-шиктәр менән алмашынды. Уның үҙенә пароходлыҡтың бөтөнләй кәрәге юҡ; уға был донъяла бер генә нәмә — көлөүе, азатлығы ғәзиз. Әммә ул был ҡағыҙҙар уйынында еңеп сығырға тейеш. Ул әле үҙен уратып алған байлыҡтан яңы тормошҡа бер нәмә лә алмаясаҡ. Ләкин, исмаһам, уның дуҫтарына саҡ ҡына булһа ла өлөш сыҡһын, файҙа килһен. Был пароходлыҡ аҙ ғына булһа ла рәхмәтен белдерергә ярҙам итер. Хәйер, уларҙың ярҙамдарының ысын баһаһын ул бер ваҡытта ла яҡшылыҡ менән ҡайтарып бөтә алмаясаҡ.

Машина туҡтаны. Натйаш менән Тим сығып «ГГП»-ның баш контораһына йүнәлде. Бында уларҙы хайран ҡалдырып, пароходлыҡтың хужаһы өлкән Денкер ҡолас йәйеп ҡаршы алды.

— Ҡайһылай ғәжәп, әфәнделәр! — тине ул. — Мин пароходлығымды һатҡанда бик һәйбәт булыр ине, тип уйлап ҡына торһам, конторама уны һатып алабыҙ тип һеҙ килеп индегеҙ. Мөғжизә!

Әгәр ҙә Денкер әфәнде барон менән Тимды көтөп ултырған таксиҙың шоферын күргән булһа, был мөғжизәгә аптырамаҫ ине. Бәхеткә күрә, күрмәне. Хәйер, күрһә лә, Тим кеүек үк танымаҫ ине.

Әйтергә кәрәк, тап ошо мәлдә шофер көҙгөгә күҙ ташлап һаҡалын рәтләштереп маташа ине. Ҡапыл ул үҙҙәренең артына йөҙ метрҙар самаһы килеп етмәйенсә туҡтаған таксиҙы күреп ҡалды. Пассажир сыҡманы, ни өсөндөр машинала ултыра бирҙе.

Бер сәғәт тә үтмәне, барон менән Тим Денкер әфәнденең контораһынан кеҫәләренә «килешеү проектын» һалып килеп тә сыҡты. Улар хатта Денкерҙың яҙыу өҫтәле артына ултырып, өсәүләшеп был ваҡиғаны «йыуып» та өлгөргәйне. Закон ҡағиҙәләре буйынса төҙөлгән контракт иртәгә әҙер буласаҡ ине.

Улар таксиға кире килгәндә, шофер әллә йоҡлай, әллә йоҡлағанға һалышып ята. Кәйефе хәтәр күтәренке булған Натйаш ишекте үҙе асты. Тим машинаға икенсе яҡтан инеп ултырҙы.

Шофер, яңы ғына уянып, ныҡлап иҫенә лә килеп өлгөрмәгәйне, ахыры. Барон уға «Йыл миҙгелдәре» ҡунаҡханаһына барырға бойорғас, бер генә минутҡа аңламайыраҡ торҙо.

— Әйтегеҙ әле, — тине уға Натйаш, такси ҡуҙғалып киткәс, — һеҙ «Гамбург — Гельголанд — Пассажир» пароходлығын һатырға йыйынғандарын белә инегеҙме?

— Юҡ, — тип яуапланы шофер. — Тик мин быға аптырамайым. Денкер үҙе был эш өсөн өлкәнәйеп бара, ә ҡыҙҙары мираҫты аҡса менән алыуҙы ҡулайыраҡ күрерҙәр ине. Пароходлыҡ улар өсөн, минең уйымса инде, үтә бысраҡ эш. Ә һеҙҙе, әгәр ҙә һорарға мөмкин булһа, «ГГП» ҡыҙыҡһындырамы әллә?

Барон хәтәр шәп кәйеф менән:

— Мин уны һатып алдым тиерлек инде, — тип яуапланы.

— Шайтан алғыры, ҡайһылай тиҙ килеп сыҡҡан! Хас та «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» тигән әкиәттәге кеүек бит һуң, әгәр ҙә һеҙ ул мәрәкә тарихты белһәгеҙ инде. Ҡағылыуың була — шунда уҡ йәбешәһең дә ҡалаһың!

Шофер Тимдың көҙгөләге йөҙөнә һирпелеп кенә ҡарап алды; был һүҙҙәрҙе әйткәндә ул саҡ ҡына тертләп ҡуйған шикелле булды, шунан яңынан таш һымаҡ ҡатып ҡалды. Тим тиҙ генә үҙен ҡулға алырға һәм тулҡынланыуын битарафлыҡ битлеге аҫтына йәшерергә өлгөрҙө.

Тулҡынланыуының сәбәбе аңлашыла: ниһайәт, шофер ситләтеп кенә үҙен танырға ярҙам итте бит. Ә баронда иһә был бер ниндәй ҙә шик уятырға тейеш түгел. «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» — был әкиәттә принцесса көлөргә өйрәнде бит! Был ишараны Тим көтә ине, — дуҫтары йоҡлап ятмағанын белдергән билдә ине. «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» — көлөүе артынан яңынан баҫтыра башлауға тәүге сигнал!

Инде Тим киң арҡаһын ҡуйып алдында ултырған шоферҙың кем икәнен белә ине. Булмышының иң тәрән еренән нимәлер, юҡ, көлөү түгел, һөйләү һәләтен юҡҡа сығара торған бер нәмә ҡалҡып сыҡты. Быны «тамаҡҡа төйөр тығылды» тип әйтәләр, шикелле.

Ул арала такси Альстер ярына табан боролдо һәм ҡунаҡхана алдына килеп туҡтаны. Шофер сығып ишекте асты. Был бәһлеүән кәүҙәне күреп, Тимдың бер ниндәй ҙә шиге ҡалманы. Барон аҡса түләп ҡунаҡханаға боролғас, Тим шоферҙы ҡосаҡлап алыуҙан саҡ тыйылып ҡалды. Тулҡынланыуҙан ҡарлығып киткән тауыш менән ул:

— Джонни! — тип бышылданы.

Шофер бер секундҡа ғына ҡара күҙлеген күтәреп, Тимға ҡараны, тауышын күтәрә биреп:

— Һау булығыҙ, йәш кеше! — тине лә ҡулын ҡыҫты. Шунан ҡабаттан күҙлеген кейҙе, машинаһына ултырҙы ла китеп барҙы. Тимдың ҡулында бәләкәй генә ҡағыҙ остоғо тороп ҡалды. Әле барон Натйаш концернының бөтә акциялары ҡулына килеп эләкһә лә, ул үҙен шул тиклем бай итеп хис итмәҫ ине!

Үҙен бәхетле тиерлек тойған Тим Натйаш артынан ҡунаҡханаға килеп инде. Вестибюлдә уларҙы сираттағы директор ҡолас йәйеп көтөп тора ине.

Уның киң йәйелгән ҡулдары: «Ниндәй ҡыуаныс, барон әфәнде!» — тип әйткән кеүек. Ләкин директор үҙенең тойғоларын ҡысҡырып әйтеп өлгөрмәне, сөнки барон бармағын ирененә тейҙерҙе.

— Үтенәм, бер ниндәй ҙә шау-шыу кәрәкмәй! Беҙ бында йәшерен рәүештә. Мистер Браун һәм уның улы — Лондондан килгән коммерсанттар.

Директорҙың ҡулы аҫҡа төштө. Ул әҙәпле генә баш эйҙе лә:

— Хуш килдегеҙ, мистер Браун. Һеҙҙең багажығыҙ килеп етте, — тине.

Тимға был ныҡ мәрәкә тойолдо. Ул хатта был директорҙы ҡосаҡлап алырға ла әҙер ине — бер остоҡ ҡына ҡағыҙ киҫәге уның күҙ алдында бөтә донъяны тулыһынса үҙгәртте.

Ләкин Тим бер кемде лә ҡосаҡламаны. Тим көлөп тә ебәрмәне. Эйе, шулай, хәйер, көлә белмәгән малай быны нисек эшләй алыр ине? Ул оҙаҡҡа һуҙылған бойоҡ йылдары дауамында күнеккәненсә етди һәм әҙәпле итеп:

— Рәхмәт һеҙгә! — тип әйтеү менән сикләнде.

Егерме туғыҙынсы бит. ОНОТОЛҒАН ЙӨҘҘӘР

Ер тирәләй сәйәхәт ваҡытында Тим үҙенең артынан күләгә кеүек йә берәмләп, йә икешәрләп шымсылар йөрөгәненә өйрәнеп бөткәйне инде. Улар үҙҙәренең вазифаһын күренмәҫкә тырышып, ҡәҙимге әҙәпле генә башҡарырға тырышты. Тим уларҙың икеһен дә төрлө ҡалаларҙың урамдарында йыш күрер булды, сөнки Генуяла уҡ яҡшы танып ҡалғайны. Шымсылар уны борсомай торғайны, сөнки сәйәхәттә саҡта ул Натйаштың тыңлаусан юлдашы булырға өйрәнгәйне.

Ә хәҙер, кеҫәһендә ҡәҙерле яҙыу ятҡанда, был шымсылар Тимға һәр бер шаршау артында күренә башланы. Ул бер нисек тә яҙыуҙы алып уҡырға тәүәккәлләй алманы. Джонниҙың маскарад кейеме, үҙен үтә ныҡ һаҡ тотоуына ҡарап, дуҫтарының да күҙәтелеүен аңларға мөмкин ине. Ниһайәт, барон берәй сәғәткә ял итергә ятҡас, Тим үҙенең номерындағы ванна бүлмәһенә инеп бикләнде лә, ванна ситенә ултырып, кеҫәһенән ҡағыҙ остоғон сығарҙы.

Дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ почта маркаһы ҙурлыҡ ҡына. Тим уны асып ҡарап, ике яҡтан да нимәлер яҙылғанын күрҙе. Ләкин был бәләкәс кенә хәрефтәрҙе таныр өсөн лупа кәрәк икән.

Ә ҡайҙан лупа алырға һуң? Ҡағыҙҙы яңынан дүрткә бөкләп кеҫәһенә йәшергәс, Тим бына шул хаҡта баш вата башланы. Ҡунаҡхананың берәй хеҙмәткәренән һорарғамы? Шымсылар был турала шунда уҡ беләсәк. Һатып алһа? Шымсылар шунда уҡ магазинда, был малай нимә һатып алды, тип һораясаҡ. Ҡайҙан лупа алырға һуң?

Тим кемдеңдер ишекте туҡылдатҡанын һәм, күрәһең, уның номерына ингәнен ишетеп ҡалды. Ул Натйаштыр тип уйланы һәм унитаздың һыуын ағыҙған булды. Шунан шым ғына бикте асты ла ҡунаҡ бүлмәһенә сыҡты.

Ҡунаҡ бүлмәһендә өҫтәл һәм дүрт кәнәфи тора ине. Уларҙың береһендә, Тимдың тап ҡаршыһында, тутыйғош һымаҡ үтә сағыу кейенгән, артыҡ ныҡ биҙәнгән, һаламға оҡшаған сәстәре бөҙрәләнгән бер ҡатын ултыра. Уның эргәһендәге икенсе кәнәфиҙә ап-аҡ йөҙлө, оҙон буйлы бер үҫмер. Муйынына галстук урынына сағыу күбәләк таҡҡан. Тимға ҡапыл бүлмәлә борос, тмин һәм әнис еҫе борҡоп киткән һымаҡ булды.

Был кешеләрҙең үгәй әсәй менән Эрвинға оҡшашлығын бик тырышҡанда ғына табырға мөмкин. Ә шулай ҙа был улар ине.

Тим бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә ишек төбөндә туҡтап ҡалды. Ул был осрашыуҙы көтмәгәйне. Был кешеләрҙе яңынан күрергә әҙер түгел ине. Тим уларҙы бер ҡарау менән үк таныны, әлбиттә. Ләкин был йылдар эсендә үҙгәргән йөҙҙәрҙә элекке һыҙаттарҙы күрер өсөн уға күпмелер ваҡыт кәрәк булды. Шунда ул ғүмерендә беренсе тапҡыр быларҙың алйот йөҙҙәр икәнен абайланы.

Атаһының: «Әгәр ҙә алйотлоҡ игелекле түгел икән, һин уға екһенеп ҡара!» тигән һүҙҙәре тағы ҡолағында яңғырап китте. Әле ул бәләкәй сағында саҡ-саҡ ҡына һиҙенгән нәмәне айырым-асыҡ аңланы. Ул атаһының кәнәфиҙә ултырған был икәүҙең асылын шул ваҡытта уҡ аңлағанын төшөндө. Бәләкәй сағында үҙенең көлөүен эргәһендә атаһы булғанға ғына һаҡлап алып ҡалғанын аңланы.

Тимдың күҙҙәренә йәш тулды, күңеле нескәргәндән түгел, алдында ултырған кешеләргә текләп ҡарағанға. Үгәй әсәйҙең йөҙө күҙ йәштәре артында юғалды ла үҙенә көлөү бүләк иткән ғәзиз йән эйәһенең — әсәһенең йөҙө пәйҙә булды. Ҡап-ҡара сәстәр, емелдәп торған ҡара күҙҙәр һәм ирен ситтәрендәге ярым түңәрәк һыҙаттар.

Бына ни өсөн уға Генуяла палаццо Кандидолағы портреттар оҡшаған икән! Был таныу, хәтерләү булған. Италия рәссамдарының картиналарынан, һәр бер портреттан уға әсәһенең күҙҙәре ҡарап торған. Был уның үткәненең, быуын-быуын ата-бабаларының портреттары булған. Ә, бәлки, уның киләсәгенең дә? Эйе, ул быға ла өмөтләнә.

Үгәй әсәй Тимды күреү менән һикереп торҙо, бейек үксәләре менән туҡыл­дата баҫып уға ташланды һәм, оҙаҡ уйлап тормай, муйынына килеп аҫылынды. Әсәһенең иҫтәлеге солғанышында торған Тим, ҡаушап, үгәй әсәйҙе ҡосаҡлап алыр­ға мәжбүр булды. Ләкин ул тар тыҡрыҡтағы бер ҡатлы ихлас малай түгел ине инде. Үҙенең тойғоларын да, ҡаушауын да йүгәнләргә күптән өйрәнгәйне. Киләһе минут­та ул өндәшмәй генә, йомшаҡ ҡына итеп уны ситкәрәк этте. Һәм үгәй әсәй буйһон­до. Бер-ике тапҡыр үкһегән булып өҫтәл яғына атланы, ундағы сумкаһынан ҡулъя­улыҡ килтереп сығарҙы һәм керпек йәбештерелгән күҙҙәренә терәп алған булды.

Инде Эрвин урынынан торҙо. Аушаңлап атлап, ағаһы янына килде һәм йомшаҡ, көсһөҙ ҡулын һуҙҙы:

— Шәпме, Тим!

— Һаумы, Эрвин!

Башҡа улар бер һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәне, сөнки ишек шар асылып китте һәм унан йыш-йыш тын алған барон атылып килеп инде.

— Был кемдәр ул?

Әлбиттә, барон үҙенең алдында кемдәр торғанын белә ине. Тим быны яҡшы аңлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул әҙәпле генә итеп үҙенең саҡырылмаған ҡунаҡтарын барон менән таныштырҙы.

— Һеҙҙе үҙемдең үгәй әсәйем, фрау Талер менән таныштырырға рөхсәт итегеҙ, барон әфәнде. Ә был минең ҡустым Эрвин.

Шунан һуң ул юрамал бик рәсми рәүештә, нәзәкәтле итеп ҡулын йәйеп, уларҙы үҙенең опекуны менән таныштырҙы:

— Барон Натйаш.

Үгәй әсәй уң ҡулын Натйаштың эйәгенә терәп тигәндәй һуҙҙы, күрәһең, уның хөрмәтләп үбеп алыуына иҫәп тотҡандыр:

— Бик шатмын, барон әфәнде! — тип һайраны.

Натйаш уның ҡулына иғтибар итмәне.

— Әйҙәгеҙ, бында спектакль уйнамайыҡ, фрау Талер! Уҫал телдәр һөйләүенсә, театрығыҙҙы барыбер ябырға мәжбүр булғанһығыҙ.

Үгәй әсәй баронға әсе генә яуап бирергә ауыҙ асҡан еренән ҡапыл туҡтаны ла тактикаһын тулыһынса үҙгәртергә булды. Тимға боролоп, яһалма йөҙөнә һоҡланыу ишараты сығарҙы ла, бер аҙым артҡа сигенеп:

— Ә һин ҡайһылай күркәм егет булып киткәнһең, балаҡайым! Мин һинең менән бик ғорурланам. Беҙ һинең турала гәзиттән уҡып торабыҙ. Шулай бит, Эрвин?

Улы, йәне көйгәнен йәшереп тороуҙы ла кәрәк тапмайынса, ауыҙ эсенән генә мығырҙап «эйе» һымағыраҡ ауаз сығарҙы. Күрәһең, уның әсәһенә мөнәсәбәте бөтөнләй үҙгәрмәгәйне.

Үтә иркә, үҙенең ярҙамһыҙлығы һәм эшлекһеҙлеге арҡаһында әсәйҙән башҡа йәшәй алмаһа ла, бүтәндәр алдында уның өсөн ояла ине. Ул әсәһенең хайуандарса яратыуын бик оҫта файҙалана, шул уҡ ваҡытта унан екһенә лә.

Тим үгәй әсәйҙең был һөйөүе ҡасандыр үҙенә ҡағылмағанға әле эстән генә бик ҡыуанды. Был һөйөү уның ихтыярын һындырыр, һәм ул ҡаршы тороу һәләтен юғалтыр ине; һуңғы йылдарҙа тамуҡҡа әйләнгән тормошона түҙә алмаҫ ине. Был осрашыу Тимға ныҡ файҙалы ғына түгел, мотлаҡ кәрәк тә булған икән. Ул ғүмеренең бер түңәрәген, үткәнен йәнә күрҙе. Түңәрәк үтелгән, ул гүйә спираль буйынса хәрәкәт итә һәм әле тағы юлының башында тора, әммә бер нисә уратымға бейегерәк. Әгәр ҙә юл башы — уның тыҡрыҡтағы иҫке өйө булһа, ул текә һуҡмаҡ буйлап тауға менгән дә өйөнә юғарынан аҫҡа ҡарай — ана ул өй, тәрән уйһыуҙа. Тим үгәй әсәй менән Эрвиндың һаман да шунда, уларҙы ҡасандыр ҡалдырып киткән урында торғанын һәм бер аҙым да алға күсмәгәндәрен күрҙе. Хәҙер, «Йыл миҙгелдәре» ҡунаҡханаһының номерында, эргәлә генә баҫып торһалар ҙа, улар шул тиклем алыҫ, хатта тауыштары ла саҡ-саҡ ишетелә. Тап ошо минутта үгәй әсәй:

— Инде беҙ бөтөнләйгә һинең яныңда ҡалабыҙ, һинең турала хәстәрлек күрәбеҙ, Тим. Һин бит бөтә байлыҡтың законлы вариҫы, иртәгә һиңә ун алты йәш тула. Тимәк…

— …был ул бәлиғ булды тигән һүҙ түгел! — тип әйтеп ҡуйҙы барон.

Фрау Талер ҡырт ҡына уның яғына боролдо. Күҙҙәре йылтырап китте. Был яһалма ҡарашты Тим бәләкәй сағынан уҡ яҡшы хәтерләй ине. Әле был ҡараш уға үтә хәүефле тойолманы. «Алйотлоҡтоң иҙеүе аҫтында ғазапланыу ниндәй алйотлоҡ!» — тип уйланы Тим.

Ул арала Натйаш, күңелле йылмайып, ни өсөн Тимдың ун алты йәше тулыуға ҡарамаҫтан, бәлиғ булмағанын аңлатырға тотондо.

— Был илдә, Талер ханым, кеше егерме бер йәше тулғас ҡына бәлиғ тип иҫәпләнә. Бары шул ваҡытта ғына ул законлы рәүештә мираҫҡа хужа була. Һеҙ, күрәһең, минең ун алты йәш тулғас бәлиғ һаналған илдең гражданы булғанымды белеп ҡалғанһығыҙҙыр. Ләкин был һеҙҙең үгәй улығыҙ Тимға ҡағылмай. Ул ошо илдең закондарына буйһона. Шуға күрә бары егерме бер йәш тулғас ҡына ул мираҫҡа хужа буласаҡ.

Үгәй әсәй баронды бүлдермәне. Натйаш һөйләгәндә ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ҡулындағы ҡулъяулығын йолҡҡослап тора бирҙе. Ә хәҙер ул яңынан Тимға боролдо һәм тулҡынланыуын саҡ-саҡ тыйып:

— Һин барон менән бер үк илдең гражданы түгелме ни? — тип һораны.

Уйҙарына сумып торған Тим уның һорауын ишетмәй ҡалды. Бары тик нимәлер һорағанын ғына абайланы.

Әҙәпһеҙ булмаҫ өсөн, ул кәнәфиҙәргә күрһәтеп:

— Әйҙәгеҙ, ултырып һөйләшәйек. Уңайлыраҡ булыр, — тине. Барыһы ла өндәшмәй генә өҫтәл тирәләй ултырышты. Тим аяғына аяғын һалып ултырған килеш:

— Үҙемдең опекунымдың кем булыуы тураһында минең быға тиклем бер тапҡыр ҙа уйланғаным юҡ ине, — тип һүҙ башланы. — Барон… — ул тотлоғоп торҙо, — үлгәс, минең опекуным итеп яңы барон иғлан ителде. Әле генә башыма килде, ә бит быға минең үгәй әсәйем ризалыҡ бирергә тейеш ине. Ризалыҡ булдымы? Әллә…

Фрау Талер ҡапыл ҡаушап төштө. Ул ни эшләргә белмәйенсә:

— Беләһеңме, Тим, һин киткәс бит беҙгә бик ауырға тура килде. Уңманыҡ та уңманыҡ, шунан …

— …шунан фрау Талер закондың бөтә ҡағиҙәләре буйынса, опекунлыҡты миңә тапшырҙы, — тип уның өсөн тамамлап ҡуйҙы Натйаш. — Әйткәндәй, ҙур ғына аҡсаға. Артабан ул шул аҡсаға театр-варьете һатып алды. Ә театр тотто ла юҡҡа сыҡты, табыш килтермәгәс ни…

— Быға мин ғәйепле түгел бит инде, шулай килеп сыҡты… — тип үкһеп ҡуйҙы фрау Талер, шунан ул элекке ваҡыттағы кеүек бер туҡтамай бытылдарға ке­решеп китте: — Эйе, әлбиттә, закон буйынса бөтәһенең дә тәртиптә икәнен мин бе­ләм. Тик ул бит минең балам. Ә беҙ хәҙер урамда тороп ҡалдыҡ, мин улым менән…

Был юлы уны Тим бүлдерҙе.

— Опекунлыҡты һатҡанһың икән, хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай инде.

— «Һатҡанһың… Һатҡанһың…»! Шул тиклем аяуһыҙ булма инде, Тим! Беҙ бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалдыҡ, Тим!

— Ә хәҙер һеҙгә күпме аҡса кәрәк?

— Кем аҡса тураһында һөйләй һуң? Беҙ башҡа бер ҡасан да айырылмаясаҡбыҙ, Тим!

— Юҡ, — тине Тим. — Беҙ айырыласаҡбыҙ. Был беҙҙең һуңғы күрешеүебеҙ булыр, тип ышанам. Ләкин, әгәр ҙә һеҙгә аҡса менән ярҙам итә алам икән, мин быны ихлас күңелдән эшләйем. Күпме кәрәк?

— Алдан уҡ үҙемдең ризалығымды белдерәм, — тине барон.

Әммә үгәй әсәй уның һүҙҙәрен ишетмәгәнгә һалышты.

— Ах, Тим! — йәнә был яһалма үкһеү. — Һин бит хәҙер ҡот осҡос бай! Ә беҙ, һинең туғандарың булараҡ, ярым ас тормош алып бара алмайбыҙ.

Барон ҡысҡырып көлөп ебәргән еренән тиҙ генә усы менән ауыҙын яба һалды — саҡ ҡына үҙен фашламай ҡалды. Тимдың көлөүе уларға яҡшы таныш бит. Тимәк, уларҙан тиҙ генә ҡотолорға кәрәк. Улар менән башҡа бер ваҡытта ла осрашмауҙы хәстәрләмәй булмаҫ. Шулай булғас, түләргә кәрәк. Ул йәһәт кенә тәҡдим яһаны:

— Ямайкала, фрау Талер, диңгеҙ буйында, минең бик матур курортым бар. Унда башлыса Американан килгән туристар ял итергә ярата. Йыллыҡ саф табыш — алтмыш мең доллар. Билдәле булыуынса, Ямайка — мәңгелек яҙ утрауы. Һеҙҙең бунгало диңгеҙ буйында пальмалар аҫтында урынлашҡан.

«Туристар өсөн реклама буклеты тип торорһоң! — тип ғәжәпләнеп уйланы Тим. — Тимәк, ул быны ла белә!» Хәйер, ул Натйаштың быларҙы ни өсөн шул тиклем алыҫҡа ебәргәнен шунда уҡ аңлап алды. Барондың тиҙ генә көлөүҙән туҡтағаны уның иғтибарынан ситтә ҡаламы һуң инде?! Шуға күрә Тим барон тегеләргә беренсе класлы пароходҡа ике билет бүләк иткәнгә лә аптыраманы.

Үгәй әсәй, яңынан үкһеп, дөрөҫөрәге, үкһеүенән туҡтамайынса:

— О, һеҙ ифрат мәрхәмәтле, барон әфәнде! — тип сутылданы. Ямайка тураһында ишетеү менән үк Эрвиндың биттәре янып китте. Ул да тап әсәһе һымаҡ сылт-сылт күҙен йомдо.

— Әйҙәгеҙ, контрактҡа ҡул ҡуйыр өсөн минең номерыма барайыҡ, — тине барон.

Ул, урынынан тороп, ишеккә барҙы ла уны үгәй әсә алдында шар асып ҡуйҙы.

Фрау Талер, бейек үксәләре менән туҡылдап, уның артынан йыбырланы. Әммә Тимды бик ваҡытлы иҫенә төшөрөп, ишек төбөндә боролоп ҡараны:

— Һин беҙҙе онотмаҫһың бит, Тим?

— Мин һеҙҙе оноттом да инде, шикелле, — тине Тим, әкрен генә тауыш менән. Ләкин барып ҡулын бирҙе лә етди итеп: — Ямайкала уңыштар теләйем! — тине.

— Рәхмәт, рәхмәт, балаҡай.

Ауыҙы йырыла башлағайны, әммә йылмайып өлгөрмәйенсә ишектән сығып китте. Эрвин, Тимдың ҡулын ҡыҫып, әсәһе артынан эйәрмәксе ине, Тим уны туҡтатып:

— Миңә лупа тап та уны Альстер ярындағы ҡыҙыл эскәмйә аҫтына һал. Эскәмйә ҡунаҡхананың ҡаршыһында ғына тора, — тип бышылданы. — Мә, тот! — ул кеҫәһендә булған барлыҡ аҡсаһын услап сығарып Эрвинға һуҙҙы.

Эрвин, аҡсалар араһынан теге ҡағыҙҙы килтереп сығарып:

— Ә был ниндәй яҙыу? — тип аптырап һораны.

— Ой! Ул миңә кәрәк! — тип саҡ ҡысҡырып ебәрмәне Тим. Бәхеткә күрә, ул быны бышылдап ҡына әйтте.

Яҙыулы ҡағыҙ яңынан Тимдың кеҫәһенә күсеп ятты, ә Эрвин ишеккә табан атланы.

— Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! — тип бышылданы ул тупһа янында. — Ләм-мим.

Тим баш ҡаҡты һәм ҡустыһы артынан да, үҙенең алыҫ үткәне артынан да ишекте бикләп ҡуйҙы. Инглиз йоҙағына.

Утыҙынсы бит. ҠАҒЫҘҘАР

Ябай кеше айҙар буйы тупһаһын тапарға мәжбүр булған учреждениеларҙа аҡсалы кешеләрҙең эш-йомошо ни тиклем тиҙ яйға һалыныуына иҫ-аҡылың китер. Натйаш акционерҙар йәмғиәтенең юридик контораһында бер көн эсендә әллә күпме әһәмиәтле документты рәсмиләштерҙеләр.

Ямайкалағы диңгеҙ курорты тиң хоҡуҡ менән фрау Талерға һәм улы Эрвинға тапшырылды. Шуға бәйле, Тимға улар менән бер генә минутҡа тағы күрешергә тура килде. Шул арала Эрвин уға лупаның эскәмйә аҫтында ятҡанын әйтеп өлгөрҙө.

Ҡыҫҡаса «ГГП» тип йөрөтөлгән «Гамбург — Гельголанд — Пассажирҙар» пароходлығы ошо көндән алып Тим Талерҙың мөлкәтенә әйләнде. Элекке хужа, өлкән йәштәге Денкер әфәнде, контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң: «Тфү-тфү-тфү, күҙ теймәһен!» — тип һул яурыны аша өс тапҡыр төкөрҙө лә Тимдың ҡулын ҡаты итеп ҡыҫты.

Гамбург пароходлығының акциялар пакеты — күптән түгел Тим уларҙы Лондонда мистер Пенниҙан алғайны — шулай уҡ ошо көндән алып барондың шәхси милкенә күсте. Бер йыллыҡ шартлы мөҙҙәт был осраҡта кәрәкмәй тип табылды, сөнки барон Натйаш хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙың хужаһы ине.

Һәм, ниһайәт, был көндө төҙөлгән һуңғы килешеү мираҫ буйынса контракт булды. Тим бер ваҡытта ла уның тураһында һорамағанға күрә, барон уны төҙөшөүҙе һуҙып килә ине. Ни өсөн барон ҡапыл был контрактты төҙөшөргә әҙер булып киткәндер, Тим белмәй һәм, дөрөҫөн әйткәндә, белергә лә теләмәй ине. Килешеүҙәр, контракттар, байлыҡ хәҙер уны бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Уның бөтә теләге көлөү ине. Кеҫәһендәге яҙыуҙа — төндә уны мендәре аҫтына һалып ятты — уның йоҙаҡлап ҡуйылған көлөүенә асҡыс булғанын һиҙенә ине. Шуға күрә ул эскәмйә аҫтынан лупаны алыу тураһында ғына уйланы. Был өс контрактты рәсмиләштереү уны ни тиклем йонсотҡанын белдереү өсөн ул әленән-әле ҡулы менән маңлайын ышҡып алған булды.

— Әгәр ҙә һеҙҙең башығыҙ ауырта икән, мираҫ буйынса килешеүҙе иртәгәгә ҡалдырайыҡ, — тине барон, быны абайлап. — Һеҙ ризамы, Талер әфәнде?

Тим шунда уҡ ризалығын бирмәне. Хәҙер ул үтә тәжрибәле ине. Киреһенсә, контрактты хәҙер үк төҙөшөү яҡшы булыр ине тип иҫәпләгәнен, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башы ныҡ ауыртҡанын аңлатып бирҙе. Ә килешеүҙәргә саф баш менән ҡултамға ҡуйырға кәрәк булғанлыҡтан, ысынлап та, был эште иртәгәгә тиклем ҡалдырып тороу яҡшыраҡ булыр.

Был хәйләһе береһендә лә шик уятманы. Контрактҡа ҡул ҡуйыуҙы иртәгәгә ҡалдырҙылар. Ике төймә дарыуҙы тыңлаусан ғына йотоп ебәргәндән һуң, Тимға Альстер буйында саф һауала йөрөп торорға рөхсәт бирелде. «Саф һауа күңелгә дауа», — тине уға юристарҙың береһе.

Ҡайҙалыр яҡын-тирәлә унан күҙ алмаған шымсының боҫҡанын белгәнгә күрә, Тим ҡыҙыл эскәмйә аҫтындағы лупаны шунда уҡ алырға ашыҡманы. Киоскыла гәзит һатып алып, эскәмйәгә ултырҙы. Лупаның ҡайҙа ятҡанын ул алдан ҡарап ҡуйғайны инде.

Гәзитте уҡығанда, урта бите тубығынан шыуып эскәмйә аҫтына төшөп китте. Тим, эйелеп, гәзит менән бергә лупаны ла алды. Шунан, гәзиткә йәшенеп, уны пинжәгенең кеҫәһенә тыҡты. Һуңғы осорҙа көлһыу йәки ваҡ шаҡмаҡлы фланелдән тегелгән костюмда йөрөй торғайны. Тим гәзитте, берәй үтеп барған кеше алһа тип, эскәмйәлә ҡалдырып, ҡунаҡханаға ингәнсе, ун биш минуттан да кәм үтмәне. Портье асҡыс менән бергә дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ бирҙе. Был барондан ине:

«Әгәр үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тойһағыҙ, зинһар, минең номерға килегеҙ.

Натйаш.»

Тим барондың номерына тиҙ генә үҙенең бүлмәһенә инеп сыҡҡандан һуң барырға булды. Лупаны ванна стенаһында эленеп торған дарыу йәшнигенә һалды, Джонниҙың яҙмаһын, ныҡ итеп төрөп, баш дарыуы һалынған быяла пробиркаға йәшерҙе. Пробирканы ҡабаттан дарыу йәшнигенә һалғандан һуң, баронға йүнәлде.

Ғәҙәттә, мөһим һөйләшеүҙәр ваҡытында Натйаш ҡулында төп пункттар яҙылған ҡағыҙ тотоп тора. Был юлы ла шулай булды. Унда бағаналап өс кенә һүҙ яҙылғайны. Тим уларҙы асыҡ ҡына күреп өлгөрмәне, ләкин тәүге һүҙ «Рикерт» тигән фамилияға бик оҡшаған ине.

— Иртәгә, Талер әфәнде, — тип башланы барон, — Рикерт әфәндегә ҡағылышлы бәләкәй генә килешеүебеҙҙең мөҙҙәте тула. Әгәр ҙә һеҙ иртәгәгә тиклем үҙегеҙҙең Гамбургтағы дуҫтарығыҙ менән бәйләнешкә инмәһәгеҙ, Рикерт әфәнде ҡабаттан пароходлыҡ директоры итеп тәғәйенләнәсәк. Өлкән йәштә булғанға күрә, ул шунда уҡ хөрмәт менән пенсияға оҙатылыуға һәм ай һайын ҙур ғына пенсия алыуға лайыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ иртәгә Ҡаһирәгә осорға мәжбүрбеҙ, сөнки Мысырҙың бер фирмаһы «Пальмаро» маргаринының атамаһы менән ризаһыҙлығын белдерә. Шуға күрә, әгәр ҙә үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙ менән һөйләшергә теләйһегеҙ икән, һеҙ быны бөгөн эшләргә тейешһегеҙ. Ләкин ул ваҡытта беҙҙең килешеү көсөн юғалтасаҡ һәм Рикерт әфәндегә докер булып ҡалырға тура киләсәк.

— Докер булып? — Тим аптырап китте.

— Эйе, Талер әфәнде, докер булып. Ул шундай түбәнлеккә төшкән. Уның йәшендә был еңел түгел. Шуға күрә, һеҙ уны был ауыр хәленән ҡотҡарырға теләрһегеҙ һәм Крешимир менән дә, рулевой Джонни менән дә, Рикерт әфәнденең үҙе менән дә осрашыу эҙләмәҫһегеҙ, тип уйлайым. Хәйер, бәлки, мин хаталанамдыр!

Натйаш Тимға бер ни тиклем ҡурҡыу менән иғтибарлы итеп ҡараны. Тим был ҡурҡыуҙың сәбәбен белә ине: күрәһең, дуҫтарының береһе уның көлөүенә илтә торған асҡысты тапҡан, ә барон быны һиҙенә.

— Рикерт әфәнде яңынан пароходлыҡ директоры булырға тейеш, — тине Тим ҡәтғи итеп.

— Тимәк, беҙҙең килешеү көсөндә ҡала, Талер әфәнде?

Тим баш ҡаҡты. Әммә ул алдай ине. Дуҫтары менән осрашыуҙан баш тартырға уйлап та бирмәне. Киреһенсә, улар менән бөгөн үк осрашырға кәрәк. Иртәгә һуң булыуы ихтимал. Ә Рикерт әфәнде барыбер пароходлыҡ директоры буласаҡ. Тик хәҙер баронда түгел, контракт буйынса Тимдың ҡарамағына күскән «ГГП» пароходлығында.

Натйаш үҙенең ҡағыҙына күҙ һалды — ул бөтөнләй тип әйтерлек тынысланғайны:

— Икенсе пункт, Талер әфәнде, һеҙҙең… — барон ҡаушап туҡтаны, ләкин шулай ҙа башлағанын тамамлап ҡуйҙы: — Икенсе пункт һеҙҙең көлөүегеҙгә ҡағыла.

Ул тағы Тимға һынсыл ҡарап алды. Әммә Тим күптән инде һәммәһенән — хатта барондың үҙенән — битарафлыҡ битлеге аҫтында хистәрен йәшерергә өйрәнгәйне.

— Минең көлөүем менән нимә, барон? — тип һорағанда уның хатта тауышы ла ҡалтыраманы.

— Бер йыл элек, Талер әфәнде, мин Ҡыҙыл павильонда һеҙҙе һынап ҡараным: көлөүегеҙ һаман ҡыҙыҡһындырамы, ҡыҙыҡһындырһа, ниндәй кимәлдә — шуны тикшерҙем. Уны һеҙгә ярты сәғәткә генә үтескә биреп торҙом. Шул бәләкәй генә эксперимент һөҙөмтәһендә, һаман да көлөүегеҙҙе һағынғанығыҙҙы күрҙем. Әле лә һеҙгә күрһәтмәй генә тәжрибә үткәрҙем. Был юлы һөҙөмтә күпкә яҡшыраҡ булды. Һеҙ донъяла беҙҙең контракт тураһында белгән һәм һеҙгә файҙалы кәңәш бирә алырлыҡ өс бөртөк кенә кешене күреп һөйләшеүҙән үҙ ихтыярығыҙ менән баш тарттығыҙ…

Барон ҡәнәғәт төҫ менән кәнәфиҙең һөйәнгесенә ҡырын ятты.

— Күреүемсә, һуңғы йыл эсендә һеҙ хакимлыҡ, байлыҡ һәм рәхәт тормошто көлөү кеүек ваҡ-төйәктән юғарыраҡ баһаларға өйрәнгәнһегеҙ.

Тим тағы баш ҡаҡты.

— Мин һеҙгә… — барон алға эйелде, — өҫтәлмә контракт төҙөшөргә тәҡдим итәм.

— Ниндәй, барон әфәнде?

— Ә бына ниндәй, Талер әфәнде. Һеҙгә бөгөндән бәлиғ булып иҫәпләнгән илдең гражданлығын тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөмә алам. Ул осраҡта һеҙ шунда уҡ үҙегеҙҙең мираҫығыҙға хужа булаһығыҙ.

— Ә мин үҙемә ниндәй йөкләмә алам, барон?

— Бары ике генә йөкләмә, Талер әфәнде. Беренсенән, бер ваҡытта ла көлөүегеҙҙе ҡабат талап итмәҫкә; икенсенән, хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙы ла индереп, мираҫтың яртыһын миңә бирергә.

— Был тәҡдим тураһында ентекләп уйларға тура килер, — тине Тим һуҙып ҡына, уға нисек тә ваҡытты оторға кәрәк ине.

Әлбиттә, ул үҙенең көлөүенән ғүмерлеккә баш тартыуын штамп һәм мисәт менән нығытыу тураһында бер минут та уйларға йыйынмай ине. Ләкин, Натйаштың быны аңлауына бер нисек тә юл ҡуйырға ярамай.

Ҡапыл Тимдың башына бәхетле фекер килде: әгәр ҙә ул һатыулаша башлаһа, барон Тимдың көлөүенән бөтөнләйгә баш тартыуына һәм хакимиәт менән байлыҡ был донъяла тамаҡта сыңғырҙап торған бөгөлдәрҙән күпкә әһәмиәтлерәк икәненә ышанған, тип уйлаясаҡ.

Тим һатыулашырға тотондо. Хатта егерме бер йәшем тулғас та мираҫыма хужа булырға ҡамасаулар өсөн барондың төрлө саралар уйлап сығара алыуы миңә билдәле, тине ул. Синьор ван дер Толен Тимға был хаҡта әйткәйне. Шуға күрә Тим өҫтәлмә контракт төҙөшөүгә ҡаршы түгел. Әммә ул үҙенең шарттарын ҡуя: хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙы ла индереп, мираҫтың дүрттән өс өлөшө уныҡы булырға тейеш.

Барондың йөҙөндә еңелсә генә йылмайыу ишараты күренеп ҡалды һәм быға Тим шунда уҡ иғтибар итте. Барон хәҙер Тимдың үҙенең көлөүенән бөтөнләй баш тартыуында икеләнмәй ине, күрәһең. Тим тап шуға иҫәп тота ине лә инде.

Улар ярты сәғәткә яҡын һатыулашты. Ахыр сиктә, Тим ҡарышыуҙан туҡтаған булды: инде ул мираҫтың дүрттән өс өлөшөн һәм хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙың яртыһын талап итә башланы.

— Минең шарттарым менән килешегеҙ, барон, һәм беҙ иртәгә Ҡаһирәлә өҫтәлмә контрактҡа ҡул ҡуйырбыҙ.

— Мин тәүҙә ул фекергә күнегергә тейешмен, Талер әфәнде. Иртәгә, Ҡаһирәгә барып еткәс, мин һеҙгә өҙөп кенә яуап бирермен. Ә хәҙер… — барон йылмайҙы, — мин һуңғы пунктҡа күсәм. — Ул тороп, Тимға ҡулын һуҙҙы: — Ун алты йәшегеҙ тулыу менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Әгәр ҙә һеҙҙең ниндәй ҙә булһа теләгегеҙ булһа, Талер әфәнде…

Теләк? Тим уйға ҡалды. Әгәр ҙә был көн уға был донъялағы иң ҙур бүләкте — уның көлөүен — килтерһә, моғайын, уның бер ниндәй ҙә матди байлығы ҡалмаҫ. Пароходлыҡты ул дуҫтарына бүләк итергә йыйына. Шулай булғас, бүләккә нимә һорарға һуң?

Ниһайәт, уның башына хәтәр шәп фекер килде.

— Миңә ҡурсаҡ театры һатып алығыҙ, барон!

— Ҡурсаҡ театры?

— Эйе, барон! Балалар рәхәтләнеп көлә ала торған ҡурсаҡ театры.

Был һүҙҙәр менән Тим үҙен фашланы. Әммә барон уны яңылыш аңланы.

— Әһә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Натйаш. — Аңлайым! Һеҙ ҙә үҙегеҙгә аҙыраҡ көлөү һатып алырға теләйһегеҙ. Яраҡлы ғына көлөүҙе һайлап алыр өсөн һеҙгә театр кәрәк. Яҡшы фекер! Быға тиклем миңә бындай уй килгәне юҡ ине әле.

Тимдың башына килтереп тондорған кеүек булып китте. Тимәк, барон, ысынлап та ул, Тим Талер, күпме ғазаптар аша үткәндән һуң, берәй баланың көлөүен урлап алырға һәләтле тип уйлай.

«Торғаны бер шайтан икән, ә кеше түгел! — тип уйланы Тим. — Ысын шайтан!»

Был юлы барон Тимдың тойғоларын һиҙмәй ҡалмаҫ ине, әлбиттә. Ләкин, бәхеткә күрә, ул ошо минутта ҡурсаҡ театры тураһында белешеп, телефондан ҡайҙалыр шылтыратырға ла керешкәйне. Ярты сәғәт тә үтмәне, эҙләгәне табылды. Барон тәҡдим иткән ярайһы ғына хаҡҡа иң ҙур вокзал эргәһендә инде әллә нисәмә йыл осон-осҡа ялғай алмай йәшәгән ҡурсаҡ театрын һатып алырға мөмкин булыуы асыҡланды.

— Әйҙәгеҙ, унда хәҙер үк барайыҡ, Талер әфәнде, — тине Натйаш. — Мин үҙем менән нотариусты алам, аҡса ла кәрәк: тыуған көнгә алынған бүләккә ҡулаҡса менән түләйҙәр.

Стеналарынан штукатуры ҡойолоп торған бәләкәй бүлмәлә, күрәһең, ул театрҙың контораһы булып хеҙмәт иткәндер, тағы бер контрактҡа ҡул ҡуйылды. Тим Талер бөгөнгө көндән алып ҡурсаҡ театрының хужаһы ине. Был үҙе бер мөғжизә булды. Ә ундай мөғжизәләр хатта ҡурсаҡ театрында ла көн һайын булып тормай.

Был юлы барон менән Тим Талер ҡунаҡханаға йәйәүләп китте. Ҡайтып килешләй, Тим Натйаштан тәүге тапҡыр:

— Ни өсөн һеҙгә минең көлөүем оҡшай, ә башҡа берәүҙеке түгел? — тип һораны. — Шул тиклем оҡшай, хатта уның өсөн ярты батшалығығыҙҙы ҡорбан итәһегеҙ?

— Был һорауҙы миңә әлегә тиклем бирмәгәнегеҙ ғәжәпләндерә, Талер әфәнде, — тине Натйаш. — Уға яуап биреү еңелдән түгел. Фекеремде ҡыҫҡаса ғына төйнәгәндә, түбәндәгеләрҙе әйтә алам: тыҡрыҡтағы бәләкәй малай булған сағығыҙҙа, Талер әфәнде, көлөүегеҙҙе әллә күпме бәләләр, ҡайғы-хәсрәттәр аша алып сыҡҡанһығыҙ. Шул арҡала ул сыныҡҡан һәм бриллиант кеүек ҡатыға әйләнгән. Һеҙҙең көлөүегеҙ емерелеү-ватылыуҙарға бирешмәй, Талер әфәнде! Ул ҡаҡшамаҫ.

— Һуң, мин үҙем емерелеүҙәргә бирешәм бит, барон, — тип ҡаршы төштө Тим етди итеп.

— Бына шул-шул, — тине барон. Тим был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап өлгөргәнгә тиклем, улар ҡунаҡханаға килеп еткәйне инде.

— Хэлло, мистер Браун, — тип сәләмләне уларҙы ҡунаҡхана директоры.

Барон иғтибарһыҙ ғына баш ҡаҡты.

Натйаш өҫтә, Тимдың номерының ишеге алдында, туҡтаны ла:

— Ә хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙың һеҙгә нимәгә кәрәге бар, Талер әфәнде? Контрактҡа ярашлы, һеҙ бит уларҙы барыбер мистер Пенниға бирергә тейешһегеҙ, — тип һораны.

«Тағы шул контракттар! — тип йәне көйөп уйланы Тим. — Тыуған көнөмдә көнө буйы шул ҡағыҙҙар менән булашам!» Уны хәҙер бөтөн донъяла берҙән-бер ҡағыҙҙан — баш дарыуы һалынған быяла пробирка эсендәге бәләкәс кенә хат остоғонан — башҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай ине. Шуға күрә уға барондың һорауына ышандырырлыҡ яуап табыуы еңел булманы. Шулай ҙа үҙен ҡулға алып:

— Мистер Пенниҙың хәл иткес тауышҡа эйә булған акцияларҙы күберәк алыуына бәйле, минең үҙемдең ҡайһы бер фекерҙәрем бар, барон, — тигән булды.

Натйаш уйсанланып:

— Һм! — тип торҙо ла: — Минең бөгөнгә тағы ла ике кәңәшмәгә бараһым бар. Ә һеҙ нимә эшләргә йыйынаһығыҙ, Талер әфәнде? — тип ҡыҙыҡһынды.

Тим ҡулы менән маңлайын ышҡыны:

— Һаман башымдың ауыртҡаны үтмәй, барон. Мин, моғайын, бүлмәмә ҡайтып ятырмын.

— Бик дөрөҫ, — тип йылмайҙы барон. — Йоҡо — иң яҡшы дарыу.

Шунан китеп барҙы.

Ә Тим ашыға-ашыға асҡыс менән номерының ишеген асып инде лә ванна бүлмәһенә йүгерҙе.

Утыҙ беренсе бит. СЕРЛЕ ХАТ

Тим ванна бүлмәһендә йыуынғыс өҫтөндәге көҙгө янындағы бәләкәс лампочканы ғына яндырҙы. Шунан дарыуҙар йәшнигенән лупа, пробирканан ҡағыҙ киҫәген алды. Йөрәге шул тиклем дарҫлап тибә, бына-бына һикереп килеп сығыр кеүек ине.

Яҙыуҙы уҡырға тотонорҙан алда көлһыу төҫтәге ҡупшы костюм кейгән был йәш кеше тағы ла бер тапҡыр ишекте тартып ҡараны. Ул яҡшы ябылған ине. Шунан, йыуынғыс алдына баҫты ла, лупанан яҙмаға ҡараны һәм — ҡайҙа бында ҡупшы көлһыу костюм — ул тулҡынланыуҙан ҡалтырап төшкән малайға әйләнде.

Ҡулындағы лупа дерелдәүгә ҡарамаҫтан, Тим хәреф артынан хәрефте танып, бөрсә кеүек ваҡ хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәрҙе уҡый алды. Яҙыуҙы уҡыған һайын аптырауы арта барҙы.

«“Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!”ға кил.

Принцесса тапҡанды һин дә тап. Юл һин уйлағандан ябайыраҡ.

Көньяҡҡа ҡуймаҫҡа өгөтләүсе уны һиңә күрһәтер. Таныш шофер сәғәтле йортто ҡарауыллай. Трамвайҙарҙың (ҡара!) сәғәтен көт.

Ҡомаҡтан һаҡ бул, уны алда. Юл ябай, тик артҡы ишектәрҙе, тыҡрыҡтарҙы һайла!»

Тим ҡағыҙ менән лупа тотҡан ҡулын төшөрҙө лә ванна ситенә ултырҙы. Тулҡынланыуҙан ҡулдары ҡалтыраһа ла, башы сәғәт кеүек эшләне. Натйаш ҡулына эләгеү ҡурҡынысы булғанға, шифр менән яҙылғанын аңлай ине. Тимәк, хәҙер йәшерен ишараларҙы һәм күрһәтмәләрҙе төшөнөргә кәрәк. Ул ҡабаттан йыуынғыс янына килде, яҡтылыҡ аҫтына баҫты һәм яҙыуҙы яңынан, яйлап ҡына уҡып сыҡты.

«Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!»ға кил.

Бына аңлау ҡыйын түгел. Ҡурсаҡ театрының тамашаһын ҡараған урынға барырға кәрәк. Йәғни Овельгёнелағы трактирға.

Принцесса тапҡанды һин дә тап.

Быныһы инде тағы ла ябайыраҡ. Был һөйләмдә иң әһәмиәтле һәм иң ҡиммәтле хәбәр йәшеренгән. Был — үҙеңдең көлөүеңде кире ҡайтарып ал, тигән һүҙ. Ә бының мөмкин икәнен артабанғы һөйләм иҫбатлай:

Юл һин уйлағандан ябайыраҡ.

Ә бының нимәне аңлатыуы мөмкин?

Көньяҡҡа ҡуймаҫҡа өгөтләүсе уны һиңә күрһәтер.

Тимға хәтерен эшкә егергә тура килде — был бит ат. Ул һуңғы тапҡыр ҡуйған аттың исеме. Ә уға ҡуймаҫҡа кәңәш биргән кеше — ул Крешимир!

Тимәк, Крешимир көлөүҙе нисек ҡайтарып алырға белә! Тим шулай булырын алдан уҡ фараз иткәйне. Әммә үҙенең фаразы раҫланғас, ул ысын мәғәнәһендә тетрәнде. Яңынан ванна ҡырыйына ултырырға тура килде.

Таныш шофер — Джонни. Быныһына Тим тамсы ла икеләнмәне. Ә «сәғәтле йорт» нимәне аңлата? Был йомаҡты сисә алмай байтаҡ баш ватты. Ниһайәт, ратуша тураһында һүҙ барғанын аңланы. Ратуша уларҙың ҡунаҡханаһына яҡын ғына. Тимәк, Джонни уны Овельгёнелға алып барыр өсөн, таксиҙа шунда көтөп торорға тейеш.

Тик ҡасан? Быныһы әлегә аңлайышһыҙ ине.

Трамвайҙарҙың (ҡара!) сәғәтен көт.

Дуҫтары менән уның трамвайҙарға ҡағылышлы ике мажараһы булды: беренсеһе — улар Рикерт әфәнде менән барған трамвай ғәҙәти юлынан боролдо. Икенсеһе — Генуяла Джонни менән икәүһе күргән осоусы трамвай. Был ике ваҡиғаны ла күҙ уңында тотҡандар булһа кәрәк, сөнки «трамвай» һүҙе күплектә тора.

Трамвайҙар сәғәте… Ниндәйерәк мәлдә булды улар? Осоусы трамвайҙы төшкөһөн, сәғәт ун икеләрҙә күрҙе. Трамвайҙа Рикерт әфәндене осратҡанда ла төш ваҡыты булманымы икән?

Тимәк, көндөҙгө ун икелә! Ә хәҙер — Тим сәғәтенә күҙ һалды — сәғәт биш. Тимәк, уға иртәгә барырға? Ә, бәлки, ул бөгөн барырға тейеш булғандыр?

Тик «сәғәт» алдында «ҡара» тигән һүҙ тора. Йәйә эсендә, өндәү билдәһе менән. «Ҡара төшкөлөк» нимәне аңлата һуң?

Был бик үк ҡатмарлы булмаған йомаҡтың яуабын тапҡансы тағы байтаҡ уйланырға тура килде.

Бына ул яуап та табылды: «ҡара» — ун икелә — төн уртаһында! Уға тиклем әле ете сәғәт ваҡыт бар.

Ҡалғанын аңлау еңел булды:

Ҡомаҡтан һаҡ бул, уны алда. Юл ябай, тик артҡы ишектәрҙе, тыҡрыҡтарҙы һайла!

Шулай итеп, Тимға Натйаштан һаҡ булырға; ҡунаҡхананан йәшенеп, бәлки, хатта башҡа кеше булып кейенеп сығырға кәрәк булыр; «артҡы ишек һәм тыҡрыҡтар» был ваҡиғаға мажаралы роман төҫөн бирә.

Серле яҙманы уҡығандан һуң, Тим үҙен ҡош кеүек ирекле итеп тойҙо. Рәхәтләнеп көлгөһө килеп китте. Шуныһы ҡыҙыҡ: был юлы ирендәре башҡа ваҡыттағы һымаҡ еп кеүек ҡымтылманы. Улар ҡалтыранып ҡуйҙы ла саҡ ҡына — ә, бәлки, уға шулай тойолған ғыналыр? — йылмайып йырылды.

Ҡыуана-ҡурҡа Тим урынынан һикереп торҙо ла көҙгөгә күҙ һалды: Генуялағы палаццо Кандидола ҡуйылған Италия рәссамдарының картиналарындағы һымаҡ ирен ситтәрендә ике бәләкәс кенә ярым түңәрәк барлыҡҡа килгәйне. Был әле көлөү ҙә, хатта йылмайыу ҙа түгел ине. Әммә ирен ситтәрендәге ярым түңәрәктәр асыҡ күренә. Ә бит ҙур каштан ағасы аҫтында килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, уларҙы бер тапҡыр ҙа күргәне булманы. Тимәк, бөгөн нимәлер үҙгәрҙе. Өмөт, рәссамдың ҡылҡәләме кеүек, уның йөҙөн тылсымлы үҙгәртте: унда саҡ ҡына йылмайыу сатҡыһы шәйләнде!

Тим ҡағыҙҙы пинжәгенең кеҫәһенә тыҡты, утты һүндерҙе лә, ваннанан сығып, кәнәфигә ултырҙы. Барыһын да ентекләп уйларға кәрәк.

Барон был мәлдә Тимдан алыҫ түгел, Альстер буйындағы павильонда ине. Уның сортлы маргаринды «Пальмаро» тип атауға ҡаршы булған фирма вәкиле менән һөйләшеү алып барыуы. Фирма Натйаштың маргаринына башҡа бер атама ҡуйылыуын талап итте.

Барон был һөйләшеүҙә көлөү һатып алғандан һуң булмышының иң төп сифаттарына әйләнгән һалҡын ҡанлылыҡ һәм тыныс өҫтөнлөк күрһәтмәне. Моғайын, «Пальмаро» атамаһы аҫтында киң рекламаланған маргариндың быға тиклем бер ваҡытта ла күрелмәгән кимәлдә уңыш яулағаны, миллиондарса кешенең күңелен яулап өлгөргәне арҡаһында шулай булғандыр. Әммә барон маргариндың атамаһы ни тиклем мөһим булғанын күрһәтергә тейеш түгел ине. Вайымһыҙ ғына, еңелсә йылмайып, ҡаршы төшөргә кәрәк. Ул үҙенә көлөүҙе бына шундай осраҡтар өсөн һатып алғайны бит.

Натйаш, иң уңайлы ғына мәлен тура килтереп, көлөү тылсымы менән файҙаланырға уйлағайны, был юлы көлөүенә ниҙер етмәгәнен һиҙеп ҡалды. Уның әңгәмәләшен был көлөү арбаманы, киреһенсә, унда кире тойғо уятты, ахыры. Барон, ғәфү үтенә һалып, бәҙрәфкә ашыҡты. Бында көҙгө алдына баҫып, көҙгөләге сағылышын күҙәтә-күҙәтә, Тимдың көлөүен һүрәтләп ҡараны. Беренсе ҡарашҡа барыһы ла элеккесә һымаҡ. Ләкин ентекләберәк ҡарағас, — барон битенән күҙен алмайынса махсус рәүештә көлөүҙе яңынан ҡабатланы. Шулай итеп, ныҡлабыраҡ ҡарағас, ирен ситтәрендәге бәләкәс кенә ярым түңәрәктәрҙең етмәгәнен күрҙе. Шул арҡала көлөү яһалма булып ишетелә, көсәнгән кеүек тәьҫир ҡалдыра икән.

Натйаштың һуңғы йылдарҙа бөтөнләй тип әйтерлек онотоп барған тойғоһо — ҡурҡыу барлыҡҡа килде. Оҙаҡ йылдар эсендә ул беренсе мәртәбә выждан ғазабына оҡшаңҡыраған бер хис тойҙо. Тик яуызлыҡ ҡылған өсөн түгел (ул яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра алмай — бының өсөн уның ниндәйҙер һиҙеү ағзаһы етешмәй ине), үҙенең ниндәй алйотлоҡ ебәргәнен абайланы.

Был ҡиммәтле көлөүҙе, сыңғырҙап торған сағыу көлөүҙе, тыҡрыҡ малайының бриллиант кеүек йылҡылдап торған ҡаты көлөүен, бәхәстә еңеп сығыу һәләтенә алмашмайынса, бөтөнләй икенсе, ябай ғына ысул менән үҙенеке итә алған бит ул.

Натйаштың әңгәмәләше, көтмәгәндә бәҙрәфкә килеп инеп, барондың ағарынған, ҡурҡыуҙан боҙолған йөҙөн күрҙе. Ул Натйаштың кәйефе сортлы маргарин атамаһы арҡаһында шулай боҙолғандыр, тип уйланы. Ә Натйаш Мысыр фирмаһы вәкиленең тап шулай аңлағанын төшөндө. Бик күңелһеҙ хәл килеп тыуҙы. Барон был юлы хатта үҙенең көлөүен дә файҙаланырға баҙнат итмәне, сөнки уға ышанып етмәй ине. Шуға күрә күңеле болғанғанға һылтанып:

— Был мәсьәлә хаҡында беҙ иртәгә Ҡаһирәлә һөйләшербеҙ… Миңә әле ҡыйын. Күрәһең, майонез менән омар килешмәгәндер… — тигән булды. Ләкин һүҙҙәре ышандырырлыҡ яңғыраманы.

Ул бәҙрәфтән йүгереп сығып китте лә сәйер итеп ырғый-һикерә павильондан ҡунаҡханаға сапты. Ситтән ҡараһаң, ул ҡот осҡос ҙур сиңерткәгә оҡшағайны. Яр буйынан Ғиффәтле ҡыҙҙар аллеяһында дәрәжәләрен һаҡлап ҡына йөрөп ятҡан затлы ханымдар, уларҙың аҙымына тап килерлек итеп атларға тырышҡан ҡупшы әфәнделәр, баронды күреп, баш сайҡай-сайҡай:

— Ғиффәтле ҡыҙҙар аллеяһынан кем шулай йөрөй? Был ниндәй тәрбиәһеҙлек! — тип һөйләнде.

Ләкин Натйаш бер нәмә лә ишетмәне лә, күрмәне лә. Ул көлөүҙең бына-бына уны ташлап китерен тойҙо, быны томан эсендәге

кеүек кенә булһа ла күҙ алдына килтерҙе. Һуңға ҡалмаҫ борон көлөүҙе ҡотҡарырға, уға тешең-тырнағың менән сат йәбешергә кәрәк! Шуға күрә ул тирә-яҡтағы кешеләргә лә, урамдағы машиналарға ла иғтибар итмәйенсә Ғиффәтле ҡыҙҙар аллеяһы буйлап йән-фарман елдерҙе. Аҡылдан шашҡан кеше кеүек, күҙенә бер ни күренмәне, ҡолағына һис бер нәмә ишетелмәне. Ҡунаҡхананың алдына килеп еткәс, ҡапыл урам уртаһында абынды ла юлға һуҙылып барып төштө. Машиналарҙың сигнал биргәне, тормоздарҙың сыйылдауы, ҡурҡып ҡысҡырған тауыштар ҡолағына салынды. Янбашын нимәлер яндырып, өтөп алды һәм ул һушын юғалтыр алдынан:

— Тим Талер! — тип ҡысҡырҙы.

Был бәхетһеҙ осраҡҡа осраҡлылыҡ ҡына сәбәпсе түгел ине, әлбиттә. Ҡурҡыу үҙ-үҙеңә ышанмау тойғоһон яралта. Үҙ-үҙеңә ышанмау ҡаушауға сәбәп була. Ҡаушау бәхетһеҙ осраҡлыҡтарға килтерә. Барондың, көлөүе өсөн ҡурҡа башлағас, машина аҫтында ҡалыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Хәйер, ул беренсе ҡарашҡа күренгәндәгенән күпкә көслөрәк һәм сыҙамлыраҡ кеше. Бынан тыш, шофер һуңғы секундта тормозға баҫып өлгөрҙө. Шуға күрә Натйаш тәгәрмәс аҫтында ҡалманы. Ул йығылғанға һушын юғалтҡайны.

Шул арала эргәһенә йомолған ике шымсы уны биш-алты минут эсендә килеп еткән санитар машинаһына һаҡ ҡына мендереп һалды ла дауаханаға тиклем оҙатып барҙы. Ул бында тиҙ арала һушына килде һәм палатала булған бөтә кешеләрҙе аптырашта ҡалдырып:

— Кем иң һуңынан көлә, бына шул рәхәтләнеп көлә! — тине.

Ул арала табип килеп инде, һәм Натйаш ныҡ арыған, йонсоу тауыш менән шымсыларға инде уларһыҙ ҙа ҡала алыуын белдерҙе.

— Дауаханала кешене, башҡа барлыҡ урындарҙағынан айырмалы, ихтирам һаҡлай! — тип өҫтәне ул, шаяртып.

Үҙе саҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы һәм йылмайыу уны тынысландырҙы.

Шымсылар палатанан сығып киткәс, доктор баронды ентекләп ҡараны. Тегеһенең бер нисә урыны күгәргән дә, еңелсә генә мейеһе һелкенгән булып сыҡты. Доктор уға диета билдәләне, бер нисә көн ятып ҡына торорға, өҫтәүенә, бер кемде лә ҡабул итмәҫкә ҡушты.

Әммә ошо көндө үк Натйашҡа сәйер генә кеше килде. Никель тирәсле олоғара күҙлек кейгән бәләкәс кенә, хөртөмшә генә бәндә ине ул. Йөҙө лә, кейеме лә ныҡ таушалған. Ҡарап тороуға ифрат етди, тәрбиәле һәм яҡшы кейемле әфәнденең шундай бәндәләр менән аралашыуына дежурҙағы шәфҡәт туташы аптырап ҡуйҙы. Натйаш был кешекәйгә бер нисә һорау һәм ҡайһы бер күрһәтмәләр бирҙе.

— Малайҙы ипподромдағы теге ваҡиғанан һуң күргәнегеҙ булдымы?

— Юҡ, барон әфәнде.

— Шым, хөрмәтлем. Мин — мистер Браун.

— Тап шулай, әфәнде… мистер Браун. Мин малайҙы гәзиттәрҙәге портреттары буйынса беләм тип әйтергә уйлағайным.

— Ярай, яраған. Шулай ҙа, мөмкин булһа, тағы бер тапҡыр күҙ һалһағыҙ, яҡшы булыр. Әлбиттә, ул һеҙҙе күрмәҫкә тейеш. Ул һеҙҙе танымаҫ, тип өмөтләнәйек. Был күҙлегегеҙ һеҙҙе ныҡ үҙгәртә тип тә әйтеп булмай шул.

— Тап шулай, әфәнде… Браун.

— Шулай итеп, тағы ла ҡабатлайым, һөйөклөм: бик һаҡ ҡыланығыҙ! Үҙебеҙҙең шымсыларҙан башҡа тағы ла кемдер күҙәтә икән тигән шик уның башына ла килмәҫлек булһын.

— Аңлашылды.

— Икенсе һорау…

— Рәхим итегеҙ, мистер Браун.

— Был шәхси һорау: һеҙ «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» тигән әкиәтте беләһегеҙме?

— Әлбиттә! Ике йыл элек малайҙы бында Гамбургта күҙәткәнемдә театрҙа ла булырға тура килде, Ба… раун әфәнде. Ул теге Рикерттар менән Ҡурсаҡ театрына барғайны. Тамаша тап шулай атала ине: «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!»

— Ах, бына нисек! Был байтаҡ нәмәгә асыҡлыҡ бирә.

Барон күҙен йомоп алды. Ул үҙен тағы таксиҙа Тим эргәһендә күрҙе, шоферҙың: «Шайтан алғыры, ҡайһылай тиҙ килеп сыҡҡан! Хас та «Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!» тигән әкиәттәге кеүек!» — тигәнен ишетте. Шунан барон Тимдың йөҙөн күҙ алдына килтерҙе. Ул тәүҙә тертләп китте, шунан таш һымаҡ ҡатты. Тулҡынланыу вайымһыҙлыҡ битлеге аҫтында йәшеренде. (Натйаш Тимдың был ысулды ҡулланғанын күптән абайлағайны инде.) Хәҙер ул шоферҙың ни өсөн әкиәтте телгә алыуын белә. Ә күҙлекле кешекәй әкиәтте һөйләп биргәс, ул тағы ла күберәкте аңланы.

Натйаштың иң ғәжәп һәләттәренең береһе — һандарҙы хәтерҙә тотоуы. Ул бик һирәк яңылыша. Әле лә таксиҙың номерын шунда уҡ иҫенә төшөрҙө лә, гәзит остоғона яҙып, теге кешекәйгә тотторҙо.

— Әгәр малай ошондай номерлы таксиға ултырһа, шунда уҡ миңә хәбәр итегеҙ. Дежур шәфҡәт туташынан минең палатаның телефонын һорағыҙ ҙа ошо ҡағыҙға яҙып алығыҙ. Аңлашылдымы?

— Аңлашылды, мистер Браун!

— Минең шоферым машинаһы менән дауахана ишеге төбөндә көтөп торһон. Уға әйтегеҙ. Автомобилде прокатҡа алһын. Тик беҙҙең фирманың машинаһын ала күрмәһен. Малай ошо номерлы таксиға ултырыу менән, миңә хәбәр итәһегеҙ. Шунда уҡ! Бер нисә минут бөтәһен дә хәл итеүе ихтимал!

— Аңлашылды.

— Инде китһәгеҙ ҙә була!

Кешекәй боролоп ишеккә киткәйне, Натйаш уға тағы өндәште:

— Улар кейем алмаштырып эшләгәнгә оҡшаған. Моғайын, малай ҙа икенсе кейем кейер. Бер ниндәй ҙә осраҡлылыҡ аяҡ салмаһын өсөн мин һеҙҙе махсус иҫкәртәм.

— Яҡшы, барон… Браун.

Кешекәй китте. Натйаш торҙо, һөйрәлеп ишеккә барҙы, шым ғына уны бикләне, шунан кейенде, хатта ботинкаларын да кейҙе. Ҡабаттан ишектең биген асты һәм кейемдә килеш одеял аҫтына ятып та өлгөрмәне, телефон шылтыраны.

Трубкала Тим Талерҙың тауышы яңғыраны:

— Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ, барон?

— Хөрттөң аръяғында, Талер әфәнде! — тип ыңғырашты Натйаш. — Бер нисә урыным һынған, мейем һелкенгән. Ҡыбырҙай ҙа алмайым.

Тын да алмайынса, трубканы ҡолағына ныҡ итеп терәп, ул артабан ни булырын көттө. Ләкин Тимдың тыныс тауышын ғына ишетте:

— Улай булғас, һеҙҙе йонсотҡом килмәй. Һауығығыҙ, барон, инде абайыраҡ булығыҙ!

— О, быныһына һис кенә лә икеләнмәгеҙ, Талер әфәнде! — Натйаш шым ғына трубканы һалып ҡуйҙы.

Шунан ул мендәргә ятты ла тәҙрәгә ҡараны. Ике ҡарлуғас бер-береһе менән ҡыуыша-ҡыуыша күктә уйнай ине.

«Көлөү, — тип уйланы Натйаш, — ҡош һымаҡ. Тик был ҡошто ауға эләктереп булмай». Шунан ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы:

— Мине лә эләктереп булмай!

Утыҙ икенсе бит. АРТҠЫ ИШЕК ҺӘМ ТЫҠРЫҠТАР

Тимдың бүлмәһе тәҙрәләре ҡунаҡхананың ишек алдына ҡарай. Шуға күрә ул авария ваҡытында барондың ҡысҡырғанын ишетмәне. Дөйөм ығы-зығы арҡаһында ул был һәләкәт тураһында ла бик һуң белде. Натйаш менән телефондан һөйләшкәндән һуң, был һәләкәттең дә, бөгөнгө бөтә ваҡиғалар һымаҡ уҡ, мажаралы роман менән бәйләнеше бар кеүек тойолдо.

Барондың ауыр хәле тураһында уйлаған ваҡытта был тойғонан уңайһыҙланды, ләкин үҙе менән бер ни ҙә эшләй алманы: эске һиҙемләү мәрхәмәтте тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлап сығарғайны.

Хәҙер ғәмәлгә ашырырға йыйынған икенсе аҙым да мажаралы романдан ине. Ул яҙмала бойоролғанды («артҡы ишектәрҙе, тыҡрыҡтарҙы һайла!») һәм Натйаш алдан уҡ белеп ятҡанды (моғайын, малай ҙа икенсе кейем кейер) эшләргә йыйынды.

Әле Тимға барондың быйыл ҡул аҡсаһын мулыраҡ бирә башлауы бик ярап ҡалды. Бүлмәне йыйыштырыусы ҡыҙға шылтыратты ла, ул килгәс, әгәр ҙә номерға бер кемгә лә һиҙҙермәйенсә тиҙ арала иҫке матрос кейеме: салбар, свитер һәм матрос кәпәсе алып килә алһа, өс йөҙ марка бирәсәген әйтте.

Ҡыҙ — моғайын, мажаралы романдарҙы йотлоғоп уҡыйҙыр — был серле йомошто ныҡ мауыҡтырғысҡа һанап, рухланып ҡабул итте. Егете пассажирҙар флотында хеҙмәт иткәнен, уның менән бөгөн киске һигеҙҙә күрешәсәген әйтте. Нимә кәрәк, барыһын да унан һорап алыр.

— Яҡшы, — тине Тим, — шунан ул әйберҙәрҙе таҙа түшәк япмаһына төрөп, миңә туғыҙға тиклем алып килегеҙ, зинһар.

— Тик беҙ, мистер Браун, — тип яуапланы бүлмә йыйыштырыусы ҡыҙ (Натйаш менән Тим ҡунаҡханала аталы-уллы Браундар исеме аҫтында туҡталғайны), — кис көнө бер ваҡытта ла урын-ер әйберҙәрен алмаштырмайбыҙ. Бик һораһалар, ҙур таҫтамал ғына алып килә алабыҙ.

— Улай булғас, зинһар, ҙур таҫтамалға төрөгөҙ. Тик туғыҙҙан да һуңға ҡалмағыҙ, зинһар. Был бик мөһим.

— Ә коридорҙа торған әфәндегә нимә тип әйтәйем, Браун әфәнде?

— Ниндәй әфәндегә? 

— Мин һеҙҙең арттан шымсылыҡ итеп, нимә эшләгәнегеҙҙе еткереп торһон өсөн йөҙ марка биргән әфәндегә.

— Ә, шымсы әфәндегәме! Мин һеҙҙән баш дарыуы һораным, ә һеҙ уның ванналағы дарыу йәшнигендә булғанын иҫемә төшөрҙөгөҙ, шулай тип әйтерһегеҙ.

— Яҡшы, мистер Браун!

— Тағы бына нәмә. Һеҙ бөгөн киске туғыҙҙа килгән сағығыҙҙа эштә һаналмайһығыҙ, шулаймы?

— Юҡ, ә ниңә?

— Ә һеҙ кис үҙегеҙҙең эш кейемен кейә алаһығыҙмы?

— Үҙем дә шулай эшләргә йыйынғайным, мистер Браун. Өйҙә тағы бер формам бар. Пальто аҫтынан шуны кейермен. Ә башлығым өҫтөнән яулыҡ ябынырмын. Шулай эшләһәм, бында кейем алыштырып торорға кәрәкмәҫ.

— Бик яҡшы, — тине Тим, уның ирен ситтәрендә айырым-асыҡ булып бәләкәс кенә ике ярым түңәрәк һыҙат барлыҡҡа килде. — Тимәк, мин һеҙгә тулыһынса таяна алам?

— Тулыһынса, мистер Браун. Ә мин был аҡсаны ҡасан ала алам?

— Хәҙер үк алығыҙ.

Тим янсығынан йөҙәр маркалыҡ өс ҡағыҙ аҡса сығарып һуҙҙы.

— Һеҙ бигерәк бер ҡатлыһығыҙ! — тип көлөп ебәрҙе ҡыҙ. — Бындай йомош өсөн бер ваҡытта ла алдан түләмәйҙәр. Ярай, һеҙ борсолмағыҙ, миңә ышана алаһығыҙ. Ҙур рәхмәт. Әлегә һау булып тороғоҙ.

— Туғыҙға тиклем! — тине Тим.

Тим уның артынан ишекте бикләне лә диванға ятып торҙо. Йоҡлай алмаһа ла, аҙыраҡ ял итеп алырға кәрәк ине.

Туғыҙ тулып, бер нисә минут үткәс, ҡыҙ ҡабат килде. Ул ҡап-ҡара ебәк халат кейгән, башында ап-аҡ башлыҡ ине. Ҙур таҫтамалды күкрәгенә ҡыҫып тотҡан.

— Был әфәнде минең нимә эшләп йөрөгәнемде һораны, — тип бышылданы ул. — Көндөҙ саҡырғанығыҙҙа киске туғыҙға таҙа таҫтамал алып килеүемде һорағайнығыҙ, тип әйттем.

— О, ҙур рәхмәт һеҙгә, — тине Тим, тауышын күтәрә биреп. Шунан: — Минән пассажир флотындағы егетегеҙгә сәләм әйтегеҙ! — тип шыбырланы.

— Рәхмәт, мистер Браун! Ҙур рәхмәт!

Ишекте япҡанда ул Тимға шаян ғына күҙ ҡыҫты. Тим да уға шулай уҡ яуапланы. Бәхеткә күрә, был ҡыҙҙың егете Джонни һымаҡ уҡ бәһлеүән түгел икән. Ул Тимдан саҡ ҡына ҙурыраҡ ине, күрәһең. Салбарҙы юғарыраҡ күтәрергә тура килде, ә свитерға килгәндә, ни тиклем иркенерәк булһа, шул тиклем матурыраҡ ултыра. Матрос башлығын да кейеп алғас, Тим көҙгөләге үҙен саҡ таныны. Тик бер генә нәмә — бит тиреһенең нәфислеге уны ныҡ фашлай икән. Ләкин быныһына уның бик тиҙ башы етте. Ванналағы йыуынғыста пемза ята ине. Тим шуның менән ике битен дә ҡыҙарып сыҡҡансы тызыны ла, сәскә көршәгенән тупраҡ алып буяны. Битендәге тупраҡты йыуып алғандан һуң, барыһын да яңынан ҡабатланы. Һөҙөмтә ҡәнәғәтләндерерлек булды. Тимдың йөҙөнә ҡараған кеше, моғайын, яңыраҡ ҡына сәсәк ауырыуын үткәргән икән, тип уйлар ине. Ҡыҫҡаса әйткәндә, хәҙер Тим башынан аяғына тиклем пассажир флотының матросы ине.

Хәҙер үҙе менән алаһы әйберҙәр тураһында уйларға кәрәк ине. Ул бит инде бер ҡасан да ҡунаҡханаға әйләнеп килмәйәсәк. Тим аңлай: көлөүе үҙенә кире ҡайтҡан минуттан алып, бай вариҫ роленә нөктә ҡуйыласаҡ. Был уны бөтөнләй борсоманы. Шулай ҙа нимә алырға һуң? Бер нисә документтан башҡа бер нимә лә алмаҫҡа булды. Тимәк, паспорт, һатылған көлөү тураһындағы контракт, «ГГП» пароходлығын алыу тураһындағы килешеү һәм ҡурсаҡ театрын алыу хаҡындағы контракт. Тағы ла бөрсә кеүек кенә хәрефтәр яҙылған ҡағыҙ. Быларҙың барыһын да бөхтә итеп төргәндән һуң, салбарының артҡы тәрән кеҫәһенә һалды ла төймәһен эләктереп ҡуйҙы.

Шулай итеп, Тим үҙенең тормошондағы иң етди аҙымға тулыһынса әҙер ине. Ул арала сәғәт уғы ун бергә яҡынайҙы. Тағы ла бер мөһим эш ҡала яҙған икән: ул тиҙ-тиҙ генә бер-бер артлы өс сигарет тартып алды. Инде унан тәмәке еҫе борҡоп тора, тауышы ла ғыжылдабыраҡ сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, Тим тартмай, ләкин килгән ҡунаҡтар өсөн сигаретлы ҡумта өҫтәлендә һәр саҡ тора торғайны.

Хәҙер инде ҡунаҡхананан нисектер шымсыларға күренмәй сығыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Ул тартҡан арала сәғәт ун икенсе ун биш минут булып киткәйне. Тәҙрәнән сығыу хәүефле, күреп ҡалыуҙары бар. Тимәк, бер генә юл ҡала: ҡунаҡхана эсенән. Коридорҙа торған шымсыны албырғатырға кәрәк. Тим быныһын да уйлап тапты. Ул баронға тиҙерәк сәләмәтләнеүен теләп ҡыҫҡа ғына хат яҙҙы ла, лифтты оҙатып йөрөгән малайға шылтыратты. Ул арала сәғәт теле ун икенсе яртыға еткәйне. Был малай, Тим менән йәш буйынса бер тирә булһа ла, күпкә йәшерәк күренә ине. Ерән сәсле, йәмшек танаулы, һипкел баҫҡан бите мут ҡына сырайлы. Бой Тимға бик оҡшаны.

— Ике йөҙ маркаға бәләкәс кенә спектаклдә ҡатнашырға риза булмаҫһығыҙмы?

Был уның бар булған аҡсаһы ине. Тимдың башҡа бер нәмәһе лә ҡалманы. Малай ауыҙын йырып ебәрҙе.

— Ә нимә эшләргә кәрәк?

— Ишегемдең эргәһендә шымсы тора…

— Беләм, беләм, — тине үҫмер тағы ла нығыраҡ йылмайып.

— Шуның иғтибарын тартырға кәрәк. Бына ошо хатты алығыҙ ҙа курткағыҙҙың ең осона тығығыҙ. Тик бер мөйөшө күренә биреп торһон. Әгәр ҙә шымсы хатты кемгә алып китеп барыуығыҙҙы һораһа, ә ул мотлаҡ һораясаҡ, мин уны беләм, ҡаушаған булығыҙ, бер кемгә лә күрһәтмәҫкә тейеш булған һымаҡ төҫ сығарығыҙ. Үҙегеҙ шунда уҡ шәп-шәп атлап коридор буйлап китегеҙ ҙә мөйөшкә боролоғоҙ. Шымсы, әлбиттә, һеҙҙең арттан йүгерәсәк, хатты уҡытһағыҙ, аҡса бирергә тәҡдим итәсәк.

— Ысынлап та шулай буласаҡ, мистер Браун.

— Тап шулай. Тамсы ла шигем юҡ. Һеҙҙән үтенеп һорайым, мин номерҙан сығып, ҡунаҡхананың артҡы ишегенән тайғанға тиклем уның менән әрепләшеп-һатыулашып тороғоҙ. Ә хатты уҡыһын әйҙә.

Йәмшек танау, ерән сәсен күңелле итеп һелкеп, ауыҙ йырҙы.

— Тимәк, миңә уны биш минут тирәһе албырғатып торорға кәрәк. Була ул! Мин уның менән һатыулашырмын. Шуға күрә йөҙ марка артығы менән еткән — башҡаһы кәрәкмәй.

Тим ҡаршы төшмәксе булғайны, бой ауыҙын да астырманы.

— Юҡ, ысынлап та кәрәкмәй! Йөҙ марка — былай ҙа күп. Кейемегеҙгә ҡараһаң, шунда уҡ аңлап була — байҙар араһында йәшәргә йыйынмайһығыҙ. Шулай булғас, тәүге мәлдә был аҡса һеҙҙең үҙегеҙгә лә ярап ҡалыр.

— Бәлки, шулайҙыр, — тип ризалашты Тим. — Ярай, улайһа, ҙур рәхмәт. Бына хат, бына йөҙ марка. Шымсыны мөйөш артына алып киткәс, ныҡ итеп йүткерә башлаған булырһығыҙ, йәме.

— Бөтәһе лә яҡшы булыр, мистер Браун!

Бой аҡсаны курткаһының өҫкө кеҫәһенә, хатты ең осона тыҡты. Унан, ҡағиҙә буйынса тыйылһа ла, Тимға ҡулын һуҙҙы:

— Уңыш теләйем!

— Эйе, уңыш миңә бик кәрәк, — тип яуап ҡайтарҙы Тим һәм һонолған ҡулды ҡаты итеп ҡыҫты.

Бой сығып киткәс, Тим ҡолағын ишеккә ҡуйып тыңлай башланы. Йөрәге дарҫлап типте. Ниһайәт, ул ныҡ итеп йүткергәнде ишетте. Сәғәт ун биш минуттан ун икене күрһәтә ине. Ул ишекте һаҡ ҡына асып ҡараны. Коридорҙа бер кем дә юҡ.

Тим йәһәт кенә ишектән сыҡты, ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн уны бикләп тә торманы. Бер нисә аҙымдан ул артҡы ишектең баҫҡысына килеп еткәйне инде. «Артҡы ишек һәм тыҡрыҡтарҙы һайла», — ул нәҡ шулай эшләне.

Тимды бер кем дә туҡтатманы. Коридорҙағы дежур ҡатын, ул китеп барышлай:

«Хәйерле кис!» — тип мығырлағанға ла яуап ҡайтарманы, күрәһең, уны танымағандыр.

Таш юл ялтырап ята — ваҡ ҡына ямғыр һибәләй. Ҡулсатыр тотҡан бер кеше урамдың арғы яғында тора ине. Тап ошо мәлдә ул икенсе яҡҡа боролдо. Фонарь яҡтыһында күҙлегенең тирәсе ялтырап китте.

Тик йүгермәҫкә! Алпан-толпан атларға, берәй көй һыҙғырырға — моряк булып ҡыланырға. Тим ҡайһы яҡҡа йүнәлергә белмәгән кешеләй ҡаранып торған булды ла һыҙғыра-һыҙғыра ратуша яғына боролдо. Артында аяҡ тауыштары ишетелмәне, ә әйләнеп ҡарарға баҙнат итмәне. Яй ғына атлап бара бирҙе лә, бер тыҡрыҡҡа боролдо һәм бары шунда ғына йүгерергә тотондо.

Ратуша алдындағы майҙанға килеп еткәс — башнялағы сәғәт төнгө ун икене һуға башлағайны — туҡтаны. Бында, майҙанда, бер нисә такси рәткә теҙелеп тора һәм тик береһенең генә моторы тоҡанған. Тим әкрен генә атлап шул машина янына килде, танымаҫлыҡ итеп кейенгән булһа ла, руль артында Джонниҙы таныны.

Башнялағы сәғәт һуңғы тапҡыр һуҡты. Төн уртаһы — «трамвайҙарҙың ҡара сәғәте» — етте. Тим ишекте асып шофер янына ултырҙы.

— Ғәфү итегеҙ, — тине Джонни, — машина буш түгел. Икенсе машинаға күсеп ултырығыҙ, зинһар!

Быны әйткәндә ул пассажир яғына боролоп та ҡараманы хатта, шул тиклем түҙемһеҙләнеп күҙҙәре менән майҙанда кемделер эҙләй ине.

— «“Ҡаҙ, ҡаҙ — тотонһам, йәбешеп ҡалам!”ға кил», — тип шым ғына өндәште Тим.

Джонни ултырған урынында һикереп китте.

— Шайтан алғыры, Тим! Үәт ҡиәфәт һинең, егеткәйем!

— Ҡунаҡханалағы бүлмә йыйыштырыусы ҡыҙҙың егете пассажирҙар флотында моряк, Джонни.

— Берәйһе һине абайламанымы?

— Юҡ, шикелле.

Машина һирәк-һаяҡ яҡтыртылған витриналар эргәһенән елдерә; шунан ул Релингсмаркта уң яҡҡа, гавань яғына ҡырҡа боролдо.

— Ә һинең арттан күҙәтәләрме, Джонни?

— Бик мөмкин, Тим. Инде бер сәғәт тирәһе күҙәтәләр һымаҡ тойола. Тик был тойғо ғына бит, аңлайһыңмы? Әлегә мин шикле машина ла, артымдан эйәргән кешене лә абайламаным. Шулай булһа ла, беҙ хәҙер ситке урамға ҡайырылабыҙ.

Хәҙер, рулевой эргәһендә, Тимға тынысыраҡ булып китте. Юғиһә, төндә таксиҙа барыуҙы күпкә хәүефлерәк итеп күҙ алдына килтерә ине. Әле улар серле, ҡараңғы тыҡрыҡтар буйлап барһалар ҙа, һуңғы тәүлектә — мажаралы романға оҡшаған тәүлектә — был, моғайын, иң борсолоуһыҙ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ минуттар булғандыр.

Джонни машинаны ныҡ оҫта, ышаныслы йөрөтә һәм тиҙлекте арттырғандан-арттыра бара. Ваҡыт-ваҡыт ул көҙгөгә ҡарап ала. Юҡ, уларҙы бер кем дә баҫтырмай һымаҡ.

Ләкин ниндәйҙер тыҡрыҡтан килеп сыҡҡан машина улар артынан фонарҙарын һүндергән килеш бер ни тиклем аралыҡҡа артта ҡалып эйәреп килә ине инде.

Бер нисә мәртәбә Тим Джонниға Крешимир тураһында һорау бирергә маташты. Ләкин тегеһе:

— Сабыр ит, хәҙер уның үҙен күрерһең! Сабыр ит, Тим, үтенеп һорайым! — тип уны гел бүлдерә килде.

— Джонни, ә һинән Крешимир түгел, ә башҡа нимә тураһында һорарға мөмкинме?

— Нимә тураһында һуң?

Улар Альтона районын үтеп баралар ине инде.

— Беҙҙең барон менән самолетта килеп төшкәнебеҙҙе ҡайҙан белдең?

Рулевой йылмайҙы:

— Селек Бай тигән кешене иҫләйһеңме?

— Иҫләмәгән ҡайҙа!

— Ул беҙгә телефондан шылтыратып әйтте. Һеҙҙең самолет килеп төшкәс, аэродром янында торған бөтә таксиҙарҙы ла ялланыҡ та, һеҙгә, теләйһегеҙме-юҡмы, минең, дөрөҫөрәге, минең ҡайнымдың машинаһына ултырырға тура килде.

— Ә беҙҙең такси ялларыбыҙҙы ҡайҙан белдегеҙ? Беҙ бит, ғәҙәттә, фирманың машиналарында йөрөйбөҙ.

— Селек Бай һеҙҙең Гамбургҡа йәшерен исем аҫтында киләсәгегеҙҙе белгән, Тим. Хатта фирма ла һеҙҙең килеүегеҙ тураһында иҫкәртелмәгән булған. Баронға һинең үгәй әсәйҙе һөстөрөү ҙә Селек Байҙың эше. Нисек, бының ярҙамы тейҙеме?

— Юҡ, Джонни, теймәне. Инде Крешимир ҙа ярҙам итә алмаһа…

— Башымды киҫергә бирәм, Тим… Ярай, башҡа был хаҡта һөйләшмәй торайыҡ. Саҡ ҡына сабыр ит.

Улар Эльба яры буйлап үткән шоссеға килеп етеп киләләр ине инде. Овельгене биҫтәһе бөтөнләй эргәлә генә.

Ҡапыл Джонни ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.

— Һиңә ни булды?

— Барон менән килешеү төҙөшөүеңде иҫемә төшөрҙөм. Акцияларыңды пароходлыҡҡа алмашыуыңды! Мин, әлбиттә, шунда уҡ ҡыҫылдым һәм оҙаҡламай һатылырға торған пароходлыҡты әйтә һалдым. Һин, ысынлап та, уны ҡулға төшөрҙөңмө?

— Контракт минең кеҫәмдә ята, рулевой!

— Шәп! «ГГП» — ул бит хазина, пароходлыҡ ҡына түгел! Әгәр ҙә һиңә рулевой кәрәк була ҡалһа…

Улар Эльба яры буйлап барған шоссеға килеп сыҡҡайнылар инде. Шул саҡ Джонни көҙгөлә уларҙан бер ни тиклем алыҫлыҡта фараларын яндырмай боҫоп килгән машинаны күреп ҡалды.

Ул Тимға бер нәмә лә өндәшмәне, тик көҙгөгә ҡарай-ҡарай тиҙлекте арттыра барҙы.

Тим нимәлер һөйләй, әммә Джонни уны ишетмәй. Ул артта килгән машинаның да тиҙлеген арттыра барғанын һәм яйлап ҡына уларға етеп килгәнен күрҙе.

Тормоз шығырланы һәм сыйылдап киткәндәй булды. Маңлайы менән алғы быялаға бәрелмәһен өсөн Джонни буш ҡулы менән Тимды эләктереп алды. Такси ҡапыл туҡтаны. Фараһыҙ килгән машина улар эргәһенән елдереп үтеп китте.

— Сыҡ! — тип аҡырҙы Джонни.

Уларға үтеп киткән машинаның тормозы шығырлап, сыйылдап киткәне ишетелде. Рулевой Тимды ҡулынан эләктереп алды ла артынан һөйрәне. Шоссе буйлап елдерҙеләр, текә баҫҡыс буйлап аҫҡа йүгереп төштөләр, ҡыуаҡлыҡтар аша уң яҡҡа ташландылар, бейек булмаған таш ҡойманы һикереп сығып, оҙон һыра баҙы эсенә килеп инделәр, икенсе ишектән йүгереп сығып, тағы бер ҡойма аша һикереп үткәндән һуң, мүк баҫҡан тағы ла текәрәк таш баҫҡыстан аҫҡа йүгерҙеләр.

— Ни булды, Джонни? Беҙҙе шулай ҙа кемдер баҫтырамы?

— Шым, Тим, көсөңдө һаҡла. Беҙ бер аҙ ваҡыт оттоҡ, шуны файҙаланып ҡалырға кәрәк. Аҫта Крешимир тора.

Тим һөрлөгөп китте. Джонни уны күтәреп алды ла һуңғы баҫҡыстарҙан йүгереп төштө. Тимдың ҡарашы баҫҡыстың аҫтына ҡағылған яҡтыртылған яҙыуға төштө: «Шайтан төшкән».

Джонни Тимды ергә баҫтырҙы ла һыҙғырҙы. Ҡайҙалыр яҡында ғына яуап һыҙғырыуы ишетелде.

— Крешимир нимә әйтһә, шуны эшлә! — тип бышылданы Джонни.

Ҡараңғылыҡтан ике кеше килеп сыҡты: Крешимир менән Рикерт әфәнде.

— Ҡулыңды бир, Тим! Үҙеңдең көлөүеңде ҡайтарып алам тип минең менән бәхәсләш. Тиҙерәк! — шул тиклем ҡәҙерле, ғәзиз тауыш — Крешимир тауышы. Тим ҡаушап, уға ҡулын һуҙҙы.

— Бәхәсләшәм…

Юғарыла, баҫҡыс эргәһендә:

— Туҡта! — тигән тауыш яңғыраны. — Туҡта!

Тик бер кем дә күренмәне. Крешимир тыныс һәм ҡәтғи итеп:

— Һин бер ваҡытта ла үҙеңдең көлөүеңде ҡайтарып ала алмаясаҡһың, тип бәхәсләшәм, Тим! Бер тингә!

— Ә мин …

Юғарынан тағы:

— Туҡта! — тигән тауыш ишетелде.

— Тыңлама, дауам ит! — тип бышылданы Джонни.

— Ә мин, Крешимир, үҙемдең көлөүемде кире алам тип бәхәсләшәм! Бер тингә!

Джонни бәхәсләшеүселәрҙең ҡулдарын айырҙы. Тирә-яҡта ҡурҡыныс тынлыҡ урынлашты. Тим үҙенә нисек әйтһәләр, шулай бәхәсләште, ләкин һаман да нимә булғанын аңлап етмәй ине әле. Ул ҡаушап һәм телен йотҡан һымаҡ өнһөҙ баҫып тора. Өс кешенең алыҫтағы фонарь яҡтыһы төшкән ҡәҙерле йөҙҙәре уға табан боролған: улар түҙемһеҙлек менән көтә. Тимдың йөҙө күләгәлә, бары тик маңлайындағы бер урын ғына аҡ тап булып ҡараңғылыҡта яҡтырып тора.

Рикерт әфәнде ҡарашын шул аҡ маңлайға төбәгән. Ул Тимдың тап ошолай яҡтыртылған йөҙөн бер мәртәбә күргәйне инде. Ҡурсаҡ театрының тамашаһында — әле улар бер нисә аҙым ғына алыҫлыҡта баҫып торған трактирҙың артҡы бүлмәһендә.

«Уға тәбиғәттең биргән бүләге шундай мул —

ҡыҙыҡ булғанда рәхәтләнеп көлә ала ул!»

«Ул, ниһайәт, көлә алыр микән?» — тип хәүеф һәм өмөт менән уйлай Рикерт әфәнде.

Крешимир ҙа, Джонни ҙа Тимдың яҡтылыҡ төшкән маңлайынан — ҡараңғылыҡта ағарып күренгән йөҙөндәге яҡтылыҡ төшкән бер генә урынынан — күҙҙәрен алмай.

Тим күҙҙәрен ергә төбәп тора бирҙе. Шулай булһа ла, үҙенә текләгән һораулы ҡараштарҙы тойҙо. Булмышында нимәлер күтәрелергә, тотҡонлоҡтан сығырға тейеш ине, тын ғына, еңел, ҡош һымаҡ азат, икһеҙ-сикһеҙ киңлеккә ынтылған ҡарлуғастың сырҡылдауылай дәртле бер нәмә. Ләкин уның өсөн Тим үҙе артыҡ ауыр һымаҡ ине, шул арҡала үҙен көсһөҙ итеп тойҙо. Эйе, ул булмышында сыңғырҙап торған сағыу ауазды, был бәхетле бөгөлдәрҙе ишетте. Тик ул үҙенең элекке көлөүенә һаман хужа булып китә алмаған һымаҡ ине. Дөрөҫөрәге, көлөүе уға хужа булып бара ине.

Әле, күп йылдар буйы ғазаптар аша үтеп, көтөп алған мәл еткәс, Тим үҙенең уға әҙер түгеллеген аңланы. Юҡ, ул көлмәне — көлөү үҙе уны тетрәтте. Уның бәхет сәғәте һуҡты, ә ул… ул был бәхеттең ихтыярына бирелде. Теге ваҡытта, ҡурсаҡ театрында, ул көлөүҙең тыштан ҡарағанда илауға оҡшағанын абайлап ҡалғайны. Хәҙер уға көлөү менән илау бер үк тиерлек ине, ул иланы ла, шул уҡ ваҡытта көлдө лә. Күҙ йәштәре бите буйлап аҡты, хәле бөтөп, ҡулдарын һәлендерҙе. Ул хатта үҙенең дуҫтарына ла ҡараманы. Әле үҙен яңынан тыуып килгән һымаҡ тойҙо.

Шунда бер ғәжәйеп хәл булды: Тим күҙҙәрен ҡаплаған йәштәр аша үҙенең йөҙөнә яҡынайған өс яҡты йөҙҙө күрҙе һәм ҡапыл бөгөнгөнөң үткәндәр менән ҡушылып киткәнен тойҙо. Ул тағы бәләкәй генә малай, бына ул ипподромда кассаның тәҙрәһе алдында тора, ул аҡса отҡан, ул бик күп аҡса отҡан. Ул бәхетенән илай — бына бит аҡса отто; ул ҡайғынан илай — атаһы үлгән һәм бер ваҡытта ла уның бәхетен уртаҡлашмаясаҡ. Шул ваҡытта ул шығырҙап торған, тамаҡ төбөнән сыҡҡан тауыш ишетте: «Эй, егет, башына шундай бәхет емерелеп төшкән кеше балауыҙ һығып тормай инде…»

Тим ҡарашын күтәрҙе. Уның хәтеренең ниндәйҙер мөйөшөнән хәҙер таушалған йөҙлө, таушалған кейемле кеше килеп сығырға тейеш ине. Ләкин был кешенең йөҙө әленән-әле ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Уның урынына Тимдың алдында икенсе кешенең образы хасил була: иҫән-аман бәһлеүән Джонни. Ул, рулевой Джонниҙың йөҙөн күргәс, тағы бөгөнгөгә әйләнеп ҡайтты: Овельгёнелағы трактир алдындағы төн, өҫкә, ҡараңғылыҡҡа илткән баҫҡыстағы яҡтылыҡ, өс дуҫы, — уларҙың йөҙөндә бына-бына ҡыйыуһыҙ ғына йылмайыу пәйҙә булыр һымаҡ.

Уның кире ҡайтарылған көлөүе, гүйә, бер дауыл, ғәрәсәт һымаҡ булды. Ә хәҙер дауыл тынды, һиллек килде. Тим тағы үҙенең көлөүенә үҙе хужа булғанын тойҙо. Ул ҡулы менән күҙ йәшен һөрттө лә тыныс ҡына:

— Рикерт әфәнде, Гамбургтан киткән саҡта минең һеҙгә биргән вәғәҙәмде хәтерләйһегеҙме? — тип һораны.

— Юҡ, Тим.

— Ҡайтҡанда, мин көләсәкмен, тип әйткәйнем. Хәҙер мин көләм, Рикерт әфәнде! Мин көләм, Крешимир! Джонни, мин көләм! Тик… — бәхетле көлөүе уға һөйләргә ирек бирмәй ине, — тик бының нисек булғанын үҙем дә аңлап етмәйем…

Тим бәхеттән аҡылын юйып ҡуймаһын тип хафаға төшкән дуҫтары уның йәнә мәғәнәле итеп һөйләй башлағанына ҡыуанып китте.

— Һин күптән инде көлә алыр инең, — тине Крешимир йылмайып.

— Аңламайым.

— Ҡабатла әле, һин минең менән нимәгә бәхәсләштең, Тим?

— Мин һинең менән үҙемдең көлөүемде ҡайтарып аласаҡмын, тип бәхәсләштем.

— Дөрөҫ. Әгәр ҙә отһаң, нимә булыр ине?

— Мин үҙемдең көлөүемде ҡайтарып алыр инем. Ысынлап та, мин уны алдым!

— Әммә һин уны еңелгән осраҡта ла алыр инең, Тим!

Шунда ғына Тимға барып етте. Ул көлә-көлә маңлайына шап итеп һуҡты ла:

— Һуң, әлбиттә! Отмаған бәхәс миңә көлөүемде ҡайтарып бирергә тейеш ине. Тимәк, мин, көлөүемде кире ҡайтарып алам тип, теләһә кем менән бәхәсләшә ала инем! Отһам да, отолһам да, көлөүем үҙемә кире ҡайтыр ине!

— Юҡ, егеткәй, — тине Джонни, — улай ябай ғына түгел шул. Һин бер нисек тә осраған бер кеше менән бәхәсләшә алмай инең. Ул ваҡытта көлөүең үҙеңдә түгеллеген әйтеп, үҙеңде фашлар инең. Ә был һиңә ярамай ине. Һеҙҙең Натйаш менән килешеү төҙөшөүегеҙ тураһында үҙе аңлап ҡалған кеше менән генә бәхәсләшә ала инең.

— Минең менән, — тип өҫтәне Крешимир, — был дөрөҫ булыр ине! Мотлаҡ уңышлы булыр ине!

Хәҙер, Тимға яңынан көлөүе әйләнеп ҡайтҡас, һәм ул гүйә һауығып киткәс, бының ни тиклем ябай ғына булғанын аңланы. Ә ул ҡаушап һәм төшөнкөлөккә бирелеп, тура юлға сығыу урынына нисәмә йылдар урау һуҡмаҡтар менән йөрөгән! Ул, акциялар һәм миллиондар менән эш итеп, әллә ниндәй ҡатмарлы пландар ҡорған! Ә көлөүен күпкә еңелерәк ысул менән ҡайтарып булған, хаҡы ла йөҙ грамм маргариндан да арзаныраҡ, бары тик бер генә тин торған.

Тимәк, аҡсаға күсергәндә, көлөү шул тиклем осһоҙ. Әммә уның ысын баһаһын бер ниндәй миллиондар менән дә үлсәп булмай. «Көлөү, — тигәйне Селек Бай теге ваҡыт, — маргарин түгел, ул алып-һата торған тауар түгел… Көлөүҙе һатып һәм алып булмай. Уға лайыҡ булырға кәрәк».

Утыҙ өсөнсө бит. КИРЕ ҠАЙТАРЫЛҒАН КӨЛӨҮ

Ямғыр инде һибәләмәй, ә биҙрәнән ҡойған кеүек яуа. Ләкин уларҙың береһе лә быны абайламаны. Бер кем дә баҫҡыстан төшөп килгән ауыр, хәлһеҙ аҙымдарҙы ишетмәне. Тик әле генә, бөтәһе лә бер миҙгелгә шымғас, кемдеңдер ҡапшанып таш баҫҡыс буйлап аҫҡа төшөп килгәне асыҡланды, һәм барыһы ла бер юлы боролоп ҡараны.

Тар баҫҡыс буйлап ҡараңғынан яҡтылыҡҡа табан ҡаҡса ғына бер кәүҙә сайҡала-сайҡала төшөп килә. Фонарь яҡтыһында башта ҡара салбар кейгән оҙон аяҡтар, оҙон бармаҡлы ап-аҡ ҡулдар, шунан аҡ манишка һәм уның өҫтөндә оҙонса йөҙ күренде. Ниһайәт, ҡараңғылыҡтан тотош кәүҙә килеп сыҡты ла «Шайтан төшкән» тигән атама янына, тулыһынса яҡтыға, баҫты. Хәлдән тайып, юнылған таштан һалынған стенаға һөйәлде. Был барон ине.

Тағы бер күҙ асып йомор ара, һәм Тимдың күкрәгенән ихлас көлөүҙең көмөш сыңғыры урғылып сығыр ине.

Ысынлап та, был шул тиклем мәҙәк. Ҡурсаҡ театрынан килгән был шайтан — ҡурсаҡ — шул тиклем мәрәкә, хатта ҡыҙғаныс күренеш ине. Әммә Тим Талер — яңынан көлә белә башлаған малай, — көлөүҙән тыйылды.

Ирендәре ҡымтылған ап-аҡ йөҙлө барон баҫҡысҡа ултырҙы ла аҫта баҫып торған кешеләргә төбәлде. Тим уның янына баҫҡысҡа күтәрелде.

— Һеҙгә ҡабат дауаханаға барырға кәрәк, барон.

Натйаш уға аҫтан өҫкә ҡараны. Ирендәре ныҡ ҡыҫылғайны.

— Һеҙгә бында ултырырға ярамай, барон!

Ниһайәт, Натйаш ауыҙын асты.

— Нимәгә бәхәсләштегеҙ, Талер әфәнде? — тип һораны ул ҡарлыҡҡан тауыш менән.

— Бер тингә, барон.

— Бер тингә? — барон һикереп китте. Шунан тағы стенаға һөйәлде һәм ҡапыл бисәләрсә сәрелдәк тауыш менән:

— Һуң һеҙ минең бөтә байлығыма бәхәсләшә ала инегеҙ, алйоттар! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Тимға таныш шофер баҫҡыс буйлап аҫҡа йүгереп төштө:

— Барон әфәнде, һеҙгә улай борсолорға ярамай!

— Миңә был йәш кеше менән һөйләшергә тағы ла ике минут ҡына бирегеҙ! Шунан һуң мине дауаханаға алып бара алаһығыҙ.

— Мин һөҙөмтәләр өсөн яуап бирмәйем, барон әфәнде!

Шофер бер нисә баҫҡысҡа өҫкәрәк күтәрелде лә, ни эшләргә белмәйенсә, туҡтап ҡалды. Баҫҡыс эргәһендә Тимдың өнһөҙ һаҡсылары һымаҡ Джонни, Крешимир һәм Рикерт әфәнде баҫып тора.

— Миңә һеҙгә таянырға мөмкинме, Талер әфәнде?

— Әлбиттә, барон. Көсөм етерлек минең.

Ул быны һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу менән әйтте. Барон уның яурынына таянды.

— Һеҙҙең мираҫығыҙ, Талер әфәнде…

— Мин унан баш тартам, барон!

Барон тотлоҡто, тик бары бер генә секундҡа, шунан дауам итте:

— Был аҡыллы ҡарар, һәм эште ныҡ ябайлаштыра. Пароходлығығыҙ арҡаһында һеҙ етеш йәшәрһегеҙ. Һис юғында, мохтажлыҡ белмәҫһегеҙ.

— Пароходлыҡты, барон, мин үҙемдең дуҫтарыма бүләк итәм.

Аптырауҙан барондың күҙҙәре шар асылды, был уның ҡара күҙлектәре аша ла күренде.

— Тимәк, һеҙгә, Талер әфәнде, беҙҙең контракт бер ниндәй ҙә файҙа килтермәнеме ни? Һеҙ элек нисек ярлы булғанһығыҙ, шулай уҡ ярлы булып ҡалдығыҙмы? Бөлгөнлөккә төшкән ҡурсаҡ театры менән…

Инде Тим үҙенә көлөмһөрәргә ирек бирҙе:

— Һеҙ хаҡ, барон. Мин нимәнән башлағанмын, шуның менән тамамланым. Ләкин үҙем хужа булған нәмә һуңғы йылдарҙа минең өсөн донъялағы бер акция менән дә сағыштырып булмаҫлыҡ ҡиммәткә эйә булғанын аңланым.

— Нимә тураһында һөйләйһегеҙ һеҙ?

Яуап урынына Тим көлөп ебәрҙе. Барон үҙенең ҡулы аҫтында егеттең яурыны көлөүҙән дерелдәгәнен тойҙо. Уның ҡолағы Тимдың тауышында ниндәйҙер яңы ауаздар ишетте — сағыу, яҡты көлөүҙе тәрәнерәк, ҡуйыраҡ тауыштар оҙата һымаҡ ине. Натйаш боролоп, шоферға ҡул болғаны. Тегеһе ашығып төштө лә баронға үҙенең яурынын ҡуйҙы. Улар яй ғына өҫкә менә башланы.

— Иҫәнлек теләйем һеҙгә, барон! Тиҙерәк һауығығыҙ! Һеҙ мине күп нәмәләргә өйрәттегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт!

Натйаш боролманы. Шофер уның:

— «Һауығығыҙ… Һауығығыҙ! Иҫән-аман булығыҙ»! Эйе шул! Булырһың бында иҫән-аман! — тип мығырҙағанын ишетте.

Тим, ҡараңғылыҡ йотҡанға тиклем, барон артынан ҡарап ҡалды. Дуҫтары ла, баҫҡыстан күтәрелә биреп, инде Тимдың эргәһендә баҫып тора ине. Улар ҙа Натйашты ҡараштары менән оҙатты.

— Шайтан һымаҡ бай, ә, ғөмүмән, — бисара! Шайтаны ла юҡ был ҡарт шайтандың! — тип мығырҙаны Джонни.

Дүртәүләшеп баҫҡыстан өҫкә күтәрелә башланылар. Машина моторының тоҡанғаны, тәгәрмәстәр тауышы ишетелде һәм алыҫлаша барҙы.

Бына улар Эльба ярындағы юлға сыҡтылар. Теге яҡта Джонниҙың таксийы ҡарайып күренә ине.

— Машинаны әлегә минең гаражыма ҡуйып тороғоҙ, Джонни, — тине Рикерт әфәнде, — ә беҙ аҙыраҡ йәйәү барабыҙ.

— Һеҙ һаман да шунда йәшәйһегеҙме, Рикерт әфәнде? Аҡ виллала, бында, юл буйында? Ә барон миңә һеҙ докер булып киткән тип һөйләгәйне …

— Мин, ысынлап та, докер булдым, Тим. Иртәгә мин һиңә бөтәһен дә аңлатырмын. Һин беҙҙә ҡунаҡ булырға ҡаршы түгелһеңдер бит?

— Әлбиттә, Рикерт әфәнде! Мин бит һеҙҙең әсәйегеҙгә көлә белгәнемде иҫбат итергә тейешмен, әгәр… — ул ситкә боролдо, — әгәр ул…

— Борсолма, Тим, ул иҫән-аман! Бик ирәбе. Әйҙә, киттек!

Вилла алды яп-яҡты ине. Өҫтөндә ярым түңәрәк балконы булған, ике таш арыҫлан һаҡлап торған аҡ ишек ҡараңғылыҡ диңгеҙендә нурлы утрау, ҡоторонған ят диңгеҙҙәрҙә оҙаҡ аҙашып йөрөгәндән һуң көтөп алған тыуған ер һымаҡ тойолдо.

Игелекле арыҫландар араһынан үткәндә, Тим тамағына килеп тығылған төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе. Ә ишек асылып, ҡаршыһына аҡ бөҙрәләрен елдә туҙғытып, таяҡҡа таянған Рикерт әбекәй сыҡҡас, үкереп илап уның муйынына ташланмаҫ өсөн, Тимға бөтөн ихтыярын тупларға тура килде. Был ғәзиз кешеһе эргәһенә килеп еткәс, күкрәгенән урғылып сыҡҡан ауаздар илау менән көлөү араһында ине. Бәлки, улар: «Йә, фрау Рикерт, хәҙер һеҙ минең турала нимә әйтерһегеҙ?!» тигәнде аңлатырға тейеш булғандыр. Ләкин быны донъяла бер кем дә аңлай алмаҫ ине. Хәйер, аңларға тырышыусы ла булманы.

Инде етәкселекте фрау Рикерт ҡабул итеп алды.

— Йә, нисек, бөтәһе лә тәртиптәме, Христианҡайым? — тип һораны ул улынан. Улы раҫлап баш ҡаҡҡас, еңел һуланы.

— Йә, егеттәр, хәҙер беҙ рәхәтләнеп байрам итә алабыҙ! Тик әле балаҡайға тиҙерәк ятып йоҡларға кәрәк. Ул арыуҙан аяғында саҡ баҫып тора!

Тимға — теләйме ул, юҡмы — йоҡларға ятырға тура килде. Был бик тә дөрөҫ булып сыҡты, сөнки бер нисә секунд та үтмәне, ул тәрән йоҡоға талғайны инде.

Икенсе көндө фрау Рикерт менән Тим икәүһе генә тороп ҡалды. Тим торғанда төш етеп килә ине. Барыһы ла күптән эшкә киткән.

Улар икәүләшеп ултырып, рәхәтләнеп иртәнгелекте ашап алды. Фрау Рикерттың иң яратҡаны иртәнге сәй. Шуға күрә ҡыуана-ҡыуана Тим менән йәнә бер тапҡыр кинәнеп сәй эсте. Ә иртәнге аштан һуң Тимға Гамбургҡа килгәндән алып нимәләр кисергәнен һөйләп бирергә тура килде. Ул быны тәмләп-тәмләп хикәйәләне.

Баш осонда гәзит болғай-болғай ул итальянса:

— «Sensazione, sensazione! Барон Натйаш үлгән! Ун дүрт йәшлек малай — ер йөҙөндә иң бай кеше!» — тип ҡысҡырҙы.

«Ҡайһылай егет булып киткән! — тип уйланы фрау Рикерт, Тимға ҡарап. — Сит телдәрҙә ҡайһылай матур итеп һөйләшергә өйрәнгән!» Шунан тағы уның һөйләгәнен йотлоғоп тыңлай башланы.

Тим үҙенең мажаралары тураһында комедия — көлкөлө, шаян спектакль — күрһәткән һымаҡ һөйләне. Ысынлап та, көлөүе кире ҡайтҡас, элек ҡурҡыныс тойолған бик күп нәмәләрҙең көлкө генә булғаны күренде. Джонни менән башҡа һыймаҫлыҡ бәхәстәрен, «Пальмаро» ҡунаҡханаһында селпәрәмә ватылған люстра, Генуялағы һәм Афиналағы картиналар, йәшерен килешеүҙәр, замоктағы мәкерҙәр, Селек Бай, маргарин мажараһы, ер әйләнәһенә сәйәхәт, Гамбургҡа кире ҡайтыу, үгәй әсәй менән Эрвин һәм «трамвайҙарҙың ҡара сәғәте» тураһында донъяңды онотоп, йотлоғоп тыңларлыҡ итеп һөйләне. Шунан фрау Рикертҡа сират етте. Ул да бик тәмләп, ентекләп хикәйәләне:

— Беләһеңме, Тим, һин Генуянан әйләнеп ҡайтмағас, артабан башта Крешимир, шунан был бәһлеүән егет Джонни килгәс, эштең тиген түгелен мин шунда уҡ һиҙендем. Улар тәүҙә миңә бер нәмә лә әйтергә теләмәгәйне. Йәнәһе, үҙҙәренсә мине ҡурсаламаҡсылар инде. Йәнәһе, минең йөрәгем насар. Ә минең инде һикһән йылдан ашыу йөрәгем насар. Беҙ йөрәгем менән бик тә һәйбәт йәшәп ятабыҙ. Нимә эшләйһең, үҙемә шымсылыҡ итергә тура килде. Шунан мин һинең Генуянан Джонни аша ебәргән хатыңды табып уҡыным. Саҡ ҡына булһа ла күберәк белә башланым…

Әбекәй Тимды инде малай тип түгел, йәш егет тип ҡабул итте, шуға «әҙәби» телдә һөйләшеп маташты ла ҡабаттан Гамбургса бытырлауға күсте:

— Шунан ни, нимә эшләйем, шымсы булып киттем. Христиан Крешимир менән, шунан был айыу Джонни менән бышылдаша башлаһа, мин ҡолағымды ҡарпайтам. Дөрөҫ, тегеләре бик йыш килә алмай — докта эшләйҙәр бит. Уларға башҡа эш бирмәнеләр. Бер нимә лә килеп сыҡмай! Шайтан аяҡ салып тора тиерһең! Аптыраҡ инде бына! Шулай итеп, уларҙың нимә бышылдашҡандарын мин гел белеп торҙом. Улымды эштән сығарғандары ла миңә шунда уҡ билдәле булды. Ә улар эй минән йәшерергә маташты…

— Ә ул, ысынлап та, докер булып киттеме? — тип бүлдерҙе Тим.

— Эйе, ысынлап та. Портта эшсе булып эшләне. Һин бит беҙҙең Гамбургты белмәйһең, Тим. Берәйһен эштән сығарһалар, шунда уҡ ғәйбәт китә. Кеше өҫтөнә шундай юҡ-бар өйөп ташлайҙар. Шунан һуң уны бер кем дә эшкә алмай. Аңлайһыңмы?

Тим баш ҡаҡты.

— Дөрөҫ, минең бит мираҫым бар. Күберәге ҡағыҙҙарҙа.

— Акцияларҙамы? — тип һораны Тим.

— Эйе, акцияларҙа, балаҡай. Тимәк, хәҙер һин уларҙа аҙыраҡ нимәлер аңлайһың? Мин бай ғына вариҫ булғас, минең улым портта эшсе булып йөрөмәһә лә булыр ине лә бит. Тик нишләтәһең инде, ул шундай кеше. Эшһеҙ йәшәй алмай. Портһыҙ бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелер ине. Бына шуға докер булып китте. Тик эшенә барғас ҡына кейемен алмаштыра. Ә инде порттан шундай ҡупшы әфәнде булып килеп сыға. Әйтерһең дә, мин уның эше хәҙер икенсе икәнен аңламайым инде. Барыбер өйҙә ултыра, бер нәмә лә белмәй, тип уйлай үҙенсә. Ә телефон нимәгә?

Тим көлөүҙән тыйыла алманы, Рикерт ханым үҙе лә көлөп ебәрҙе.

— Әле ул ҡәҙәрлем ҡарт тиле түгелмен дә мин… Тилелеген тилемен инде, тик улар уйлағанса уҡ түгел. Селек Бай бында шылтыратҡас, уның менән иң беренсе мин һөйләшеп киттем бит. Бына шунда был фетнәсе әфәнделәр миңә бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр. Ә мин бер нәмә лә белмәгән булып ҡыланам. Күҙемде ташбайтып уларға ҡарайым да: «Бу-у-уштыр!» — тип серкелдәйем. Шулайтып, былар миңә серҙәрен асты. Һиңә теге яҙманы ла мин яҙҙым бит. Лупа менән яҙҙым. Әле мәктәптә уҡығанда беҙ ҡыҙҙар менән шулай яҙыша инек. Көндәр буйы маташа торғайныҡ. Был эштә миңә бер кем дә етә алмай торғайны. Бер ваҡыт ике дәфтәр битенә тулы бер романды күсереп алғаным хәтеремдә. Ысын, валлаһи-биллаһи!

— Бу-у-уштыр! Бу-у-уштыр! — тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе Тим.

— Ах, һин минән көләһеңме әле шулай, елғыуар малай!

Ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Рикерт ханым Тимды кем килгәнен ҡарарға ебәрҙе. Ҡунаҡхананан кисәге ерән бой икән. Ул ишек төбөндә тирләп-бешеп сумаҙандар тотоп баҫып тора.

— Миңә һеҙҙең әйберҙәрегеҙҙе алып килеп тапшырырға ҡуштылар, Талер әфәнде, — тине ул ауыҙ йырып.

— Һеҙ кисә генә мине мистер Браун тип атай инегеҙ! Кемлегемде бөгөн ҡайҙан белдегеҙ?

Бой тағы йылмайҙы:

— Ә һеҙ нәмә, гәзит уҡымайһығыҙмы әллә?

— Ә, аңлашылды!

Тим уңайһыҙланып китте. Шунан аҡса алырға кеҫәһенә тығылғайны, бой ҡырҡа ҡаршы төшөп, башын сайҡаны:

— Кәрәкмәй, кәрәкмәй! — тине ул. — Аҡсағыҙҙы тыныс күңел менән үҙегеҙгә ҡалдыра алаһығыҙ, Талер әфәнде. Кисә кис көнө нисек итеп шымсыны албырғатып торғанымды һөйләһәм, мин гәзиттә бер тоҡ аҡса эшләй алам. Һөйләһәм буламы?

Тим көлөп ебәрҙе:

— Әйҙә, әгәр ҙә шулай түҙерлек түгел икән.

— Ҙур рәхмәт! Сумаҙандарҙы алып инәйемме?

— Рәхмәт, мин үҙем. Тик гәзиткә мажаралы романдар һөйләп ташлама инде.

— Ә ниңә? Бының бер кәрәге лә юҡ. Былай ҙа мажара етерлек булды! — ул тағы ҡулын һуҙҙы. — Ярай, тағы ла бер тапҡыр уңыш теләйем, Тим!

— Рәхмәт. Гәзиттә уңыш теләйем!

Ике игелекле таш арыҫлан араһында малайҙар көлөшә-көлөшә ҡул ҡыҫышты. Шунан ерәне үҙен ҡунаҡхананан алып килгән машинаға менеп ултырҙы, ә Тим сумаҙандарҙы өйгә алып инеп китте.

Шул көндө үк Тим Джонни, Крешимир, Рикерт әфәнде менән нотариусҡа — Рикерт ханымдың боронғо дуҫына барҙы. Нотариус «Гамбург — Гельголанд — Пассажир», ҡыҫҡаса «ГГП» тип аталған пароходлыҡ тиң хоҡуҡ менән Джонни, Крешимир һәм Рикерт әфәндегә милек итеп тапшырыла тигән документ төҙөнө. Дөрөҫ, был документ шунда уҡ көсөнә инмәне, тағы әллә күпме ҡағыҙҙар һәм ҡултамғалар, шулай уҡ Тим хәҙер миллионерҙың вариҫы булмағас, байтаҡ ваҡыт талап ителә ине. Ләкин ике аҙнанан да күберәк булмаҫ, тинеләр. Нотариус шулай тип ышандырҙы.

Башта Тимдың дуҫтары был бүләкте алмай аптыратты. Тим, ул осраҡта мин пароходлыҡты башҡа берәй кешегә бүләк итергә мәжбүр буласаҡмын, тип белдергәс кенә риза булдылар. Ҡыуанып риза булдылар, әлбиттә. Алтынсы күперҙә ҡарт Денкерҙың контораһында эштәрҙе ҡабул итеп алыр өсөн Рикерт әфәнденең дәрте лә, дарманы ла етерлек. Ә Джонни менән Крешимирға сит кешеләргә эшләп йөрөгәнсе, үҙҙәренең пароходында рулевой һәм стюард булыу күпкә ҡулайыраҡ. Дүртәүләшеп нотариустың Төп вокзал янында урынлашҡан контораһынан сыҡҡас, Джонни:

— Ә хәҙер нимә эшләмәксе булаһың, Тим? — тип һораны.

Тим ҡулы менән һул яҡҡа ымланы:

— Анау боронғо йортта Ҡурсаҡ театры урынлашҡан. Ул минеке. Мин уны күсмә ҡурсаҡ театрына әйләндерәм.

— Бының өсөн һиңә автобус кәрәк була, — тине Крешимир.

— Күсермә сәхнә лә, — тип өҫтәне Джонни.

— Ә быларҙы, — тип йомғаҡланы Рикерт әфәнде, — һиңә беҙ бүләк итәбеҙ, балаҡай. Ҡаршылашып маташма, юғиһә, пароходлығыңды үҙеңә кире бирәбеҙ!

— Ярай, килештек! — тип көлөп ебәрҙе Тим, шунан етди итеп өҫтәп ҡуйҙы: — Минең теп-теүәл өс дуҫым булыуы ҡайһылай шәп!

— Тағы ла Селек Бай бар бит әле! — тине Рикерт әфәнде.

— Эйе, Селек Бай! — тип ҡыуанып ризалашты Тим. — Ысынлап та, уға телеграмма ебәрергә кәрәк тә баһа!

Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайынса телеграмманы ла һуҡтылар… Алыҫ Месопо­тамияла Селек Бай ҡарт:

«Шайтаныма китһен нкт Көлөү бушлай бирелә нкт Мин уны алдым нкт Ярҙамығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт нкт

Һеҙҙең Тим Талер»

— тигән телеграмманы алып, ҡыуанысынан рәхәтләнеп көлдө.

Гәзит һәм журнал уҡыусылар өсөн башланып ҡына киткән тарих шул көндө бына шулай тамамланды. Дөрөҫ, гәзит уҡыусылар уны журналистарҙың һәм репортерҙарҙың хәбәрҙәренән, улар нисек аңлаған, шулай белде. Әйтергә кәрәк, күпселек уны бөтөнләй аңламаны.

Рикерт әфәнде тағы пароходлыҡҡа директор булды, Джонни — рулевой, ә Крешимир стюард булып ҡалды.

Барон Натйашҡа килгәндә, һуңғы осорҙа уның тураһында һирәк ишетелә. Күрәһең, ул күпселек ваҡытын япа-яңғыҙ, насар кәйеф менән үҙенең Месопотамиялағы замогында үткәрәлер. Кешеләрҙән ситләшә, хатта уларҙан ҡурҡыңҡырай ҙа башлаған, тигән хәбәрҙәр бар. Шуға ҡарамаҫтан, ул һаман да сауҙа эштәрен ифрат оҫта алып бара һәм табышлы килешеүҙәр төҙөшә, тиҙәр.

Тим тураһында бик аҙ билдәле. Бер генә нәмәне яңылышмайынса әйтергә була: ул фрау Рикерт менән бергәләп ҡурсаҡ театры өсөн «Һатылған көлөү» тип аталған пьеса яҙған. Унан һуң ул Гамбургтан ҡайҙалыр киткән һәм бер репортер ҙа уның эҙенә төшә алмаған.

Дөрөҫ, Тимға ҡағылған тағы ла бер нәмә билдәле булды. Германияның ҙур бер ҡалаһының зыяратында бер ҡәберҙең мәрмәр ташына кемдер «Мин яңынан көлә ала башлағас, кире ҡайттым. Тим» тип яҙылған таҫмалы сәскә бәйләме һалған.

Тим тураһындағы һуңғы мәғлүмәттәр ҙә шул ҡаланың ҡалас кибетенән килде. Бер нисә йыл элек унда әҙәпле, бик һөйкөмлө йәш кеше килеп ингән. Башта кибет хужабикәһе уны танымаған. «Һеҙ нимә теләйһегеҙ?» — тип ҡыҙыҡһынғас, егет йөҙөн ҡурҡыныс итеп йәмрәйткән дә: «Мин һыу һурҙырғыс директорын таларға йыйынам, фрау Бебер!» — тигән.

— Тим Талер! — тип ҡысҡырып ебәргән хайран ҡалған хужабикә. Әммә егет бармағын ирененә терәгән дә:

— Тсс! Мине фаш итеп ҡуймағыҙ, фрау Бебер. Хәҙер минең исемем Энрико Грандицци, мин донъялағы иң шаян театрҙың — «Маргарин йәшниге» тип аталған ҡурсаҡ театрының хужаһымын, — тигән.

— Ҡалай шәп! — тип ҡыуанған фрау Бебер. — Ә мин кисә генә ул ҡурсаҡ театрында булдым. Осраҡлы ғына… Кемдер берәү билет ебәргәйне. Ә, бәлки, был … — ул Тимға һынсыл ҡараш ташлаған. — Ә, бәлки, был кемдер тигән кеше бик яҡын бер танышым булғандыр?

— Бәлки, — тип яуаплаған егет, ирен ситтәренә шаян йылмайыу ҡундырып.

— Унда һатылған көлөү тураһындағы спектакль бара ине, — тип дауам иткән фрау Бебер. — Иҫ киткес тамаша! Башҡа әллә күпме фекерҙәр килә! Уйлайһың-уйлайһың да тағы бер уйлап ҡуяһың…

— Нимә тип уйланығыҙ, фрау Бебер? — тип ҡыҙыҡһынған егет.

— Нисегерәк әйтергә, Тим… Йәшерен-батырыны юҡ, тәүҙә миңә әллә нисегерәк булды… Шомлораҡ… Уның ҡарауы, аҙаҡтан эсем ҡатҡансы, күҙемдән йәш сыҡҡансы көлдөм! Шул саҡ мин: «Кем көлә, шуға хатта шайтандың да көсө етмәй!» — тип уйланым.

— Шәп әйтелгән, фрау Бебер, — тигән егет. — Шайтандарҙың шулай кәрәген бирергә кәрәк ул! Башҡа юл менән иблистең мөгөҙөн һындырырмын тимә!

 



[1] Марка — 2002 йылда евро индерелгәнгә тиклем, Германиялағы төп аҡса берәмеге.

[2] Кельнер — официант.

[3] Пфеннинг — 2002 йылға тиклем Германиялағы ваҡ аҡса, марканың йөҙҙән бер өлөшө.

[4] Талер — немецтарҙың өс маркаға тиң булған боронғо көмөш аҡсаһы.

[5] Корма – карап корпусының артҡы өлөшө.

[6] Динар — ҡайһы бер илдәрҙәге аҡса берәмеге.

[7] Бак — палубаның алғы өлөшө.

[8] Кабестан — йөк күтәреү өсөн тәғәйенләнгән механизм.

[9] Ют — юғары палубаның корма өлөшө.

[10] Мол — гавангә ингән ерҙә караптарҙы тулҡындан һаҡлаусы уба, таш стена.

[11] Бювар — эш өҫтәле өсөн папка. Уның эсендә киптергес ҡағыҙ, конверттар һаҡланған.

[12] Нимә кәрәк? (итал.)

[13] Талер әфәнденең әйберҙәре! (итал.)

[14] Инегеҙ (итал.)

[15] Аңламайым! (итал.)

[16] Рәхмәт! Ҙур рәхмәт! Ҙур-ҙур рәхмәт, синьор барон! (итал.)

[17] Лира — Италиялағы аҡса берәмеге.

[18] Астарот, Бегемот, Бәғел — мифологияла шайтан исемдәре.

[19] Эскудо — 2002 йылға тиклем Португалиялағы аҡса берәмеге.

[20] Пул — Афғанстандағы аҡса берәмеге, афғаниҙың йөҙҙән бер өлөшөн тәшкил итә.

[21] Афғани — Афғанстандағы аҡса берәмеге.

[22] Алтынан һуң көрәнде кеймә (ингл.)